RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡатын-ҡыҙҙың ҡоралы бер ҡасан да күҙ йәше булмаған

08.03.2013 Ҡатын-ҡыҙҙың ҡоралы бер ҡасан да күҙ йәше булмаған

Шундай фекер киң таралған: ирҙәр − донъя тотҡаһы, ҡатын-ҡыҙ шул донъяны тулыландыра. Был фекер ентекле тикшереп әйтелгән, имеш. Әммә… бөгөн киреһенсәрәк тә тойолоңҡорай. Һәр хәлдә, әлеге ваҡытта барлыҡ тармаҡта, өлкәлә һәм һөнәрҙә ҡатын-ҡыҙ ир-егеттең артына йәшенмәгән, ә күп кенә осраҡта янында бара, ышаныслы аҙымдар менән уҙып киткәне лә бар. Донъяның бер бөйөгө Уильям Шекспир заманында: ”ҡатын-ҡыҙҙың ҡоралы – күҙ йәше”, − тиһә лә, хәҙер зар илап ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙы һирәк осратырһың. Минут түгел, секундтар геүләп үткәндә, күҙ йәше түгергә ваҡыт бармы? Эшләргә, уҡырға, бала тәрбиәләргә, йортоңдо, үҙеңде ҡарарға, ял итергә, яратыр­ға ла ваҡыт кәрәк тә баһа!
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан үҙебеҙҙең хаҡта, йәғни “көсһөҙ зат” хаҡында күберәк һөйләргә, яҙырға, хәбәр йөрөтөргә хаҡлыбыҙҙыр.

Рәсәйҙең иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙҙары

Илебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарының ир-егеттәр менән ярышып йәшәүе, эшләүе үткән быуатта башланды, тип әйтергә булалыр. Бөгөн был хәлдең, кем әйтмешләй, “самай” ҡыҙған сағы. Йыл һайын иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙҙар исемлеген төҙөү ҙә юҡҡа түгелдер.
“Эхо Москвы” радиостанцияһы, ”Огонек” журналы, ”Интерфакс” һәм РИА-Новости агентлыҡтары инициативаһы менән төҙөлгән рейтинг ҡыҙыҡ ҡына була былай. Йоғонтоло тигәндән, был сифатҡа эйә ҡатын-ҡыҙҙар, башлыса, сәйәсәт һәм бизнес тармағында теге йәки был ҡарарҙы ҡабул иткәндә би-ик тә кәрәгеп китә икән.
Шулай итеп, былтырғы “иң-иң”дәр. Феде­рация Советы Рә­йесе Валентина Матвиенко йәнә лә Рәсәйҙең 100 шәп ҡатын-ҡыҙы рәтендә иң башта тора. Уның янында, аҫтараҡ РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец һәм тағы ла әҙ генә аҫтараҡ Премьер-министрҙың матбуғат секретары Наталья Тимакова. Шаяртыу ҡатыш әйткәндә, йомоштарығыҙ менән тап ошо кешеләргә мөрәжәғәт итһәгеҙ һәм һеҙ уларға оҡшаһағыҙ, барыһы ла һәйбәт буласаҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡ: 12-се баҫҡыста тороусы элекке ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, ришүәт тирәләй “ваҡиғалар” уртаһында ҡалғанлыҡтан, ҡапыл ғына 93-сө урынға барып төшкән. Бына бит ул ни эшләй ришүәт әҙәмдәр менән!
Тармаҡтарға бүлеп, “иң-иң”дәрҙе билдәләгәндә, хәлдәр түбәндәгесә: эшҡыуарлыҡта "Трансаэро" компанияһының генераль директоры Ольга Плешакова, социаль өлкәлә Дмитрий Медведевтың ҡатыны Светлана ханым, мәҙәниәттә Алла Пугачева, спортта Алина Кабаева.
Йөҙәү исемлегендә тағы ла Рәсәй Президентының хәләл ефете Людмила Путина, нәфис гимнастика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры Ирина Винер, балерина Майя Плисецская ла бар.

Һәр кеме үҙ заманының геройы

Донъя тарихында һәр осорҙоң үҙ батырҙары, аҡыл эйәләре, хатта дошмандары булған. Был исемлектә гел ир-ат тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Үҙ дәүерендә тормош ағышына революция яһаусы ҡатын-ҡыҙҙар етерлек. Донъяны үҙгәртеүсе, тиҙәр улар хаҡында.
Коко Шанель: ”Бөтәһе лә беҙ­ҙең ҡулда, шуға уларҙы (ҡулдарҙы − авт.) төшөрөргә ярамай”.
Был нәзәкәтле зат бигүк яҡшы булмаған холҡо, аҡылы һәм “осло” теле менән баш­ҡаларҙан айырылып торған. Кейем-һалым, төҫ-ҡиәфәт тирәләй, ысынлап та, баш әйләндергес яңылыҡтар индергән ул. Тәнде ҡыҫып торған корсеттан, ҡабарыңҡы итәктәрҙән, ҡатмарлы прическанан (Аллаға шөкөр, башҡорт ҡатын-ҡыҙына былар янамаған) баш тартҡан Коко беҙгә нимә мираҫ иткән? Яуап шулай: ҡара төҫ, айырыуса ҡыҫҡа ҡара күлдәк, ҡыҫҡа сәс, салбар, “Шанель №5” хушбуйы.
Маргарет Тэтчер: ”Арығансы урынымда ҡалам, ә Британияға мин кәрәкмен икән, арымаясаҡмын”.
Уны “НАТО-ла иң көслө ир”, ”Тынғыһыҙ яуыз ҡатын” тип тә йөрөткәндәр. Тэтчер таңғы сәғәт алтынан төнгө бергәсә эштә булған. Был ҡатынды бөтә донъя биҙәүес тағырға яратмаған, һоро йә ҡарағусҡыл күк костюмда, бейек үксәлә йөрөүсе, ҡараштарынан көс һирпелеүсе кеше тип иҫендә ҡалдырған. 1979 йылда Бөйөк Британия Премьер-министры булғас та, илен көрсөктән сығара алған, влас­та өс мөҙҙәткә ҡалған, ул быуатта башҡа бер лидер ҙа урынында улай оҙаҡ ултырмаған.
Мэрилин Монро: ”Мин ысын кимәлендә ҡатын-ҡыҙ һәм был мине ҡыуандыра”.
Заманында ул донъяла бик күп ир-аттың хыялы булған. Күптәр уны, шундай камил булып тыуған, тип уйлай, ә Мэрилинға үҙен тулыһынса үҙгәртергә тура килгән. Бала сағы хәйерселектә тиерлек үткән ҡыҙ күрмәлекһеҙ генә булған. Йәмшек танаулы, тыңлауһыҙ бола сәсле ҡыҙҙы берәү ҙә яратмаған һәм шул саҡта ул үҙенә ант иткән:”Мине донъя беләсәк!” һәм һүҙен үтәгән дә.
Индира Ганди: ”Тормоштоң ысын юлы – Дөрөҫлөк, Көсһөҙҙө йәберләмәү һәм Мөхәббәт юлы ул”.
1966 йылда Һиндостандың Премьер-министры итеп тәғәйенләнгәс, уны күптәр, алйот ҡурсаҡ, тип атаған. Әммә тора-бара ныҡ яңылышҡандарын аңлағандар. Ул үҙ иленең сәйәси яҙмышын үҙгәртеү хоҡуғына эйә тәүге ҡатын-ҡыҙ булған һәм илен тулыһынса яҡшы яҡҡа үҙгәрткән дә. Индира ханым, ниндәй генә көслө булмаһын, һәр саҡ ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға ынтылған. Ғүмеренең һуңғы көнөндә лә, пуля үткәрмәүсе жилетты, кәүҙәне һимеҙ күрһәтә, тип сискән һәм йоҡа ғына күлдәктә осрашыуға киткән…
Клара Цеткин: ”Ерҙә күп нәмә эшләргә кәрәк. Тиҙерәк, тиҙерәк”.
Был ҡатын немец халҡы, халыҡ-ара социалистик һәм ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә иң танылған гүзәл заттарҙан булған. Егерменсе быуат тарихына ул актив коммунист булараҡ инеп ҡалған. Нимә-нимә, ә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө булған өсөн дә беҙ тап уға рәхмәт уҡырға тейешбеҙ.

Мөхәббәт “ҡошсоҡтары”

Боронғо замандарҙа уҡ ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге ир-егеттәрҙе баш еткеһеҙ эштәр эшләргә этәргән. Күбеһе ғашиҡлыҡтан аҡылдан шашыр хәлгә еткән. Донъя әҙәбиәтендә лә мөхәббәт ҡиссалары күпме?! Ә уларҙың героинялары ысынбарлыҡта йәшәүсе һылыуҡайҙар булған бит.
Клеопатра – донъяның иң легендар нәфис заты. Мысыр батшабикә­һенең кешеләрҙе һоҡландыра торған һәләте булған. Айы­рыуса ир-ат уның аяғына йығылырға әҙер тор­ған. Сибәр, аҡыллы, ылыҡтырғыс, ғишыҡ “уйындары”нда ал бирмәҫ – бөгөнгө быуын Клеопатраны тап шундай итеп белә.
Маркиза де Помпадур – француз короле Людовик XV фавориткаһы. Ул иң шәп һөйәркә булараҡ танылған. Баҡһаң, бөтә “ғәйеп” шоколад менән сельдерейҙа булған икән. Был ике ризыҡ ярһытҡыс көскә эйә булған, ә маркиза уларҙы бик яратҡан, имеш. Помпадур сәнғәтте үҫтереүгә лә көс һалған.
Нидерланд бейеүсеһе, шпионы һәм фәхишәһе Мата Хари ҡушаматы менән танылған заттан да заманының ир-аттары хыялыйға әйләнгән. Европаның юғары даирәләрҙә эшләүсе ир-егеттәре, чинлы хәрбиҙәр, байтаҡ сит ил ире − барыһы ла уға ынтылған. Мата Хари тик кенә торғанда ла мөләйемлеге менән ныҡ тәьҫир иткән, ә ул бейегәндә һәммәһенең дә ауыҙы ирекһеҙҙән асылған.
Тағы ла элеккерәк заманға “китһәк”, грек һылыуы Фринаның исеменә юлығабыҙ. Ул байтаҡ ижади ир-аттың музаһы булып торған, Афродита һынын уға ҡарап эшләгәндәр. Һөҙөмтәлә был нәфис затты: “Республиканың иң мәҙәниәтле граждандарына насар йоғонто яһай”, − тип, үлем язаһына дусар иткәндәр. Әммә хөкөм алдынан кемдер Фринаның кейемен һыпырып төшөргәс, иҫ киткес камил кәүҙәһен күреп, судьялар уны аҡларға мәжбүр булған. “Бындай ҙа илаһи тәндә аҙғын йән булмаҫ”, − тигән барыһы ла.
Таис Афинская – бөйөк Александр Македонскийҙы үҙенә ғашиҡ иткән сибәр, әммә аҙғын йән. Ул данлыҡлы хәрбигә бер ниндәй байлыҡҡа ла, бүләккә лә һатылмаған, шуның менән дә һушын алған. ”Йөрәгемә инә алһаң, мине лә, донъяны ла яуларһың”, − тигән Таис Македонскийға. Һөҙөмтәһе – бөйөк Македонскийҙың тарихта тотҡан урыны.
Һанап үтелгәндәрҙән башҡа Семирамида (ирен хәйлә менән үлтереп, батшалығын алыу­сы), Шәһрезада (император фавориткаһы), Елена Прекрасная (уның арҡаһында Троя һуғышы сыҡҡан), Кармен (һөйгәненең үлеменә сәбәпсе), Екатерина Икенсе (бөйөк батшабикә, кешеләрҙе үҙенә буйһондороу һәләтенә эйә) тураһында ла легендалар, риүәйәттәр, әкиәттәр, хатта көләмәстәр йөрөй.

Аҡса һорап кемгә барырға?

Юҡ, һүҙ ир-егеттәр хаҡында бармаясаҡ. 2012 йылдың иң бай ҡатын-ҡыҙҙарын барлаясаҡбыҙ. Рәсәйҙекен, әлбиттә. Елена Батурина исеме менән танышһығыҙҙыр. Элекке Мәскәү мэры Юрий Лужковтың хәләле ул. Донъяла байҙарҙан күпкә ҡалыша-ҡалышҡанлыҡҡа, әммә үҙебеҙҙә уға етеүсе һаман юҡ. Әйткәндәй, “Форбс”тың донъя миллиардерҙары рейтингында ҡатын-ҡыҙҙар 104-әү генә. Шуныһы ҡыҙыҡ – 2002 йылда ғына унда 36 гүзәл зат булған. Байыйбыҙ, апай-һылыуҙар! Был йәһәттән ирҙәргә һәм мираҫ ҡалдырыусыларға рәхмәт. Дөйөм алғанда, 1126 кеше, Батурина унда 1075-се булып теркәлгән.
Шулай ҙа Елена ханымды үтеп китеүсе барлығын да йәшермәйҙәр әле. Икенсе бер исемлек буйынса “Интеррос” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Ольга Зиновьеваның байлығы “ауырыраҡ” булып сыҡҡан, имеш. “Роснефть” компанияһының вице-президенты Лариса Каланда, финанс-хужалыҡ эштәрен хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеүсе булараҡ, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса айына 50 миллион һум эш хаҡы ала икән. Артабан һанаһаҡ, “Газпром” асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы Елена Карпель исемен осратырға була. Үрҙәге Ольга һәм Лариса байбисәләрҙән йәше буйынса байтаҡ оло булһа ла (1944 йылғы), аҡсаһы шуларҙыҡынан әҙ генә кәм.
Новолипецк металлургия комбинатының вице-президенты Галина Аглямова ла “әхирәттәре”нән ҡалышмай. “Рәсәйҙең атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исемен йөрөт тә, ярлы бул, имеш.
Ошондай уҡ абруйлы исемгә, йәғни “Татарстандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы”на лайыҡ булған тағы бер ханымдан да аҡса һорарға була. Ул – Татарстандың “ТАИФ” сәнәғәт-инвестиция компанияһы етәксеһе урынбаҫары Гүзәлиә Сафина.
Был мәғлүмәттәр komprinfo.ru сайтында 2012 йылдың октябрендә урынлаштырылған.
Бына шулай, дуҫтар. ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, әгәр теләһә, бик күп нәмәгә ирешә ала. Бәғзеләр, матриархат килә, тигән кеүегерәк һүҙҙәр әйтһә лә, был дөрөҫ түгел. Беҙ, йәғни көсһөҙ зат, бер кем менән дә идара итергә теләмәйбеҙ. Көслөнөң киң арҡаһы артында тороуы хәт-тәр рәхәт тә инде. Аҡыллыға – ишара…










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы