НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Башҡортостан иҫәп алыуға әҙер

Башҡортостан иҫәп алыуға әҙер


Башҡортостан район һәм ҡалаларына Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡулланыласаҡ документация, бланкылар, башҡа кәрәк-яраҡ оҙатылды. «Башҡортостанстат» тарафынан ебәрелгән йөктөң дөйөм ауырлығы 70 тоннаға етә, шуның 40 тоннаһы – иҫәп алғанда тултырыласаҡ ҡағыҙҙар. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, переписчиктар (республикала 10 меңдән ашыу иҫәп алыусы эшләйәсәк) күк төҫлө портфель, шундай уҡ шарф аласаҡ, өҫтәп фонарь, һыҙғыртҡыс та бирелә.
13 сентябрҙән иҫәп алыу участкалары мөдирҙәре эш башланы. Дәүләт статистикаһы белгестәре уларға дүрт көнлөк «дәрес бирҙе». 4 октябрҙә инструкторҙар ҡабул ителә, ә 8-ендә – иҫәп алыусылар. Уларҙың барыһы ла ентекле уҡытыла, акция тәртибен белеүгә һынау ҙа тотасаҡтар һәм, әлбиттә, бланкылар тултырыу буйынса «имтихан» бирәсәктәр.
Дөйөм алғанда, республика биләмәһендә халыҡты һанауҙа 631 иҫәп алыу участкаһы мөдире, 2528 инструктор, 10088 переписчик ҡатнашасаҡ. Тағы ла 2010 иҫәп алыусы стационар иҫәп участкаларында эшләйәсәк. Тейешле биналар һайлап алынған, әҙерлек этабы тамамланыуға бара. Киләһе этап – иҫәп алыу. Был мөһим сарала һәр Рәсәй кешеһе, үҙенең барлығын белдереп, ҡатнашыр, ил киләсәген күҙаллауға өлөшөн индерер тип ышанғы килә.
«Л»
формаһындағы иҫәп алыу ҡағыҙы

Переписчик һеҙгә килеп ингәс тә, ошо йортта даими йәшәүселәр йәки 2010 йылдың 14 октябренең төнгө 12 сәғәтенә кемдәр тороуы тура­һында һораша. Исем­лек берәйһен ике тапҡыр яҙмау йә иҫәпләмәй ҡалдырмау өсөн мөһим. Йорт адресы, исем-фамилия яҙыласаҡ был «С» формаһындағы бланк эшкәртелеүсе ҡағыҙҙар иҫәбенә инмәй.
«Л» формаһындағы иҫәп алыу ҡағыҙын иң төп бланк тиергә мөмкин, сөнки илдә даими йәшәүсе­ләрҙең барыһына ла тултырыла. Ул 25 һорауҙан тора. Тәүге һорауҙа «С» ҡағыҙында беренсе яҙы­лыусы, артабанғы ғаилә ағзаларының уға кем булыуы теркәлә. Мәҫәлән, «беренсе яҙылған», «ҡатыны йә ире» һ.б. Шулай уҡ «туған түгел» тигән пункт та бар. Ул кеше ошонда йәшәүсе бала тәрбиәсеһе, ялланған эшсе булыуы мөмкин. Артабан кешенең енесе, йәше, тыуған урыны, ғаилә хәле, гражданлығы, милләте, белеме, ниндәй телдәр белеүе, килем сығанаҡтары, мәшғүллеге, миграция хәле һәм ҡатындар өсөн тапҡан балаларының һаны, тәүге балаһының тыуған ваҡыты хаҡында мәғлүмәт алына. Һорауҙар ябай. «Белем һәм уҡыу» бүлегендә яңылыҡ бар. Бында белем кимәле хаҡында һорауҙар рәтенән юғары уҡыу йортон тамамлаусылар өсөн бер нисә вариант яуап билдәләнгән – бакалавр, белгес, магистр. Ә вузды 1995 йылға тиклем тамамлағандар белгес тип яуап бирергә тейеш. Ошоларға яуап алып, илдә нисә фән докторы, кандидаты булыуы билдәләнәсәк. Әйткәндәй, бер ниндәй ҙә белеме булмағандарға «Уҡый-яҙа беләһегеҙме?» тигән һорау бар.
Тел тураһында һорауҙар бүлегендә «Ым-ишара теле» пункты ла бар. Быны Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте үтенесе менән индергәндәр.
Бланкының икенсе битендә йәшәү сығанаҡтары хаҡында яуап бирергә тура килер. Унда яуап­тарҙың варианты күрһәтелгән. Күпме килем инеүе менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынмаясаҡ. Бары тик сығанаҡтарҙы билдәләргә кәрәк. Улар – хеҙмәт эшмәкәрлеге, шәхси ярҙамсы хужалыҡ, пенсия, пособие, стипендия, ҡуртымға милкеңде биреп тороу, алимент, иждивение һәм башҡа төрлө булыуы мөмкин.
Мәшғүллек тураһындағы һорау ҡатмарлылыҡ тыуҙыр­ма­ясаҡ. Переписчик эш урынығыҙҙың йәшәгән ерегеҙгә нисек урынлашыуы тураһында ла белешәсәк. Шулай уҡ өҫтәмә эшегеҙ хаҡында ла һорау бар.
Миграция бүлеге ҡайһы берәүҙәрҙә хәүеф тыуҙыра. Бында иҫәп алыусы һеҙҙән ҡайҙа теркәлеүегеҙ хаҡында документ күрһәтеүҙе һорамаясаҡ, ә ошонда ҡасандан бирле даими йәшәүегеҙгә ҡағылышлы ғына яуап аласаҡ.
Был формалағы бланкының аҙаҡҡы һорауы бала тыуҙырған 15 йәштән өлкән ҡатындарға ҡағыла («Нисә бала таптығыҙ?» «Тәүге балағыҙҙың тыуған ваҡыты»). Мәғлүмәттәр тыуым өлкәһендәге тенденцияларҙы билдәләү һәм ҡатын-ҡыҙҙың репродуктивлылығындағы үҙгәрештәрҙе өйрәнеү өсөн мөһим.

Мин ни өсөн перепистә ҡатнашырға тейешмен?

Зәйнулла Игелеков, 72 йәш:
– Үҙ ғүмеремдә биш халыҡ иҫәбен алыу сараһында, бихисап һайлауҙа ҡатнаштым. Ойоштороусылар рәтендә лә йөрөргә тура килде. Кеше үҙенең барлығын белдерергә тейеш.
Перепистәр киләһе быуын­дар өсөн мөһим. Беҙ нисек балаларыбыҙға файҙа килтерерҙәй ваҡиғанан ситтә ҡалайыҡ? Унан килеп, милләтебеҙ һанын арттырыуға тос өлөш индерҙем, тип уйлайым – рухлы алты балам, ун өс ейән-ейәнсәрем бар. Барыбыҙ ҙа акция башланырын көтәбеҙ. Ҙур ғаилә башлығы булараҡ, балаларымдың да һорауҙарға яуап биреүен тәьмин итәсәкмен.

Сәриә Мөхәмәтйәнова, 64 йәш:
– Беҙ, өлкән быуын, барлыҡ йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашабыҙ. Бына йәштәрҙең иҫәп алыуҙа ҡатнашыуын теләйек. Битарафтар күбәйеп китте юғиһә. Беҙ бит халыҡ вәкилдәре, бөртөкләп һаналабыҙ. Шуныһы иң мөһим һорауҙыр.

Ғәлим Саттаров, 36 йәш:
– Ошо сара «арҡаһында» күп кенә бәхәстәргә инелде. Тел мәсьәләһе бер ни тиклем һорау тыуҙырҙы – көнбайыш райондан мин. Туғандар, ниндәй телдә һөйләшәбеҙ, шул халыҡ вәкиле инде беҙ, тиһә лә, йөрәктә икеләнеү булғас, ар­хивҡа юлландым. Шәжәрәм­де төҙөүгә күп кенә ваҡыт китһә лә, асыҡланым барыбер кемлегемде. Перепись миңә ата-бабамды, ырыуымды билдәләргә ярҙам итте. Ә мин, үҙ сиратымда, акцияла мотлаҡ ҡатнашырға тейешмен. Ар­хивта юҡҡа ултырҙыммы ни?

Шул уҡ ваҡытта

Республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә халыҡ иҫәбен алыуҙы бары тик сәйәсиләштереп, бысраҡ технологиялар файҙаланып, «өгөт-нәсихәт» (быны ҡотҡо тиергә лә мөмкин) таратып йөрөүселәр барлығы ишетелеп ҡала. Был бигерәк тә «Милләтең кем?» тигән һорауға яуап биреүгә йәки бирмәүгә йүнәлтелгән. Хатта туғандаш республиканан билдәле шәхестәр «десанты» килеп төшкән, имеш. Халыҡҡа теге йәки был эште көсләп тағып булмай – һәр кем йөрәге ҡушҡанса эшләй.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.

Сығыу ваҡыты 18-09-2010, 14:33 | Ҡаранылар: 1411
|
  • Һәйбәт үтте, һөҙөмтәләрен көтәбеҙ
  • Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!
  • Әҙербеҙ һәм көтәбеҙ!
  • Милләтең кем?
  • Ил киләсәген билдәләүгә үҙ өлөшөңдө индер
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM