RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хөкүмәт яңы ниәттәр ҡора, ғалимдар девиз эҙләй

25.05.2012 Хөкүмәт яңы ниәттәр ҡора, ғалимдар девиз эҙләй

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Президент Путин илдең яңы хөкүмәте составын раҫланы. Дөйөм алғанда, структураһы әллә ни үҙгәрмәне – беренсе вице-премьер вазифаһының берәүһе ҡыҫҡартылған. Элек Виктор Зубков “йөкмәгән” урынды хәҙер кәрәк тип тапмағандар. Игорь Сечин да киткән. Барлығы ике Премьер-министр урынбаҫары, ун министр алмашынған. Мәгәр яңы хөкүмәттә бөтөнләй тиерлек таныш булмаған исемдәр байтаҡ.
Беҙҙең яңы “Кабмин”

Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса министр барлыҡҡа килгән. Ул ошо федераль округтағы Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын бергә алып барасаҡ. Йәнә бер яңы министрлыҡ “тыуған”, ул да булһа – “Асыҡ хөкүмәт” (хәтерләйһегеҙҙер, был хаҡта ярайһы ғына күп һөйләнеләр) менән бәйләнеш буйынса.
Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы нигеҙендә хәҙер ике яңыһы булдырылды – Һаулыҡ һаҡлау һәм Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлыҡтары.
Шулай итеп, Дмитрий Медведев рәйеслеген­дәге хөкүмәттә беренсе урынбаҫар – Игорь Шувалов. Аппарат етәксеһе, Рәйес урынбаҫары – Владислав Сурков йәнә лә урынбаҫар­ҙар – Дмитрий Козак, Дмитрий Рогозин, Аркадий Дворкович, Ольга Голодец, Александр Хлопонин (ул Төньяҡ Кавказда тулы хоҡуҡлы вәкил дә).
Финанс министры – Антон Силуанов, энергетика – Александр Новак, иҡтисади үҫеш – Андрей Белоусов, хеҙмәт һәм социаль яҡлау – Максим Топилин, транспорт – Максим Соколов, спорт – Виталий Мутко, ауыл хужалығы – Николай Федоров, элемтә һәм киң коммуникациялар – Николай Никифоров, төбәк үҫеше – Олег Говорун, Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса һәм округта Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле – Виктор Ишаев, сәнәғәт һәм сауҙа – Денис Мантуров, тәбиғәт ресурс­тары һәм экология – Сергей Донской, мәғариф һәм фән – Дмитрий Ливанов, мәҙәниәт – Владимир Мединский, һаулыҡ һаҡлау – Вероника Скворцова, ғәҙәттән тыш хәлдәр – Владимир Пучков, эске эштәр – Владимир Колокольцев, “Асыҡ хөкүмәт” менән бәйләнеш буйынса – Михаил Абызов. Юстиция министры – Александр Коновалов, оборонаныҡы – Анатолий Сердюков һәм сит ил эштәре министры Сергей Лавров үҙ вазифаларында ҡалдырылды.

Ярты йылда –
ете “бөйөк эш”

Премьер-министр Дмитрий Медве­дев киләһе алты айҙа яңы хөкүмәт хәл итергә тейешле ете төп бурысты билдәләп тә ҡуйҙы.
Беренсенән, социаль-иҡтисади үҫештең төп йүнәлештәре буйынса тәғәйен дәүләт программалары йыйылмаһын тамамлау һәм ҡабул итеү. Шуларҙың биштән дә кәм булмағаны киләһе йылдың ғинуарында уҡ үҙ көсөнә инергә тейеш.
Икенсенән, парламентҡа өс йыллыҡ (2013, 2014, 2015 йылдарға) бюджетты индереү. Уны әҙерләгәндә сығымдарҙың иң һуңғы күләмен билдәләүсе яңы бюджет ҡағиҙәһенә таянырға.
Өсөнсөнән, Медведев атауынса, социаль өлкәлә айырым эшселәрҙең хеҙмәт хаҡын эҙмә-эҙлекле үҫтереүҙе тәьмин итеү.
Дүртенсенән, төҙөлөшкә, инженер инфраструктураһына ҡушылыуға рөхсәт алыуҙа таможня өлкәһендәге “юл картаһы” тигән милли эшҡыуарлыҡ инициативаһында ҡаралған сараларҙы бойомға ашырыу. Ғөмүмән, инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса ныҡлы аҙымдар яһау зарур.
Бишенсенән, Министрҙар Кабинеты алдағы ярты йылда дәүләт хеҙмәтен реформалау буйынса ярайһы ғына эштәр башҡарыр­ға тейеш.
Алтынсынан, хосусилаштырыу дауам итәсәк. Дәүләт активтарын һатыу алыш-биреше, финанс баҙарындағы хәл-торошто иҫәпкә алып, элегерәк төҙөлгән исемлеккә ярашлы башҡарыласаҡ.
Һәм етенсенән, хөкүмәт ҡарарҙарын һәр власть органында, һәр министрлыҡта булған эксперттар, йәмәғәт советтары эсендә тикшереүҙе, шулар буйынса фекер алышыуҙы тәьмин итеү. Бында бигерәк тә “Асыҡ хөкүмәт” әһәмиәтле роль уйнарға бурыслы.

Девизһыҙ илдә
күңелһеҙ?!

“Рәсәй, уңышлы үҫешкән АҡШ, Англия, ҡытайҙан айырмалы рәүештә, 1985 йылдан алып түбән тәгәрәй. Ә шул уҡ ваҡытта ҡаҙағстан, Беларусь һәм Украина уңышһыҙ төбәктәрҙән үргә күтәрелә бара”, – тигән фекерен төрлө тарихи диаграммалар, күп үлсәмле графиктар менән дәлилләй Проблемалы анализ һәм дәүләт-идара проектлау үҙәгенең генераль директоры Степан Сулакшин. “Рәсәйҙең милли идея­һы”ның исем туйында әйткән ул ошо һүҙҙәрен. Милли идеяны тиҫтәләгән йылдар буйы илебеҙҙең иң аҡыллы баштары төҙөй. Ысынлап та, ил уңышлы булһын өсөн нимә эшләргә һуң? Был хаҡта ғалимдар, парламентарийҙар, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, диндарҙар баш вата.
“Рәсәйҙең милли идеяһы” – алты томлыҡ коллектив хеҙмәт ул. Кемдәр яҙғанын тәғәйен һанап тороу кәрәкмәҫ, әммә тикшеренеүсе авторҙарҙың фән докторҙары, профессорҙар булыуын ғына әйтеү ҙә “о-һо!” тиерлек булырға тейеш.
Китапта егерме юғары ҡиммәт билдәләнгән. Илем, илем, тип тамаҡ ярыусылар мотлаҡ уларҙы яттан белергә бурыслы, имеш. Ошо ҡиммәттәр ара­һында – дәүләттең Рәсәй халҡына хеҙмәт итеүе, дискриминацияны булдырмау, мөхәббәт һәм ғаилә, социаль ғә­ҙеллек, кеше хоҡуҡтары (бында автор­ҙар бурыс, яуаплылыҡты ла индерә).
Степан Сулакшин Конституцияны яңыртыу яҡлы. Уның фекеренсә, төрлө илдәрҙә Төп законды һәр 15 – 20 йыл һайын яңырталар. Беҙҙә лә 1993 йылда раҫланған Конституцияның иҫкереүе көн кеүек асыҡ. Әлеге күп томлыҡты ижад итеүселәр, илдә үҙгәрештәр ваҡыты етте, тип белдерә. Юҡһа беҙ, ҡатламдарға бүленеп, тарҡалып, әллә ниндәй ҡыйыш юлдан барабыҙ икән. “Яңы Конституция менән юридик рәүештә нығытыл­ған милли идея халыҡты берләштерәсәк”, – ти ғалимдар.
Бынан тыш, ил өсөн девиз да кәрәклеген әйтә улар. Германияла, мәҫәлән, “Берлек, закон, азатлыҡ”, Бөйөк Британияла – “Аллаһ һәм шәхес хоҡуғы”, Чехияла – “Хәҡиҡәт тантана итәсәк”, Швейцарияла – “Берәү бөтәһе өсөн, бөтәһе берәү өсөн”, Көньяҡ Кореяла – “Барыһы ла халыҡ именлеге өсөн”, Вьетнамда “Бойондороҡһоҙ­лоҡ, Ирек, Бәхет” милли девиздары буйынса йәшәйҙәр. Әммә авторҙар Рәсәйҙә бындай өндәүҙәрҙең юҡлығына көйөнә. Һәр хәлдә, империя ваҡытындағы “Православие. Самодержавие. Народ­ность” йә советтар осорондағы “Пролетарии, всех стран соединяйтесь!” тигән кеүегерәк лозунгылар етмәй икән.
Нисек табырға һуң берәй шәп кенә саҡырыу­ҙы? Хәйер, үрҙә телгә алған үҙәк 2010 йылда уға конкурс та ойошторған. 200-ләп вариант теркәлгән.
Эҙләйек, йәмәғәт. Саҡырыу-өндәүебеҙ булһа, көнитмешебеҙ ҡырҡа еңеләйер…










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы