RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ”Евроремонт” мәсьәләһе хәл ителде

22.06.2012 ”Евроремонт” мәсьәләһе хәл ителде

Көнө йылды туйҙырған ҡыҙыу мәл. Ауыл хужалығы эшсәндәре бесән әҙерләй, кемдер еләк-емеш йыя, умартасылар бал ҡорттары менән мәж килә, йылға-күл буйҙарында ял итеүселәр ҙә бихисап. Ошондай ҡыҙыу мәлдә донъя лидерҙары ла тик ятмай. 18 – 19 июндә Мексиканың Лос-Кабос ҡалаһында “Ҙур егерме” илдәре етәкселәре сираттағы саммитҡа йыйылды. Эйе, иҡтисади йәһәттән алға киткән, сәйәси яҡтан тотороҡло, башҡа илдәргә йоғонто яһарҙай ил етәкселәренең донъя проблемаларын уртаға һалып һөйләшеүе бик тә кәрәкле һәм мөһим эш. Ә проблемалар, ысынлап та, етерлек. Европа илдәрендәге финанс көрсөгө, Сүриә, Иран, Афғанстан, Төньяҡ Корея кеүек башҡаларға тыныс йәшәргә мөмкинлек бирмәүсе илдәр мәсьә­ләләре етди уйланырға мәжбүр итә. Саммит барышында тап шулар иғтибар үҙәгендә булды ла инде.

ЕС илдәре
иҡтисадын күтәреүгә нигеҙ һалынды

“Ҙур егерме” илдәре саммиты башланырҙан алда БРИКС (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы) илдәре етәкселәре осрашып һөйләште, фекер төйнәне. “Ҙур егерме” саммитында уларға бер һүҙле, бер уйлы булыу кәрәк ине шул. Юғиһә АҡШ – үҙ яғын, ЕС илдәре үҙенекен ҡайыра. Ошондай шарттарҙа БРИКС илдәренә бер төптән булыу бигерәк тә мөһим. Сөнки был илдәрҙең иҡтисады донъя иҡтисады менән тығыҙ бәйле. ЕС илдәрендәге финанс көрсөгөнөң еле уларға ла ҡағылыуы ихтимал. Ошоно күҙаллап, БРИКС илдәре етәкселәре Халыҡ-ара валюта фонды резервын тулыландырырға булдылар ҙа инде. ҡытай был маҡсатҡа – 43 миллиард доллар, Рәсәй, Һиндостан һәм Бразилия – 10-шар миллиард, ЮАР 2 миллиард доллар аҡса йүнәлтергә ҡарар итте. Шулай итеп, тик БРИКС илдәре генә 75 миллиард доллар аҡса сығарып һалырға әҙер икәнлектәрен белдерҙе. Был бик ҙур сумма. Тик ЕС илдәрендәге “тишек-тошоҡ”то БРИКС илдәре аҡсаһы менән генә ямап булыры, ай-һай, бик икеле. Халыҡ-ара валюта фонды киләһе ике йылда финанс проблемаһын хәл итеү өсөн 1 триллион доллар аҡса талап ителәсәген белдергәйне. Тимәк, был ярҙам ғына бик аҙ буласаҡ. 2008 йылдағы иҡтисади көрсөк яңынан ҡабатланмаһын өсөн Япония, АҡШ, Германия, шулай уҡ ситкә күпләп нефть һатҡан Сәғүд Ғәрәбстаны, Иран, Кувейт кеүек илдәргә лә кеҫәләрен бер аҙ бушатырға, Халыҡ-ара валюта фондын тулыландырыуға үҙ өлөштәрен индерергә тура киләсәк. Шулай итмәгәндә Халыҡ-ара валюта фонды аҡсаһына өмөт итеп торған Греция, Ирландия, Испания, Португалия кеүек илдәрҙең хәле үтә лә мөшкөлләнеп китеүе ихтимал. Грецияның евро зонаһынан сығыу ҡурҡынысы бар ине. Ниһайәт, үткән ял көндәрендә был мәсьәлә ыңғай хәл ителде кеүек. Илдең парламент һайлау­ҙарында евро-зонаны яҡлап сығыш яһаған партия еңеү яуланы. Саммит барышында был яңылыҡты хуплап ҡабул иттеләр. “Ҙур егерме” илдәре саммитында Владимир Путин Мексика Президенты Фелипе Кальдерон, Япония Премьер-министры Есихико Нода, шулай уҡ Бразилия, Бөйөк Британия, Төркиә етәкселәре менән айырым осрашып һөйләште. Әлбиттә, төп иғтибар АҡШ Президенты Барак Обама менән осрашыуға йүнәлтелде тиһәң дә, хата булмаҫтыр. Ни өсөн тигәндә, Владимир Путиндың уның менән, Президент булараҡ, тәүгә осрашыуы. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигән кеүек, тәүге осрашыуҙа уларҙың “борсаҡтары” бешмәне кеүек. АҡШ менән Рәсәйҙең бер-береһенә булған төп дәғүәләре – Европала ПРО системаһын урынлаштырыу мәсьәләһендә уртаҡ фекергә килә алмай айырылыштылар. Башҡа мәсьәләләрҙә лә уңыш­ҡа өлгәштеләр тип әйтеп булмай. Бер-береһен үҙ илдәренә ҡунаҡҡа саҡырышыуҙан уҙа алманылар. Грецияны әйтәм, юҡ-барға аҡса туҙҙырып, финанс көрсөгөнә батһалар ҙа, беҙҙекеләр ише туп тибеүҙе онотмағандар икән. Футбол буйынса Рәсәй командаһын отоп, беҙҙеке­ләр­ҙе өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙеләр.

“Запас тәгәрмәс” шәп тәгәрләй

Үткән ял көндәрендә Мысырҙа президент һайлауҙарының икенсе туры булып уҙҙы. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса Мөхәммәд Мөрси һайлаусыларҙың 52 процент тауышын йыйып, еңеү яулаған. М. Мөрси “Мосолман ҡәрҙәштәр” ислам партияһынан күрһәтелгән кандидат ине. Уның төп дәғүәсеһе – Хөсни Мөбәрәк ваҡытындағы премьер-министр Әхмәд Шафиҡ үҙенең еңелеүен танырға теләмәй. Был инде илдә яңы сыуалыштарға килтереүе ихтимал. Ә бит Хөсни Мөбәрәк президент булған саҡта “Мосолман ҡәрҙәштәр” партияһы бөтөнләй тыйылған була һәм улар үҙҙәренең эшмәкәрлеген йәшертен рәүештә алып бара. Хәҙер инде власть улар ҡулында. Дөрөҫ, Мөхәммәд Мөрси үҙенең һайлау алды программаһында, президент итеп һайлана ҡалһа, был партиянан сығасағын белдергәйне. Әммә был ғына хәлде үҙгәртмәйәсәк. Власть барыбер “Мосолмандар” ҡулында буласаҡ. Радикал партия вәкиленең власҡа килеүе, әлбиттә, ЕС илдәре өсөн бигүк һөйөнөслө ваҡиға түгел. Ә бит Тунис, Мысыр, Ливия кеүек илдәр­ҙәге революцияларға ЕС илдәре һәм АҡШ туранан-тура булышлыҡ итте. Хәҙер килеп бының “татлы емештәрен” үҙҙәре татыясаҡ. М. Мөрси барлыҡ халыҡ ихтирамын яуларға өмөт итә. Ул әленән үк бөтөн Мысыр халҡы өсөн атай ролен үтәргә әҙер булыуын белдерә. Христиандарҙы ла ҡыйырһытмаҫҡа вәғәҙә бирә. Йәғни халыҡҡа ярар өсөн алтын тауҙар ғына вәғәҙә итмәй. Ә бит һайлау алды марафонында “Мосолман ҡәрҙәштәр” партияһы уны “запас” вариант булараҡ ҡына кандидат итеп күрһәткәйне. Ә төп кандидат – Хәйрат әш-Шатыр хөкөм срогы сыҡмау сәбәпле президент креслоһы өсөн көрәштән төшөп ҡалғайны. Бына шулай, сәйәсәттә “запас тәгәрмәс” тә ярап ҡала икән ул.

“Батька”ға йәнә
янайҙар

Евросоюз илдәре Белоруссияға ҡарата яңы төр санкциялар ҡабул итеүе хаҡында белдерҙе. ЕС илдәре быға тиклем дә Белоруссияла кеше хоҡуҡтары тупаҫ боҙолоуға һылтанып, төрлө сәйәси һәм иҡтисади санкциялар ҡабул итеүен иғлан иткәйне. Билдәле булыуынса, 2010 йылдағы президент һайлауҙарында сыуалыш ойоштороуҙа ғәйепләнеп, бер төркөм активистар төрмәгә ябыл­ғайны. Улар араһында президентлыҡҡа кандидат Андрей Санников менән уның ярҙамсыһы Дмитрий Бондаренко ла бар ине. ЕС илдәре уларҙы яҡлап, дау ҡуптара башлағас, икеһен дә иреккә сығар­ҙылар-сығарыуын. Тик тағы ла, сәйәси золом ҡорбаны булараҡ, ике тиҫтәнән ашыу кеше төрмәлә тотола. ЕС уларҙы ла иреккә сығарыуҙы талап итә. Ә Александр Лукашенко, Рәсәй ярҙамына өмөт итеп, ЕС-ҡа бирешергә теләмәй. Уларҙы үҙҙәрен сит илдең эске эштәренә ҡыҫылыуҙа ғәйепләй. 19 июндә ҡабул ителгән санкцияларға ярашлы, Белорус­сияның 249 чиновнигына Европа илдәренә сығыу ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ бер нисә эре бизнес компанияһының банк иҫәптәре ябыл­ған. Был инде Белоруссия иҡтисадына ҡурҡыныс менән янай тигән һүҙ. 3 июлдә Белоруссия үҙенең дәүләт байрамын – Бойондороҡһоҙлоҡ көнөн билдәләргә йыйына. ”Батька”, бәлки, ошо датаға арнап, амнистия иғлан итер, тип көтөлә. Әммә бының сәйәси тотҡондарға ҡарата эшләнеүе икеле.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы