НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бүләккә – таҫмалар

Бүләккә – таҫмалар


Баш ҡаланың Орджоникидзе районына 2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эштәрен алып барыу өсөн төрлө мәғлүмәт-аңлатыу материалдары килтереп еткерелде. Кешеләргә таратыу өсөн иҫәп алыу кампанияһы логотибы төшөрөлгән таҫмалар алынды.
Үткән аҙнала районда “Бүләккә – таҫмалар” тип атал­ған сара уҙҙы. Был акцияның төп маҡсаты – октябрь айында үтәсәк мөһим кампания тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү.
Был таҫмалар “Нефтяник” стадионында уҙған Бөтә Рәсәй физик культура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған спорт байрамында ла таратылды. Район тураһында төрлө статистика мәғлүмәттәре хаҡында хәбәрҙар тамашасылар таҫмалар, ручка һәм башҡа сувенирҙар менән бүләкләнде. Йәш спортсылар ҙа, уңыш килтереренә ышанып, таҫмаларҙы түштәренә таҡты.
Шулай уҡ Химиктарҙың ял һәм мәҙәниәт паркында үткән “Сәскәләр байрамы”нда ла райондың статистика хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ошондай уҡ таҫмалар таратты. Улар бигерәк тә паркка килгән бала-сағаның иғтибарын йәлеп итте. Балалар “Рәсәй өсөн һәр кем мөһим” девизын бик етди ҡабул итте.
Орджоникидзе районында был ҙур сараға әҙерлек һәм аңлатыу эштәре бик йылдам бара.

Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе
районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сығыу ваҡыты 28-08-2010, 16:23 | Ҡаранылар: 1500
|
  • Байрамға үҙегеҙгә бүләк эшләгеҙ – «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
  • Фәһемле осрашыу
  • Президент – гәзиттә ҡунаҡта
  • Замандың яңы талаптары
  • Мөһим дәүләт сараһы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM