RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көҙ – ҡоштар күсеше генә түгел, ә баштар “осошо” миҙгеле лә

14.09.2012 Көҙ – ҡоштар күсеше генә түгел, ә баштар “осошо” миҙгеле лә

йәки Алдағы өс ай беҙгә ниндәй яңылыҡтар килтерер?
ҡыҙыу сәйәси көҙ етә, тигәйне телевидениела үҙ тапшырыуы хаҡында алхәбәр биргәндә Владимир Соловьев. Әллә ни ҡыҙыулыҡ кәрәкмәҫ тә ул. Әммә беҙҙән тормай. Ана, оппозиция, ысынлап та, көҙҙөң арыу ғына “эҫе” яңылыҡтар килтерәсәгенә ышана. Улар, алдан вәғәҙәләгәнсә, “Миллиондар маршы”на сығырға әҙерләнә. ҡатнашҡығыҙ килмәйме? Мәскәүҙәр иртәгә үткәрергә ниәтләп тора. Акцияны ойоштороусылар мэрия менән ярайһы ғына бәхәскә инеп алған. Тәүгеләре марштың ҡайҙан, нисек уҙыуына ҡарата үҙ вариантын тәҡдим итһә, икенселәр ризалыҡ бирмәй ҡаңғыртҡан.
Әүҙем оппозиционер Сергей Удальцов әйтеүенсә, “Миллиондар маршы” барлыҡ репрессияларға ла яҡшы яуап буласаҡ. Ул власҡа ҡаршы һүҙ әйтеүсе көрәштәштәрен, шул иҫәптән үҙен дә ваҡыты-ваҡыты менән ҡулға алып, кемдәрҙән штраф түләтеп, кемгәлер статья сәпәүҙәрен күҙ уңында тота. Нимәгә ирешергә теләй һуң оппозиция? Яуап шундай – иң беренсе үҙәк телеканалда бер сәғәт тура эфир. Тағы ла майҙанға Путин, Медведевтың йә урынбаҫарҙарының килеүе, Ошонда уҡ һөйләшеүҙәр башлап, әҙме-күпме уртаҡ ҡарарға килеү.
Маршты Мәскәүҙең “Пушкин” метроһынан Сахаров проспектына тиклем “һуҙыу” күҙаллана. Властар ҡатнашыусылар һанын ике тапҡыр кәметкән – оппозиция 50 мең кешегә рөхсәт алырға теләһә лә, мэрия 25 меңгә генә ризалашҡан.
Шулай итеп, һаумы, “ҡыҙыу көҙ”!

Себеште көҙ һанайҙар

Һаумы, тигәндән, Дәүләт Думаһы депутаттары ла каникулын тамамланы. Бында ла көҙгө сессияны ҡыҙыу буласаҡ тип юрайҙар. Әллә юрый, әллә ысын, бөтөн нәмәгә ҡыҙыу һүҙен ҡушаларсы.
Иҫегеҙҙә булһа, парламент ҡарауға йәй индерелгән закон проекттарына тотонасаҡ. Улар дәүләт хеҙмәткәрҙәренең сит илдә иҫәп асыуына һәм йорт һатып алыуына ҡаршы. Тәүге эш көнөндә 450 депутаттың 426-һы килеүе теркәлгән. Башҡалар әллә кәрәк тип тапмаған, әллә эшенән дә мөһим эш тапҡан.
Эш тигәндән, бизнесмен-депутаттар мандатынан яҙырға тора бит әле. “Ғәҙел Рәсәй”ҙең Геннадий Гудковы тирәләй ана нисек шаулашалар. ”Берҙәм Рәсәй” ҙә эшҡыуарҙарҙан ҡотолорға тигән күрһәтмә алған. Был киләһе көндәрҙә партиялар буйлап арыу ғына етди тикшереү үтәсәк тигәнде аңлата.
Нишләргә? Дума бушап ҡалһа тим дә. Ул тикшереүҙәрҙә бөтөнөһө лә дөрөҫ яуап бирһә, эшҡыуарлығын йәшермәһә ярай ҙа. Дөрөҫлөктө йәшереү ят эш түгел инде. Былай үҙе һайлаған депутатын әҙме-күпме белә халыҡ. Төбәктә уның нисә гектар ере бар, ҡайһы ҡалаларҙа фатиры, нисә бизнесы – бөтөн нәмә ус төбөндә. Тик беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе һатмайбыҙ. Сөнки урындағы түрәләр ауыҙҙы баҫыңҡырарға өйрәтеп бөткән. Үткән һайлауҙарҙа ла тәғәйен ниндәй кандидатҡа тауыш бирергә ап-асыҡ итеп аңғартылды, йәнәһе, был кеше депутат булып китһә, быны алып бирә, тегене таба, имеш тә, ул ғәләмәт бай. Бай, тимәк, аҡсалы. Унан йәшәйәсәкбеҙ гөрләтеп. Халыҡҡа ни, бар тиһәң – бар, юҡ тиһәң – юҡ. Халыҡ – бөтөн нәмәлә ирекле. Һүҙ әйтһә лә, фекерен еткерһә лә, уйлаһа ла. Һүҙ иң ҙур түрәләр хаҡында булһа ла. Иң мөһиме, ашарға булһын да, икенсе эш хаҡына йә пенсияғаса көшөлөктә тиндәр ҡалһын.
Тинде телгә алғас, уның янына ҙурыраҡ “туғандары” – һум һәм иҡтисад хаҡында ла бер кәлимә һүҙ.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы үҙенең рәсми сайтында "Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте үҫтереү" дәүләт программаһы проектын баҫып сығарҙы. Был документ, һәр ваҡыттағыса, беҙҙекеләрҙең ярай­һы ғына амбициоз икәнен йәнә бер раҫлай. Алты йылға иҫәпләнгән программа ҡаҙнаға 1,3 триллион һумға төшәсәк, имеш. Ошо программа тирәләй РФ Финанс министрлығы менән дә оҙайлы ғына бәхәс бара, сөнки финансистар проекттың идеологияһы менән дә, хаҡы менән дә риза түгел. Программаны 533 миллиард һумлыҡ итергә лә була, ти Финанс министрлығы белгестәре. Ә Хөкүмәткә ике ведомство ла раҫлаған документ октябрь аҙағында ебәрелергә тейеш.
Маҡсаттары ниндәй һуң? Программа буйынса тауарҙарыбыҙҙың экспорт күләмен өстән бер өлөшкә күтәреп, донъяла иң яҡшы унау исемлегендә нығынырға. Йыл һайын шул уҡ экспортта машиналар, ҡорамал һәм транспортҡа ҡағылышлы башҡа тауар күләмен 10 процентҡа арттырып барырға. Бынан аңлашылалыр ҙа – ситкә продукцияһын сығарыусы ойошмалар һанын да күбәйтеү кәрәк. Программала ҡаралғанса, улар 1,5 тапҡырға артырға тейеш. Етмәһә, беҙҙең алда Бөтөн донъя банкы һәм донъя иҡтисад форумы төҙөгән исемлектәрҙә иң шәп егерме иҫәбенә инеү ҙә тора.

Гүзәл зат белә ул
кемде яратырға

Иң шәп тигәндән, Бөтөн Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге һуңғы арала әүҙем эшләп, ҡыҙыҡ ҡына һығымталарға килгән. Баҡһаң, ил халҡы Президентыбыҙ Владимир Путинды герой һымаҡ ҡабул итеүҙән туҡтаған. Һуңғы ун йыл эсендә башлығыбыҙҙы әҙерәк ярата башлағандар. Тәүҙәрәк Путин халыҡтың 79 процентында ыңғай фекер ҡалдырһа, хәҙер ошо күрһәткес 59-ға ҡалған. Президент ҡатын-ҡыҙҙар араһында популярыраҡ.
Глеб Павловский атлы политолог ниндәйҙер бер матбуғат баҫмаһына интервьюһында шулай тигән: ”Путин әле үҙен “яңырта”, киләсәк сценарийы төҙөй, ниәттәре хаҡында уйлана. Был тәүҙәге Путинға оҡшамаған. Башта импровизатор һымағыраҡ ине… Ахыры, ул яңы халыҡ сәйәсәте эҙләй”.
Күпселек рәсәйҙәр Путиндың йоғонтоһо ныҡ көслө булыуына ышана. Һорашыуҙар күрһәтеүенсә, 60 процент кеше тап ошолай тип баш ҡаҡҡан. ҡағиҙә булараҡ, ыңғай ҡарашын “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлылар (88%), үрҙә әйткәнсә, ҡатын-ҡыҙҙар (65%), әҙерәк белемлеләр (69%) һәм ауыл халҡы (64%) еткерә.
Президент тирәләй һүҙ башлағас, йәнә лә фараздарға ла туҡталып китеү мөһимдер. Үрҙә телгә алыуымса, “ҡыҙыу көҙ”ҙөң ҙур ғына өлөшө, моғайын, октябргә тура килер. ҡайһы берәүҙәр Путин тыуған көнөн, дөрөҫөрәге, 60 йәшлек юбилейын, үткәргәс, ил буйлап яңы отставкалар, тәғәйенләүҙәр “тайфуны” башланасағын юрай. Юғарылағы түрәләрҙе пыр туҙҙырасаҡтар инде улайһа. Беҙ был хәлгә өйрәнеп бөттөк. Тик бына ҡайҙа ниндәй чиновник күсеп ултырғанын, бәғзеләренең исем-шәрифтәрен ятлап өлгөрөп тә булмай. Бында, йәмәғәт, ҡуйын дәфтәре кәрәгәсәк.
Әйткәндәй, Президенттың эргә-тирәһен, командаһын баштан-аяҡ яңынан ҡарап сығыуы файҙалы ул. Әле тиҙҙән Федераль һаҡ хеҙмәте (ФСО) офицерҙары таулы урындарҙа эшләр өсөн махсус уҡыу ҙа үтергә әҙерләнә. 15 хеҙмәткәр иҫәбенә Путин менән Медведевта эшләүсе һаҡсылар ҙа ингән. Етәкселәребеҙ тау саңғыһында ла шыуырға ярата. Етмәһә, ана, бер көндө генә Президент дельтапланда торналар алдынан осто.
Хушығыҙ, торналар!

Президент Владивостокка АТЭС-ҡа (Азия-Тымыҡ океан илдәре саммиты) китеп барышлай Ямалдағы орнитология станцияһына инеп сыҡты. Бында ул ҡыҙыл китап­ҡа ингән торналарҙы һаҡлау сигендәге “Өмөтлө осош” проектында ҡатнашты.
Путин йыш ҡына үҙен хәүеф алдына ҡуя. Премьер-министр булғанында археологик ҡаҙыныуҙарҙа ҡатнашып, һыу төбөнә сумғайны, самолетта урман янғынын һүндереүсе булараҡ та осто. Әле килеп, һаҡсыларын тағы ҡалтырарға мәжбүр итте. Тотҡонда үҫкән торна тубына юлбашсы булып һауаға күтәрелде ул. ҡоштарға йылы яҡҡа китергә кәрәк тә инде. Эксперимент рәүешендә булды был осош. Тәүҙә ҡоштар бик һағайып ҡына күҙәтте, унан һуң берәү дельтаплан артынан һауаға күтәрелде, унан тағы бер нисәү. Ошо күренеште тәнҡитләп тә маташыусылар табылды. Йәнәһе, “лидер” ҡоштарҙы артынан эйәртә алманы.
“Ысынлап та, бөтөн торналар ҙа минең арттан османы, сөнки үҙем тиҙлекте ҡапыл арттырҙым, буғай, – тине Путин, һәр ваҡыттағыса, йылмайып. – Ә тәнҡитләүселәр үҙҙәре барһын да осһон”.
АҡШ дәүләт департаменты беҙҙең Президенттың был акцияла ҡатнашыуын хупланы. Видеонан күҙәтеп, илебеҙ етәксеһенең ҡырағай тәбиғәтте һаҡлауға иғтибарын ныҡ оҡшатҡан американдар. Был юҫыҡта улар беҙҙең менән берлектә эшләргә теләй. Торналар ғына түгел, юғалып барған юлбарыҫтар, леопардтар, поляр айыуҙар ҙа бар әле.

Ә был ваҡытта…

Августың һуңғы аҙнаһында Төньяҡ Кавказда федераль көстәрҙең 15 офицер-һалдаты һәләк булған һәм 11-е йәрәхәтләнгән. Был юғалтыуҙы, ысынлап та, ғәскәрҙәр һуғыш алып барған тиҫтә йылдар самаһы элекке кимәл менән сағыштырырға була. Оборона министрлығынан белдереүҙәренсә, әгәр ҙә был төбәктә хәрби хеҙмәткәр­ҙәргә һөжүмдәр дауам итһә, ведомство боевиктарға, бандиттар төркөмөнә ҡаршы хәрби операция башлаясаҡ. Хәрби операция икән, алйотҡа ла аңлашылалыр – тимәк, ҡорбандар ҙа буласаҡ. Нисәмә йыл тыныс­лана алмаған Кавказда күпме боевик барлығын бер кем дә һанап ҡарамаған. Һаман Рәсәй төбәктәренә, шул иҫәптән беҙҙең Башҡортостанға ла был тарафтарҙан табуттар ҡайта.
Их, бандиттарҙы эйәртеп ситкә осоусы ла табылһа…










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы