RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәнә лә көрсөк, оппозиция һәм торлаҡ хаҡында бер кәлимә

28.09.2012 Йәнә лә көрсөк, оппозиция һәм торлаҡ хаҡында бер кәлимә

Дәүләт Думаһы депутаттарына эш күп был миҙгелдә. ҡышҡы ваҡытта ҡалайыҡмы, йәйгеһендәме, тигән һорауҙы ла хәл итергә тейеш улар. ҡасан килеп сыҡты һуң әле ул ваҡыт менән уйнау? Борон ата-бабалар ҙа сәғәт күсереп мәшәҡәтләнгәнме икән? Кемгәлер уңай, тип меҫкен сәғәттәребеҙҙең телен йылына ике тапҡыр болғапмы-болғайбыҙ, етмәһә, сәғәт күсереү шундай-шундай сирҙәрҙе көсәйтеүе ихтимал, балаларҙың нервылары ла ҡуҙғый һ.б., һ.б. тураһында сурытып-сурытабыҙ. Әгәр парламент ҡышҡы ваҡытта мәңгелеккә ҡалыуҙы кәрәк тип тапһа, ҡаласаҡбыҙ, йәғни октябрь аҙағында бер сәғәткә артҡа күсәсәкбеҙ ҙә, биғәйбә, был турала бөтөнләй онотасаҡбыҙ. Кемдер берәү йәнә уйнарға теләмәһә, әлбиттә. Әле Рәсәй астрономик ваҡыттан ике сәғәт алда йәшәй.
Элегерәк йәйҙән – ҡышҡа, ҡыштан йәйгә күсеү, йәғни сәғәтте күсереү иҡтисади яҡтан уңайлы булған, электр энергияһын экономиялау йәһәтенән бигерәк тә. Бөгөн иһә белгестәр ундай файҙаһын күрмәй. Киреһенсә, бер генә ваҡытта, ҡышҡыла ҡалыуҙы яйлы, тип билдәләй. ҡалайыҡ та ҡуяйыҡ. Теге яҡҡамы, был яҡҡамы, тип фаразлап маташҡансы, һөҙөмтәһен күргәнсе йәшәйек. Яҡшыға өмөт итәйек, кем әйтмешләй.

Шайтан ғына өмөтһөҙ…

Ошо аҙна башында бер төркөм эксперт “Көрсөк алдынан бюджет нисегерәк булыр?” тигән темаға уҙғарылған матбуғат конференцияһында ҡатнашҡан. Көрсөктөң тәүге тулҡыны килгәндә, 2008 йыл башлан­ған мәлдә алдағы көндәргә иң пессимис­тик фараздар күҙалланған булған, ә хәҙер иһә беҙ – оптимистар.
Хөкүмәт биргән вәғәҙәләрен үтәр өсөн эске тулайым продукт – ВВП-ның йыллыҡ күләме 15 процент тирәһе булырға тейеш. Хатта рәсми “оптимистик сценарий” буйынса ла был күрһәткес 4,5 процент ҡына. ҡайһы бер эксперттар шуға бәйле лә иҫәпләүҙәр үткәреп, был һанға ла ирешеүе ауыр буласағын белдергән. Тимәк, бер ниндәй ҙә үҫеш булмаясаҡ. Үрҙә ултырыу­сылар бер туҡтауһыҙ “үҫәбеҙ” тип ҡысҡыр­ғанда, ҡайһылай ҙа моңһоҙ бәндәләр була икән дә! Уларса, йәғни бер урында тапанаҡсаҡбыҙ, тип һөмһөрө ҡойолғандар фекеренсә, сәбәп Рәсәй баҙарына инвес­тиция килмәүендә һәм капиталдың ситкә китеүендә, имеш. Йәнәһе лә, хөкүмәткә бер генә юл ҡала – халыҡтан аҡса “һурырға”.
Бюджетты һаҡлау йәһәтенән девальвация тураһында күп һүҙ йөрөй. Һумыбыҙ күрмәгәнен күрер инде тағы. Йәнә лә һалымдар бюджетты ҡотҡарасаҡ. Бында иһә һалым түләгәндә ҡаралған ташламалар­ҙы юҡҡа сығарыу һәм һалым күләмен арттырыу тураһында һүҙ. Бәлки, күсемһеҙ милеккә лә һалым һалыныр әле. Бына иң тәүҙә Мәскәүҙә фатирҙар буйлап йәшерен генә йөрөп сығырҙар ҙа, кем ҡуртым иҫәбенә байып ята, шуларға арыу ғына сәпәр­ҙәр. Унан инде башҡа ҡалаларҙа ла рейдтар яһалыр. Беҙҙең Өфөлә генә күпме шундайҙар. Бер нәмәһе кире булыр – фатир яллап йәшәүселәргә хаҡты күтәрерҙәр. Былай ҙа өйһөҙҙәрҙән биш хаҡын арттырып һыпырып алалар, уларҙы таларға намыҫтары етер милек эйәләренең.
Бюджетты тулыландырыуҙың башҡа ысулдары ла ҡарала. Иң мөһиме, хөкүмәттең әле нимәне өҫтөнлөклө итеп күреүендә. Белгестәр уны ла асыҡлаған инде. Бөгөн беҙҙә хоҡуҡ һаҡлау органдарына сығымдар тәүге планда ла, алда көтөлгән “мирауай” саралар – донъя буйынса футбол чемпионаты, Сочиҙағы Олимпиада – иғтибар уртаһында. “Шуға ла ҡайһы бер тармаҡта сығымдар ҡыҫылғандан-ҡыҫыла”, − тигән була яман ауыҙҙар, шул исемлеккә мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәҙәниәтте индереп. Яңыртабыҙ, тип артығын эшләп ташланыҡ шикелле, ти бәғзеләр. Шуныһы ҡыҙыҡ – күп кенә урында ҡыҫҡартыуҙар тик ябай хеҙмәткәрҙәргә генә ҡағыла, түрәләрҙең һаны кәмегәне ишетелмәй. Улай тиһәң, беҙҙә әллә министр вазифаһы ҡыҫҡартылған, баш мәҙәниәтсебеҙ һаман юҡ.
Ни генә тимә − эштәр бара. Кем, көрсөк етә, тип ҡалтырап ултыра, уға, ысынлап та, көрсөк иң беренсе киләсәк, ә кем ситтән ярҙам көтмәй, ҡулынан килгәнсә үҙе тырыша, ул бер ваҡытта ла асыҡмаҫ. Элеккесә тиндәр менән генә иҫәпләнгән арзан хаҡлы икмәк тә, шыпа буш бирелгән фатир ҙа булмаҫ.

Арзаны кемгә эләгер?

Фатир тигәндән, Рәсәй Хөкүмәтендә йәнә лә торлаҡ проблемаһы хаҡында һүҙ ҡуҙғаттылар. Дөрөҫөрәге, уның хаҡын нисегерәк арзанайтыу тураһында. Ошо көндәрҙә Дмитрий Медведев алдына өр-яңы программа килеп ятасаҡ. Ул документ­ҡа ярашлы, граж­дандар­ҙың айырым категорияһына торлаҡ алыу 25 − 30 процентҡа ар­зан­ғараҡ төшөүе ихтимал. Был категорияға килем үҫеше перспективаһы булған 25 – 40 йәшлектәр индерелер, моғайын. Про­грамманы Дәүләт төҙөлөш комитеты менән Торлаҡ ипотека кредиты агентлығы белгестәре әҙерләгән.
Хаҡ ниндәй маҡсатта түбән төшәсәк һуң? Төҙөүсе ойошмаларға төҙөлөш участкаһы ташламалы хаҡ менән йә бөтөнләй бушлай биреләсәк. Улар, үҙ сиратында, фатирҙар­ҙың бер өлөшөн льготалы хаҡҡа һатырға йөкләмә ала. Ул хаҡ йә “кем арзаныраҡ” принцибы менән билдәләнә, йә Рәсәй статистикаһы күрһәткән хаҡтан 25 – 30 процентҡа әҙерәк булырға тейеш.
Торлаҡҡа хаҡтарға килгәндә, Рәсәй сентябрҙә генә бер юлы 44 позицияға өҫкә “һикергән”. Был ябай йортһоҙ халыҡҡа ҡулай түгелдер. Беҙҙең Өфөләге хаҡтар тирәләй ҙә бер ҙә кәйеф күтәрелмәй. Яңы йорттар ҡалҡа, әммә квадрат метрҙарға яҡын барып булмай, “тешләшәләр”. Яңы торлаҡ ҡына түгел, ә иҫкерәк йорттарҙағы фатирҙар ҙа ғәләмәт ҙур хаҡҡа һатыла. Быныһын үҙ елкәмдә татыным. Фатирҙың баҙар хаҡын иҫәпләп сығарыусының, халыҡсан әйткәндә, “оценщик”тың 75 битлек ҡалын отчетын ҡарап-ҡарап алам бөгөн дә. Август аҙағында яңы торлаҡҡа хаҡ уртаса бер квадрат метрына 46,8 мең һум булған. Элиталы фатирҙарҙың квадрат метры 65 мең һумға һатылған. “Икенсел торлаҡ” (“вторичное жилье”) иһә ҡиммәтерәк – квадрат метры 54,8 мең һум. Мин алған “мөйөш” иһә бөтөнләй алтын хаҡы менән тиң тиерлек – бер квадрат метры 62,8 мең һумға торош итте.
Баяғы программа торлаҡһыҙҙарға тиҙерәк килеп етһә ярар ине лә. Уныһын да, арзан беҙгә лә бара тип, үрҙә “һөҙөп” алып ҡалмаһалар. ҡасандыр Рәсәйҙә “Һәр кем алырлыҡ торлаҡ” тигән милли проект ҡабул ителгәйне. Ул әллә берәй ерҙә тотҡарланып ҡалды, һаман кешенең ауыҙында торлаҡҡа бәйле проблема. Ышанырғамы хөкүмәттең беҙҙе ҡайғыртыуына, әллә күҙҙе йомоп, ҡиммәтле ипотекаға башты тығыр­ғамы?

Ә был ваҡытта…

Оппозиция ышанысын юғалта бара. Бер көндө ишек шаҡынылар. Йәмәғәт фекерен өйрәнеп йөрөүселәр икән. “Власҡа ышанаһығыҙмы, оппозицияны хуплайһығыҙмы?”– тип һорашып йөрөйҙәр. Тик беҙҙең йортта ниңәлер 50 йәштән өлкәндәрҙең яуаптарын ғына яҙып алдылар. Былар алдап, берәй нәмә сәлдерергә йөрөйҙөр, тип тә уйлап ҡуйғайным, маҡсаттары ысын булған икән – оҙаҡ та үтмәне, Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге эшенең һөҙөмтәһен яҙып та сығарҙы. Кешеләрҙән оппозиция хаҡында ныҡлап һорашҡандар. Беҙгә ҡышлы-яҙлы үтә таныш булып киткән Алексей Навальный, Илья Пономарев, Сергей Удальцов, Евгения Чирикова (Химки урманын яҡлаусы эколог), Геннадий Гудковтар тураһында һорау бирелгән. Эйе, был әфәнделәр ярайһы ғына билдәлелек яулаған. Навальныйҙы, мәҫәлән, февралдә респонденттарҙың 29 проценты белһә, был юлы 48 процентына таныш булған. Гудков исеме лә уғата танылып киткән. Әммә билдәлелек кенә үҫмәй, ә халыҡтың улар тураһында кире фекере лә үҫә, имеш.
Йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең генераль директоры Валерий Федоров әйтеүенсә, оппозиционерҙар митингылар­ға сығып, шул сараларҙы телевидениенан күрһәтеү иҫәбенә популярлаша. Ә протест хәрәкәте халыҡта тотороҡлоҡто юғалтыу, бола менән тап килә лә, шуға бындай акциялар лидерҙарын яратып еткермәй­ҙәр. Быныһы дөрөҫтөр. Бер нисә көн элек Салауат Юлаев майҙанындағы башҡорт телен яҡлауға арнап үткәрелгән акцияны эргә-тирәнән үтеп-һүтеп йөрөүселәр һағайып ҡабул итте, байтаҡ билдәле башҡорт тиҙерәк был тирәнән тайыу яғын ҡараны. Протесты ҡабул итеүе ауыр шул, ә бына фәлән-фәлән көндө майҙанға сығығыҙ, тип өҫтән ҡул болғаһалар, уның ниндәй маҡсатта уҙғарылыуын да белмәҫтән йүгерер инек.
Һүҙ оппозиция хаҡында ине. Уның лидер­ҙарын баш ҡалаларҙа күберәк беләләр. Быныһы аңлашыла, сөнки төпкөлдә оппозиция юҡ. Барып булдырып ҡарағыҙ, нимә килеп сығыр икән.
Власть менән көрәшеүселәр бөгөн шау-шыулы митингылары менән үткән быуаттың 90-сы йылдарындағыса ҡылана, ҡатмарлы проблемаларҙы ябай йә бөтөнләй утопик юл менән хәл итергә саҡыра. Халыҡ уларға ла ышанмай хәҙер. Бына ошондай фекерҙә күптәр. Ә кемгә ыша­ныр­ға һуң? Күҙҙәр ирекһеҙҙән күккә ҡарай…










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы