RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ливия лидеры “тере мәйет”ме?

12.03.2011 Ливия лидеры “тере мәйет”ме?

йәки Ил менән 42 йыл идара итеүсе Муаммар Каддафи властан китергә теләмәй
Ливия лидеры “тере мәйет”ме?Йыл башында Туниста башланған революция ялҡыны һүрелмәй, ә, киреһенсә, көндән-көн ҡыҙыуыраҡ төҫ алып, ғәрәп илдәрен ялмай. Айы­рыуса Ливияла хәл ҡатмарлы. Төньяҡ Африканың был илендә ысын мәғәнәһендә граждандар һуғышы башланды.
Башта урам сыуалыштарына Ливия етәкселеге тарафынан етди иғтибар бирелеп еткерелмәне шикелле. Ни өсөн тигәндә, ил менән 42 йыл идара итеүсе Муаммар Каддафи тәүге көн­дәр­ҙән үк халыҡты тынысландырырға ашыҡманы. Ул: “Мин Тунис Президенты Зен Бин Али кеүек үҙ илемдән ҡасып та сығып китмәйәсәкмен, Мысыр лидеры Хөсни Мөбәрәк кеүек властан үҙем теләп баш та тартмаясаҡмын, Ливия халҡы мине ярата, тик “Әл-ҡаиҙә” радикаль төркөмө йоғонтоһона бирелеүселәр генә властан китеүемде талап итә”,– тип маһаймаҫ ине. Ошондай шарттарҙа ул баш күтәреүселәрҙе көс менән баҫтырҙы. Әлбиттә, бер ниндәй хәрби тәжрибәгә эйә булмаған ябай халыҡҡа яҡшы ҡораллан­ған, сит илдән күп аҡсаға яллан­ған хәрбиҙәргә ҡаршы тороуы еңелдән түгел. Эйе, ялланған. Сөнки Ливия Президенты Муаммар Каддафи, сит ил хәрбиҙәрен яллап, үҙ халҡын ҡырҙыра башланы. Инде айға яҡын (15 февралдә башланды) барған сыуалыштарҙа 6 меңдән ашыу кеше үлгән, 20 меңләп кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, тип иҫәпләнә. Әммә теүәл генә һанды берәү ҙә әйтә алмай. Сөнки илдә бер ниндәй тәртип юҡ, күпме кеше үлгәнен аныҡ ҡына белерлек тә түгел. Был һандар журналистарҙың күҙаллауҙары ғына.
Ливияла башланған граждандар һуғышы Яҡын Көнсығыш илдәрен генә түгел, ә Европа илдәрен дә, АҡШ, ҡытай, Рәсәй кеүек бөйөк державаларҙы ла хәүефкә һала. Берҙән, Ливия нефть ятҡылыҡтарына бик бай һәм Европа илдәренең байтағы Ливия сеймалына ғына ҡарап тора. Мәҫәлән, Италияла ҡулланылған бензиндың – 28, газдың 12 проценты Ливия сеймалы булып тора. Башҡа Европа илдәрендә лә ошондай уҡ хәл. Һуғыш барған осорҙа, билдәле, газ, нефть сығарыу ҡайғыһы юҡ, һәр кем үҙ йәнен һаҡлап ҡалыр­ға тырыша. Ошо сәбәпле Ли­виянан сит илдәргә сеймал сығарыу күпкә кәмене һәм был донъя баҙарында нефткә хаҡ артыуына килтерҙе. Дөрөҫ, әлегә ҡайһы бер илдәр, үҙҙәренең стратегик запастарын ҡулланып, хәлдән сығыу юлын эҙләй. Әммә был оҙаҡҡа бармаясаҡ. Икенсенән, Ливия оппозицияһын “Әл-ҡаиҙә” радикаль төркөмө финанслай, илдәге сыуалыштар улар йоғонтоһо аша ғәмәлгә ашырыла, тигән хәүеф бар. Муаммар Каддафи бына ошо хәүефлелекте “козырь” итеп тота ла инде. Йәнәһе лә: “Бына мин властан китһәм, кем ҡулына ҡаласаҡһығыҙ, улар минең ише генә булмаҫ, беҙҙе лә, һеҙҙе лә “ҡыҙған табала бейетәсәк”, – тип, АҡШ менән Европа илдәренә янай. Европарламент, НАТО, Ливиялағы хәл буйынса көн дә тиерлек ултырыштар үткәреп тә, әлегә тиклем бер ҡарарға килә алмай йонсой. Берәүҙәр Ливияға НАТО ғәскәрҙәрен индереү яҡлы булһа, икенселәр быны мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошҡа тиңләй. Һуңғылары­ның фекере аҡыллыраҡтыр, минеңсә. Сөнки, АҡШ, НАТО-ға ингән илдәр ғәскәрҙәре быға тиклем башҡа илдәрҙең эске эштәренә тығылып, был һуғышты ник башланыҡ, тигән көнгә төшкәнен онотмайыҡ. АҡШ-тың Афғанстанға, Ираҡҡа ҡаршы башлаған һуғыштарының бөгөнгә тиклем осо-ҡырыйы күренмәй. Шуға ла Ливия диктаторы М. Каддафиҙы буйһондорам тип кенә һуғыш башлауы дөрөҫлөккә тап килеп етмәйҙер. Икенсе яҡтан ҡарағанда, уның үҙ халҡын күрәләтә ҡырҙырыуын да донъя йәмәғәтселеге тыныс ҡына күҙәтә алмай. Бер Ливияла ғынамы ни бындай хәл, ана, Сталин үҙ халҡын күпме ҡыр­ҙыр­ған, бер ҙә сит илдәр СССР-ҙың эске эшенә ҡыҫылмаған, Ливияның да эске сәйәсәтенә ҡыҫылырға ярамай, тиеүселәр бар. ҡайһылай ғына булмаһын, бөгөн НАТО самолеттары Ливияның һауа юлын контролдә тотоу буйынса эш алып бара. Европа илдәре уға ҡарата санкция ҡулланыу яҡлы. Рәсәй Президенты Дмитрий Медве­дев та был илгә ҡорал һатмау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Ошондай шарттарҙа Ливия оппозицияһы Милли күсмә советы шәйехе Мостафа Әбдел Джәлил: “Әгәр ҙә Муаммар Каддафи, бомба һөжүмен туҡтатып, властан үҙ теләге менән китһә, беҙ уға сит илгә сығыр өсөн “һауа коридоры” булдырасаҡбыҙ”, – ти. Әммә оппозицияның бындай “мәрхәмәтлелеге” Кадда­фиҙы ҡәнәғәтләндермәй. Ул тик хәрби көс ҡулланып ҡына баш күтәреүсе боласыларҙы баҫтырырға ниәтләй. Шул уҡ ваҡытта 10 мартта Европа парламенты Ливия Милли күсмә советын илдәге законлы хөкүмәт булараҡ таныуын белдерҙе. Был совет Бенгази ҡалаһында урынлашҡан. Ошо резолюцияны ҡабул итеүҙә Европа парламентының 620 депутаты тауыш биреүҙә ҡатнашып, шуларҙың 584-е ыңғай тауыш бирә, тик 18-е генә ҡаршы була. Был резолюцияла, Милли күсмә советты Ливияла законлы власть итеп таныуҙан тыш, илдең һауа юлын ябыу, һуғыштан бәлә-ҡаза күргән ябай халыҡҡа гуманитар ярҙам ойоштороу тураһында ла әйтелә. Шул уҡ ваҡытта һауа юлын ябыу мәсьәләһен тик БМО-ның Хәүефһеҙлек советы ғына күтәреп сыға алыуын оноторға ярамай. Европарламент депутаттары хәҙер ошо мәсьәләне хәл итеүҙә БМО-ға өмөт бағлай ҙа инде. Унан килеп, Ливия – Аф­рика дәүләте, һәм, Евро­парламент кеүек, Африка дәүләттәренең дә үҙ ойошмалары – Африка союзы бар. Был ойошма ла, шулай уҡ Ғәрәп дәүләттәре лигаһы ла был тәңгәлдә үҙ һүҙҙәрен әйтергә тейештер, моғайын. Әлбиттә, ошо халыҡ-ара дүрт ойошма ла Ливияла тыныслыҡ, тотороҡлоҡ урынлаштырыу өсөн сығыш яһай. Тағы ла бер халыҡ-ара ойошма – “ҡыҙыл тәре” ойошмаһы вәкилдәре Ливия халҡының, гуманитар ярҙам ала алмай, блокадала тороп ҡалыуын хәбәр итә. Евросоюз илдәренән айырмалы рәүештә, ҡытай, ЮАР, Һиндостан, Бразилия Ливияның һауа юлын яптырмау өсөн сығыш яһай. Улар белдереүенсә, һауа юлын япҡан осраҡта халыҡҡа гуманитар ярҙам ебәреп булмаясаҡ. Ошондай шарттарҙа Евросоюз илдәренә һиҙелерлек йоғонто яһай алырҙай шәхес – Франция Президенты Николя Саркози Ливиялағы хәл-ваҡиғаларға ҡарата ғәҙәти булмаған белдереү яһаны. Ул Ливия оппозицияһын илдә берҙән-бер рәсми власть булараҡ таныуын белдерҙе. Уның был белдереүе: “Каддафи – һин беҙҙең өсөн “тере мәйет”һең, креслоңа йәбешеп ятма, илдә хәҙер һин Президент түгел“, – тигәнде аңлата. Рәсми Париж­дың был сәйәси аҙымына башҡалар ҡушылырмы – әлегә әйтеп булмай. Шулай ҙа Евросоюз илдәренең 11 мартта үткән саммитында төп һөйләшеү темаһы булып Ливиялағы хәл-ваҡиғалар тороуынан күренеүенсә, башҡаларҙың да Каддафиҙы «тере мәйет» тип һанауы ихтимал. ҡайһылай ғына булмаһын, ғәрәп илдәрендә тиҙерәк тыныслыҡ урынлаш­һын инде, тип теләргә генә ҡала.
Самат Ғәлиуллин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы