RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фиордтар илендәге тамуҡ

26.07.2011 Фиордтар илендәге тамуҡ

Ослола йәшәүсе бер ир-егет, мосолмандарҙы күрә алмағанлыҡтан, иленең «яҡты киләсәге»н ҡайғыртмаҡсы булған
Фиордтар илендәге тамуҡҮткән йомала 32 йәшлек норвег иленең тыныслығына ҡул һуҙған – бомба һалып, баш ҡалалағы Хөкүмәт йортон емергән, кешеләрҙе ғәрипләндергән. Шартлау тулҡыны шул тиклем көслө булған, хатта бер саҡрым алыҫлыҡта торған биналарҙың тәҙрә быялалары ҡойолоп төшкән. Ике сәғәт тә үтмәгән, ошо уҡ кеше, полиция формаһын кейеп алып, Ослонан бик алыҫ булмаған утрауға барып урынлашҡан һәм... социал-демократтар лагерындағы үҫмерҙәргә ата башлаған: балалар мәйеттәре яр буйын ҡаплаған. Яуған пуляларҙан ҡасып ҡотолорға теләп, бер нисә малай һыуға ташлана − икенсе ярға йөҙөп сығырға уйлаған бисаралар. Тик... бәғер­һеҙ ир уларҙы ла атып үлтерә. Аҙаҡ енәйәтсе фажиғә урынына килеп еткән полицейскийҙар ҡулына бирелә. Ул Андерс Беринг Брейвик булып сыға, һәм үҙенең енәйәтен таный: 1000 кг бомба әҙерләгән булған.
Бомбаһын шартлат­ҡанға тиклем Андерс таныш-белештәренә 1500 биттән торған манифесын таратҡан. Инглиз телендә яҙылған, ислам яҡлыларға ҡарата нәфрәт менән тулы текста ул үҙе әҙерләгән теракт тураһында − бомбаның бөтә компоненттарын һәм уны ҡасан, ҡайҙа шартлатасағын, йөк машинаһын ҡайҙан прокатҡа аласағын ентекләп яҙған. Баҡһаң, енәйәтсе өс йыл элек ауыл хужалығы фирмаһын асҡан булған һәм үҙ фирмаһында ҡулланыла торған ашламаларын бомба составына һалған.
Үҙе әҙерләгән терактҡа тиклем Андерс Фейсбукта һәм Твиттерҙа үҙ битен асҡан. Унда ул үҙен «консерватив христиан» тип атаған. Әсәһе менән бергә йәшәгән тыныс ҡына был егет интернет селтәренә йыш сығыр булған һәм үҙенең «аҡыллы уй-фекерҙәре» менән шунда уртаҡлашҡан. Ул бигерәк тә, Норвегия паспортына эйә булған һәр кеше үҙен тулы хоҡуҡлы норвег тип һанай ала, тигән ил Хөкүмәтенең элекке башлығы Гру Харлем Брунтландты бөтә йәне-тәне менән күрә алмағанлығы тураһында яҙған.
Яҙмаларынан һәм шаһитнамәләренән асыҡланыуынса, Андерс терактҡа бик оҙаҡ һәм ентекле әҙерләнгән: махсус клубҡа йөрөп, атырға өйрәнгән; шартлатҡыс матдәләр йыйған; теракт планын ентекле төҙөгән. Тикшереүселәр фаразлауынса, ул яңғыҙ булмаған, тик енәйәтсе барыһын да үҙе генә әҙерләүен раҫлай. Әгәр ул яңғыҙы ғына булһа, социал-демократик кәйефтәге йәштәрҙең биштән бер өлөшөн юҡ итеүгә нисек өлгәшкән һуң? Һәм ул нисек итеп полиция күҙенә эләкмәгән?
Теракттың, быға тиклем иҫбатланып килеүенсә, исламистар тарафынан түгел, ә үҙҙәренең «бер диндәге» ватандашы тарафынан ҡылыныуы норвегтарҙы шаҡ ҡатырған. Хәҙер уларға артабанғы тыныс тормош һәм яҡланғанлыҡ тойғоһо өсөн көрәшергә тура киләсәк! Ә бит нәҡ Норвегия үҙ граждандарының лайыҡлы тормош-көнкүрешен, именлеген тәьмин итеү өсөн иң күп көс-тырышлыҡ һалған дәүләттәрҙең береһе булып тора. Иммиграцион сәйәсәттә лә улар ошоға тиклем тотороҡлоҡ күрһәтеп килде. Донъя иҡтисади көрсөгөн дә норвегтар еңелерәк кисерҙе − бай нефть дәүләте бит.
Әммә шуныһы асыҡ: енәйәтсе был илдең ғәмәлдәге хөкүмәтен, Социал-демократик эшселәр партияһы вәкилдәрен тыныслығынан яҙҙырҙы. Сөнки үҙ граждандарын һаҡлай һәм яҡлай алмауы ил етәкселегенең позицияһын ҡаҡшатыуы көн кеүек асыҡ. Аналитиктар фекеренсә, әлбиттә, был осраҡ партия рәттәренең тупланғанлығын тағы ла нығыраҡ көсәйтәсәк, тере ҡалған йәштәр активистарының популярлығы артасаҡ − ә уларҙы бында исем-шәрифтәре менән беләләр. Тамуҡ аша үткән был үҫмерҙәр, бәлки, киләсәктә үҙ идеалдарын һаҡлап алып ҡалыр. Шуныһы мөһим: Эшселәр партияһының иммигранттарға либералистик ҡарашы үҙгәрмәйәсәк − был уларҙың абруйын тағы ла арттырасаҡ. Ә балаларҙың ғүмеренә ҡул һуҙған Андерс Беринг Брейвик тыуған иленең тарихында иң ҡурҡыныс енәйәтсе булып ҡаласаҡ.

Фекерҙәр
Норвегия фажиғәһе ниндәй һабаҡ бирҙе?

Дмитрий РОГОЗИН, Рәсәйҙең НАТО ҡарамағындағы даими вәкиле:
– Беҙ үҙ ватандаштарыбыҙ тарафынан ҡылынған теракттарҙан һабаҡ алып бармайбыҙ, шуға күрә был хәл дә беҙгә айырым бер һабаҡ бирер тип уйламайым. Сөнки мультимәҙәни донъяға ҡарата толерантлыҡ төшөнсәһен дөрөҫ аңламаған ерҙә сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм йәмғиәт радикализацияһы барлыҡҡа килә. Ошондай вәхшиҙәр шул арҡала пәйҙә була ла инде.

Владислав Иноземцев, Пос­тиндустриаль йәмғиәтте тикшереүҙәр үҙәге директоры:
– Мин миграцион хеҙмәтте үҙгәртергә кәрәк тип әйтмәҫ инем. Сөнки был террорсының «тирмәненә һыу ҡойоу» кеүегерәк буласаҡ. Әммә миграция процестарына яңы күҙлектән ҡарау мөһим. Шулай ҙа иң тәүҙә беҙҙә баш ҡалҡыта башлаған ультрауң төркөмдәргә, төрлө милли даирәләргә иғтибар итеү кәрәктер.

Юлия Латынина, яҙыусы, журналист:
– Сингапурҙа бындай хәл һис ҡасан да булмаясаҡ. Сөнки унда интернетҡа бысрағын түккән бындай алйоттар иғтибарҙан ситтә ҡалмаған булыр ине.
Йәнбикә БАЙЫШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы