RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киттек, күрше, офшорға

05.04.2013 Киттек, күрше, офшорға

Киттек, күрше, офшорға
йәки Рәсәй капиталын ситкә сығарыу бизнесҡа һәм түрәләргә уңайлы
Шулай бер көн күҙ осона 1917 йылға тиклемге осорҙағы хеҙмәт хаҡтары тураһындағы мәғлүмәт килеп эләкте. Белгестәр уларҙы беҙҙең көндәргә тура килтереп иҫәпләгән. Мәҫәлән, Рәсәйҙә эшсенең уртаса хеҙмәт хаҡы 37,5 һум булған. Шул саҡтағы батша һумдары курсының әлеге ваҡытҡа нисбәте менән әйләндереп-тулғандырып һанағанда, был сумма “беҙҙеңсә” 48 мең һумдан саҡ ҡына ашыу килеп сыға икән. Урам һепереүсе 18 һумға эшләгән. Бөгөнгө ваҡытҡа күсерһәк, 23 081 һум була. Өлкән урам һепереүсе 51 297 һум алған. Фельдшер ҙа шулай уҡ тиерлек. Подпоручик (лейтенант) 70 һумға хеҙмәт иткән, беҙҙең аҡса менән – 89 760 һум. Башланғыс кластар уҡытыусыһына – 25, йәғни 32 050 һум түләгәндәр. Гимназия уҡытыусыһының айлыҡ эш хаҡы иһә, заманса аҡсаға күсер­һәк, 108 970 һум булған. Бына шәп йәшәгәндәр! Йәл, ул саҡта гәзит-журнал бик әҙ сыҡҡанлыҡтан, журналистың эш хаҡы тураһындағы мәғлүмәт беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Һәр хәлдә, янсыҡ мәсьәләһенең һәр заманда ла иғтибар уртаһында булғаны билдәле.
Их, был аҡса кешене үҙенә ҡол итеп алды, буғай. Һум, доллар һәм евро менән һөҙөмтәлерәк “уйнай” торған айырым зоналар ҙа барлыҡҡа килгән бит хатта. Һуңғы ваҡытта офшор зонаһы тигән һүҙ йыш яңғырай. Ундай урындарҙы бөгөн “Һалымдан ҡасыу”, ”Һалым ожмахы” кеүек терминдар менән телгә алалар. ҡайҙа ул шундай урын? Ныҡ кәрәкме? Беҙгә, йәғни халыҡҡа, унан ни файҙа? Хәҙер ошо һорау­ҙарға яуап эҙләп ҡарайыҡ.

“Офшор”. Һалымдан ҡасыу

Офшор, йәки оффшор − off shore инглиз һүҙе. Тура мәғәнәһе “ярҙан ситтә” тигәнде аңлата. Бик күп илдең офшор зонаһы бар. Ул – юридик, физик шәхестәрҙең ошонда теркәлгән компаниялары өсөн айырым льготаларға эйә биләмә. Шарт шундай – компанияның эшмәкәрлеге теркәлгән илдән ситтә алып барыла. Офшор зонаһында сит ил компаниялары өсөн теркәлеү процесы арзан һәм ябайлаштырылған, килемгә һалым да бик түбән, эшмәкәрлектең конфиденциаллеге гарантиялана, улар дәүләт валюта контроленән дә ситтә ҡала. Зоналарҙа компаниялар­ҙың даими вәкиллеге эшләй. Күп кенә илдә урындағы халыҡҡа ошо вәкиллектәрҙә эш биреү талап ителә (эшһеҙлекте хәл итеүҙең бер юлы).
Бер офшорҙа теркәлеүсе компаниялар һаны бер нисә тиҫтә меңгә етеүе ихтимал. Әйткәндәй, әлеге компаниялар, башлыса, эре һәм урта бизнесҡа ҡарай, ә бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн офшор зоналары үтә ҡиммәткә төшә, шуға ла улар үҙ илдәрендә генә эшләй.
Бөгөн донъяла 60-лаған офшор зонаһы бар, тиҙәр. Әммә бай илдәр үҙҙәренән төп капиталдың “ҡасыу” проблемаһын ваҡытында тойоп ҡалғанлыҡтан, офшорҙар “ышаныслы гавань“ булыуҙан туҡтап бара кеүек. Шулай ҙа Багам, Кайман, Бөйөк Британияның Виргин утрауҙары, Белиз дәүләтендә офшор зоналары киң билдәле. Урындағы властар бындағы компанияларҙы, уларҙың хужаларын бөтөнләй контролләмәй. Ә Ирландия, Гибралтар, Мэн уртауы, Гонконг кеүек дәүләттәрҙең офшорҙарында финанс отчеты һорала, теркәлгән компанияларҙың директорҙары, акционерҙарының реестры алып барыла, уның ҡарауы, һалым ташламалары юғары.
Йәнә бер төр зона бар – бигүк стандарт булмаған, отчет һораусы, әммә һалым льготалары тәҡдим итеүсе биләмәләр. Ошо зоналар араһында Рәсәйҙәге Калининград өлкәһе лә бар (беҙҙә элек бер нисә эске офшор зонаһы булған, мәҫәлән, ҡалмыҡстанда, Чукоткала). Был төр офшор рәтенә Кипр ҙа инде. Иҡтисади көрсөктә батып ултырмаһа, Исландия ла һаман иң популяр офшор зонаһы булып йөрөр ине.
Рәсәй өсөн һалым маҡсатындағы офшор зоналары Финанс министрлығы бойороғо менән раҫланған. Исемлектә 16 төбәк, шул иҫәптән Кипр быйыл 1 ғинуарҙан һыҙып ташланған. Андорра, Антигуа, Багам, Бермуд утрауҙары, Бахрейн Короллеге, Гибралтар, Доминика Берләшмәһе һ.б. бар.
Офшорҙарҙың хатта үҙенә күрә “аҡ”, ”ҡара” исемлектәре лә төҙөлгән. Улай ғына ла түгел, теге йәки был сәбәптәр арҡаһында берәй илдең компанияһы ситтә офшорға инә алмай, имеш. Иранға ҡарата ошондай ҡәтғи ҡарар сығарылған. Йәнәһе, бында терроризмды финанслау хәүефе ҙур. Ангола, КХДР, Эквадор, Эфиопия кеүек илдәр ҙә бик маҡталмай.

Әгәр офшор булмаһа…

“Российская газета” хәбәрсеһе, беҙҙең илдең офшор зоналарындағы хәл-торош менән ҡыҙыҡһынып, иҡтисад фәндәре докторы, Федераль һалым хеҙмәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы Дмитрий Черникка бер нисә һорау биргән. Әгәр донъяла офшор зоналары бөтһә, тигән кеүегерәктән башланған әңгәмә. Профессор фекеренсә, был урындар бөтөү менән көрсөк башланмаясаҡ. Әлбиттә, донъя иҡтисады әҙерәк ауырлыҡ кисерер, моғайын, сөнки офшор бер бөгөн генә килеп сыҡҡан нәмә түгел бит.
Дмитрий Черник, үҙе офшорҙар яҡлы булмаһа ла, уларҙың бер нисә ыңғай яғын да билдәләй: “Һалымдың түбәнлеге, ябайлаштырылған отчет системаһы, валюта контроленең булмауы менән бер рәттән, офшор юрисдикциялары эшмәкәрлекте ҙур дәүләттәрҙән бәләкәйерәктәренә күсерергә булышлыҡ итә, һуңғыларына, үҙ сиратында, үҫергә мөмкинлек асыла”. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙән капиталды “тыныс мөйөш”тәргә сығарыу гигант масштаб алған һәм был беҙҙең өсөн бер ҙә ыңғай күренеш түгел.
Әгәр ҙә Евросоюз илдәре һәм АҡШ-тың 10 процент активы офшорға сығарылһа, беҙҙә, төрлө сығанаҡтар белдереүенсә, әлеге күрһәткес – 70 – 80 процент. Ябай тел менән әйткәндә, офшор компаниялары, һалымды әҙерәк түләйем тип, әллә ниндәй утрауҙарҙы байытып ята. Был намыҫлы эш түгел.
Әле офшорҙа теркәлгән компанияларға ер аҫты байлыҡтарына, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты сикләү тураһында һүҙ бара. Бәлки, кәрәктер ҙә. Мәҫәлән, компания титан йә башҡа төр һирәк металл иретмәһе етештереү менән шөғөлләнә, тик сит ил тарафынан контролләнә икән, был ҡасан да булһа беҙҙең милли хәүефһеҙлеккә ҡурҡыныс менән янауы ихтимал. Ә ҙур предприятиеларыбыҙҙың күптән шәхси ҡулдарҙа, йәғни хосусилаштырыл­ған булыуын иҫәпкә алһаҡ? Кисекмәҫтән беҙҙекеләрҙе офшорҙан ҡайтарырғамы? Бизнес аяҡ терәп ҡаршы торасаҡ бит. Ә ҙур бизнеста кемдәр? Дөрөҫ, ҙу-ур кешеләр.
ҡыҫҡаһы, офшорҙарҙы бөтөрөү – бик оҙаҡҡа һуҙыласаҡ процесс. Ғөмүмән, ул Рәсәй компаниялары өсөн шул көйө лә ҡаласаҡтыр. Бөтә нәмә һалымға бәйле. Анауы француз “йондоҙо” Жерар Депардье әфәнде юҡҡа иленән сығып ҡастымы ни? Бер миллион доллар эшләп, 700 – 800 меңен һалым итеп түләгеһе килмәне лә, йөрөй хәҙер теге илгә барып, почетлы граждан булып, быныһына килеп, бүләккә фатирҙар алып.
Әгәр капиталды ситкә сығарырға теләмәһәк, социаль һалымды тергеҙергә кәрәк, ти үрҙә телгә алған профессор Черник. Бынан тыш, инвестицияларға һалым льготаһын да тергеҙергә кәрәк, тип өҫтәй ул. ҡыҙыҡ инде беҙҙә − тәүҙә булғанды емерәләр ҙә, шуны уҡ ҡабат төҙөйөк, тип яр һалалар. Шунан, беҙ булдырҙыҡ, тип һөйләрҙәр әле.
Һалым беренсе проблема булһа, банкыларҙың юғары ставкаһы – икенсе бәлә. Нишләйһең, Рәсәй әле был тәңгәлдә “йәшәргә” өйрәнеп кенә килә.

Кемгә уңайлы?

Бындай һорау бирелмәһә лә, аңлашыла инде. Бизнесҡа һәм чиновниктарға. Әгәр ҙә предприятиеның килеме яҡшы икән, ҡайһы хужаның унан 20 процент өлөш сығарып, дәүләткә тотторғоһо килһен? Шуға офшорға сыға ул. Һыҡмырлығына барып. Тағы кемдәр китә шул зоналарға? Белеүегеҙсә, дәүләттең байтаҡ милке хосусилаштырылды. Хәҙер хужалары, ҡабаттан миллиләштереү булыуынан ҡурҡып, акцияларын ситкә сығарыу яйын ҡарай. Кем белә, бәлки, иртәгә үк хосусилаштырыуҙың хатаһын танып, дәүләт милкен дәүләткә ҡайтарыу сәйәсәте башланыр?!
Ришүәтсе чиновникка офшор кәрәк. Ни өсөнмө? Ҙур суммала сит ил банкыһына аҡса һалһа, уны декларацияла билдәләргә кәрәк бит, ә офшор зонаһында күп осраҡта отчет талап ителмәй.
Рәсәйгә килгәндә, эксперттар әйтеүенсә, бөтә бизнес, нефть һәм газ гиганттарынан алып “Лента”, “Пятерочка” кеүек сауҙа селтәренә тиклем офшорға сығарылған.
Шуныһы ҡыҙыҡ: капиталды һаҡлау өсөн офшор компанияларынан тотош бер сылбыр теҙелә − бер компанияға икенсеһе хужа, икенсеһенә − өсөнсөһө, һөҙөмтәлә асылда уларға кем хужа икәнен белеү, кемгәлер дәғүә белдереү ҙә мөмкин түгел.
Ошо көндәрҙә РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Рәсәйҙә офшор зонаһы булдырыуҙың мөһимлеген телгә алып киткән, имеш. Моғайын, был урын Алыҫ Көнсығышта булыр. Тел төптәренән шулай аңлашыла. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәй, капитал ситкә мөмкин тиклем әҙерәк сыҡһын, тип фекер йөрөтөүелер инде Дмитрий Анатольевичтың. Ә инде тап үҙебеҙҙең офшорҙа теркәлергә теләк белдереүселәр саманан тыш күбәйеп китһә, был эште закон нигеҙендә яйға һалып буласаҡ. Шуны ғына белергә ине − ә закон ҡайҙа һуң ул? Ул буласаҡ, мотлаҡ буласаҡ.

Ә был ваҡытта…

Рәсәй компаниялары Кипрҙа һемәйгәндән аптырап ҡалманы, башҡа офшорҙар ҙа етерлек. Капиталды ситкә ағыуҙан туҡтатыу беҙҙең көндәрҙә, бәлки, мөмкин дә булмаҫ. Илебеҙ олигархтары бирешмәҫ.
Хәтерегеҙҙәлер, Сергей Полонский атлы бер ватандашыбыҙ урындағы моряктар менән һуғышҡаны, дөрөҫөрәге, уларға янағаны өсөн Камбоджа төрмәһенә эләккәйне. Уны әле залогка 50 мең доллар аҡса түләп сығарып алғандар. Полонский әфәнде шундуҡ үҙенең утрауына ял итергә “ҡайтып киткән”. Рәсәйгә түгел, ә әллә ҡайҙағы Камбоджалағы утрауына. Бына офшор шулайыраҡ була, тим үрҙәге мәҡәләне аңламағандарға. Рәсәй бар ни уға, юҡ ни. Ә байыны – үҙебеҙҙә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы