RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кем менән дуҫлашырға үҙебеҙ белербеҙ…

12.10.2012 Кем менән дуҫлашырға үҙебеҙ белербеҙ…

Рәсәй әрмеһенең, ниндәй генә күңел­һеҙ тәжрибәһе булмаһын, йәнә Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәр алып барыуы ихтимал. Терроризмға ҡаршы милли комитет етәкселеге федераль оператив штаб менән берлектә ошондай ҡарар ҡабул итергә ниәтләй. Быға тиклем боевиктарҙы юҡ итеүҙә ҡатнашҡан көс структуралары һуңғы арала юғалтыуҙар кисерә тора. Әлбиттә, һалдат итеген яңы кейеүселәр алып барылмаҫ, тип ышандыралар. Йәнәһе, контрактсылар үҙ теләге менән ебәреләсәк. Әммә “Альфа” халыҡ-ара ветерандар ассоциацияһы вице-президенты Алексей Филатов белдереүенсә, яңылыҡ хәрби хеҙмәттәгеләргә ысын һуғышта ҡатнашыуҙың нимә икәнен оноттормаҫ өсөн уйлап сығарылған. Ә Чечняның хәрби комендантының элекке урынбаҫары Александр Глущенко уйлауынса иһә, бөтөн нәмә матди файҙаны ҡарап эшләнә.
Шуныһын һәр аҡылы булған кеше аңлай­ҙыр: бер ниндәй һуғыш та үҙенән-үҙе то­ҡанмай, уның башында һәр саҡ кеше тора. Ниндәйҙер маҡсаты булған кеше. Төньяҡ Кавказ проблемаһын ҡорал ярҙамында түгел (һалдаттарҙы күпме ҡырырға була?), ә төбәктең үҙенсәлектәрен һәм ҡатмарлылыҡтарын – иҡтисади, социаль, дини йәһәттән − тикшереп, асыҡлап хәл итергә кәрәк. Шул саҡта, бәлки, был яҡтарҙа дошман түгел, ә күберәк дуҫтар табырбыҙ.

Грузия беҙгә яҡынайырмы?

Кавказ тигәс тә, Грузияла парламент һайлауҙары уҙыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Унда еңеп сыҡҡан “Грузин хыялы” коалицияһын миллиардер етәкләүен дә яңылыҡтарҙан беләһегеҙҙер. Хәҙер беҙгә, йәғни Рәсәйгә, уңайы сыҡҡан һайын йоҙроҡ күрһәтергә тырышҡан Михаил Саакашвили президентлыҡ мөҙҙәте бөткәнсе ултырыр ҙа, моғайын, тиҙҙән уның барлығын да оноторбоҙ.
Ә бына Бидзина Иванишвили, баяғы миллиардерҙы әйтәм, Рәсәй менән яҡынайырға самалай. “Мин Рәсәйҙә ун йыл булманым, әммә тиҙ арала сауҙа, мәҙәни бәйләнештәрҙе тергеҙербеҙ, тип өмөтләнәм”, − тигән ул иленең эшҡыуарҙары менән осрашҡанында. Шулай тип тә өҫтәгән: “Әгәр барыһы ла яҡшы ғына барһа, Грузия Рәсәйгә быйылғы йылдың цитрус уңышын һатыр ҙа әле”.
Бер һүҙ менән әйткәндә, улар, грузиндар, беҙгә яңынан шараптарын, цитрус емештәрен һәм “Боржоми” минераль һыуын сығарырға иҫәп тота. 2006 йылда өҙөлөп ҡалғайны әлеге тауар юлы. Беҙҙең баш санитар табип Геннадий Онищенко, тауарҙарын сифатһыҙ тип табып, тыйҙырт­ҡайны. Әле иһә “Роспотребнадзор” был мәсьәләне яңынан ҡарамаҡсы.
Әйткәндәй, грузин шарабы етештереүселәре берлеге мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйгә 50 миллион шешә шарап һатылған булған. Тыйыу индерелеү менән Грузия шарапсылары йыллыҡ 120 миллион долларын юғалтҡан. Ана бит, ниндәй ҙур суммаға торош итә дуҫлыҡ хаҡы. Иванишвили әфәнде тырышмай ҙа тырышыр шул. Был кеше үҙе ғәләмәт бай, беҙҙең күҙ менән ҡарағанда, әлбиттә. Башҡаларҙың көшөлөгөн даими һанап тороусы “Форбс” журналы, Иванишвилиҙың 6,4 миллиард доллары бар, ти. Төп активы ҡайҙа тип уйлайһығыҙ? Һуң, Рәсәйҙә инде. Бидзина әфәнде үҙе белдереүенсә, улар һатылып, акцияларға һалынған.
2005 йылда Иванишвили байлығы иҫәбендә “Импэксбанк”, “Российский кредит” банкы, “Стойленская нива” аграр корпорацияһы, “Доктор Столетов” дарыуханалар селтәре, “Минск” һәм “Центральная” ҡунаҡханалары, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге сәнәғәт предприятиеларында “ҡалъялы өлөшө” булған. Бөйөк Британияның “Гардиан” гәзите фекеренсә, “Газпром”дың да “елле” генә акциялар пакеты ла уның ҡулында, имеш.
Иванишвили әфәнденең сәйәси маҡсатына килгәндә, ул Грузияны Европа менән тағы ла тығыҙыраҡ бәйләп, НАТО, Евросоюзға инергә самалай. Рәсәйгә үҙ продукцияһын тиҙерәк ҡайтарырға теләүе тураһында әйттем инде, ә бына грузин бизнесы әлегә Евросоюз менән АҡШ-ҡа үҙ тауарын тәҡдим итергә әҙер түгел. Нимә, сифаты тура килмәйме? Беҙгә яраған ниңә Америкаға ярамай?
Шул уҡ ваҡытта миллиардер ипләп кенә Абхазия, Көньяҡ Осетия тирәләй ҙә һүҙ күтәрмәксе. Йәнәһе, был биләмәләр хаҡында бөтөнөһөн дә тыныс юл менән хәл итеү яҡлы. Ваҡиғалар ни менән барып бөтөр, дөрөҫөрәге, нисек дауам итер, уныһын күрербеҙ.

Чавес, тағы ла Чавес…

Абхазия, Осетия тигәндән, бер нисә йыл элек шул ике дәүләттең Грузиянан айырылыуын һәм ирекле илдәр булыуын Рәсәйгә килгәнендә Венесуэла Президенты Уго Чавес та танығайны. Уның менән Рәсәй араһында бик йылы мөнәсәбәттәр һаҡлана. Әле Уго әфәнде илендәге президент һайлауҙарында йәнә еңеп сыҡты. 58 йәшлек етәксегә дәғүәсеһенә ҡарағанда бер миллионға артығыраҡ кеше тауыш биргән. Чавес Венесуэла менән 2026 йылға тиклем хакимлыҡ итеүе ихтималлығын да йәшермәй. Әгәр халыҡ теләй икән, ниңә дүртенсе мөҙҙәткә лә үҙеңде күрһәтмәҫкә?! Был беҙгә таныш “эш” инде.
Чавесты еңеүе менән Владимир Путин телефондан ҡотланы. Сентябрь аҙағында уҡ “Роснефть” башлығы Игорь Сечин аша уға көсөк тә ебәргәйне.
Шуныһы ла бар: былтыр Чавесҡа яман шеш диагнозы ҡуйғандар ҙа, ул арыу ғына ваҡыт дауаланған. Әле лидерҙың илдән ҡасҡан дауалаусы табибы һүҙҙәренсә, Чавес 2019 йылғаса әллә йәшәй, әллә юҡ, имеш.

Обама дуҫ нишләр?

Йәнә бер һайлау тураһында яҙмай мөмкин түгел. Сөнки уның һөҙөмтәләре беҙгә үтә мөһим буласаҡ. Белеүегеҙсә, АҡШ та башлыҡ һайлауға әҙерләнә. Популярлыҡ буйынса әлеге Президент Барак Обаманың дәғүәсеһе Митт Ромни алға сыҡҡан. Аналитиктар фекеренсә, Ромни әфәнде теледебатта бик уңышлы сығыш яһаған да, шуға айырыуса танылып киткән икән.
Ромни Обаманы илдең тышҡы сәйәсәтен дөрөҫ алып бармауҙа ғәйепләй. Быға Рәсәй менән мөнәсәбәтте лә ҡыҫтыра. Иҫегеҙҙәлер, ул бер нисә ай элек Рәсәйҙе, АҡШ-тың беренсе геосәйәси дошманы, тип атағайны. Йәнәһе, Америка беҙгә ҡарата бик йомшаҡлыҡ күрһәтә, һәр капризыбыҙҙы баш ҡағып тыңлай. “Европала ПРО системаһын урынлаштырыу йәһәтенән ниңә әле беҙ тап Рәсәй теләгәнсә эш итергә тейешбеҙ?” – тип мыжыңҡырай тиме шул. Әгәр ҙә президент һайлауҙарында еңеп сыҡһа, баяғы Ракетаға ҡаршы оборона программаһын бойомға ашырыуҙы (ПРО), Рәсәйҙең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, тиҙләтергә вәғәҙәләй. “Был мәсьәләлә Владимир Путин менән бер ниндәй ҙә “һығылмалылыҡ” булмаясаҡ”, − тип тә белдергән.
Ромни әйтеүенсә, Обама Израиль кеүек шәп союздашынан ҡолаҡ ҡағып хата ебәргән, Польшалағы дуҫтарҙы ташлаған, ә Рәсәйгә һаман да йомшаҡ ҡарашта.
Беҙҙең яҡтан да, әгәр был әфәнде ысынлап та ил башлығы була ҡалһа, Рәсәй менән АҡШ араһында яңынан ҡоралланыу йәһәтенән ярыш башланмаҫ тимә, тип хәүефләнәләр.
Әйткәндәй, АҡШ үҙенең ҡабатланмаҫ ваҡиғалары менән аптыратыуҙан туҡтамай. Флорида штатында тараҡан ашау буйынса ярыш үткәргәндәр. Шул беренселектең еңеүсеһе яҡты донъя менән хушлашҡан. Туйып һикереү шулай булалыр, күрәһең. Исмаһам, беҙҙәге кеүек һөт эсһәләр, ни тиер инең.

Ә был ваҡытта

Мысырҙың яңы һайланған Президенты Мөхәммәт Мурси революционерҙарҙы төрмәнән азат иткән. Амнистияға былтыр 25 ғинуарҙан быйылғы 30 июнгәсә ҡулға алынғандар эләккән. Бына бит ҡайһы берҙә оппозиция ла ыңғай фекер ҡалдыра. Рәшәткә артында кеше үлтереүҙә ғәйепләнгәндәр генә ҡалған. Мурси, шулай итеп, “революция маҡсатында” енәйәт ҡылыусыларҙы ғәфү иткән дә ҡуйған.
Ғәфү итеү тигәндән, үткән ял көндәрендә телеканалдарҙа Чечня башлығы (тап башлығы тип яҙылды титрҙарҙа ла, ә башҡа республикаларҙағы кеүек, президент тип түгел) Рамзан ҡадировты йыш күрһәттеләр, баҡһаң, уның тыуған көнө булған икән дә. Чечняға туристар йәлеп итеү хаҡында ла һүҙ барҙы. Тик нисек кенә Грозный матур ҡағыҙға төрөлмәһен, төбәккә миллиондар даръя булып аҡмаһын, унда һәләк булған уландар өсөн һуғыш ойошторған теге яҡты ла, был яҡты ла ғәфү итеп булырлыҡ түгел шул. Был төбәк, уның күршеләре лә Рәсәйҙең утлы мөйөшө булып оҙаҡҡа, ә бәлки, мәңгегә ҡалыр ҙа әле, моғайын.

Әйткәндәй

Рәсәйҙең Финанс министрлығы белгестәре бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреүгә өлгәшкән ил төбәктәрен дәртләндереү тураһында хөкүмәт ҡарары буйынса проект әҙерләгән. Документҡа ярашлы, әлеге эштә иң шәп һөҙөмтә − Чечняла. Республикаға бонус сифатында 95,7 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Икенсе урында Ырымбур өлкәһе килә. Уға 81,6 миллион һум аҡса бүленә, иң яҡшы өсәү исемлеген 81,2 миллион һум аҡса аласаҡ Брянск өлкәһе тамамлай.
Рейтинг 45 критерий нигеҙендә төҙөлә, эшһеҙлек кимәле, сәнәғәт етештереүе индексы, уртаса хеҙмәт хаҡы кеүек күрһәткестәр айырыуса иғтибарға алына.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы