RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инәбеҙ

19.11.2011 Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инәбеҙ

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инәбеҙ
ҡыҙыҡ был донъя. Унан да бигерәк кешеләре ҡыҙыҡ. Әллә аҡылдан яҙыу шулмы? Аһ-аһ, һүҙҙе ҡайһылай ҙа күңелһеҙ нәмәнән башланың, тиер күптәр. Сәбәпһеҙ түгел шул. Бер нисә көн элек яңылыҡтар араһынан Рәсәй гражданлығы һораған 21 меңдән ашыу серб хаҡындағы мәғлүмәтте «һөҙөп» алдым. Косово, Метохия сербтары (сербтар – көньяҡ славян халҡы, дөйөм һаны 12 – 13 млн кеше, дине – православие) беҙҙең Дәүләт Думаһына уҡ мөрәжәғәт иткән, имеш. Улар үҙҙәренең ғүмерҙәре өсөн хәүефләнә һәм Рәсәй тарафтарына юлланырға хыяллана. Думаның халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы, депутат Семен Багдасаров был халыҡҡа гражданлыҡ биреп, Себергә урынлаштырырға тәҡдим иткән.
«Халыҡ-ара аренала беҙҙең абруйҙы күтәреү тәңгәленән сербтарҙы «ҡанат аҫтына» алыу ниндәйҙер бер символик аҙым булыр ине. Уларҙы ҡабул итмәһәк, беҙҙең мәнфәғәттәргә зыян килер ул...» Шулай ти депутат әфәнде.
Әйҙәгеҙ, һәр береһен ҡабул итәйек. Йорт бирәйек, эш, льготалар. Күңел киң. Ә бәлки, алмашырғалыр – Рәсәй менән ҡәнәғәт булмағандар китһен, килергә теләгәндәр килһен. Нимә ул Ватан? Ошонда тыуып, ошонда хәйерсе кимәлендә булһа ла көн итеп маташҡан миллиондарса халыҡтың тормош кимәлен нисегерәк яҡшыртырға, тип баш ватһа булмаймы икән ул депутат мандатын йөрөтөүсе әҙәм?! Һәр кем бөгөн үҙенсә аҡылдан яҙа. Етмәһә, һайлау алдында торабыҙ. Эйе, бөгөн һәр кем үҙенсә һайлай – кешеләр ҙә ҡайҙа йүнәлергә белә, илдәр ҙә ҡайһы ил менән арҡа терәшергә, ҡайһы илде «күпер» рәүешендә ҡулланырға белә. Ана бит, американдарҙың ниәте ҡалай.

Ни өсөн Рәсәй менән дуҫ булырға?

Американдар бының ун сәбәбен билдәләп тә ҡуйған. Эйе-эйе, Вашингтон сәйәсмәндәре үҙ түрәләренә беҙҙең менән ни өсөн яҡшы мөнәсәбәттә булырға кәрәклекте бик төптән уйлап еткергән. Клинтон Грем Эллисон һәм Роберт Блэквил атлы әфәнделәр «Рәсәй һәм АҡШ-тың милли мәнфәғәттәре: был американдарҙы ниңә борсорға тейеш?» тигән мәҡәлә баҫтырған, имеш. Шунда был ике державаның ни өсөн дуҫлашырға тейешлеге хаҡында ун дәлил килтерелә икән. Рәсәйҙең АҡШ-ты ярты сәғәт эсендә юҡҡа сығара алырлыҡ берҙән-бер ил булыуы телгә алына, ядро ҡоралланыуын һәм уның террорсылар ҡулына эләкмәүен контролләү өлкәһендә АҡШ-тың иң төп партнеры булыуы ла иҫтән сығарылмай. Артабан да аргументтарҙы барлағанда, Рәсәй АҡШ-ҡа «Әл-ҡаиҙә»гә ҡаршы көрәшергә ярҙам иткәнен, был ил әрмеһенә Афғанстанға барған йөктө (АҡШ-тың ундағы 100 меңлек ғәскәрен тәьмин итер өсөн) «тура ғына» үткәреүен дә ыңғай билдәләп китәләр. Беҙҙең илдең донъяла иң эре нефть һәм газ табыусы дәүләт булыуы ла АҡШ өсөн «плюс». Етмәһә, беҙ донъя аренаһында ярайһы ғына абруйлыбыҙ һәм Мәскәү – «Ҙур һигеҙ», «Ҙур егерме»нең даими ағзаһы. Шуныһы ла бар: Рәсәй – планетаның иң эре иле, уның аша Америка иҡтисады өсөн мөһим булған сауҙа юлдары үтә. Йәнә лә Рәсәй – ҡеүәтле интеллектуаль элита иле. Тамырҙары беҙҙә булған Нобель премияһы лауреаттары байтаҡ. Әгәр ҙә алйот сәйәсмәндәрен тыңлап, АҡШ Рәсәй менән ҡаты бәхәскә инә икән, тимәк, афған транзиты ла, Иранға С – 300 һатыу ҙа, ҡытай менән яҡынайыу ҙа туҡтатыласаҡ.
Бына шулай. Әлеге мәҡәлә автор­ҙары, йәғни Американың аҡыллы сәйәсмәндәре, беҙҙекеләр менән яҡшы мөнәсәбәткә ҡаршы булғандарҙан Америка мәнфәғәттәрен Рәсәйҙән дә һәйбәтерәк алға һөргән башҡа илдәрҙе атауҙарын һорай. Ә тегеләре әлегә шым тора. ҡыуанырғамы быға, юҡмы? Һуң, АҡШ тап беҙҙең аша барса ниәтен тормошҡа ашыра, тигән һүҙ түгелме был? О-һо, ниндәй ҡеүәтле ил беҙҙең менән дуҫ булырға теләй, тип шатланырға ашыҡмайыҡ. ҡайһылыр осорҙа «ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ Американы-ы-ы» тип йырланһа ла, амбициялары, ай-һай, юғары булған был ил менән ярышмай ғына, үҙ йүнебеҙҙе күрергә, үҙ ресурстарыбыҙҙы, халыҡтарыбыҙҙы һаҡлап ҡына йәшәргәлер...


Ниһайәт?!

Ә был ваҡытта, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инәбеҙ, тигән күптәнге хыялыбыҙ бойомға ашып килә ләбаһа! Уныһы инде ҡарағура баҫҡан баҫыуҙарҙан да, бөткән ауылдарҙан да, эсеп сәсрәп ятыу­сыларҙан да, эшһеҙ йәштәрҙән дә мөһимерәк кеүек. Тиҫтә йылдан ашыу көттөк быны, тип тулҡынлана бәғзеләр. 10 ноябрҙә шундай ҡарар ҡабул итте Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының эшсе төркөмө: Рәсәй, әйҙә, унда инһен. 2012 йылдың урталарынаса беҙҙе ныҡ ҡына тикшерәсәктәр ҙә, йәнәһе, илебеҙҙең был ойошмала торорға, ысынлап та, хәленән киләме, юҡмы.
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына Рәсәй үҙе өсөн дә, донъя өсөн дә уңайлы шарттарҙа инә. Беҙҙең ил тарифтарҙы ҡыҫҡартырға, сәнәғәттә субсидияларҙан баш тартырға, сит ил компанияларын үҙ баҙарына киң ишектәр аша индерергә ризалашҡан. Һуңғыһына баҫым яһағанда, инвестиция тигән һүҙгә килеп төртөләбеҙ. Яҡшы нәмә, тип ышандыралар былай...
Әлеге ойошмаға инеү уның башҡа ағзалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү тигәнде аңлата. Тимәк, Америка компанияларына беҙгә тауар сығарыу, беҙҙең унда һатыуыбыҙ еңелләшә. Ошо урында ниңәлер «Буш боттары» иҫкә төштөсө. Моғайын, тарих шундай хәл-ваҡиғаларҙың буласағын иҫкәртә торғандыр. Иҡтисадсылар белдереүенсә, Рәсәй тиҙҙән ашламалар­ҙы, металл, нефть химияһы продукцияһын иркен һата аласаҡ. Хәҙер беҙгә хеҙмәтләндереү өлкәһен баштан-аяҡ үҙгәртеүсе сит илдең киң мөмкинлектәргә эйә страховкалау, туристик һ.б. компаниялары «гөжләп» киләсәк. ҡыуанырғамы быға, юҡмы?
РФ Иҡтисад үҫеше министрлығының сауҙа буйынса һөйләшеүҙәр департаменты директоры Максим Медведков белдереүенсә, БДСО-ға (Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы) инеүҙән айырыуса ауыл хужалығы файҙа күрәсәк. Беренсенән, аграр тармаҡ баҙары ныҡ ябыҡ, әлегә ойошма ағзаһы булмаған беҙҙең өсөн бигерәк тә. Ни өсөн тигәндә, ҡайһы бер илдәр Рәсәй тауарҙарын артыҡ ҙур талаптар ҡуйып ҡына тикшереп һатып ала, йә бөтөнләй баш тарта. Ә БДСО-ға инһәк, киләсәктә еңелерәк һата алырбыҙ, бәлки. Бәлки...

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы