RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!

16.10.2010 Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!

14 октябрҙә илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы старт алды
Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!10 меңләгән иҫәп алыусы Башҡортостан ҡалалары, ауыл-ҡасабалар буйлап таралды. 12 көн дауам итәсәк сара һөҙөмтәһендә һәр кем өсөн ҡиммәтле мәғлүмәт алына. «Рәсәйгә һәр кем мөһим!» девизы менән үтә перепись. Шуның өсөн дә был акциянан ситтә ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Иҫәп алыусы һеҙҙә оҙаҡ та булмаҫ, уның һорауҙары ябай, әммә мөһим. Ил беҙҙе ҡайғыртып, халҡын һанай, тимәк, беҙ Рәсәйгә кәрәк. Күптәрегеҙгә иҫәп алыусылар килеп тә өлгөргәндер. 25 октябргәсә берегеҙҙе лә ҡалдырмай иҫәпләргә тырышырҙар. Шулай итеп, йән иҫәбен алыу башланды.
«Башҡортостанстат» мәғлүмәттәре буйынса, иҫәп алыуҙа кәрәкле документация, бланкыларҙың барыһы ла етерлек, һәм улар урындар­ға ебәрелгән. Иҫәп алыусыларға килгәндә, персонал ентекле уҡытылған, йәғни һеҙҙең яуаптарығыҙ тәғәйен ҡағыҙға дөрөҫ тултырыласаҡ. Уларҙың 36 проценты самаһы – студенттар. Һайлап алынған иҫәпселәрҙең ҙур ғына өлөшө үткән перепистә лә ҡатнашҡан, тимәк, тәжрибәһе бар. 14 октябрҙән 25-енә тиклем халыҡ тураһында мәғлүмәт алынып, 26-һынан 29-ынаса башҡарылған эштең сифатын тикшереү маҡсатында йорттарҙың ҡайһы берҙәренә тағы ла йөрөп сығыу ҡаралған. Алдан әйткәнебеҙсә, 2011 йылдың апрелендә тәүге һөҙөмтәләр баҫылып сығасаҡ. Был төбәктәрҙәге дөйөм халыҡ һаны, енесе тураһында мәғлүмәт. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – халыҡ иҫәбен алыу осоронда «ҡыҙыу линия»лар эшләй. Һеҙҙе борсоған һорауҙарға яуапты 8-800-347-11-02 (Башҡортостан), 8-800-200-14-25 (Рәсәй) телефондары буйынса алырға мөмкин. Шылтыратыу бушлай.
Ә һеҙгә иҫәп алыусы
килдеме?
Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!
14 октябрь. Сәғәт иртәнге 8 менән 9 араһы. Халыҡ иҫәбен алыусылар перепись участкаларына йыйылған. Үҙҙәренә бүлеп бирелгән йорттарға, фатирҙарға таралыр алдынан инструк­торҙан һуңғы нәсихәттәрҙе алып, портфеленә кәрәкле бланкыларҙы, иҫәпсе кенәгәһен, паспортын һалырға ла кәрәк шул уларға. Әйткәндәй, иҫәп алыусыны таныуы ауыр түгел – хәбәр итеүебеҙсә, ул аҡ төҫлө хәрефтәр менән «Федеральная служба государственной статистики» тип яҙылған күк сумкалы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы төшөрөлгән күк шарфлы булыр.
Республикала йәлеп ителгән иҫәп алыусылар­ҙың 25 процентҡа яҡыны баш ҡалала халыҡты һанай. Әгәр инде уларҙы өйөгөҙгә килтерергә теләмәһәгеҙ, йә башҡа сәбәптәр булһа, Өфөнөң һәр районында стационар перепись участкалары бар (бөтәһе 236).
Өфө ҡалаһы Совет районының 2-се иҫәп алыу участкаһы переписчиктары Марина Татаулова менән Лилиә Ғиндул­лина­ның (һүрәттә) 14 ок­­тя­бр­­­ҙә эш сәғәте 8-ҙә башлан­ған. Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!Бына өсөнсө көн инде улар халыҡты һанай. Маринаның «бәхетенә» өс йорт тейгән, Лилиәгә – дүртәү. ҡыҙҙар икеһе лә РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалында белем ала. Тәүге көндә бер аҙ арыһалар ҙа, артабан үҙ бурыстарына тиҙ өйрәнеп китә улар.
Марина тәүге көндө, мәҫәлән, егерме фатир­ҙа булған, уны егерме төрлө ҡаршылағандар. «Әлбиттә, кешенең төрлөһө осраны, – ти ул, – индермәүселәргә махсус яҙыл­ған саҡырыу ҡағыҙы ҡалдырҙым. Уларҙың стационар участкаға килеүен һораным, ә дөйөм алғанда, халыҡ һорауҙарға бер ҡыйынлыҡһыҙ яуап бирә». Лилиәгә лә ҡайһы бер йорттарҙан «буш» ҡына сығып китергә тура килгән. Шулай ҙа ул перепистә өлөшөнә тейгән йорттарҙағы барлыҡ кешенең ҡатнашыуын тәьмин итеү өсөн тырышасаҡ.
Күгәрсен районы иҫәп алыусылары ла эште әүҙем башлап ебәрҙе. Район буйынса барлығы 82 төп, 10 стационар иҫәп алыусы эшләй. Улар бурыстарын яҡшы белә. Ялсы ауылында халыҡты һанаусы Римма Ишкининаны һәр йортта ихлас ҡаршы алалар. Беҙҙең фотохәбәрсе уны Нәсимә менән Фәттәх Шәмғоловтарҙа «тотоп алған». Перепись бланкыһы һорауҙарына бер ҡыйынлыҡһыҙ яуап бирә был ғаилә. Әйткәндәй, Шәмғоловтар халыҡ иҫәбен алыуҙы бик мөһим сара тип иҫәпләй. Себергә эшкә йөрөгән ғаилә башлығы әйтеүенсә, был акция һөҙөмтәләрендә ауылдарҙағы эшһеҙлек мәсьәләһе лә сағылыш табырға тейеш.

Өс фекер
Айгөл СӘЛИМЙӘНОВА, Өфө ҡалаһы:
– Иртәнге сәғәт унда ишек ҡыңғырауына баҫтылар. Йәш кенә мөләйем иҫәп алыусы инергә рөхсәт һораны. Алдан матбуғатта белдереүҙәренсә, күк шарфынан, шундай уҡ сумкаһынан танып, фатирға саҡырҙым. Ғаиләмдәге өс кеше исеменән һорауҙарға яуап биргәнсе ваҡыт һиҙелмәй ҙә тиҙ үтте. Миңә һорауҙарҙың мөһимлеге оҡшаны, бер ҙә артыҡтары юҡ.

Ришат УРМАНОВ, Б. районы:
– Ауылдарҙа бындай эштәр нисек үткәнен үҙегеҙ беләһегеҙ. Бер ниндәй хәүеф-хәтәр­һеҙ, шау-шыуһыҙ. Переписчик күршебеҙ ине, килде лә биш минут эсендә яуаптарыбыҙҙы «шартлатып» яҙып сығып та китте. Ә ҡалалағы улым, стационар участкаға барам, ти. Сөнки көн буйы эштә, килен ситтәрҙе индерергә ҡурҡыңҡырай. Барып яҙылыу өсөн айырым урындар булдырылыу һәйбәт инде.

Зөлфирә НӘҘЕРШИНА, Өфө ҡалаһы:
– Әлегә беҙҙе берәү ҙә килеп «һанаманы». Ял көндәрендә килеп етерҙәр, тип өмөтләнәм. Урамда иҫәп алыусыларҙы күргеләйем, бигерәк йәштәр күп икән. Уларҙың хәүефһеҙлеген һаҡлайҙарҙыр ул?

Иҫәп алыусылар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың фатирында булды. Гөлшат һәм Рөстәм Хәмитовтар бар һорауҙарға ла аныҡ һәм ихлас яуап бирҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, ул 1954 йылда Кемерово өлкәһендә тыуған, башҡорт, башҡорт телен туған теле тип иҫәпләй, шул уҡ ваҡытта урыҫ телендә камил һөйләшә, инглизсә лә еңел аралаша. Белеменә килгәндә, Рөстәм Зәки улы юғары белемле, фән докторы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы