RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәләкәттең ҙуры-бәләкәйе булмай – барыһы ла оло бәлә

04.05.2012 Һәләкәттең ҙуры-бәләкәйе булмай – барыһы ла оло бәлә

Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге илдең 46 төбәгендә 1600 кеше ҡатнашлығында атом электростанциялары төҙөүгә бәйле һорау алыу уҙғарған. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, ватандаштарҙың күбеһен улар йәшәгән тирәлә АЭС булыуы хәүефләндерә.
Былтыр ошондай уҡ һорашыуҙарҙы Японияла «Фукусима» станцияһында булған һәләкәттән һуң үткәргәндә, АЭС-тар һанын арттырырға кәрәклеген халыҡтың 17 проценты ғына хуплаған. Быйыл иһә әлеге позиция 27 процентҡа еткән. Үрҙә телгә алған 1600 кешенең 38 проценты станциялар һанын әлеге кимәлдә ҡалдырыу яҡлы.
Респонденттарҙың 57 проценты атом электр станцияларын хәүефһеҙ тип һанамай. Был күрһәткес артҡан − былтыр кеше­ләр­ҙең 45 проценты шулай уйлаған. Әйткәндәй, яңы АЭС-тар төҙөүгә бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡалалар халҡы ҡаршы төшкән (78 процент).
Кешенең бындай объекттарға ҡаршы булыуын аңларға мөмкин. Илебеҙ халҡы Чернобыль фажиғәһен онотмаясаҡ. Апрель аҙағында күптәрҙе тетрәткән ваҡиғаға 26 йыл тулды.

Үткәнде йәшереп булһа икән…

Чернобыль һәләкәте ХХ быуаттың икенсе яртыһында иң ҙур техноген һәм гуманитар катастрофа булды. Бер аҙ тарихҡа туҡтал­ғанда, шуны һөйләргә булыр ине: 1986 йылдың апрелендә дүртенсе энергия блогын ремонтҡа туҡтатҡанда, реакторҙағы ҡеүәтте контролләй алмайҙар, һөҙөмтәлә һыуытыу системаһы ныҡ ҡыҙа һәм шартлау була. Аварияның тәүге көндәрендә үк радиоактив болот яҡын тирәгә генә түгел, ә Рәсәйҙең көнбайыш төбәктәренә, хатта көнсығыш һәм төньяҡ Европаға ла таралған. Украина ССР-ның Припять ҡалаһынан, АЭС тирәләй 30 саҡрым ерҙән 115 меңдән ашыу кешене эвакуациялайҙар. Емерелгән энергия блогы өҫтөндә «Укрытие» объекты, йәғни тәүге саркофаг 1986 йылдың аҙағына төҙөлә. Әммә АЭС өлөшләтә 2000 йылдарға тиклем эксплуатациялана.
Быйыл бында йәнә лә бер саркофаг төҙөлөшөнә нигеҙ һалынды. Яңы һаҡлаусы көмбәҙ реакторҙы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлаясаҡ. Эксперттар, бының шулай булыуын, йәғни атмосфераға зарарлы матдәләр таралыуы ҡырҡа кәмеүен таныһа ла, саркофаг тотош проблемаларҙы хәл итмәй, тип бара. Сөнки радиоактив элементтар 100 йыл буйы тарҡала. Етмәһә, реактор эсендә ниндәй химик реакциялар барғанын белеп тә булмай.
Әйткәндәй, саркофагты төҙөү хаҡы − бер ярым миллиард евро. Уны 2015 йылға төҙөп бөтәсәктәр. Объекттың оҙонлоғо – 150, бейеклеге – 105, киңлеге 260 метр арка формаһындағы ҡоролманан ғибәрәт.
Бөгөн АЭС-тағы барлыҡ реакторҙар һүндерелһә лә, бында 3,5 мең кеше эшләй. Сөнки ядро яғыулығы тулыһынса бушатылмаған, белгестәрҙең күҙәтеүе мотлаҡ. Эйе, бәлә бер ҡайҙа ла китмәгән, уны бары тик саркофаг ҡына ҡаплай. Тимер-бетон плиталар, ҡом, емерек блоктар аҫтында, белгестәр иҫәпләүенсә, 135 – 180 тонна ядро яғыу­лығы ята. Нисек ята – берәү ҙә белмәй.

Чернобыль тураһындағы уйҙырмалар

Бындағы фажиғә эҙемтәләре хаҡында бөгөнгәсә бәхәстәр бара. ҡайһы бер белгестәр һәләкәттең иҫ киткес ҙур масштабта булыуын һөйләй, ә берәүҙәр, ысынында, улай уҡ ҡурҡыныс түгел, тигән фекерҙә.
Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһының Атом энергетикаһының хәүефһеҙ үҫеше проблемалары институты директоры урынбаҫары Рафаэль Арутюнян раҫлауынса, Чернобыль тураһындағы факттарҙың күбеһе бары тик уйҙырма ғына.
Шулай итеп, беренсе уйҙырма: һәләкәт йөҙҙәрсә мең кешенең сәләмәтлегенә насар йоғонто яһаған.
Былтыр Рәсәй медик-дозиметрик регистры аварияның 25 йыллығына арналған Веналағы халыҡ-ара форумда күҙәтеү аҫтында булған 500 мең кеше хаҡында мәғлүмәттәр биргән. Унда теркәлеүенсә, һәләкәттең берҙән-бер иң етди эҙемтәһе – балалар араһында ҡалҡан биҙенең яман шеше таралды. Ғөмүмән алғанда, бысранған райондарҙа теркәлгән 400 рак сире осрағының 200-ө Чернобыль һәләкәте эҙемтәһенә инә.
Икенсе уйҙырма: генетик эҙемтәләр кешелек һәм тәбиғәт өсөн үтә хәүефле.
Эксперт әйтеүенсә, һуңғы 60 йылда донъя фәне ентекле тикшеренеүҙәр үткәреп, радиация нурланышы арҡаһында кешенең ниндәйҙер генетик тайпылышын бер тапҡыр ҙа күҙәтмәгән.
Ә тәбиғәткә тәьҫир итеүенә килгәндә, емерелгән энергоблок янында ағастар 2000 рентгенға тиклем нурланыш алған. Әле иһә урман тергеҙелгән.
Өсөнсө уйҙырма: властар аварияның күләме хаҡында өндәшмәгән, Припять ҡалаһынан да халыҡты эвакуациялауҙы насар ойошторған.
Рафаэль Арутюнян фекеренсә, ул йылдарҙа радиация торошон контролләү системаһы ышаныслы булмаған, был тиҙ арала ниндәйҙер мәғлүмәт алыу ҙа мөмкин түгел тигәнде аңлата. «Тәүге мәлдә властар нимә булғанын үҙҙәре лә аңламаған», − ти профессор.
Халыҡты был тирәнән күсереү тиҙ башҡарылған. Уларҙы кире ҡайтарырға ла мөмкин булыр ине, тик биләмәләр генә ентекле таҙартылмаған.
Шуныһын да әйтә Арутюнян: АЭС-тағы һәләкәт, тәү сиратта, станциялағы персоналдың һынауҙар үткәреү программалары ҡағиҙәһен боҙоуы арҡаһында булған. Быға реактор конструкцияһының кәмселеге лә өҫтәлгән.
1986 йылдан һуң беҙҙә лә, сит илдәрҙә лә атом электр станцияларында хәүефһеҙлек системаһы мөмкин тиклем камиллашты­рыл­ған. АЭС тирәләй радиация торошон күҙәтеүҙең автоматлаштырылған системаһы селтәре һуҙылған. Теләгән һәр кеше, интернетҡа инеп, махсус сайтта теге йәки был станциялағы хәл-торошто ҡарай ала.

Ниндәй ул «Чернобыль бүреһе»?

Аварияла күпләп күсерелгән халыҡтың бер төркөмө, күпмелер ваҡыт үткәс, кире үҙ өйҙәренә ҡайтҡан. Улар «ябыҡ зона»ла төрлө тораҡ пункттарҙа йәшәй.
Ошо уҡ биләмәлә, әлбиттә, башҡа йән эйәләре лә бар, шул иҫәптән 73 төр хайуан һанала. Шуларҙан иң күп иғтибар бүрегә күрһәтелә. «Чернобыль бүреһе» бик ҡурҡыныс итеп тасуирлана. Улар бик күп, әлеге биләмәлә барлыҡ тояҡлы йәнлектәрҙе ашап бөткән, өйөрҙәре менән илдең башҡа төбәктәренә килеп сыға, былар бүре генә түгел, ә ғәләмәт ҡурҡыныс бүре-эттәр.
Ысынлап та, был төбәктә бүреләр йәшәй. Бәлки, һаны буйынса башҡа төбәктәрҙәгегә ҡарағанда күберәктер ҙә. Бының да булыуы мөмкин. Сөнки авариянан һуң әлеге биләмәләрҙә кеше ҡалмаған тиерлек. Халыҡ араһында йыртҡыстарҙың көндөҙ ҙә иркенләп йөрөүе, йыш ҡына күпер, юлдарға сығыуы тураһында хәбәрҙәр таралған. Бының да сәбәбе – эргә-тирәлә кешенең булмауы.
Шулай ҙа Чернобыль мутанттары хаҡында мәғлүмәттәр нигеҙле тиеүселәр ҙә күп. Улар дәлилдәр ҙә килтерә. Ике башлы йылан, биш аяҡлы ҡуян, гигант алма һәм сысҡан, төндә яҡтырыусы йәнлектәр һ.б. ҡайһы бер белгестәр, был уйҙырма, тип аҡланырға, бәлки, етәкселек ҡушыуын үтәргә тырышһа ла, йылдан-йыл кире ҡаҡҡыһыҙ факттар асыҡлана тора.
Чернобыль күп быуындар өсөн уңалмаҫ яра булып ҡалыр инде…

Әйткәндәй

Былтыр Японияла ер тетрәү арҡаһында «Фукусима − 1» АЭС-ында шартлау булғайны. Был Японияға күп ҡатмарлылыҡ килтерҙе. Әлеге станция тирәһе, радиоактив йәһәттән бысраныу сәбәпле, алдағы ун йылда йәшәүгә яраҡһыҙ тип табылған. Радиация кимәле йылына 20 миллизиверт булғанда кешеләргә йорттарына ҡайтырға рөхсәт ителә. Әлегә ошо күрһәткес юғары булған ете район асыҡланған. АЭС-тан 20 саҡрым радиустағы биләмә ябыҡ зона тип иғлан ителгән.
Фукусимала һәләкәт булыу менән, уның хаҡында һөйләгәндә йыш ҡына Чернобыль фажиғәһен дә иҫкә алып, сағыштыра башланылар. Шулай ҙа белгестәр, был ике һәләкәтте бергә ҡуйыу төптө дөрөҫ түгел, ти.
«Фукусима − 1»-ҙе лә, Чернобыль АЭС-ын да иң тәүҙә аварияның ҙурлығы һәм дәүләтте электр менән тәьмин итеүҙәге әһәмиәте берләштерә. Чернобыль һәләкәткә тиклем Украиналағы бөтә электр энергияһының 10 процентын етештергән. Япониялағы АЭС-тың ҡеүәте беҙҙекенән 2,5 тапҡырға юғары булған.
Авария сәбәптәре төрлө булғанлыҡтан, бәлки, ысынлап та, был ике объектты сағыштырыу мөмкин дә түгелдер. Шулай ҙа Япониялағыһын, көслөрәк, тиҙәр. Әйткәндәй, аварияға ҡаршы көрәш алымдарының ҡырҡа айырылыуын да билдәләйҙәр. Чернобылдә авария бер блокта булған, ә ҡалған өс блокта персонал эшләүен дауам иткән, йәғни тотош АЭС-тағы хәл-торош күҙәтеү аҫтында тотолған. Ә Японияла иһә эшсе-хеҙмәткәрҙәр шартлауҙан һуң өс-дүрт көн үткәс тә станцияны ҡалдырып киткән. Был хәлде ҡатмарлаштырған ғына.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы