НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тыйылған емеш татлы, тигәндәй

Тыйылған емеш татлы, тигәндәй


Төрлө илдәрҙең ҡанундары ла төрлөсә. Араларында ғәләмәт йәтештәре һәм унан да бигерәк аптыратҡыстары осрай. Беҙҙең “яратҡан” Америкалағы закондарҙың да айырып ҡарай торғандары бихисап. Тыйылған күренеш-хәлдәр тураһындағылар иғтибарҙы йәлеп итте әле. Ҡушма Штаттарҙың айырым ҡалаларына ғына хас ҡанун-ҡағиҙәләр көлкө лә тыуҙыра, “Их, беҙҙә шулай кәрәк”, – тигән уй ҙа килә башҡа. Мәҫәлән, Иллинойс штатындағы Зайон ҡалаһында эт, бесәй, һарыҡ кеүектәргә тоҡандырылған тәмәке ҡапты­рыр­ға ярамай. Ә Арканзастың Литтл Рок ҡалаһында йәкшәмбелә төштән һуң үҙәк урамда һыйыр йөрөтөү тыйыла. Нисек, шәпме? Ирекһеҙҙән, үҙебеҙҙең Мәләүез ҡалаһында Смоленск урамының буйынан-буйына тиерлек иртә-кисен китеп-ҡайтып йөрөгән һыйыр көтөүе иҫкә төштө. Беҙ бишенсе ҡаттан уларҙы ҡарап ултыра торғайныҡ.
Иллинойста тағы бер тыйыу ҡыҙыҡлы: Клинтон Каунти ҡалаһында ижтимағи учреждениеларҙың стенаһына һөйәлеп торорға ярамай, имеш. Юрика ҡалаһында иһә мыйыҡлы ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙы үбергә тейеш түгел. Индиана штатында октябрҙән март айынаса ванна инеү тыйыла. Үәт! Небраска штатына ҡараған Вотерлоу ҡалаһы бөҙрәханаларында эшләүселәргә иртәнге сәғәт етенән кискәсә һуған ашарға ярамай. Францияла сусҡаға “Наполеон” ҡушаматы биреп ҡара! Шундай тыйыуҙар бына. Үҙебеҙҙә икән ул хөрриәт!
Әйткәндәй, һеҙ, Рәсәйҙә тыйыу-ғәләмәт бөтөнләй юҡ икән, тип уйлап ҡуймағыҙ ул. Был йәһәттән беҙҙең депутаттар шәп эшләй.
Һүҙ шул темаға боролоп киткәс, китһен инде – бөгөн тыйыуҙар, рөхсәт итмәүҙәр, “тейеш түгел”дәр тураһында һөйләшәйек тә ҡуяйыҡ.

Түрәңдән һорамайынса сит илгә сыҡма

Үткән аҙнала бер төркөм әүҙем йәмәғәтсе “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһенән депутат Дмитрий Гудков етәкселегендә АҠШ-ҡа барып ҡайт­ҡайны. РФ Дәүләт Думаһында был сәфәргә бәйле ҡәнәғәтһеҙлектәр тыуған да, ”Берҙәм Рәсәй”ҙекеләр депутаттарға ҡағылышлы яңы тыйыу тәҡдим итеп тә өлгөргән. Уларса, түбәнге палата спикерынан рөхсәт алмайынса “халыҡ ярҙамсылары” сит илгә сығырға тейеш түгел.
Ә Гудков әфәнде АҠШ-та Сенатта сығыш яһаған, илгә ҡағылышлы байтаҡ ҡына фекерен белдергән. Бер һүҙ менән әйткәндә, тейешле-тейешһеҙ хәбәр һөйләп йөрөгән. Күрше Европала булһа – бер хәл.
Шуныһына яуап биреп ҡарайыҡ – ә ниңә АҠШ сенаторҙары үҙҙәренең илендәге хәл-әхүәлде һөйләп зарланырға беҙҙең Думаға килмәй? Эш ваҡытында, ә? Беҙҙекеләр Америкаға барғанда депутаттарҙың төбәк аҙналығы, тимәк, эш мәле булған бит. Улар был ваҡытта йә депутат булып һайланған төбәктәрендә, йә Мәскәүҙә булырға тейеш. Гудков үҙе әйтеүенсә, сәфәре шәхси харак­тер­ҙа булған, бары тик ике генә көнө эш көнөнә тура килгән, командировка өсөн бюджеттан аҡса алмаған, фракция етәкселегенән һорамаған, сөнки һәр бер депутаттың ҡайҙа йөрөүе хаҡында отчет биреүе ҡаралмаған.
Ә Коммунистар партияһынан белдереүҙәренсә, депутат эш буйынса теләһә ҡасан, теләһә ҡайҙа йөрөй ала, күп осраҡта тиҙ арала барып етеүҙе талап иткән хәл-ваҡиғалар ҙа була. Йәнәһе, парламентарий иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ғаса урынында ултырырға тейеш түгел.
Шулайын-шулай, әммә ҡайҙа барыу, кем менән барыу һәм нимәләр һөйләү ҙә мөһим бит.
Гудков әфәнде үҙе менән, оппозицияла торабыҙ, тип ауыҙ күтәреп шаулаған бер нисә кешене лә эйәрткән, етмәһә. Шул иҫәптә Михаил Касьянов та бар. Ул – ПАРНАС (партия народной свободы) хәрәкәте рәйестәше.
"Оппозиция аяҡҡа баҫып китә алмай, берләшеүгә лә кәртә ҡоралар", – тип зарланған Касьянов әфәнде. Сенаторҙар, конгрессмендар менән осрашыуҙарҙан һуң, Рәсәйҙе яратмаған Джон Маккейн менән дә әңгәмәләшкәнлеге билдәле.
Гудков үҙе, атайымды, 11 йыл депутат булып ултырған Геннадий Гудковты (“Ғәҙел Рәсәй” депутаты булып та, эшҡыуарлыҡ алып барған өсөн үткән йылдың сентябрендә мандатын алалар), парламенттан ҡыуҙылар, тип илаулаһа, хоҡуҡ һаҡсыһы Людмила Алексеева һөйләүенсә, Рәсәйҙә хоҡуҡ һаҡлаусы ойошмалар ярҙамды тик сит илдән генә ала.
Әле РФ Йәмәғәт палатаһы беҙҙекеләрҙең Америкаға сәфәрен ныҡлап тикшермәксе. Уларҙың оппозиция эшмәкәрлеге өсөн аҡса һорап барыуы ихтимал. Гудков әфәнде иһә: ”Мин аҡса һораманым, ә беҙҙең бурҙарҙың АҠШ-та йорт һатып алыуҙары тураһында мәғлүмәт алырға тырыштым”, – ти.
“Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов үҙенең ҡул аҫтындағы депутаттың Америкаға барыуын гәзиттән белгән. “Миңә әйтһә ни булған, уның АҠШ-ҡа барыуы, ғөмүмән, партия, ил өсөн кәрәкме-юҡмы икәнен белешһә”, – тип аптырашта ҡалған Миронов.
Беҙгә билдәле Владимир Жириновский, һәр ваҡыттағыса, ҡәтғи. “… Мандатыңды бир ҙә, кит ҡайҙа теләйһең, шунда”, – тигән ул.
Кемгә ышанырға?

Йә сит ил, йә мандат

Йә, тип һайлау ҡуйылғас, шуныһын да билдәләп китмәү мөмкин түгел. Иҫегеҙҙәлер, депутаттарға, ҙур чиновниктарға сит илдәрҙә күсемһеҙ милек алыу, иҫәп асыу тыйыла, тигән хәбәр таралғайны. Закон сығыуын әле сыҡмаған. Ҡайһы бер “белгестәр” оҙон исемлек тә төҙөп ҡуйҙы, йәнәһе, беҙҙекеләрҙең сит илдәрҙәге йорттары донъя тулы. Ысынмылыр-бушмылыр, хәҙер байтаҡ түрә ситтәге йорт-ерен йә һата, йә һиҙҙермәй генә алыҫ бер туғанының исеменә күсерә, имеш.
Бына Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Исаевҡа Германиялағы фатиры ла, отеле һәм ер участкаһы ла йәл түгел. Әлбиттә, был милек ҡатыны исемендә, шулай ҙа кәрәкмәй. Лутсы илдә эшләйем, тигән һымағыраҡ фекер әйткән Исаев. Әгәр тыйыу ғәмәлгә инһә, Думаның Бюджет һәм һалым буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Леонид Симановский ҙа Кипрҙағы ҙур булмаған өйөн һатырға әҙер булыуын белдергән.
Әлегә депутаттарҙың башҡалары шым ғына йөрөй.

Грузияла ла тыялар

Элекке СССР республикаһы булған Грузияла ярты йыл самаһы инде был илдең элекке Президенты Михаил Саакашвили менән Премьер-министр Бидзина Ива­нишвили араһында ҡаршылыҡ бара. Шулай ҙа улар, ниһайәт, бер мәсьәләлә килешкәндәр. Грузия парламенты ошо көндәр­ҙә бер тауыштан “Эске сәйәсәттең төп йүнәлештәре тураһында” резолюция ҡабул иткән. Документта төп көстөң НАТО һәм Евросоюзға инеүгә арналыуы билдәләнгән. АҠШ “стратегик союздаш” тип аталған.
Нимәһе ҡыҙыҡ – Рәсәй менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү, яңыртыуҙы тыйыу тураһында бер пункт та бар, имеш. Дөйөм алғанда, 19 бүлектә Рәсәй өс тапҡыр телгә алына. Тбилиси Мәскәү менән араны яҡшыртыуға йүнәлтелгән һөйләшеү алып барасаҡ, әммә бер “әтнәкәһе” бар. Резолюцияла түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: "Грузияның Абхазияны, Көньяҡ Осетияны үҙ аллы дәүләттәр тип таныусы дәүләттәр менән дипломатик мөнәсәбәттәре булырға тейеш түгел".
Ә олигарх Иванишвили әфәнде Премьер-министр булып власҡа килгәс, Рәсәй менән араны яйлайым, тигән булғайны шикелле. Беҙгә грузин шарабын да тиҙ арала индерергә ниәтләйҙәр ине, ахыры. Һәр хәлдә, “Грузин хыялы” коалицияһы ағзаһы Виктор Долидзе фекеренсә, бөгөнгө сәйәси һәм хәрби шарттарҙа Рәсәй менән дипломатик мөнәсәбәтте тергеҙеү мөмкин түгел.
Әйҙә, тыйылған булһындар. Ана бит, Украина ла инәлткән була, йәнәһе, уны Евросоюз ҡыҙыҡһындыра. Күрәләтә бөлөү яғына китеп баралар…

Эсемлектән энергия
алып ни…

Тағы бер тыйыу тураһында әйтеп китеү урынлы булыр. Беҙҙең парламентарийҙар бер эшләһә, хәтәр ҡыҙыу эшләй ҙә ҡуя. Әле улар Рәсәйҙә әҙ алкоголле энергетик эсемлек етештереү һәм һатыуҙы тыйыу хаҡында закон проекты әҙерләгән. Бындай эсемлектең ҡулланыусының сәләмәтлегенә һис кенә лә файҙа килтермәгәнен аңлаған депутаттар. Энергетик эсемлектәрҙә тәүлек нормаһынан 150 миллиграмға артып киткән кофеин бар. Ҡанундар сығарыусылар был мәсьәләне тәүгә күтәрмәй. Илдең Баш санитар табибы Геннадий Онищенко ла әллә нисәмә тапҡыр тыйғайны. Закон менән тыйыу йә сикләү һаман юҡ, тимәк, кемгәлер уңайлы.

Ә был ваҡытта…

Бер тынала ғына уҡып сығыу өсөн сит илдәр­ҙең тормошона ла күҙ һалайыҡ. Тыйыуҙарһыҙ ғына.
Япония нисек тә йәшәргә тырыша. Әле унда океан төбөнән метан гидраты газы сығарыуға өлгәшкәндәр. Был хәл – донъяла беренсе күренеш. Тәбиғи газ Хонсю утрауынан көньяҡтараҡ, Тымыҡ океандағы ятҡылыҡта 1,3 км тәрәнлектән алынған. Япония “Фукусима – 1” атом станцияһындағы һәләкәттән һуң бигерәк ауыр хәлдә ҡалғайны. Сөнки үҙендә файҙалы ҡаҙылмалар булмағанлыҡтан, гел ситтән һатып алды. Әле метан гидратына ҙур өмөт бағлана.
Ә ҡырғыҙ депутаттары үҙ илендәге Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереүҙе күҙаллаған закон проектын ҡарай. Республикала ислам динен тотоусылар 85 процент тәшкил итә, шуға ла ял көнөн йәкшәмбенән йомаға күсергәндә, уңайлыраҡ буласаҡ, ти парламен­тарийҙар.
КХДР Көньяҡ Корея менән сәкәләшергә тора. Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ын, ике ил араһында конфликт була ҡалһа, тәү сиратта Һары диңгеҙҙәге Пэннендо утрауына һөжүм итергә уйлай. Улар бер нисә көн элек кенә күршеһенә һөжүм итмәү тураһындағы килешеүҙән сыҡты, ике аралағы телефон бәйләнешен өҙҙө, ярымутрауҙы берлектә ядро ҡоралһыҙ биләмә итеү ниәтенән баш тартты. Көньяҡ Корея үрҙә телгә алынған утрауҙағы халыҡты (хәрби частарҙан тыш, унда биш меңләп кеше йәшәй) һаҡларға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.

Сығыу ваҡыты 15-03-2013, 12:07 | Ҡаранылар: 802
|
  • Һүҙ – турғай… осоп китһә?!
  • Кем менән дуҫлашырға үҙебеҙ белербеҙ…
  • Беҙ яңырыштар алдында, Кавказ үҙ урынында
  • Һайланыҡ. Өмөтөбөҙ аҡланыр, тип теләйек
  • Депутаттар нисек эшләй?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM