RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡытайҙар һымаҡ артайыҡмы, әллә үҙебеҙҙә ҡытайҙарҙы арттырайыҡмы?

08.06.2012 Ҡытайҙар һымаҡ артайыҡмы, әллә үҙебеҙҙә ҡытайҙарҙы арттырайыҡмы?

Ахыры, илдә ауыл һүҙе менән бәйле бөтә нәмәгә ҡаныға башланылар. Әлбиттә, был хәбәрҙе таратҡан баҫманың тик хәҡиҡәтте генә яҙыуына ла ышанып бөтөп булмай. Шулай ҙа «Коммерсантъ» гәзитендә, РФ Ауыл хужалығы министрлығының исемен үҙгәртеүҙәре мөмкин, тип аҡҡа ҡара менән яҙылған. Ведомствоның киләсәктә Аҙыҡ-түлек ресурстары министрлығы тип атала башлауы бар. Ул эш вариантында МПР – Минпищепром, йәғни Аҙыҡ сәнәғәте министрлығы тип йөрөтөләсәк, имеш.
Ауыл хужалығы нимәһе менән ярамай­ҙыр инде? Әллә ауыл һүҙенә ғәрләнәләрме? Инициаторҙар министрлыҡ ҡарамағына ауыл хужалығы ғына түгел, ә эшкәртеү тармағы ла инеүенә баҫым яһай.
Әлеге үҙгәреш тураһындағы уй-ниәт һуңғы ҡарар түгел-түгеллеккә. Унан килеп, АҡШ, Канада, Япония, Норвегия кеүек илдәр­ҙәге оҡшаш ведомстволар атамаһы өйрәнелә. Уларҙа, моғайын, ауыл тигән һүҙ юҡтыр, бәлки, тап ошо сәбәпселер исем үҙгәртеүгә. Беҙҙең бит бар эйәргәнебеҙ Америка, Көнбайыш. Былай барһа, тиҙҙән ауылдарыбыҙҙы ранчо, ферма тип тә үҙгәртергә күп һорамаҫтар.
Әйткәндәй, беҙ Көнбайыштан ғына өлгө алмайбыҙ ул, «Көнсығыш – нескә эш» тип, шул тарафтарҙан да бер ни тиклем аҡыл һәм тәжрибә арыу ғына килә.

Бөтә юлдар Азияға илтә?!

Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй – Евросоюз саммитында булғандан һуң Азия буйлап дүрт көнлөк сәфәргә юлланды.
Шуныһын да билдәләп китәйек: саммитта энергетика тармағында хеҙмәттәшлек итеү, виза тәртибен ябайлаштырыу, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүен иҫәпкә алып, социаль-иҡтисади өлкәлә бәйләнеш­тәр­ҙе нығытыу төп темалар булып торҙо. Халыҡ-ара хәл-торошҡа бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Был тәү сиратта Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыштағы ваҡиғалар ине.
Үрҙә әйткән сәфәрен Путин Үзбәкстандан башланы. Ул был дәүләткә башлыҡтары Ислам Кәримовтың саҡырыуы буйынса килде.
Ағымдағы йыл ике ил өсөн юбилей йылы – 20 йыл элек Рәсәй менән Үзбәкстан үҙ-ара дипломатик бәйләнеш, дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған.
Был юлы иһә Стратегик партнерлыҡты тәрәнәйтеү тураһында декларацияға ҡул ҡуйылыуҙан тыш, Үзбәкстан элекке совет илдәрендә ирекле сауҙа зонаһы килешеүенә ҡушылырға теләүен белдерҙе. Бығаса шундай документҡа Рәсәй, Украина, Белоруссия, Молдова, ҡаҙағстан, Әрмәнстан, ҡырғыҙстан, Тажикстан башлыҡтары ҡул ҡуйғайны. Әзербайжан, Үзбәкстан һәм Төркмәнстан иһә бер аҙ көтөргә уйлағайны. Бына, ниһайәт, Ташкент артабан нишләргә хәл итте. Әйткәндәй, был илдә 850 Рәсәй компанияһы эшләй, ә беҙҙә үзбәк капиталы менән 400-ҙән ашыу фирма бар.
Үзбәкстандан Путин тура ҡытайға юлланды. Бында ул өс көн булды. Беҙҙең Президент унда ҡултамғалар ҡуйыла торған байтаҡ ҡына документ та алып киткәйне. Теүәлерәк әйткәндә, сәйәси, иҡтисади характерҙағы 17 документҡа ҡул ҡуйырға кәрәк ине. ҡытай илебеҙҙең ситтәге сауҙа партнерҙары араһында беренсе урында тора.
Кисә Путин Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы – ШОС – саммитында ла ҡатнашты.
ҡытайға барырҙан алда Владимир Владимирович «Жэньмин жибао» гәзитенә мәҡәлә лә яҙып ебәргән. Ул «Рәсәй менән ҡытай: хеҙмәттәшлектең яңы киңлектәре» тип атала. Бында Президентыбыҙ ҡытай башлығы менән осрашыуға ҙур өмөттәр бағлауын белдерә, бәйләнештәрҙең нығыуына ышана.
2011 йылда ике ил араһындағы тауар әйләнеше рекорд күрһәткесенә еткән – 83,5 миллиард долларға. Путин яҙыуынса, 2015 йылға был күләм – 100 миллиардҡа, ә 2020 йылға 200 миллиард долларға етергә тейеш. Үҫеш динамикаһы иһә хатта ошо күрһәткестәргә ваҡытынан алдараҡ та ирешергә мөмкин булыуҙы күрһәтә.
«Авиатөҙөлөштә, космонавтикала, башҡа юғары технологиялы өлкәләрҙә берлектәге проекттарҙы әүҙем бойомға ашырырға ниәтләйбеҙ. Бында һүҙ ике илдең технологик йәһәттән ҡушылыуы тураһында барырға тейеш», – тиелә мәҡәләлә. Йәнә лә, ҡытай менән ныҡ хеҙмәттәшлек итһәк, бергә яуланасаҡ үрҙәр, ирешәһе ҡаҙаныштар һанап кителә. Рәсәй менән ҡытайҙың стратегик партнерлығы төбәк һәм тотош донъяла тотороҡлолоҡто нығытыусы фактор буласаҡ. Тап ошо фекерен һыҙыҡ өҫтөнә ала Путин. Сәскә атыусы ҡытай беҙгә бик тә кәрәк. Ә ҡытайға – уңышлы Рәсәй.
Унан ҡайтышлай Путин ҡаҙағстанға һуғыла. Аңлашылалыр – бында ла бер-беребеҙгә кәрәклек тураһында һүҙ буласаҡ. Дуҫтарҙы барлап, ишәйтеп йәшәү дөрөҫөрәктер бынау заманда.
Ишәйтеү тигәндән, партияларҙы теркәүҙе ябайлаштырыу булды, улар илебеҙҙә ямғыр селәүсендәре шикелле үрсей ҙә башланы.

Әллә үҙ партиямды
төҙөйһө?

Майҙа ғына Юстиция министрлығында туғыҙ партия теркәлгән. Улар – «Республика партияһы», «Социаль селтәрҙәр партияһы», «Рәсәйҙең демократик партияһы», «Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн» халыҡ партияһы», «Йәшелдәр альянсы – Халыҡ партияһы», «ҡалала йәшәүселәр союзы», «Рәсәй партияһы», «Рәсәйҙең социал-демократик партияһы», «Социаль ғәҙеллектең коммунистар партияһы».
Иң йәштәре – бер нисә көн элек кенә теркәү үткән «Йәш Рәсәй», «Рәсәй ҡалалары» һәм «Яңы Рәсәй» сәйәси ойошмалары.
Партия тигәндән, беҙгә быйыл Рәсәй президентын һайлау кампанияһынан айырыуса яҡшы танышҡа әйләнгән Михаил Прохоров яңы партия төҙөй. Уны гражданлыҡ платформаһы партияһы тип атаған һәм үҙ фирҡәһенең бик үҙенсәлекле буласағын белдерә.
«Партияла 500 кеше генә торасаҡ. Улар – «Хаҡ эш» партияһы мәлендә, һайлау осоронда айырыуса әүҙем эшләгән лидерҙар», – ти Прохоров һәм, уның фекеренсә, әле ғәмәлдә булған партиялар власть менән граждандар араһында аралашсы функцияһын үтәмәй башлаған, асылдарын онотҡан.
Уның партияһында юристарға өҫтөнлөк биреләсәк. «Беҙ революцияға ҡаршы, ә илдең эволюцион үҫеше яҡлыбыҙ», – тип ҡабат-ҡабат әйтә президентлыҡҡа элекке кандидат. Улар айырыуса илдең эре ҡалаларында эшләйәсәк. Шуныһы ҡыҙыҡ – эшҡыуар үҙе партияға инергә ашыҡмай. Киреһенсә, ти ул, был ойошма ишектәре партияһыҙ әүҙем кешеләргә асыҡ буласаҡ.
Ә ЛДПР Дәүләт Думаһына бик яҡшы бер закон проектын тәҡдим иткән. Документта «әсәлек капиталы»н тәүге бала өсөн дә түләү мөһимлеге яҙылған. Әлбиттә, сумма ҙур түгел, ә 100 мең һум, уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ла, уҡыуға түләүгә лә, әсәнең пенсияһына өҫтәмә рәүешендә лә ҡулланыр­ға мөмкин буласаҡ.
«Берҙәм Рәсәй» депутаттары иһә Думаға, хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөгән йәштәргә ниндәй ҙә булһа ла, аҡыл һеңдерергә тырышып, яңы закон проекты әҙерләгән. Уға ярашлы, етди сәбәпһеҙ әрмегә барырға теләмәгәндәрҙең эш хаҡынан өҫтәп тағы ла 13 процент һалым түләтәсәктәр. «Һалдат йәше» үткәнсе, йәғни 27 йәшкәсә шулай буласаҡ, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул, «Берҙәм Рәсәй»ҙәр ярайһы ғына ҡаты ҡыланмаҡсы – 60 йәшкә тиклем түләйәсәктәр. Тупланған аҡса хәрби көстәргә, хәрбиҙәргә матди ярҙам рәүешендә тотоноласаҡ. Етмәһә, бөгөн етеш йәшәүсе түрәләрҙең балалары ла һалдат итеге кейергә ашҡынып тормай, әйҙә, түләһендәр.
Шуныһы ла бар – 13 процент күберәк, тиеүселәр юҡ түгел. Һәр ярты йыл һайын ҡасып ҡалыусылар һаны ил буйынса 100 меңгә етеүен иҫәпкә алғанда, 3 – 4 процент һалым да ярайһы ғына сумма йыясаҡ.
Һәр хәлдә, закон проекты ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра. Юҡһа һуңғы ваҡытта әрмене, йәғни хәрби бурыс үтәүҙе һанға һуҡмаусылар күбәйҙе.

Ә был ваҡытта…

Ливияның баш ҡалаһы Триполиҙа Рәсәй кешеләренә ҡарата суд булған.
Александр Шадров менән Владимир Долгов һәм тағы ла 19 украин, өс белорус илдең элекке башлығы Муаммар Каддафи менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләнә, йәнәһе, улар бәреп төшөрөлгән диктатор яҡлы булып, һуғышта ҡатнашҡан. Хәрби трибунал ҡаты булды – Шадров ғүмерлеккә төрмәгә ябылды, Долгов менән ҡалғандары унар йылға «ултыртылды».
НАТО-ның пилотһыҙ самолеттары – «беспилотниктар» өс көн буйы Пакстанға һөжүм яһаған. Һөҙөмтәлә ике тиҫтәнән ашыу кеше һәләк булған.
АҡШ контролләгән был һөжүм, йәнәһе лә, Пакстандың төньяғында боевиктар хәрәкәтенә яуаплы «Әл-ҡаиҙә» лидерҙарының береһе Әбү Яхъя әл-Либиҙы үлтереү өсөн булған. Ә әлегә Либи тереме-юҡмы икәне билдәһеҙ.
Ә Пакстан, әллә НАТО-ға яуап итеп, әллә күҙаллау буйынса ядро боезаряды ташырға һәләтле ракетаны һынаған. Әгәр дөрөҫ булһа, был ҡорал 700 км радиуста сәпкә теп-теүәл ата икән.
Йәйге эҫегә өҫтәп, был тарафтарға тағы ла ҡыҙыуыраҡ мәлдәр етмәһә ярай ҙа. Әле Төньяҡ Африкалағы былтырғы болалар сығар­ған янғын һаман һүнмәгән.
ҡыҙыу тигәндән, беҙҙең көйәрмәндәр өсөн ҡыҙыу көндәр башланды. Футболды әйтәм, Рәсәй йыйылма командаһы өсөн «ауырырға» онотмайыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы