RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Бушлай” тигәнде һағынып…

15.06.2012 “Бушлай” тигәнде һағынып…

Илдә шундай бәхәс ҡатыш икеләнеүҙәр бара – Ленинды, мавзолейҙан алып, ошо көндәрҙә үк ерләргәме, әллә ятып торһонмо?
Букмекерҙар хатта тәғәйен көнгә ставкалар ҡуя, имеш. Әлегә биш мең самаһы бәхәс, яңыса әйткәндә, пари “килешеүе” төҙөлгән. Күбеһе, революция юлбашсыһын 2013 йылда ерләйәсәктәр, тип өмөтләнә.
Рәсәйҙең яңы тәғәйенләнгән мәҙәниәт министры Владимир Мединский ҙа, Ленинды ерләргә кәрәк, тигән фекерен әйткәйне. 1924 йылдан Мавзолейҙа ятҡан мумияға ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл кәмей һәм ил халҡының өстән ике өлөшө тиерлек уны ерләү яҡлы. Нишләйһең, заман, бәлки, быны үҙе талап итәлер. Сөнки Октябрь революцияһының бөйөклөгө күптән шик аҫтына ҡуйылды бит инде, ул саҡтарҙа төҙөлгән ил дә юҡ. Шуғалыр ҙа Мавзолейға үҙгәреш кәрәктер.
Хәйер, үҙгәреш тигәндән, беҙҙең халыҡ ул нәмәне ярата инде ул. Бөгөн бер төрлө, иртәгә − икенсе. Ана, оппозициянан бер төркөм Манифест та әҙерләгән әле.

“Ирекле Рәсәй манифесы”

Илдең баш ҡалаһында протест митингылары тынмай. Урамға сыҡҡан халыҡтың ҡайһы берәүҙәре төркөмгә ҡыҙыҡ өсөн генә эйәреп йөрөй кеүек, ә берәүҙәр сәхнәгә сығып, телмәр тота, журналистарға интервью бирә. ҡыҫҡаһы, ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр бар әле.
“Ирекле Рәсәй манифесы”н яҙыусылар илдә власть алмашыныуын, һайлау тураһында яңы закон сығыуын һәм президент вәкәләтен сикләүҙе тәүге бурыс итеп ҡуя.
Борис Немцов атлы беҙгә таныш әфәнде, әлеге маҡсатҡа ирешеү өсөн гражданлыҡ протесының барлыҡ формаларын да ҡулланырға кәрәк, тип уйлай. Марштармы, митинг йә забастовкалармы, бәлки, власть органдарына еңелсә баҫым яһауҙыр – кеше үҙ фекерен әйтһен өсөн һәммәһе лә ярай.
Манифеста әлеге Президентты отставкаға ебәреүҙе талап итеү, парламент һайлауҙары тураһында яңы закон проектын эшләү, яңы Конституция тураһында тәфсирләп яҙылған. Документҡа оппозицияла булған түбәндәгеләр ҡул ҡуйған: Сергей Удальцов, Гарри Каспаров, Борис Немцов, Илья Пономарев, Евгения Чирикова, Алексей Навальный, Илья Яшин, Анастасия Удальцова, Александр Белов һ.б. Һәм ул ҡултамғалар өсөн асыҡ ҡала.
Ә бына “Яблоко” партияһы бюроһы ағзаһы, политолог Борис Вишневский был манифест менән ул тиклем үк ҡәнәғәт түгел. Уныңса, унда яҙылған идеяларҙы “Яблоко” әллә нисә тапҡыр билдәләгән булған, бер яңылыҡ та юҡ икән.
“Әгәр Конституцияны, сәйәси системаны үҙгәртеү, ғәҙел һайлауҙар, президент власын сикләү тураһында һүҙ бара икән, бында тағы бер нәмәне өҫтәргә кәрәк – Рәсәй президент посынан арынырға тейеш”, − тигән Вишневский. Бынан нимә “ишетелә”? Президент тигән һүҙҙе икенсеһенә алмаштырыу түгелме?
Нисек кенә булмаһын, әлегә оппозиция урамда иркен йөрөнө, буғай, ә алдағыһы – билдәһеҙ.
Әйткәндәй, бер нисә көн элек Дәүләт Думаһы депутаттары митингыларҙа, урам акцияларында закон боҙған өсөн штраф һалыу тураһында закон проектын өсөнсө уҡыу­ҙа ҡабул итте.
Уҡыуҙың шулай оҙаҡҡа һуҙылыуы “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһенең проектҡа 300 үҙгәреш һәм өҫтәмә тәҡдим итеүенә бәйле булды, уларҙың һәр береһе тауышҡа ҡуйылырға тейеш ине.
Шулай итеп, митингыларҙа закон боҙған өсөн граждандарға штраф 10 мең һумдан 20 мең һумғаса буласаҡ. Урамды япҡан өсөн – 30 – 50 мең һум. Сәләмәтлеккә йә милеккә зыян килтерелһә, ғәйеплеләр 100 – 300 мең һум штраф түләйәсәк. Иң ҙур штраф суммаһы вазифалы кешеләргә – 600 мең һумға етә.
Закон проектына ярашлы, тәртип боҙоусыларҙы мәжбүри эшкә ебәреү ҡаралған, урам­ға сығыусыларға битлек кейеү ҙә тыйыла. Шуныһы ла бар – митингыларҙы йыл дауамында күп халыҡ йыйылған ерҙә хоҡуҡ боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыл­ған граждандар ойоштора алмай. Бынан ары Мәскәү, моғайын да, митингыларҙан тыйылыр.
Мәскәү тигәндән, форсат сыҡҡанда шуныһын да теркәү урынлы булыр − баш ҡалабыҙ үҙенең ярайһы ғына ҡиммәт ҡала икәнен ваҡыты-ваҡыты менән иҫкә төшөрөп тора.
Был юлы уны сит ил кешеләре өсөн ҡыйбат ҡалалар исемлегендә иң алдынғы бишәү иҫәбенә ҡуйғандар. “Mercer Human” компанияһы төҙөгән рейтингыла Мәскәү дүртенсе урында. Иң беренсе Токио килә, унан ҡала − Анголаның баш ҡалаһы Луанда, өсөнсөлә – Японияның тағы бер ҡалаһы Осака һәм бишенселә – Швейцарияның мәркәзе Женева. Исемлекте төҙөүселәр 200-ҙән ашыу хеҙмәт һәм тауар, аҙыҡ-түлек, бензин, ҡуртым­ға фатир хаҡтарын иғтибарға ала.

Мәскәүҙе Сүриәгә ярҙам итеүҙә ғәйепләйҙәр

Ил баш ҡалаһы булғас, маҡтау ҙа, әрләү ҙә иң беренсе Мәскәү “елкәһенә төшә”. Бына әле Вашингтон тарафынан ғәйеп ташланды. Баҡһаң, АҡШ-тың Дәүләт секретары Хиллари ханым Клинтон Мәскәүҙе Сүриәгә ҡорал ебәреп ятыуы өсөн әрләй икән. ҡушма Штаттарға был хаҡта, йәғни бола барған Азия иленә хәрби вертолеттар һатыуыбыҙ тураһында өп-өр яңы мәғлүмәт килеп еткән. Быға тиклем РФ Сит ил эштәре министрлығы Сүриәгә тыныс халыҡҡа ҡаршы тотоноласаҡ бер ниндәй ҙә ҡорал ебәрмәүен әйткәйне инде. Америка ниңә борсолалыр?
Ә был ваҡытта Сүриәлә граждандар һуғышы бара. Ғәскәрҙәр танк, артиллерия, ҡораллы вертолеттарҙы эшкә ҡушҡан, көн һайын һәләк булыусылар һаны арта, үкенескә күрә, улар араһында балалар ҙа бар.
Бөгөн айырыуса Әл-Хаффа ҡалаһы тыныс түгел. Унда БМО-ның хәрби күҙәтеүселәрен дә индермәйҙәр. ҡалала яралыларға ярҙам күрһәтерлек медикаменттар ҙа етешмәй. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының хәрби конфликт хәлендәге илдәрҙә балалар эше буйынса вәкиле Радхика Кумарасвами Сүриәлә балалар менән ҡаты ҡыланыуҙарын белдергән. Унда бәләкәстәрҙе туҡмап ҡына ҡалмайҙар, ә төрлөсә язалайҙар ҙа икән. Етмәһә, оппозиция яҡлылар ата алмаһын өсөн танкыларға ултыртҡандар.
Шул уҡ ваҡытта АҡШ вәкилдәре июнь башында ғына, юҡ иттек, тип хәбәр иткән “Әл-ҡаиҙә” лидеры Әбү Яхъя әл-Либи, теп-тере көйөнсә халыҡҡа видеояҙма менән мөрәжәғәт итеп, Бәшәр Асад режимына ҡаршы көрәшкә ҡушылырға ҡушҡан. Яхъя, башлыса, Ираҡ, Иордания, Төркиәләге мосолмандарға өндәшә.
Сүриәләге хәл-ваҡиғалар ниндәй эҙемтәләргә килтеререн күҙаллауы ла ҡурҡыныс, һәр хәлдә, бында һуғыш тиҙ генә тынырлыҡ түгел. Сиратта ҡайһы ил булыр, шул турала ла күп һүҙ йөрөтәләр.
Тунис властары ла илдең һигеҙ төбәгендә, шул иҫәптән баш ҡалаһында, киске сәғәт туғыҙҙан таңғы бишкәсә комендант сәғәте индергән. Бында ошо көндәрҙә болалар булып алған. Хөкүмәт радикал мосолман-салафиттарҙы ғәйепләй. Әлеге төркөм художество күргәҙмәһе асылыу менән риза булмаған, был ваҡиғаны мосолмандарҙан көлөү тип ҡабул иткән, имеш. Тәртипһеҙлектәрҙә 60-лап полиция хеҙмәткәре йәрәхәтләнгән, 165 кеше ҡулға алынған.
Ғөмүмән, ер шарында атыш тауыштары тынып торған саҡ булырмы, юҡмы?
…ҡарасәй-Черкесияла ла боевиктарҙы юҡ итеү буйынса махсус операция бара. ҡул һуҙымы ғына ара инде.

Ә был ваҡытта…

Йыш ҡына әҙәм балаһы тыныслыҡта ла тыныс ҡына йәшәй алмай. Мотлаҡ үҙенә проблемалар тыуҙырырға маташа. Мәҫәлән, шул уҡ Болотная майҙанындағы, Сахаров проспектындағы митингыларҙы атарға була. ҡайһы берәүҙәр ҡулға алынып та бөттө. Һәм бөтә нәмә һаман дауам итә. Етмәһә, оппозиция, барыһы ла алда, тип өркөтә. Хатта Мәскәүгә барырға ла ҡурҡыныс булыбыраҡ тора.
ҡыҙыҡ ул беҙҙең халыҡ. Шишәмбеләге байрамды ғына алайыҡ. Был көндө Мәскәү планетарийы бушлай эшләгән. Унда ни булған, тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, ишек төбөндә оҙо-он сират һәм тығылыш! Бушлай, тигәс ни үҙҙәре. Этеш-төртөштә хәлдән тайып, тиҫтәләгән кеше һуштан яҙған. “Тиҙ ярҙам” даими дежурҙа торған.
Ваҡыт үтәрәк Twitter ҡулланыусылар блогтарында шундай яҙыуҙар ҡалдырған: ”…кеше түгел, хайуандар кеүек – балаларҙы ла тапай­ҙар, ҡоймаға аҫылынып торалар…”, ”…тапал­ған кешеләрҙе нисек ситкә сығарғандарын үҙем күрҙем…”, ”Планетарийға барыу тамуҡ менән бер булды. ҡойма аша ингәнсе лә − этеш-төртөш, эстә лә тапаш…”
Етмәһә, ямғыр яуып ебәргән. Күптәр кире ҡайтып киткән, ә бәғзеләр ҡойма араһынан ҡыҫылып инергә маташҡан, балаларын төртөп индергән. Планетарий, дөйөм алғанда, биш мең самаһы кешене ҡабул итергә вәғәҙә биргән булған.
Ғәҙәти көндәрҙә билет хаҡы Ҙур йондоҙло залға – 500, “Лунариум”ға 350 һум тора. Нишләйһең, этелеп-тапалыу был хаҡты аҡлағандыр инде. Бер көн йәмәғәт транспортында йөрөү бушлай тиһәләр, ни булыр икән?
Транспорт тигәндән, Свердловск өлкәһендә Ан−2 самолеты пассажирҙары менән юҡҡа сыҡҡан. Серов тигән бәләкәйерәк ҡаланан осоп киткән дә, тын-тауышы ла юҡ. Аэродром ҡарауылсыһы, Серов ЮХХДИ-һы начальнигы, өс инспекторы, “Уфалей-никель” йәмғиәте һаҡсыһы ла ошо самолетҡа ултыр­ған булған. Осош майҙанында уларҙың кеҫә телефондары, иҫәп журналдары, самолеттың техник хеҙмәтләндереү документтары туҙышып ятып ҡалған. Әле был юғалыу буйынса енәйәт эше асылған. ҡайһы берәүҙәр, борттағылар, бәлки, күмәкләп балыҡҡа киткәндер, тип тә фаразлай.
Өлкәнең Эске эштәр министрлығынан әйтеүҙәренсә, самолетта тағы ла телефон салоны һатыусыһы, бер ҡайҙа ла эшләмәгән йәш кеше, бер эшҡыуар, пенсионер һәм шундағы инспекторҙарҙың береһенең һеңлеһе булыуы мөмкин. Самолет менән Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһы пилоты Хәтип Кашапов идара итә. Ан−2 урман янғындарын асыҡлау өсөн осош яһаған да, эшендә өс көнлөк ял килеп сығып, Серовта туҡталған булған. Тап ошо көндәрҙә аэродромда “дуҫтарҙың осрашыуы” ла мөмкин. Һәр хәлдә, юғалыусыларҙың артынан табын өҫтәле ҡалған.
Билдәһеҙ бер пилот белдереүенсә, самолет тултырып яғыулыҡ ҡойоп алһа ла, ул һигеҙ сәғәткә генә етер ине, борт ошоғаса бәйләнешкә сыҡмағас, “кукурузник” йә Ивдель, йә Верхотур тирәһендә ҡолаған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы