RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йылды йыл алмаштыра, проблемалар шул уҡ

30.11.2012 Йылды йыл алмаштыра, проблемалар шул уҡ

Яңыраҡ “Хаҡ эш” (“Правое дело”) партияһы фәхишәлекте легалләштереү ниәтен белдергән. Партия рәйесе Андрей Дунаев киң мәғлүмәт сараларына 15 минут интервью биргән. Шул саҡта әлеге уйын да әйткән булған. Бөтөн сығыштан тап ошо проституцияны рөхсәт итеү тураһындағы ниәте генә йәмәғәтселеккә “барып еткән”, ахыры.
“Был тема ысындан да ғәләмәт етди”, – тигән Дунаев әфәнде. Эйе, был илдә әлеге партия өсөн шунан да етдиерәк проблема күренмәй, буғай. Бер яҡтан, дөрөҫ тә фекер йөрөткән кеүек. Әйҙә, “төнгө күбәләктәр”, “эшләйҙәр” икән, табыштарынан һалымын да түләһен. Рәсәй иҡтисады өҫкә арыу ғына һикереш яһар, моғайын. “Хаҡ эш” партияһы шуның менән популярлашып та китер. Юҡһа, беҙҙә ҡайһы партия ниндәй эше менән танылырға белмәй йонсой. Ә халыҡ, йәғни беҙҙең Рәсәй халҡы, нимә әйтһәләр ҙә, үҙҙәре яғына нимә менән бәрһәләр ҙә, күтәрә, үрҙәгеләр нимә тәҡдим итһә лә, яҡшы ат кеүек башын һелкеп тик тора.
Әле лә “Оборонсервис”тағы ҙур күләмдә мутлашыуҙар тураһында баш болғап, әҙерәк тел дә шартлатҡан булып, тыңлайбыҙ һәм ҡарайбыҙ. Шул тиклем аҡса урланып та, нисек яңы ғына һиҙеп ҡалғандар, ә?! Шул уҡ ваҡытта, параллель рәүештә тиерлек, Владивостокта үткән АТЭС (Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге) саммиты тирәләй яңынан-яңы яңылыҡтар асыла бара.

Ысынлап та, нисә миллион “юғалған” һуң?

Әлегә һүҙ 93,3 миллион һум тураһында бара. Был сумманы урлауҙа бер төркөм чиновник шик аҫтына алынған. Тикшереү күрһәтеүенсә, махинация юлы яп-ябай – теге йәки был төҙөлөш, йә реконструкция өсөн аҡса фиктив, йәғни бер көнлөк фирмалар, булыр-булмаҫ ойошмалар иҫәбенә күсерелгән дә, ваҡыты етеүгә зым-зыя юҡҡа сыҡҡан.
Владивостокты Рус утрауы менән тоташтырған күпер төҙөнөк, тип яр һалғанды бөтөнөбөҙ ҙә ишеттек бит, йәмәғәт. Бөгөн унан транспорт шаулап йөрөй. Әммә күпер­ҙең ныҡлығына шикләнәләр икән. Төҙөлөш барышында унда янғын да сыҡҡан. Был объектты һаман төҙөйҙәр, имеш. Әйткәндәй, АТЭС саммиты үткәнсе генә “әҙер” булған биналарҙың ҡайһы берҙәрендә лә төҙөлөш дауам итә. Ошо иҫәпкә биш йондоҙло ике отель, файҙаланыуға тапшырылғас та бер нисә тапҡыр емерелергә өлгөргән Седанка – Патрокл урау юлы, бөтөнләй төҙөлмәгән диңгеҙ судноһы инә. РФ Иҫәп палатаһы хеҙмәткәр­ҙәре һанауынса, шундайҙар һаны 40-ҡа етә. Аудитор Сергей Рябухин финанс мутлыҡтарының 15 миллиард һумға торош итеүе тураһында һөйләй.
Саммитҡа “төҙөлгән” объекттар хәҙер край бюджеты балансына күсерелә. Был ҡайһы бер түрәләрҙең урлашыуы арҡаһында төҙөлөштө яңынан тергеҙергә төбәк үҙе аҡса табырға тейеш тигән һүҙ.
Иҫәп палатаһы башлығы Сергей Степашин әлеге урлауҙарҙы “федераль бюджет средстволарын талауҙың классик осрағы” тип баһалай. Бында объекттар төҙөүҙе контролләү буйынса ойошма өҫтөнән ойошмалар булыуы асыҡланған. ҡыҫҡаһы, АТЭС форумына әҙерлек барышында, кем әйтмешләй, “ата – улын, инә ҡыҙын белмәгән” был ваҡытта.
Ноябрь башында Төбәктәр үҫеше министрлығының Алыҫ Көнсығыштағы дирекцияһы офисында тентеү үткәргәндәр. Ул 178 миллион һум аҡсаны законһыҙ үҙләштереүгә бәйле булған.
Тәүҙә саммитҡа әҙерлеккә 100 миллиард һум аҡса тотоноу күҙалланған. Һөҙөмтәлә сара үткәреү… 679 миллиард һумға төшкән (федераль бюджет 219 миллиард һум бүлгән, край һәм ҡала – 116 миллиард, бюджеттан тыш – 344 миллиард һум).
Бына шулай, йәмәғәт.

Ә был ваҡытта…

Рәсәй халҡының түҙемлеген телгә алғайным бит әле, сиратта-фәләнме, өй алдындамы, бәләкәй коллективтамы – власты әрләйбеҙ-әрләйбеҙ ҙә, шуның менән вәс-сәләм. Етеп торор, тип үҙебеҙҙе тыябыҙ. Бына сит илдекеләр генә сабырһыҙ. Бер нәмә булдымы, күмәкләп урамға сығырға, яу һалырға ғына торалар. Әйтерһең, йоҙроҡтарын йомарлап ҡына тығырлыҡ кеҫәләре лә юҡ.
Европала, ана, нимә эшләгәндәр? Бельгияның баш ҡалаһы Брюсселдә урынлашҡан Европарламент бинаһына янғын һүндереү насосы ярҙамында… һөт менән атҡандар. Мал аҙығына, энергияға хаҡтар артыуҙы, ә тауарҙарына арзан хаҡты күтәрә алмайынса, фермерҙар әрәм иткән һөттө. Протест акцияһын “Бельгияға мең трактор менән!” тип атағандар. 15 илдең фермерҙары йыйылған. Мең үк трактор сыҡмаһа ла, 800-ләп техника берәмеге геүләп килеп еткән Брюсселгә. Урындағы журналистар мәғлүмәте буйынса, 15 меңләп литр һөт исраф ителгән. Беҙҙең халыҡта, аҡты (мал ағын – һөттө) ергә түгергә ярамай, тигән әйтем бар. Ә Европа фермерҙары шул тиклем зарар күрә, буғай, хатта һөттө лә йәлләмәгәндәр. “Беҙҙең киләсәккә гарантия биреүсе яңы закондар ҡабул ителеүен теләйбеҙ!” – тип белдергән һөт продукцияһы етештереүселәрҙең Европа берлеге ойошторған акцияла ҡатнашыусылар.
Ирекһеҙҙән Айд әл-Карни тигән мосолман ғалимы, яҙыусыһының бер китабынан юлдар иҫкә төштө. Бәхетле булғың килһә, әйләнә-тирәңә ҡара һәм фәһем ал: һинән дә насарыраҡ йәшәгәндәр бар, тигән кеүегерәк мәғәнә һалынған унда. Европа халҡының һуңғы осорҙа көрсөктән йонсоғанын, демонстрациялар, митингыларға сығыуын, өҫтәүенә, тәбиғәт катаклизмдарынан зыян күреүен ишетеп, үҙебеҙҙә шөкөр икән әле, тип ҡуяһың. Тик бына дәүләт машинаһында ғына йөрөп, яҡшы эш хаҡы алған, күп төрлө ташлама менән файҙаланған ҡайһы бер чиновниктар ғына “эште боҙоп” ҡуя. Нишләйһең, “Ер – крәҫтиәндәргә, заводтар – эшселәргә” тигән лозунг күптән иҫкерҙе.

Әйткәндәй

Чиновник тигәндән, Премьер-министрыбыҙ Дмитрий Медведевтың юл-транспорт ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларға күпмерәк штраф сәпәү тураһындағы фекере күптәрҙә кире тойғо уятты. Ул 250 – 500 мең һум тураһында әйтте. Был тиклем күләмдә аҡса түләү ватандаштарыбыҙҙың ҡулынан килмәйәсәк, тигән уйҙа бәғзеләр. Унан килеп, Медведев халыҡтың нисек йәшәүен онотҡан йә бөтөнләй белмәй, тип тә тәнҡитләйҙәр. Бынан тыш, ҙур суммалағы штрафтарҙың ЮХХДИ системаһында ришүәтселеккә килтерәсәге лә күҙаллана. Ярай, булғаны булған, әйткәнен әйткән инде Премьер. Уның менән беҙ оҙаҡ бергә “йәшәрбеҙ”, бәлки. Ни өсөн тигәндә, Дмитрий Анатольевич, мәле еткәс, икенсе мөҙҙәткә Рәсәй президентлығына үҙ кандидатураһын күрһәтергә лә уйлап йөрөй икән. Был турала ул Францияға сәфәрендә журналистарға һөйләгән. “Әгәр минең һаулығым һәм көсөм етерлек булһа һәм халыҡ ышаныс белдерһә… Был йылғаға мин бер тапҡыр ингәйнем инде. Ул икенсе тапҡырға ла төшә торған йылға…” – тигән кеүегерәк һүҙҙәрен әйткән. Йәмәғәт, аңлағанһығыҙҙыр?










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы