RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кем нисектер, ә беҙ дуҫтарҙы ҡәҙерләй беләбеҙ

15.10.2011 Кем нисектер, ә беҙ дуҫтарҙы ҡәҙерләй беләбеҙ

Эштең ҡыҙған мәле. Юҡ, ямғырҙар туҡтап, баҫыуҙарҙан ҡалған уңышты йыйып алыу хаҡында әйтмәйем, алда торған һайлау көнөнә ҡарата ул «ҡыҙыу» тигән һүҙ. Хәҙер виртуаль донъяла ла Рәсәйҙең иң төп яңылыҡтары шуға арналған була. Ә сит илдекеләрҙең, ғәҙәттәгесә – тайфун, терактҡа әҙерлек, бер-береһенә һөсләтеү һ.б. – ҡыҙығы ла юҡ. Ә беҙҙә партиялар РФ Дәүләт Думаһының түренә ултырғыстар әҙерләй.
Федерация Советының өр-яңы спикеры Валентина Матвиенко иһә эшен, һәр яңы түрәгә хас булғанса, үҙгәртеп ҡороуҙарҙан башламаҡсы. Уның фекеренсә, бында ҡыҫҡартыуҙар бик урынлы. Парламенттың юғары палатаһындағы комитеттарҙы, комиссияларҙы 27-нән 10-ға тиклем ҡалдырырға теләге бар. Ғөмүмән, комиссияларҙы бөтөнләй бөтөрөп ташламаҡсы Матвиенко ханым. Иң мөһим тип һанаған комитеттарға башҡаларын ҡулайлаштырып «индерергә» ниәтләй ул. Дөрөҫ эшләй. Ниңә әле башҡа ерҙә ҡулайлаштырыу барғанда парламент ситтә ҡалырға тейеш? Хәҙер ана, ун комитетҡа ойошоп ҡына тупланырҙар ҙа, бер йоҙроҡ булып, эшкә тотонорҙар.
Йоҙроҡ тигәндән, Рәсәй кешеләренең иң үҙенсәлеклеләр икәнен бар донъя таный һәм ҡыҙыҡһына. Бына әле лә бөтә Бөйөк Британия беҙҙекеләрҙе күҙәтә.
«Ил мөлкәтен һатҡанда, һин алданың мине!..»

Лондондың ҡап уртаһында – олигархтар яуы. Беҙҙең ике элекке ватандашыбыҙ талашып ята. Теүәлерәк әйткәндә, олигархтарыбыҙ Борис Березовский менән Роман Абрамовичтың «эше» ҡарала. Һай, «афариндар», фәҡир яҡташтар сәкәләшһә, үҙебеҙҙе кәм тойор инек, ә былай байҙар бер-береһенә хөкөмдө миллиард доллар менән иҫәпләтмәксе була.
Березовский үҙенең элекке партнерынан, адвокаты билдәләүенсә, хатта ышанып йөрөгән дуҫынан, матди һәм әхлаҡи зыян килтергәне өсөн алты миллиард доллар талап итә. Абрамович уны алдап киткән, имеш. Был процесты инглиздәр бик ҡыҙыҡ тип таба һәм суд ултырыштарының протоколдары барыһы ла тиерлек гәзиттә баҫылып тора икән. Борис әфәнденең адвокаты әҙерләгән документтарҙы залға хатта дүрт арбаға тейәп индергәндәр. Суд инглиз телендә бара, Абрамович бер түгел, ике тәржемәсе менән килгән, тәүгеһе һорауҙарҙы, адвокат репликаһын, судья иҫкәрмәләрен тылмаслаһа, икенсеһе – Березовскийҙың яуаптарын.
Себер нефтен («Сибнефть» акцияларын), «Русал» компанияһын өлөштәргә бүлеп һатыуҙа нимәнелер бүлешә алмағандармы, бер-береһен алдағандармы – уныһы беҙгә кәрәкмәй ҙә. Шуныһы бар: был эш инглиз судтарында ҡаралған бөтә эштәрҙән дә иң эреһе һәм ул юҡҡа ғына «йыл процесы» тип аталмағандыр. Донъялағы иң бай ике кеше, яҡын дуҫ, эшлекле партнерҙар һәм хәҙер ҡан дошмандар булып китеүселәр­ҙең «бәрелеше» үткән быуаттың 90-сы йылдарында совет дәүләт мөлкәтен нисек үҙләштереүгә нигеҙләнгән.
Тик бына ҡоластай ҙур илебеҙҙең халыҡ, ил байлығын үҙләштереп, күҙ ҙә йоммай шуны бар донъяға яр һалышып ҡысҡырырға тартынмаған Роман һәм Борис кеүек «әфәнделәре» әле һаман булыуы, үрсеүе йәнде көйҙөрә.
Етмәһә, йөҙ тәңкәлек ришүәт алыусыларҙы баҫтырып бер булалар, төрмәгә ябып та ҡуялар...

«Мин – ҡунаҡ... рәшәткә артында ла»

Ябыу тигәс, шул иҫкә төштө: төрмәлә лә ҡунаҡтағы кеүек йәшәп була, ти ҡайһы берәүҙәр. Быны беҙҙең анау ҡул осо тейерлек кенә күршелә ятҡан Волгоград өлкәһендә раҫлағандар ҙа инде.
Өлкә «гөбөрнатор»ын әйтәм, маладис! Шулай булмаһа, рәшәткә артында ла уңайлы ҡунаҡханалар төҙөр инеме ни?! Үҙе төҙөмәһә ни, барыбер, өлкән туған әйтмешләй, «добро» биргән инде. Төрмә «авторитеттары» артабан да ирәйеп йәшәп ятыр ине, прокуратура ғына килеп ҡыҫылып, бар эште боҙған. Баҡһаң, 12-се холоҡ төҙәтеү колонияһында «текә»ләр илдең бихисап гражданының төшөнә лә инмәгән уңайлыҡтар менән файҙаланған. Улар өсөн йомшаҡ мебель, көнкүреш техникаһы, телефон, интернет «шыплап» тултырылған бүлмәләр булдырылған. Хатта спиртлы эсемлектәр, ҡорал һәм башҡа тыйылған әйберҙәр һаҡланған «мөйөш» тә ҡулайлаштырылған, имеш.
Төрмәлә барыһы ла «авторитет» була алмай. Шул уҡ ваҡытта кисәге түрәләр унда үҙен бик насар тоя. Ана, Украинаның 5 августан бирле һаҡ аҫтында булған элекке Премьер-министры Юлия Тимошенконың һаулығы ҡаҡшаған да, ти. Уның адвокаты әйтеүенсә, СИЗО табиптары дауалау сараһын да күрмәй икән. Әлбиттә, еңел түгел, был – бәхәсһеҙ. Ниңә һуң ул ханым алдараҡ аҙымдарын үлсәп баҫмаған? Мәңге тәхеттә ултырырҙай булып ҡыланалар ҙа...
Дәүләт ғәйепләүсеһе Тимошенко­ға ете йыл биреүҙе һорағайны, ә уның яҡлылар юлбашсылары тиҙҙән иреккә сығыр тип өмөтләнде. Хөкөм ҡарары 11 октябрҙә уҡылып, тәүгеһе ҡәнәғәтләндерелде, йәғни ете йыл иректән мәхрүм итеү ҡарары сығарылды.
Европарламенттағы Европа халыҡ партияһы Украина властарынан Тимошенкоға бирелгән язаны тиҙ арала алмаштырыуҙы талап итте. Депутаттар был эште «ҡара сәйәси уйын» тип атай һәм элекке хөкүмәт Рәйесен яҡлап, дуҫлыҡ ҡулын һуҙа.
Дуҫлыҡ тигәндән, беҙҙең дуҫтар ҙа күп һәм ҡәҙерле.

ҡытай – беҙгәме, беҙ – ҡытайғамы?

Бик йылы башланды Премьер-министрыбыҙҙың ҡытай башлығы менән осрашыуы. Владимир Путин Ху Цзиньтаоны «ҡәҙерле дуҫ» тип атаһа, тегенеһе лә яуапһыҙ ҡалманы. Уның белдереүенсә, «Путин – ҡытай халҡының ҙур дуҫы». Ана бит, эш графигы бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Пекинға барырға форсат тапҡан. Һөйләшеүҙәрҙән шул мәғлүм булған: ҡытайҙар беҙҙең илдәге әлеге сәйәси хәл-торош менән яҡшы таныш, 2012 йылғы һайлауҙарға бәйле ҙур эш алып барылыуын да беләләр икән. «Эйе, беҙҙә ҡыҙыу ваҡыт башланды, – тип үҙе үк һөйләп алып китте Владимир Владими­рович, – әммә был ике аралағы эштәргә бер нисек тә кире йоғонто яһамаясаҡ». Был Хөкүмәт Рәйесенең алдағы йылдарҙа ла дилбегәне ныҡлы тотасағына ишара булды. Аҡыллы кеше аҡыллы инде, алдан уҡ дуҫтарҙы тынысландыра белә.
Был илгә АҡШ та бик ныҡ иғтибар бүлә. Әле сенат юань курсын төшөргәне өсөн ҡытайға яза биреү мөмкинлеген булдырған закон проектын хуплаған. Пекинда иһә, бындай закондың донъя иҡтисадын «соҡорға төшөрөүе» мөмкин, тип һанайҙар. ҡушма Штаттарҙа әҙерләнгән әлеге закон экспортерҙарға уңайлы булһын өсөн милли валюталары курсын махсус төшөргән илдәргә йоғонто яһарға тейеш. ҡытай иҡтисады етеҙ генә үҫеүен дауам итә, шуға ла ул Америка өсөн хәүефле. Юҡҡа ғынамы ни АҡШ сенатының финанс буйынса комитеты рәйесе Макс Баукус баяғы закон проектын «ҡытайға – мөһим иҫкәрмә» тип атай. Бөтә нәмәлә алдынғы булып өйрәнгән АҡШ кәмәнең ҡойроҡ осона эләгеүҙән шөрләй. Юань курсы һуңғы алты йылда долларға ҡарата 30 процентҡа үҫкән, әммә АҡШ-та, ул 40 процентҡа төшөрөлгән, тип иҫәпләйҙәр. Күрше генә булһалар, күптән кәртә аша таш ырғытышып бөтөрҙәр ине, ярай әле аҙмы-күпме һыуҙы кисеп сығырға кәрәк.
АҡШ, ғөмүмән, тирә-йүндәгеләр менән ниңәлер артыҡ дуҫлашыуҙы хуп күрмәй. Уның менән Иран араһы ла һаман киҫкен ҡала килә.
Ирандың БМО-лағы даими вәкиле Мөхәммәт Хазаи БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мунға, Именлек советына, АҡШ һуғыш сығарырға маташа, тип хат яҙған. Унан саҡ ҡына алда Вашингтон Тәһранды, Сәғүд Ғәрәбстанының ҡушма Штаттарҙағы илсеһен үлтерергә әҙерләнгән, тип шик аҫтына алғайны. Йәнәһе, Нью-Йоркта ҙур теракт ойошторорға йөрөгән ике Иран кешеһе ҡулға алынған. АҡШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон Ирандың халыҡ-ара хоҡуҡи нормаларҙы боҙоуын дауам итеүен билдәләй.
Ә Ирандың сит ил эштәре министры Әли Әкбәр Сәләхи, үҙ сиратында, АҡШ-ты: «Ил шундай ҡеүәт менән һөжүм итер, хатта тора ла алмаҫһығыҙ», – тиеңкерәп иҫкәрткән дә икән.
Төньяҡ Африка тарафтарында ла, Яҡын Көнсығышта ла көсөргәнеш бөтөргә уйламай. Моғайын, алдағы көндәрҙә АҡШ ошо яҡҡа табан йәнә бер аҙымын яһар, ғәскәре, ҡоралы менән. Нимәгә яҫҡынғанын аңлатырға ла кәрәкмәй, тегендә – нефть, бында – газ, тигәндәй, көн кеүек асыҡ.

Әйткәндәй

Сит илдәрҙең бер мөйөшөндә лә тыныслыҡ юҡ, ахыры. Ярай, беҙ тыныс һәм түҙем. Күптән кеҫәнән генә йоҙроҡ күрһәтеп, дүрт стена эсендә «пар»ыбыҙҙы сығарырға өйрәнгәнбеҙ. Ә ситтә хәҙер сәс ҡырҡтырып ултырған ерҙә лә атыш ойошторалар. Калифорнияның бер ҡалаһында бөҙрәханала бер ир йораты һигеҙ кешене атып үлтергән, берәүһен ауыр йәрәхәт менән дауаханаға оҙатҡандар. Полиция бандитты тотҡан-тотоуын, тегеһе ҡаршылыҡ та күрһәтмәгән. Хәҙер нилектән ҡан ҡойғанын асыҡлайҙар.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы