RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Артайыҡ. Рустар, татарҙар, башҡорттар…»

12.04.2013 «Артайыҡ. Рустар, татарҙар, башҡорттар…»

Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ һаны өсөн борсола, ә Көнбайышта хәлдәр нисек?
«Артайыҡ. Рустар, татарҙар, башҡорттар…»Беҙҙең Президентты нишләп ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ заты яратмай икән? Шундай һорау тыуҙысы. Былтыр “Пусси Райт” (“Pussy Riot”) төркөмө ҡыҙҙарынан өсәү Ҡотҡарыусы Христ ҡорамында уға ҡаршы акция үткәреп, ике йылға хөкөм ителгәйне (аҙаҡ берәүҙәренә хөкөмдө шартлыға күсерҙеләр), был юлы сит илдә, теүәлерәге, Германияла алйот бисәләр мыҫҡыл итеп маташты. Белеүегеҙсә, Владимир Путин Германияға эш сәфәрендә был ил канцлеры Ангела Меркель менән сәнәғәт йәрминкәһенә барған. “Femen” хәрәкәтендә йөрөүсе бер нисә ҡатын-ҡыҙ ҡапыл быларҙың алдына килеп сығып, билгә тиклем яланғасланып, һүгенә башлаған. Тәндәренә лә үрҙәге етәкселәрҙе “ҡайҙалыр ебәреү” тураһында һүҙҙәр яҙыл­ған була. Нормаль кешенең эшеме ни инде был? Әлеге ҡоторғандарҙың икәүһе немец, икәүһе украин, берәүһе Рәсәй ҡыҙы (милләтен аныҡ әйтмәйҙәр) икән. Хәҙер уларға "Власть органдары йә сит ил вәкилдәрен кәмһетеү" тигән статья буйынса енәйәт эше асылған. Өс йылға тиклем төрмә янауы ихтимал. Нимә, бөтә донъяға билдәле юғары вазифалы шәхестәр алдына шундай ҡиәфәттә сығып тороуҙары язаһыҙ ҡалыр тип уйланылармы икән ни? Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бысраҡ сәйәсәткә тығылыуы ҡыҙғаныс, әлбиттә.
Сәйәсәт тигәндән, ошо өлкәлә үҙен сағыу итеп күрһәткән бер ханым бер нисә көн элек кенә был донъянан китеп барҙы…

“Тимер туташ”ҡа 88 йәш тулып өлгөрмәне
«Артайыҡ. Рустар, татарҙар, башҡорттар…»
Һүҙҙең Бөйөк Британияның элекке Премьер-министры Маргарет Тэтчер хаҡында барғанлығын аңлағанһығыҙҙыр.
Тэтчер Премьер булып 1979 − 1990 йылдар­ҙа эшләй. “Тимер туташ” (“Железная леди”) ҡушаматы уға совет етәкселеген тәнҡитләгәндән һуң бирелә.
1976 йылдың 19 ғинуарында түбәндәге һүҙҙәре донъяға тарала: “Рустар донъяға хакимлыҡ итергә тырыша, иң ҡеүәтле империалистик милләт булыр өсөн средстволар йәлеп итә. Совет Политбюроһындағы кешеләр йәмәғәт фекеренә ҡолаҡ та һалмай. Улар алғы планға май урынына пушка ҡуя, был ваҡытта беҙ башҡа нәмәләргә өҫтөнлөк бирәбеҙ”. “Бөйөк фил”, “Аттила-тауыҡ”, “бакалейсы ҡыҙы” (ысынлап та, бакалейсы ғаиләһенән сыҡҡан Маргаретҡа һуңынан баронесса титулы бирелә) кеүек бүтән ҡушаматтарына ҡарағанда “Тимер туташ” үтә еңел тағылған уға.
Идара итеүенең бер мәлендә йәнә бер ҡушамат тағылған – уны “Мэгги Тэтчер – һөт урлаусы” тип тә йөрөткәндәр. 1970 йылда мәғариф министры итеп тәғәйенләнгәс тә, мәктәптәрҙә бушлай һөт биреүҙе бөтөрә. Әлбиттә, һөткә тигән аҡса педагогтарҙың эш хаҡын күтәреүгә тотонолһа ла, ҡушамат йәбешә лә ҡала.
Тап Тэтчер Премьер булып торғанда Бөйөк Британия хосусилаштырыу “пионер”ына әүерелә. Инфляция түбәнәйә, дәүләт иҡтисадҡа бигүк ҡыҫылмай башлай, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҙур иғтибар бирелә. Ул саҡтағы АҠШ Президенты Рональд Рейгандың яҡшы теләктәше булып торһа ла, Михаил Горбачев менән осрашып һөйләшкәндән һуң, Рәсәй менән Америка араһындағы “һалҡын һуғыш”тың тамамланыу процесы башланыуға ла сәбәпсе була.
Маргарет ханым былтыр декабрҙә ҡаты ауырып киткән, операция ла яһатҡан. 2008 йылда уҡ ҡыҙы Кэрол үҙенең китабында әсәһенең аҡылға еңеләйә барыуы хаҡында яҙған.
Хәле, ысынлап та, мөшкөлләнгәндер инде – 2012 йылда хатта батшабикә Елизаветаның хакимлыҡ итеүенә 60 йыл тулыуҙы билдәләү тантанаһына ла бармаған. Ә унан да алда, 2011 йылда, үҙен ерләү планын раҫлаған. Ул документта Тэтчэр ерләү церемонияһында хәрби самолеттарҙың осошонан баш тартҡан, киң йәмәғәтселек ҡатнашлығындағы иҫкә алыуҙы ла мөрхәтһенмәүен белдергән.
Маргарет Тэтчер Бөйөк Британиялағы төп партияларҙың береһен етәкләүсе тәүге ҡатын-ҡыҙ булған. Ул лидер итеп һайланған Консерватив партия парламенттың төп оппозиционеры иҫәпләнгән. Премьер йөгөн дә иң оҙаҡ тартыусыларҙың береһе булған Маргарет ханым. Әммә бер нәмә лә мәңгелек түгел шул – уны отставкаға китергә мәжбүр итәләр. Лордтар палатаһының мәңгелек ағзаһы булып ҡала шулай ҙа.
Шуныһы ҡыҙыҡ – Тэтчер “Иң бөйөк 100 британлы” исемлегенә лә, ”Иң насар 100 британлы” исемлегенә лә индерелгән.
“Тэтчер, һис шикһеҙ, бөгөнгө замандың иң сағыу сәйәсмәндәренең береһе. Мин уның менән шәхсән таныш булдым һәм ул һәр ваҡыт көслө тәьҫир ҡалдырҙы”, − тигән Рәсәй Президенты Владимир Путин.

Европаның беҙгә һорауҙары йыйылып киткән

Әйткәндәй, беҙҙең ил башлығы был арала Европала йөрөнө. Германияла үрҙә әйтелгән сарала бер аҙ шаңҡып та ҡалғандыр, мәгәр аптырауын артыҡ күрһәтмәгән – көслө лә инде үҙебеҙҙекеләр. Күп кенә яңылыҡтар сығанаҡтары шулай тип яҙҙы: “Владимир Путиндың эш аҙнаһы тығыҙ тәртиптә башланды һәм көтөлмәгән ваҡиғалар ҙа булды”. Һы, алдыңа ярым шәрә бисә-сәсә килеп сыҡһын да, көтөлгән булһын!
Амстердамда ла ниндәйҙер протест белдереп маташтылар. Унда сексуаль әҙселек хәрәкәте яҡлылар флагтар элеп сыҡҡан булған. Йәнәһе, үҙ илегеҙҙә беҙҙең кеүектәр хоҡуҡтарын сикләмәгеҙ, тигән кеүегерәк талап ҡуймаҡсылар инде. Ә нидерландтарға Путин Рәсәйҙәге инвестиция климатын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса һөйләшергә барғайны. Шулай ҙа гомосексуалистарҙың да һорауҙарына лайыҡлы яуап бирҙе. Владимир Владимирович бер енесле ғаиләне бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмай. Етмәһә, бындай парҙарҙың балалары ла тыумай, ә Рәсәйҙә демография хәле көн үҙәгендә тора. Ошонда сығышынан бер генә өҙөк килтереүҙе кәрәк тип табам: ”Европала ла, Рәсәйҙә лә демография проблемаһына барып төртөләбеҙ. Әлбиттә, быны ситтән килеүселәр, мигранттар ярҙамында ла хәл итеп була, әммә мин Рәсәйҙә халыҡ һанының рустар, татарҙар, чечендар, башҡорттар, дағстандар кеүек титул милләттәр иҫәбенә артыуын теләйем”. Йәмәғәт, беҙгә лә ҙур өмөттәр бағлана бит, уйлашайыҡ.
Дөйөм алғанда иһә, беҙҙә “зәңгәрҙәр”ҙең хоҡуҡтары сикләнмәй – улар карьера эшләй, ғөмүмән, күп өлкәлә башҡалар кеүек көн күрә. Әллә юрый, әллә шундай журналистар тура килгән, Президентҡа матбуғат конференцияларында гел сетерекле һорауҙар бирелде. Мәҫәлән, педофилияны тыйыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. “Femen” ҡыҙҙарының акцияһына ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтылды. “Иртәнсәк ашап өлгөрмәгәйнем, миңә колбаса йә сало күрһәтһәләр, яҡшыраҡ булыр ине…” – тигән һымағыраҡ итеп яуап ҡайтарыуын-ҡайтарҙы ла ул Путин, эстән генә, Европа кимәле шундайға төштө хәҙер, тип уйлаһа ярай ҙа. Дөрөҫөн әйткәндә, Европа илдәре бер-бер артлы көрсөккә “сума”, ә Рәсәй, беҙҙекеләр фекеренсә, үҫеү яғына табан шәп кенә атлап китеп бара.
Үҫеү тигәндән, анауы бәләкәй генә Корея ярымутрауы нимәләр ҡыла. Беҙҙең күрше бит ул, борсолдора. Европала Путинға ошо хәл-торошҡа ҡарата ла һорау бирелде. “Был тирәлә күпләп ҡыра торған ҡорал ҡулланылһа, Чернобыль балалар әкиәте кеүек кенә буласаҡ”, − тип хәүеф барлығын белдергән Президентыбыҙ. Токионың ҡап уртаһына АҠШ-тың баллистик ракеталары килеп урынлашҡан, буғай. Ә Төньяҡ Корея (КХДР) етәкселегенең Көньяҡ Кореялағы сит ил граждандарына был илдән сығып китергә тәҡдим итеүе ишетелде. Йәнәһе, ядро һуғышы башлай ҡалһалар, “төньяҡтар” “көньяҡ”ҡа сәйәхәткә, эш сәфәренә килеүселәргә зыян итергә теләмәй.
Этлекме, хаслыҡмы, мутлыҡмы – аңламаҫһың.

Ә был ваҡытта…

Мутлыҡ тигәндән, беҙҙең бик алдынғы “фән ҡалаһы” ”Сколково” тирәләй мутлыҡтар асыла бара, имеш. РФ Иҫәп палатаһы ауди­тор­ҙары Рәсәйҙең инновация ҡаласығына бюджеттан бүлгән 1,6 миллиард һум аҡсаның АҠШ-тағы Массачусетс технология институтына “юлланыу” ихтималлығын белеп ҡалған.
“Известия” гәзите бер аҙ тикшереүҙәр үткәреп яҙыуынса, “Сколково”, Массачусетс технология институты фондтары һәм “Сколково фән һәм технологиялар институты” (СИНТ, Сколтех) коммерция булмаған ойошмаһы тарафынан төҙөлгән өс яҡлы килешеүҙә Рәсәй ҡануниәте боҙолған. Был үткән көҙ асыҡланған булған. Шул арҡала хөкүмәт илебеҙҙең инновацион кластерын финанслау урынына Массачусетс институтына 1,6 миллиард һум грант бүлергә ҡушҡан. Тикшереү барышында килешеүҙә күрһәтелгән суммаларҙың үҙгәреп тороуы ла асыҡланған. Етмәһә, килешеү үҙе инглиз телендә генә төҙөлгән, имеш. Был да Рәсәй ҡануниәтен боҙоу.
Эксперттар фекеренсә, Америка ғалимдарына “Сколково”ға бәйле түләүҙәр бөтөнләй мәғәнәһеҙ, сөнки АҠШ-та ла, Европала ла бер кем дә Рәсәйҙең фәнни прогресына булышлыҡ итергә йыйынмай. Йәнә лә ошо инновация үҙәге өсөн тәғәйенләнгән бюджет аҡсаһынан 3,5 миллиард һумдың маҡсатһыҙ тотонолғаны билдәле. Ул сумма оҙаҡ ваҡыт “Сколково” фонды президенты Виктор Вексельберг төп килем алыусы һаналған “Меткомбанк” иҫәбендә ятҡанда әйләнешкә ебәрелгән һәм кемдер килем алған. Көпә-көндөҙ талайҙар Рәсәйҙе…










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы