RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илгә мигранттар кәрәк. бәлки, япондарҙы саҡырырғалыр?

24.09.2011 Илгә мигранттар кәрәк. бәлки, япондарҙы саҡырырғалыр?

Көтәбеҙ, йәмәғәт, көтәбеҙ, әбейҙәр сыуағын көтәбеҙ. Донъя яңылыҡтарына байҡау яһағанда беҙгә шул сыуаҡ етмәй. Һаман тәбиғәт катаклизмдары, самолеттар ҡолау, теракттар, ришүәтселек хаҡында бер өҙлөкһөҙ һүҙ алып барабыҙ ҙа баһа. Был күренештәр иһә күп һөйләгән һайын күбәйә, ахыры.
Нишләйһең, беҙҙе аптырашта ҡалдыра торған нәмәләр алда әллә күпмелер әле. Анауы илдән китеүселәрҙең артыуы ла ни тураһындалыр һөйләй бит. Федераль миграция хеҙмәтенең, ситкә халыҡ күп китә, тигәнен үткәндә әйтә биреберәк ҡуйғайным инде. Һуңғы өс йылда ғына илде бөтөнләйгә 150 меңгә яҡын гражданыбыҙ ташлап киткән. «Беҙгә иҡтисадты үҫтереү өсөн мигранттар килеүе талап ителә», – тигән, имеш, үрҙәге хеҙмәт директоры урынбаҫары Екатерина Егорова. Халыҡ китмәһен өсөн тырышыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Күбеһенсә элекке СССР республикаларынан – БДБ илдәренән киләләр. Тажикстан менән ҡырғыҙстанда, мәҫәлән, ошо маҡсатта махсус рус телен өйрәнеү үҙәктәре асылған. «Көтәбеҙ» инде «белгес»тәрҙе. Һайлап-һайлап алырлыҡтары килерме икән? Ай-һай...
Һайлау тигәндән, беҙ 4 декабрҙә уҙасаҡ һайлауҙы ла көтәбеҙ.

Һай, һайлау...

РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан ғына «Правое дело» фирҡәһенә әллә нимә булды, яҙмышы шулайҙыр инде – партия эсендә түңкәрелеш булды ла баһа. Ли­дерҙарын, миллиардер Прохоров әфәндене әйтәм, ҡайһылайтып «ҡо­латтылыр». Нисауа, кеҫәһе ҡалын, юғалып ҡалмаҫ. Юҡтан ғына килеп сыҡҡан, ти, ул ғауға. Михаил Про­хоров «Наркотиктарһыҙ ҡала» фон­ды етәксеһе Евгений Ройз­манды һайлау алды исемлегенә индергән, ә быға Кремль ҡаршы булған. Ни өсөн тигәндә, Ройз­мандың намыҫы таҙалығына шик төшөңкөрәп тора икән. Белә күрә «өҫтәгеләр» ҡушҡанды инҡар иткәс, ана, партияны ниндәй хәлгә ҡал­дыр­ҙы, хәҙер үҙе лә «партбилет­һыҙ».
Ғөмүмән, һайлауҙар «мауыҡтыр­ғыс» ваҡиғалары менән иҫтә ҡалыу­сан инде ул. Рәсәйҙең НАТО янындағы даими вәкиле Дмитрий Рогозин да «Ғәҙел Рәсәй»ҙең «Тыуған ил» («Родина») фирҡәһен тартып алыуын иҫенә төшөргән бит. «Миронов минең партиямды кире ҡайтарһын!» – тиеңкерәп яр һала ғына башлаған икән, Сергей Миронов иһә уға яуап итеп «көтөп тор» тигән һымағыраҡ бер генә һүҙ әйткән, имеш. Хәтерегеҙҙә булһа, «Ғәҙел Рәсәй» заманында «Тыуған ил», «Тормош партияһы» («Партия жизни») һәм пенсионерҙар фир­ҡәһе ҡушылыуынан хасил булғайны. Хәҙер килеп Рогозин, «Ғәҙел Рәсәй»ҙең уставы тап уның партияһы нигеҙендә яҙылғанын иҫәпкә алырға кәрәк, ти.
Иҫәпкә алыу тигәндән, Латвияла ла һайлау үтте бит. Унда, күптәрҙе шаҡ ҡатырып, оппозициялағы рус партияһы – «Килешеү үҙәге» («Центр согласия») еңеү яулаған, парламентта йөҙ урындың утыҙ берендә хәҙер ошо партия вәкиле буласаҡ. Был ил менән идара итерлек көс тигән һүҙ түгел-түгеллеккә, шулай ҙа еңелгән партиялар рус телле дәғүәселәренә ҡаршы коалиция төҙөргә маташып ята икән. Шуныһы ла бар: һайлауға кеше әҙ килгән. Ә төптән уйлап ҡарағанда, 2008 йылғы көрсөк Латвияға ла апаруҡ тейгән, шул сәбәпле социаль бюджет ҡыҫҡарған, властар, етмәһә, 2014 йылға евроға күсмәксе. Европалағы иҡтисади «еп»тең ҡылдан нәҙегәйә барғанын беләбеҙ. Ошо хәл иһә, халыҡты, русмы ул, түгелме, әммә башҡа төрлөрәк тәҡдимдәре булған партия өсөн тауыш бирергә этәргән дә инде. Рус милләтле Нил Ушаков исемле Рига мэры Владимир Путин менән шәхсән бәйләнештә торғанын да йәшермәй һәм, Латвия Рәсәй менән яҡынайған хәлдә отасаҡ, тигән фекерҙә. Шулай, беҙҙең ҙур илебеҙгә һыйынырға теләүселәр бар әле.
Ә бына тағы бер ут күршебеҙ ярҙам һораған ҡулдарын ҡытайға тиклем үк һуҙған.

Минск... Пекин-ск...

ҡытайға рәхмәт. Ни өсөн, тиһегеҙме? Һуң, бөтә кейенгән, уйнаған, йөрөгән, һөйләшкән, һөртөнгән нәмәбеҙ ошо илгә бәйле лә баһа. Магазиндың теләһә ҡайһыһына ин, рәхим ит, үҙебеҙҙеке, ҡытайский. Үҙебеҙҙеке тигәндән, бер йыл заман эшҡыуары Матбуғат йортонда Башҡортостан флагының бәләкәйләтелгән күсермәһен һатып йөрөнө. ҡайҙа эшләнгәненә ҡыҙыҡһынып торған булабыҙ, әлбиттә, ҡытайҙа! Уның ҡарауы, республикабыҙ исеме бер хатаһыҙ яҙылғайны.
Бына шул ҡытай Белоруссияға әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, бер миллиард доллар льготалы кредит бирә, өҫтәп, 70 миллион юань бүләк итә. Ташлама яһауы бушҡа түгел-түгеллеккә – күршеләр ҡытай менән берлектәге проекттарға (ТЭЦ-тарҙы, цемент заводтарын, транспорт инфраструктураһын модернизациялау) тотонорға тейеш ул сумманы. Нисауа, барыбер кеҫәгә тиндәр булһа ла инеп ята ул. Һум тиндәрҙән йыйыла. Әйткәндәй, Белоруссия «ЕврАзЭс»тың Көрсөккә ҡаршы фондынан аҡса алған, Әзербай­жандан бурысҡа биреүен үтенгән. Беҙҙең Һаҡлыҡ банкына ла мөрәжәғәт иткән, Халыҡ-ара валюта фондына ла. Хәҙер күршегә тирә-яҡтан аҡса йылға булып киләме икән?
Йылға тигәндән, беҙҙең илдән һуңғы йылда һәм быйыл, о-о-о, биш триллион һум йылға булып ағып сығып киткән, имеш. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, ришүәт, урлау рәүешендә сит илгә сығарылған аҡса ул. Был бит Рәсәйҙең ярты бюджетынан ашыу! Аҡсаның ситкә китеү юлы элеккесә – төрлө банкыларҙан миллиардтар Гонконгҡа, Кипрға, Швейцария, Бөйөк Британия һәм Голландияға «барып етә». Был суммаға дәүләт заказы өлкәһендә кире ҡайтарылған йә бюджеттан урлан­ған аҡса инә. Инвесторҙарҙың «уйындан сығыуы» ла ошо иҫәптә, криминал да бар бында.
Юғалтылған аҡсаны һанап сығарыусылар фекеренсә, шул сама һумдың ситкә китеүе – иртәгәге көнгә ышаныс булмауы ул. Был, үҙ сиратында, ил эсендә эскелеккә, ас кернәлеккә килтерә. Ошо хәлде тойған башлы инвестор иһә илдән капиталды сығарыу яйын таба белә.

...Тарыма, тарыһаң – арыма

Ысын ир-егет ҡатын-ҡыҙ өсөн һуғыша инде ул. Хатта тарихта ҡалған ҙур-ҙур ҡанлы яуҙар шул сәбәпле сыҡҡан. Тик бөгөн ундай дуэлдәр ғәҙел түгел шул. Заманы ла икенсе. Беҙҙе Кавказ һүҙе ҡыҫыл­ған һәр хәбәр һағайта. Үкенескә күрә, илемдең был төбәген ҡиммәтле әйбер һалынған сумаҙанға әйләндереп баралар – күтәреп йөрөүе ауыр, ташлауы йәл... Беҙ унда бара алмайбыҙ, турист булып килә алаһығыҙ, тиһәләр ҙә. ҡурҡыңҡырайбыҙ. Ә тау халҡы Рәсәйҙә ирәйеп йәшәй бирә. Етмәһә, әленән-әле йоҙроҡтарын да күрһәтеп алалар. Ана, Башҡортостанға терәлеп кенә ятҡан Пермь крайының Чернушка ҡалаһында әрмәндәр «утлы үс» ойошторған. Әлбиттә, ғауғаның башланып китеүендә урындағы кешенең ғәйебе бар. Ул, йәнәһе, әрмән эйәртеп йөрөгән ҡатын-ҡыҙға тупаҫ һүҙ әйткән дә, ғәфү ҙә үтенмәй, Кавказ кешеһенә төртөп ебәргән. Йәберләнгән ҡыҙыу ҡанлы әрмән аптырап тора буламы! Телефондан бер генә шылтыратҡан, дүрт машина лыҡа тулы милләттәше килеп тә төшкән, яҡын тирәләге осраған һәр берәүҙе мылтыҡтан атып та йыҡҡан. Хәнйәрҙе лә эшкә еккәндәр. Ярай әле үлеүселәр юҡ, тиҫтәгә яҡын кеше, йәрәхәтләнеп, дауаханаға эләккән. Кавказ егеттәре күп һөйләргә яратмай…
Бөтә тау ир-егете көсөн ҡатын-ҡыҙҙы яҡлауға сарыф итә, тип уйлап ҡуймағыҙ. Ана, Дағстанда яңы «шөғөл» уйлап тапҡандар. Һуңғы айҙарҙа бында йыш ҡына аҙыҡ-түлек магазиндары, ашхана-кафелар шартлай – йә бомба ҡуйған булалар йә ҡораллылар һөжүм итә. ҡағиҙә булараҡ, ир-ат эше был.
Ир-ат эше тигәндән, Доминик Стросс-Кан атлы әфәнде тураһында һүҙ һаман тынмай әле. Бәләкәй кеше түгел шул – Халыҡ-ара валюта фондының элекке етәксеһе. Ул май айында оятҡа ҡалғайны. Нишләһен, ҡеүәтен ҡайҙа ҡуйырға белмәгәс, Нью-Йорк ҡунаҡханаһында горничная менән исеме сыҡты бит. Көсләүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алынды. Хәҙер, ана, Франция президентлығына дәғүә итәм, тигән хыялы ысынлап та хыялда ғына ҡалды. «Булды шул ул ҡатын менән бәйләнеш, булды. Тик көсләмәнем... Был «эшем» – минең әхләҡи хатам», – тигән һүҙҙәрен Стросс-Кан Франция телеканалы аша бөтәһенә лә еткергән. Виртуаль донъяның яңылыҡтарында шуны сурыта ла сурыталар. Башҡа мөһим эш булмағас...

Әйткәндәй

Иң борсолдорғаны – Япония. Был ил марттан бирле ҡаза өҫтөнә ҡаза кисерә. Әле ундағы метеорология үҙәге быйыл 15-се тайфун ябырылыуын хәбәр итә. Хего префектураһы һәм Нагоя ҡалаһының 400 меңгә яҡын халҡы эвакуацияға әҙерләнә. «Роке» тайфуны сәғәтенә 20 км менән көньяҡтан төньяҡҡа бара һәм, моғайын, бөтә Япония буйлап үтер, тип фаразлайҙар. Ул сағында миллиондан ашыу кешене ваҡытлыса хәүефһеҙ урынға күсереп торорға кәрәк буласаҡ. Әле яңыраҡ ҡына ил «Талас» тайфунынан зыян күргәйне, йөҙләгән кеше хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә.
ҡайһы бер белгестәр иҫәпләп сығарыуынса, һуңғы йөҙ йылда япон утрауҙары һыу аҫтына шәп тиҙлек менән китә бара.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы