RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юғарыла – оптимистик ниәттәр, ерҙә – ғәҙәттәгесә...

17.09.2011 Юғарыла – оптимистик ниәттәр, ерҙә – ғәҙәттәгесә...

Аҙна уртаһында, теүәл әйткәндә, 14 сентябрҙә беҙҙең Президент Дмитрий Медведевҡа 46 йәш тулды. Ул һуңғы йөҙ йылда иң йәш милли лидер һанала икән. Йәштәрҙә дәрт тә, көс тә етерлек инде ул. Быларҙы ил башлығы халыҡ мәнфәғәтенә генә сарыф итһен, тип теләйек. Медведев донъялағы илдәр етәкселәре араһында ла иң йәш бишәү рәтендә. «Ҙур һигеҙ», «Ҙур егерме» илдәрендә Бөйөк Британия Премьеры Дэвид Кэмерон ғына беҙҙекенән бер йәшкә кесерәк.
Әйткәндәй, шул Дэвид килеп ҡайтты бит беҙгә.

Инглиздәр Рәсәйгә «күпер» һала

Һыуыныңҡырап тора ине шул ара. Бөйөк Британия менән арабыҙҙы әйтәм. Бөтәһе лә 2007 йылдың июлендә башланды. Ул саҡта Лондон дүрт Рәсәй дипломатын иленән ҡыуған булды, уға яуап итеп, Мәскәү дүрт инглизде ҡайтарып ебәрҙе. Был ваҡиғалар Рәсәйҙең Бөйөк Британияға шул ил биләмәһендә Именлек хеҙмәтенең элекке офицеры Александр Литвинен­коны үлтереүҙә (2006 йылда) шик аҫтына алынған эшҡыуар Андрей Луговойҙы бирмәүе арҡаһында килеп сыҡҡан, тип һылтаулайҙар.
Ярай, булғаны булған, хәҙер, ана, Премьер-министрҙары Дэвид Кэ­мерон бәйләнештәрҙе «йылытырға» килгән бит. Һәр хәлдә, сәфәренән шундай уй ҡалды. Былай иҡтисади хеҙмәттәшлеккә өмөт бағлай ин­глиз­дәр. Рәсәйгә һалынған инвес­тициялары хаҡында һүҙ йөрөткәндә, уларҙың күләме 40 миллиард дол­лар­ҙан ашып киткән. Әле ҡул ҡуйыл­ған килешеүҙәр буйынса, Бөйөк Британия вәкилдәренең беҙҙең илдең иң мөһим проекттарында ҡатнашырға теләк белдергәне асыҡлана – «Сколково» төҙөлөшөндә, 2018 йылда үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерлектә, Мәскәүҙә халыҡ-ара финанс үҙәге төҙөүҙә. Тағы ла Мәскәү – Санкт-Петербург үтә тиҙ йөрөшлө юлын һалыуға ла өлөш индерергә теләйҙәр.
Президентыбыҙ Дмитрий Медве­дев менән осрашыуҙа Дэвид Кэме­рондың да кәйефе һәйбәт булған былай. Әммә аранан ни өсөн «ҡара бесәй» үткәнен дә йәшереп тормағандар. Шул да мәғлүм булһын: үрҙә әйтелгәнсә, Рәсәй Андрей Луговойҙы Британия хөкөмөнә бирә алмай. Конституция ҡушмай. Кэмерон әйтеүенсә, Рәсәй Именлек хеҙмәте менән Британия махсус хеҙмәттәре араһы элеккесә «ҡатҡан» килеш ҡала бирә.
Премьер-министрыбыҙ Владимир Путин менән осрашыуҙа иһә «Роснефть» компанияһы менән Британияның «ВР» нефть-газ компанияһы (ВР – British Petroleum, донъя­ла нефть һәм газ менән һатыу итеүселәр араһында икенсе урында торған эре компания) араһында Арктикалағы нефть шельфын бергәләп эшкәртеүҙе күҙ уңында тотҡан «өҙөлгән» килешеү (Карск диңгеҙендәге өс ятҡылыҡты үҙләштереү буйынса уртаҡ предприятие төҙөү, 16 млрд долларлыҡ акциялар менән алмашыу) тураһында һүҙгә лә төшөп киттеләр. Әлләсе, килешмәһәләр ни, хәҙер, ана, Американың «Mobil» компанияһы менән харап яҡшы ғына эшләп яталар.
Инглиздәр, «Литвиненко эше» тирәләй проблема ҡалһа ла, башҡа юҫыҡта, бигерәк тә иҡтисад өлкәһендә араны нығытыу яҡлы. Аңлашыла, сөнки әле донъяла болғансыҡ ваҡыт, бик күптәр яңы көрсөк тураһында ла һөйләй, шуға бәйләнеште көйләү – заман талабы.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Бөйөк Британия тәбиғәт ҡазаһынан зыян күрҙе: «Катя» ҡойоно ябырылып, 10 меңләгән йорт утһыҙ ҡалған, ғәләмәт ҙур тулҡындар арҡаһында Ирландияға барыусы борам компаниялары ла эшен туҡтатырға мәжбүр булған, ағастар ауыу сәбәпле, тимер юлда, автомагистралдә өҙөклөктәр барлыҡҡа килгән.
«Катя» августа Атлантик океандың Африка ярҙарында «тыуып», АҡШ-тың көнсығыш ярын «йыуып-иләп», хәҙер Англияға килеп еткән.
Сират тигәндән, беҙҙең һалдаттар, ашханала сират тороп, эт аҙығын ашарға мәжбүр булған.

Һалдаттарға… эт ризығы ла барамы?

Оятһыҙ прапорщик, ни намыҫы етептер, һалдаттарҙы эткә тиңләгән. Тегеләре, бахыр, ит быҡтырмаһы консервалары тип, эткә тигән ризыҡты ашаған. Алыҫ Көнсығышта булған был хәл. Эске ғәскәрҙәрҙә тушенка этикеткаларын алмаштырыу буйынса «шәп эш»те майор Игорь Матвеев һиҙеп ҡалған да интернетҡа, эт аҙығын нисек «Үҙ һутындағы ит» итеүҙәре хаҡында һөйләп, видеоролик ҡуйған. Әйткәндәй, был Матвеевтың үҙен ошо көндәрҙә генә ҡулы аҫтында эшләүсене туҡмағаны өсөн дүрт йылға хөкөм иткән булғандар. Ә һалдаттарға «тәғәйенләнгән» эт аҙығы һаҡланған склад начальнигына ла хөкөм ҡарары сығарылған. Хәҙер ул 90 мең һум штраф түләргә һәм хәрби часҡа килгән зыянды ҡаплар­ға тейеш. Прапорщик февралдән бирле шундай «эш» алып барған – ревизия килерҙән алда һалдаттарға этикеткаларҙы алмаштырырға бойорған. Әммә комиссия уның мутлығын һиҙеп, ентекләберәк һанаған да... 11 мең ит консерваһы етмәүен асыҡлаған. 850 мең һумға төшкән уларының хаҡы. Быға тағы «юғалған» балыҡ консервалары, аҡ май, ҡуйыртылған һөт, печенье, туң ит өҫтәлгән. Барыһының хаҡы бергә 1 миллион да 31 мең һумға барып баҫҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ: прапорщик үҙ ғәйебен таныған һәм 919 мең һумды шундуҡ түләгән. Бынан прапорщиктарҙың хеҙмәт хаҡы шулай күптер инде, тигән фекер ҡалмаймы һеҙҙә? Миллион һумға яҡын аҡсаһы булғас, тим дә. Әммә байлығы уны эш урынында ҡалдыра алмай, ҡыуыласаҡ ул.
Соҡона башлаһаң, әрмелә әллә нимәләргә килеп төртөләһең икән. Һанап бөтөрә алмаҫлыҡ проблемалар һәр өлкәлә, һәр тармаҡта етерлек. Ана бит, Рәсәйҙә миграция проблемаһы етди уйҙарға һала, тип яңы саҡ саң ҡаға башланылар.

Үҙебеҙҙекеләр кәмей, ситтәр килә...

Рәсәйҙә халыҡ һаны кәмей. Былтыр үткән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, һуңғы һигеҙ йылда илдә йәшәүселәр 2,2 миллион кешегә әҙәйгән. «Росстат» Рәсәйҙә даими көн иткән 142 млн 905 200 кешене теркәгән.
Бер проблема ла бар – бөгөнгө Рәсәй алдында миграция кимәленең юғары булыуы тора. Илдән дә китәләр, килеүселәр ҙә байтаҡ. Һуңғы ун йыл эсендә 35 йәшкә тиклемге өс миллион йәш белгесебеҙ ситкә киткән. РФ Фәндәр академияһының Социология институты һорау алып, рәсәйҙәрҙең 35 процентының сит илгә эшкә барырға, ә 12 проценты бөтөнләй ташлап китергә теләүен асыҡлаған.
Әле килеп шундай һығымта яһағандар – 2025 йылға тиклем илебеҙ эшкә яраҡлы 10 миллион халҡын юғалтасаҡ. Инновация иҡтисадына күсеүҙә был ҙур проблема тыуҙырасаҡ. Уны ситтән килеүселәр ярҙамында атҡарып сығырға тура килерме икән? Белгестәр уйынса, илгә юғары квалификациялы эшсе көс­тәр­ҙе саҡырырға кәрәк. Әллә, бө­гөн­гө кеүек, гастарбайтерҙар ғына килмәһә... Үҙебеҙҙәге кадрҙарҙы хәстәрләү, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, инвалидтарҙы эшкә йәлеп итеү, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын үҫтереү отошлораҡ та ул. Ниңәлер һаман, сит илдекеләрҙе саҡырайыҡ, тип бер булаларсы.
Уныһы бер, Рәсәйгә тағы ла көрсөк етеп килә, имеш. Икенсе «тулҡын»ға бюджет һәм банк системаларын әҙерләп тә бөтөп баралар, ти. 2008 йылда сирҡансыҡ алдыҡ инде, хәҙер әллә ни ауыр булмаҫ. Эксперттар ҙа ошондай фекер әйтә. Яңынан-яңы һынауҙарға беҙ күптән билде быуып әҙерләндек.
Ә бына Владимир Путин, яңы йылдан хаҡтар арта, тип борсолмаҫҡа саҡыра. Сөнки һәр кем яңы йыл башынан яңы хаҡтар, яңы тарифтар хаҡында уйлана башлай. ҡыуанып түгел инде, хатта ҡот осоңҡораған саҡтар ҙа була. Онға сүпрә һалған кеүек бит юғиһә. Ә 2012 йыл башында газ менән электр энергияһына хаҡ арта, тип ҡурҡмаһағыҙ ҙа була. Яңы тарифтар беҙҙе ярты йылдан һуң ғына «ҡыуып етәсәк», йәғни 1 июлдә.
Рәсәй Хөкүмәте шундай ҡарар сығарған. Владимир Путин уны былай аңлата: «Йәйен илдә электр энергияһы ҡулланыу климат шарттарына ярашлы кәмей, шуға ла тарифтар үҫеүен халыҡ еңелерәк кисерәсәк».
Еңеллек һәр саҡ рәхәт шул. Бер минутҡа ғына булһа ла алдыбыҙҙа торған проблемалар юғалһа... Тик иртәгә ни булырын бер кем белмәй. Ана, француздарҙы ла бер авария «һелкендереп» алды.

Франция – икенсе «Фукусима»?!
Аҙна башында Францияның көньяғындағы «Маркуль» атом комплексында шартлау булды. ҡорбандар бар, шулай уҡ радиация хәүефе лә ихтимал, тиҙәр.
Илдең Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер ниндәй ҙә эвакуация булмаясаҡ, хатта предприятиела карантин да иғлан ителмәйәсәк. Радиация тураһында һүҙ юҡ, имеш. Шул уҡ ваҡытта Францияның атом сәнәғәтенә ҡаршылар властарҙан авария тураһында мөмкин тиклем анығыраҡ һөйләүҙәрен талап итә. Шуны ла билдәләргә кәрәктер: Франция ядро электр энергияһы етештереү буйынса донъяла икенсе урында тора. Тәүге урында – АҡШ (Франциянан ике тапҡыр арттыра).
Һәләкәт булған объект «Areva» исемле ядро «гиганты»на ҡарай, ул биләмәлә бер нисә һүнгән ядро реакторы урынлашҡан.
Японияла 11 мартта булған ер тетрәү Чернобыль заманынан һуң иң ҙур ядро аварияһын барлыҡҡа килтергәйне. Был хәл Европала ядроға ҡаршы шаулы күтәрелештәргә сәбәпсе булды. Германия тәүгеләр­ҙән булып 2022 йылғаса АЭС-тарҙы файҙаланыуҙы тотош туҡтатасағы хаҡында иғлан итте. Икенсе булып Италия һөрән һалды. Францияла 58 реактор эшләй, яңы быуын атом электр станциялары төҙөү ҙә күҙаллана ине. Шуға ҡарамаҫтан, француздарҙың күпселеге атом сәйәсәтен яңынан ҡарау яҡлы. Илдең «йәшелдәр»е иһә 2012 йылда буласаҡ һайлау алды кампанияһына атом мәсьәләһен сығарған.

Әйткәндәй

АҡШ Президенты Барак Обама Конгресҡа эш урындары булдырыу тураһындағы закон проектын ебәргән. Яңы эш урындары асыу өсөн кәрәгәсәк 447 миллиард долларҙы Барак бай американдарҙан һалым рәүешендә йыйырға тәҡдим итә. Үәт, шул кәрәк ҡалын кеҫәлеләргә! Тик яңы проектҡа ҡаршылар ҙа етерлек икән. Был, йәнәһе, яңы эш урындары булдырыусы байҙарҙың да «башына һуғасаҡ». Президент яллан­ған эшселәргә, эш биреүселәргә ҡағылған һалымдарҙы ҡыҫҡартырға кәңәш итә. Ниңә ҡапыл ғына АҡШ башлығы эш урындары тураһында ҡайғырта, тип уйлаған­һығыҙҙыр әле. Эшһеҙлек кимәленең күтәрелеүе – уның рейтингы төшөүе ул, ә яңы эш урындары булдырыу менән отасаҡ инде. 2012 йылда был ил дә яңы етәксе һайлай. Аҡыллыға – ишара.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы