НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Алтын һатып бөләйек тә, һалам һатып көләйек

Алтын һатып бөләйек тә, һалам һатып көләйек


Был юлы көндәлек донъя мәшә­ҡәттәренән алыҫыраҡ тойолған, әммә һәр аңлы кешенең йөрәген тырнап торған мәсьәләләр хаҡында фекерләшеп алайыҡ әле.
«Бер алманы бишкә бүләйек…» – тип йырлағанығыҙ барҙыр. Шул бишәүҙең береһе Рәсәй өлөшөнә тейеш тә бит, ләкин илебеҙҙең һонолған ҡулы йыш ҡына буш ҡала. Ни сәбәпле? СССР тип йөрөтөлгән ифрат ҙур ил тарҡалғас та, Рәсәй бөтә ҡоро ерҙең алтынан бер өлөшөн биләп ятҡан, бихисап матди байлыҡҡа хужа булған дәүләт булып ҡала. Дөрөҫ, әлегә биләгән ере буйынса. Иҡтисади, финанс, хәрби ҡеүәте йәһәтенән Рәсәй, әлбиттә, объектив сәбәптәр арҡаһында, АҠШ, Ҡытай, Бөйөк Британия, Алман, Япония кеүек донъя лидерҙары менән тиңләшә алмай.
Күптән түгелге тарихта идеологияның иҡтисад закондарынан өҫтөн булыуы технологияла артта ҡалыуға килтереп ҡалманы, бәлки ул сиргә хроник төҫ бирҙе. Бөтә донъяға көс менән яңғыҙ ҡаршы тороу доктринаһы Советтар Союзын һәм уның төп вариҫы булған Рәсәйҙе халыҡ-ара изоляцияға килтерҙе. Социалистик илдәр берлеге тип аталған аморф союз тарҡалып, үҙ-ара ярҙамлашыу ойошмаһы (СЭВ) йәшәүҙән туҡтағас, Рәсәй донъяла иҡтисади уҙаҡташтарһыҙ тороп ҡалды. Һүҙ тышҡы бәйләнештәрҙең өҙөлөүе тураһында бармай. Мәсьәлә икенсе нәмәлә һәм бында проблема тәрәнерәк. Иҡтисади мөнәсәбәттәр, сауҙа ике яҡ өсөн дә отошло шарттарҙа алып барылырға тейеш. Мөнәсәбәттәр һәм алыш-биреш халыҡ-ара килешеүҙәр, төрлө ваҡытҡа иҫәпләнгән ике яҡлы килешеүҙәр һәм протоколдар менән көйләнә. Әгәр инде бер төркөм ил, ниндәйҙер иҡтисади союзға инеп, комплекслы хеҙмәттәшлек тураһында килешә икән, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте закон рәүешен ала, һәм ошо документ процеста ҡатнашыусы һәр илдең мәнфәғәтен яҡлай.
Ябайлаштырып әйткәндә, ҙур дәүләттәр һәм дәүләттәр берекмәләре араһындағы мөнәсәбәттәр ошондай закондар нигеҙендә ҡоролған. Әгәр ниндәйҙер дәүләт ошо закондар йоғонтоһо аҫтында түгел икән, ул яңғыҙы, сауҙала демпингҡа, дискриминацияға дусар ителеп, конкуренцияла еңелеп, ҙур финанс юғалтыуҙары кисереп, тауарҙарын түбән хаҡ менән үткәрә, юридик бәхәстәр килеп сыҡҡанда закон тарафынан яҡлау таба алмай көн күрергә мәжбүр. Заманында донъяның биштән бер өлөшөн биләп ятҡан Советтар Союзы ла, хәҙер килеп – Рәсәй Федерацияһы ла, ғәжәпкә ҡаршы, цивилизациялы донъяла закон булып һаналған күп ҡағиҙәләрҙән ситтә йәшәне. Был хәлдең ил иҡтисадына һәм көсәйә барырға тейешле халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә ни ҡәҙәре зыян килтереүе хаҡында ниндәй­ҙер дәлилдәр кәрәкме икән?
Ғәҙәти кеше сауҙаны ни рәүешле күҙ алдына килтерә? Береһе һата, икенсеһе һатып ала, Туҡай әйтмешләй, «береһе алдай, шунда береһе алдана…» Шулай ҙа сауҙаны, алдау мәктәбе тип, самаһыҙ ябайлаштырып ҡарау дөрөҫ түгел.
Әгәр, мәҫәлән, АҠШ, сәйәси мәнфәғәттәрен өҫтөн күреп, Рәсәйҙә етештерелгән юғары сифатлы ҡорос прокатҡа йә бик түбән хаҡ ҡуя, йә, сәбәбен аңлатмай-нитмәй, уны һатып алыуҙан баш тарта, өҫтәүенә, әшнәләрен дә шуға ҡоторта икән, Рәсәй ни хәл итә ала? Рәнйеүле күңел менән генә ҡала. Әгәр Рәсәй нефте ғүмер баҡый ғәрәп һәм Норвегия неф­тенән осһоҙораҡҡа һатып алына, ил ҡаҙнаһы шул арҡала ҙур юғалтыуҙар кисерә икән, ни саралар ҡылырға? Ауыл хужалығы продукттары менән дә мәсьәлә шулай тора.
Сауҙа итеүҙең асылын Американың етенсе Президенты Эндрю Джексон, беҙҙеңсә, бик тапҡыр әйтеп биргән: «Сауҙа – ҡайҙалыр күп булған нимәнелер алып, ул айырыуса аҙ булған урынға илтеп ҡуйыу». Ләкин ябай ғына һүҙҙәр менән аңлатылған процесс ғәйәт ҡатмарлы финанс, иҡтисади, юридик, сәйәси коллизияларҙы үҙ эсенә ала.
Советтар Союзының донъялағы эш-хәрәкәттәргә йоғонто яһарлыҡ дәүләт булыуына ҡарамаҫтан, ниңә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (ВТО) инмәй килеүе, төптәнерәк уйлағанда, аңлашылалыр. Рәсәй иһә, ҡәтғи үҙәкләштерелгән планлаштырыуҙан һәм производство менән идара итеүҙә команда-административ ысулдарҙан баш тартҡас, баҙар иҡтисады шарттарында эшләргә объектив рәүештә мәжбүр булғас, үҙенең урынын халыҡ-ара ойошмала юридик яҡтан нығытып ҡуйыу зарурлығын асығыраҡ тоя башланы. Әлбиттә, халыҡ-ара ҡағиҙә­ләрҙе һәм закондарҙы бик һанламай ҙа йәшәргә була, әммә былай йәшәү ил иҡтисадына ҙур юғалтыуҙар килтереп һәм сауҙала даими дискриминацияға дусар итеп кенә ҡалмай, бәлки Рәсәйҙе үҙ проблемалары менән япа-яңғыҙ ҡалдыра, донъя йәмәғәтселегенән илде артабан да ситләштерә.
ВТО мәсьәләһенә туранан-тура ҡа­ғылғас, уҡыусыны уның тарихы хаҡында ла бер аҙ хәбәрҙар итәйек.
Ул 1995 йылға ҡәҙәр тарифтар һәм сауҙа тураһында генераль килешеү (ГАТТ) тип йөрөтөлә ине һәм 1947 йылда 23 ил тарафынан таможня пошлиналарын һәм халыҡ-ара сауҙала бүтән төрлө кәртә­ләрҙе кәметеүгә йүнәлтелгән күп яҡлы хөкүмәт-ара килешеү рәүешендә булдырылғайны. ГАТТ-тың төп принцибы булып сауҙала унда ҡатна­шыусыларҙың һәммәһенә лә тигеҙ өҫтөнлөклө ыңғай шарттар тыуҙырыу торған. Һуғыштан ҡаҡшаған донъяла иҡтисадтар араһында ыңғай режимда хеҙмәттәшлек итеүҙең ни ҡәҙәр мөһим булыуын аңлауы ауыр түгел.
Хәҙер ВТО-ға 140-тан ашыу ил инә. БДБ илдәренең дә күпселеге – унда ағза. Утыҙ дәүләт, шул иҫәптән Рәсәй ҙә бына ике тиҫтә йыл самаһы ошо ойошмаға инергә тырыша. Заманында Ҡытай Халыҡ Республикаһы сиратты 16 йыл көткән. Украина ла ВТО-ға былтыр ғына инде. Был йәһәттән беҙ күршеләрҙең яҙмышын уртаҡ­лашҡан да кеүекбеҙ.
Рәсәйҙең ВТО-ға инеү-инмәү мәсьә­ләһе бына күп йылдар инде илдә төрлө кимәлдә, хатта урынлы-урынһыҙ, сәйәси шауҡым менән тикшерелә килә. Ил етәкселеге араһында был мәсьәләлә әле булһа төйнәлгән фекер юҡ. Әгәр, мәҫәлән, иҡтисад блогы министрҙары бының зарурлығын тәҡрарлаһа, ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе етәкселәр, ВТО-ға инеү АПК-ны ерләү менән бер, тип ҡурҡыта. Һәр кемдең үҙ ҡарашы, әммә юғары чиновниктар мәсьәләнең асылын халыҡҡа түгел, хатта бизнес-йәмәғәтселеккә лә аңлатыуҙы кәрәк тип тапмай. Билдәһеҙлек төрлө имеш-мимеш, уйҙырмалар килеп сығыуға сәбәпсе була.
Йәмғиәт һәм бизнестың был мәсьәләлә томаналығын уларҙың ғәйебе тип тә атап булмай, сөнки дәүләттең эҙмә-эҙлекле тышҡы сәйәсәте әле булһа юҡ. Ойошмаға инергә теләк белдереп, ГАТТ секретариатына хөкүмәт тарафынан рәсми ғариза бирелгәс тә бер кемдең халыҡҡа уның эшмәкәрлек принциптарын, шуға оҡшаш ойошмаларҙан айырмаһын, ил иҡтисадына һәм халыҡтың көнкүрешенә ихтимал йоғонтоһон аңлатыу башына килмәне. Йәмәғәтселек тә, сәнәғәти һәм аграр тауар етештереүселәр ҙә бер нәмәне үҙҙәре өсөн аныҡлай алмай: ВТО – һәйбәт нәмәме, әллә насармы һәм, әгәр насар икән, кем өсөн? Беҙҙең маҡсатҡа үтә аҡрын барыуыбыҙҙың да сәбәбе шунда – беҙ ҡайҙа йүнәлеүебеҙҙе аңламаныҡ һәм шуға күрә ашыҡманыҡ та, дәүләт эшмәкәр­ҙәре лә, эшҡыуарҙар ҙа Рәсәй кешеләренә хас булғанса вайымһыҙлыҡ күрһәтә. Әллә улар: «Ҡыҙҙырылған шешлек еҫенә кем бик ашыға, шул йыш ҡына ишәктәргә тамға баҫҡан ергә килеп етә», – тигән Көнсығыш әйтемен онота алмаймы икән? Ул ғына ла түгел, дәүләт мәнфәғәттәрен күҙәтеүсе төп көс булған сәнәғәтселәр ВТО-ға инеү буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашмай, ә йәмәғәтселек өсөн был тема – ғөмүмән, ҡара урман.
Күпселек тауар етештереүселәрҙең әлеге процеста ҡатнашыуы, хатта ҡаршылыҡ күрһәтеүе аңлашылалыр. Әгәр ВТО-ға инә ҡалһаҡ, сит ил тауарҙары Рәсәйгә таможня кәртәләреһеҙ инәсәк һәм сифаты, хаҡы менән үҙебеҙҙең тауарҙарҙы ҡыҫырыҡлаясаҡ. Сөнки ҡулланыусы арзан, сифатлы тауар­ға өҫтөнлөк бирә. Улар иһә Рәсәйҙә юҡ. Ауыл хужалығында беҙҙең хәл тағы ла мөшкөлөрәк. Бер үк шарттарҙа беҙҙең етештереү, эшкәртеү һәм һатыу предприятиелары Европа Союзы, Америка, Япония һәм Ҡытай менән конкурентлыҡ итә алмай. ВТО-ға ингән хәлдә дәүләт йүнләп файҙа бирмәүсе ресурстарҙы улар мөмкин ҡәҙәр һөҙөмтә килтереүсе тармаҡтарға күсерергә мәжбүр буласаҡ. Ҡайһы бер предприятиеларға баҙарҙы ҡалдырырға, ә эшһеҙ кешеләргә икенсе эш эҙләргә йәки бүтән квалификация һайларға тура килә. Был юл, әлбиттә, еңел түгел, әммә уның емеше киләсәктә өлгөрөп етә. Мәҫәлән, йөҙ йыл элек АҠШ-та халыҡтың 79 проценты ауыл хужалығында эшләгән, хәҙер иһә, ВТО-ға инеү, глобалләштереү, сауҙала либералләштереү һөҙөмтәһендә ауыл хужалығында халыҡтың бер проценты ғына эшләй. 78 проценты, эшен ташлап, икенсе квалификация алған. Уның ҡарауы, АҠШ-та тормош йөҙ йыл элеккегә ҡарағанда күп тапҡырға яҡшыраҡ.
Һәм, ахыр килеп, ике генә нәмәгә иғтибар йүнәлтергә кәрәктер. ВТО – бик демократик ойошма, һәм унда «бер ил – бер тауыш» тигән система йәшәй, уның ағзаларының иҡтисади һәм дипломатик мөмкинлектәре мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһай алмай. Ошо күҙлектән ҡарағанда, 80 мең халҡы булған Антигуа һәм Барбуда принцибы – сауҙа мөнәсәбәттәрендә дискриминацияның булмауы. Рәсәйгә шул етмәй ҙә инде.
Нимә тиһәк тә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында ағза булыу сәйәсәте ҡапма-ҡаршы тороу, көндәшлек төҫөн алды. Рәсәй был мәсьәлә буйынса Американың ризалығына, ниһайәт, ирешһә лә, Грузияның, Польшаның дошмансыл сәйәсәте ВТО юлында әлегә үтә алмаҫлыҡ кәртә булып тора. Грузия – ВТО ағзаһы, теләһә, фатихаһын бирә, көйө килмәһә, имзаһын кире ҡайтарып ала.
Беҙҙең көтөү иһә самаһыҙ һуҙылды. Нефть, ғаз, ағас, башҡа төрлө сеймал һатып көн күргән илгә, әлбиттә, «алтын менән сауҙа итеп бөлгәнсе, һалам һатып байыған хәйерлерәк» тигән ҡағиҙәне оноторға ярамай.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Сығыу ваҡыты 18-09-2010, 14:26 | Ҡаранылар: 1335
|
  • Ярлы туғанын байҙар һөймәҫ
  • Оҙаҡ көрәштек. Инде эшләйек
  • Берҙәмлеккә бәрәкәт өҫтәйек
  • Эй ҡыҫҡа ғүмерҙәр!
  • Белем-шәхесте, ғилем илде күтәрә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM