RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шаңдауы алыҫҡа яңғырамаҡсы

19.02.2011 Шаңдауы алыҫҡа яңғырамаҡсы

Революция «эпидемияһы» сигенмәй
Шаңдауы алыҫҡа яңғырамаҡсы
Билдәле булыуынса, йыл башында Туниста башланған сыуалыштар бер-бер артлы ғәрәп илдәрен солғап ала бара. Был илдәге сыуалыштар һөҙөмтәһендә 23 йыл ил менән идара иткән Президент Зин Бин Али влас­тан ситләтелеп, ул сит илгә сығып ҡасырға мәжбүр булғайны. Туниста ҡабынған был осҡон ялҡын булып Мысыр, Алжир, Сүриә, Иордания, Судан, Йемен кеүек мосолман илдәрен ялмап килә торғас, Иранға ла етте. Мысырҙағы 3 – 4 аҙнаға һуҙыл­ған сыуалыштар һөҙөмтәһендә 30 йыл ил менән идара иткән Президент Хөсни Мөбәрәк отставкаға китергә мәжбүр булғайны. Әлбиттә, ул был ҡарарға тиҙ генә килә алмай «йонсоно». Башта, көҙгә, йәғни яңы һайлау­ҙарға тиклем посымды ташлап китмәйәсәкмен, әммә ил менән идара итеү рычагын Премьер-министр ҡулына тапшырам, тип ҡотолмаҡсы булғайны. Уның был ҡылығы эшһеҙлектән, аслыҡтан ярһыған халыҡты тағы ла ҡуҙғытып ебәрҙе. Донъя илдәре лидеры булған АҡШ етәксеһе Барак Обама ла, Европа илдәре етәкселәре лә Хөсни Мөбәрәктең властан китеүен теләне. Ниһайәт, халыҡтың күптән зарығып көткән талабына ҡолаҡ һалып, 82 йәшлек Хөсни Мөбәрәк отставкаға китте. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, ул бына бер нисә көн инде аңын юйған килеш Германия клиникаларының береһендә ята, имеш. Әммә рәсми етәкселәр был хәбәрҙе кире лә ҡаҡмай, «эйе» лә тимәй. Шулай булғас, ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк бар, күрәһең.
Әле Мысырҙа ил парламенты тарҡатылды. Ә власть ҡораллы Көстәр советына Юғары тапшырылды. Ил менән ваҡытлыса Юғары хәрби совет етәксеһе, оборона министры Хөсәйен Тантави етәкселек итә. Көс структуралары илдә конс­титуцион һәм сәйәси реформалар үткәрергә йыйына. Әммә реформалар уҙғарыуға байтаҡ сығым талап ителә. Ә ил ҡаҙнаһы бөгөн буш. Ни өсөн тигәндә, туризм Мысырҙың төп килем сығанағы булып тора. Боларыштан ҡурҡҡан туристар үҙ илдәренә ҡайтып бөттө. Ә илдең төп байлығы – алтын запасын Хөсни Мөбәрәк сит ил банкыларына йәшереп өлгөргән. Сыуалыштар башлан­ғанға тиклем Рәсәйҙән генә лә 40 мең турист Мысырҙа ял итә ине. Илдәге 3 – 4 аҙнаға һуҙылған сыуалыштар һөҙөмтәһендә генә ҡаҙна миллиардлап доллар аҡса юғалтты. Күп кенә етештереү объекттарының туҡталып ҡалыуы, Суэц каналының ваҡытлыса ябылып тороуы ла ил иҡтисадына ҙур зыян килтерҙе. Билдәле булыуынса, канал Атлантик океан менән (Урта диңгеҙ аша) Һинд океанын (ҡыҙыл диңгеҙ аша) тоташтырған иң ҡыҫҡа һыу юлы булып тора һәм уның аша тәүлегенә төрлө илдәрҙең йөҙҙәрсә йөк карабы үтә. Был каналдың эшләмәй тороуы Европа илдәрендәге эре компанияларҙы ла иҡтисади көрсөккә килтереп терәне. Бөгөн Мысыр халҡы, илдең яңы власына яңы талаптар ҡуйып, урамға сыға. Улар эш хаҡын арттырыуҙы, яңы эш урындары булдырыуҙы, Президенттың отставкаһын талап итеп урамдарға сығыусы халыҡты эҙәрлекләмәүҙе талап итә. АҡШ һәм Евросоюз илдәре етәкселеге, Мысырҙағы һайлауҙарҙың (алты айҙан һуң илдә президент һайлауҙары булырға тейеш) демократик юл менән үтеүе өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, тип бара. Бөгөн Мысырҙағы хәл-ваҡиғалар өсөн иң борсолғаны – Израиль. Ни өсөн тигәндә, үткән быуатта был ике ил араһында дүрт тапҡыр һуғыш була. Тик 1979 йылда ғына тыныслыҡ килешеүе төҙөлә. Ошо килешеү ғәмәлдә ҡалһын, ике ил араһында яңынан ыҙғыш ҡупмаһын өсөн Мысырҙың элекке етәксеһе Хөсни Мөбәрәк күп көс һала ла инде. Әле килеп ул властан ситләтелгәс, Израиль етәкселеге хафаға ҡалды. Был илдең Премьер-министры Биньямин Нетаньяху белдереүенсә, Израиль яғы тыныслыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләйәсәк. Эйе, һуғыш бер кемгә лә файҙа килтермәй. Шул уҡ Израиль Мысыр менән һуғыш алып барған осорҙа илдең эске тулайым продуктының 30 процентын оборона тармағына, йәғни ҡоралланыуға йүнәлтеп торған. Ә тыныс шарттарҙа был нисбәт ни бары 9 процент тәшкил итә. Был инде күрше дәүләттәр менән һыйышып, тыныс йәшәгән осраҡта ошо уҡ аҡсаны фәнгә, социаль өлкәгә һ.б. тармаҡҡа йүнәлтеп буласаҡ, тигән һүҙ. Израиль Мысырҙа быға тиклем йәшертен оппозицияла булған «Мосолман ҡан ҡәрҙәштәр» радикаль ислам төркөмөнөң власҡа килеү ихтималлығынан да шөрләй. Улар власҡа килгән осраҡта мотлаҡ Израилгә ҡаршы йәнә һуғыш асасаҡ, тип көтөлә.
Мысырҙағы һәм Тунистағы хәл-ваҡиғалар географик яҡтан ошо ике ил эргәһендә урынлашҡан Алжирға ла йоғонто яһаны. Унда килеп тыуған иҡтисади көрсөк сәйәси көрсөккә лә этәрә. Урамға сыҡҡан тиҫтәләрсә мең халыҡ хөкүмәттең һәм Президенттың отставкаһын талап итә. Тунис менән Мысыр халҡы еңеү яулағас, Алжир халҡы ла урам революцияһы аша әлеге етәкселекте влас­тан ситләтергә уйлай.
Алжирҙан, Мысырҙан әллә ни алыҫ булмаған, Ғәрәп ярымутрауында урынлашҡан Йеменда ла тыныс түгел. Бындағы халыҡ та, илдең баш ҡалаһы Сана урамдарына сығып протест белдереп, ил етәксеһе Әли Абдулла Сәлихты отставкаға ебәреүҙе талап итә. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк, ошо төбәктәге мосолман илдәре араһында Йемен иң хәйерсеһе, халыҡ иң насар йәшәгән ил иҫәпләнә. Иордания, Судан, Сүриә халҡы ла, башҡа илдәрҙәге туғандаштарына теләктәшлек белдереп, шулай уҡ ил етәксеһенең влас­тан китеүен теләй. Әле килеп быға тиклем тыныс тип иҫәпләнгән Иранда халыҡ күтәрелеше башланып тора. Үткән йәкшәмбелә, 13 февралдә, Таһранда меңәрләгән кеше демонстрацияға сығып, быға тиклем власть тарафынан ситләтелгән оппозиция лидеры Мөссәүигә теләктәшлек белдереп, шул уҡ ваҡытта ил Президенты Мәхмүд Әхмәдинижад­тың отставкаға китеүен талап итә. Урамға сыҡҡан халыҡҡа резина пуляларҙан атып, суҡмарҙар менән туҡмап, демонстрацияны таратыуға өлгәшәләр. Әммә был ғына ил халҡын тынысландыра алырмы – әлегә билдәһеҙ. Ғәрәп илдәренә эйәреп, Иранда башланған был тәртип­һеҙлектәр, әлбиттә, АҡШ өсөн дә, Европа илдәре өсөн дә бик ҡулай. Сөнки АҡШ, НАТО етәкселеге Иранды ядро ҡоралы етештерергә ынтылыуҙа, уран байытыуҙа ғәйепләп, уға ҡаршы төрлө санкциялар ҡулланып килде. Ни тиһәң дә, АҡШ етәкселеге, ошо тотороҡһоҙлоҡтан файҙаланып, болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалырға маташасаҡ. Үткән аҙна аҙағында Ғәрәп ярымутрауының тағы бер иле – Бахрейнда ла сыуалыштар башланды. Илдәге эшһеҙлеккә, хәйерселеккә ризаһыҙлыҡ белдереп, урамға сыҡҡан халыҡ Премьер-министр, шәйех Хәлиф бән Сәлмән әл Хәлифте отставкаға ебәреүҙе талап итә. Ул бына 40 йыл инде ил хөкүмәтен етәкләй. Һуңғы көндәрҙә төньяҡ Африка дәүләте, Алжир менән Мысырҙың ут күршеһе Ливияла ла тыныс түгел. Шулай итеп, 2011 йыл ислам донъяһы илдәре өсөн сыуалыштар йылы булып иҫтә ҡаласаҡ. ҡайһы бер аналитиктар был сыуалыштарҙы мосолман донъяһында «ер тетрәүе» менән тиңләй. Ай ярым эсендә тиҫтәләгән илде ялмап алған ғәрәсәт башҡа илдәргә лә таралмаҫ, тип берәү ҙә гарантия бирә алмай. Тунис, Мысыр кеүек дәүләттәрҙә революция тәмен татыған ғәрәп ғәрәсәте, ҡомһоҙ сүл бүреһеләй, бер-бер артлы ҡорбандар эҙләй. Әлегә тик халыҡ етеш йәшәгән Кувейт, Сәғүд Ғәрәбстаны, Катар кеүек илдәрҙә генә һиллек.

Курил утрауҙары. һинекеме, минекеме?

Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә, үткән аҙнала Рәсәй – Япония мөнәсәбәттәре йәнә киҫкенләшә төштө. Билдәле булыуынса, 2010 йылдың ноябрь айында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Курил утрауҙарының иң көньяғында урынлашҡан, бәхәсле булып иҫәпләнгән Кунашир, Итуруп утрауҙарында булғайны. 1945 йылдан бирле япондар был утрауҙар­ға дәғүә белдереп килде. Курил утрауҙарында булған сағында Д. Медве­дев, Рәсәйҙең бер бөтөнлөгөнә, уның бүленмәҫлегенә баҫым яһап, был утрауҙарҙың Японияға эләкмәйәсәген төшөндөргәйне. Әммә япондар бының менән риза түгел. Улар хатта Токиола Рәсәй илселеге бинаһынан Рәсәй флагын алып, йыртып ташлауға тиклем барып етте. Үткән аҙнала ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу маҡсатында Японияның сит ил эштәре министры Сэйдзи Маэхару Мәскәүгә килеп ҡайтты. Үҙенең коллегаһы Сергей Лавров менән осрашыуында ул япондар­ҙың Рәсәй флагын мыҫҡыл иткәне өсөн ғәфү үтенде. Әммә ғәфү үтенеү генә хәл-торошто тиҙ генә яйға һалмаҫ. Унан килеп, Рәсәйҙең стратегик партнеры булған ҡытайҙың япондар­ға ҡарата биләмә буйынса үҙ дәғүәһе бар. Иҡтисади үҫеш буйынса ҡы­тайҙың Японияны уҙып китеп, АҡШ-тан ҡала, донъяла икенсе урынға сығыуы ла япондарҙың һарыуын ҡайнатмай ҡалмай. Ошондай шарттарҙа Рәсәй Япония менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе боҙмаҫҡа тырышһа ла, рәсми Мәскәүҙең рәсми Пекин менән яҡынлығы кемдең кемгә кәрәгерәк булыуын асыҡ төҫмөрләтә.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы