НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Оҙаҡ көрәштек. Инде эшләйек

Оҙаҡ көрәштек. Инде эшләйек


Ғәжәп инде ул – ауыл. Яҙмышының ғибрәтлелеге һәм фажиғәлелеге йәһәтенән ауылға, бәлки, халыҡ үҙе генә тиңләшә алалыр. Ауыл кешеһе меңдәрсә йыл буйына иген үҫтергән, әммә ғүмеренең күп өлөшө бер һыныҡ икмәк өсөн көрәшеп, хатта шуның өсөн тилмереп үткән.
Бының сәбәптәре, әлбиттә, төрлө. Ләкин, ниндәй генә шарттар булмаһын, ауыл кешеһенең тормошон ауырайтҡан да, еңеләйткән дә төп нәмә – сәйәсәт. Ауыл хужалығы иңенә проблемаларҙы, тәбиғәт факторҙарынан бигерәк, дәүләт сәйәсәте өйә.
Тарих сәхифәләренә ниндәй генә күҙлектән ҡарамайыҡ, һәр осорҙа ла Рәсәйҙең ауыл хужалығы продукцияһын донъяла иң күп етештереүселәр иҫәбендә булыуын күрәбеҙ. Ит, май, бал, кейек һәм мал тиреһе, ағас, киндер, балауыҙ һәм башҡа продукттар илебеҙҙең сит илдәргә оҙатыла торған тауарҙары араһында төп урынды алып торған. Ә инде Рәсәй яландарында өлгөрөп, гәрәбә төҫөнә ингән ашлыҡ хаҡында әйтәһе лә түгел. Бер генә дәүләт тә эске сәйәсәтендә үҙ халҡын асыҡтырыу йүнәлешендә барыуын асыҡтан-асыҡ иғлан итмәй. Ил тарихындағы ауылға ҡағылышлы бөтә программалар ҙа тиерлек дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм халыҡты туҡ йәшәтеү маҡсаты менән эшләнде.
Әгәр үткәндәргә идеологиянан тайпылыбыраҡ күҙ һалғанда һәм ҡайһы бер ваҡиғаларҙы баһалағанда, коллективлаштырыу, кулак хужалыҡтарын тар-мар итеүҙең дә дәүләт программаһы булыуын күрәбеҙ. Беҙ бит сиҙәм күтәрҙек, ҡара тупраҡлы булмаған зонаны үҙләштерҙек, мелиорация эшен йәйелдерергә тырыштыҡ. Был программаларҙың ни сәбәпле ахырына ҡәҙәр еткерелмәүе, уларға ниндәй объектив фак­тор­ҙарҙың ҡамасаулауы хаҡында уйланырға кәрәк. «АПК-ны үҫтереү» тип аталыусы милли проектты ғәмәлгә ашырған саҡта элекке проекттар­ҙың яҙмышын онотмау кәрәк.
Инҡилапҡа ҡәҙәрме, совет осоронда булһынмы, беҙҙән алдағы быуындар ғәмәлгә ашырырға ниәтләгән программаларҙың күбеһе илде, ауыл хужалығы тормошон үҫтереүҙә, ҙур геосәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ғәйәт ҙур роль уйнаны. Бөгөн дилетанттарҙың тәнҡит утына эләккән сиҙәм үҙе генә ни тора... Ул иген етештереүҙе ҡырҡа арттырырға, халыҡты икмәкле итергә, Рәсәйҙе донъяла иң күп иген етештереүселәр рәтенә сығарырға форсат бирҙе.
Илебеҙ тарихы хроникаһына йәнә әйләнеп ҡайтһаҡ, уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында ғына ауыл хужалығына ҡағылышлы бер нисә мөһим документ ҡабул ителеүен күрәбеҙ. 1974 йылда «РСФСР-ҙың ҡара тупраҡлы булмаған зонаһының ауыл хужалығын артабан үҫтереү саралары тураһында» ҡарар сыҡҡан. Ике йыл үткәс, «Хужалыҡ-ара кооперация һәм агросәнәғәт интеграцияһы нигеҙендә ауыл хужалығы производствоһын махсуслаштырыу һәм туплауҙы артабан үҫтереү тураһында» ҡарар донъя күргән. Тағы ике йылдан партияның Үҙәк комитеты сираттағы пленумында ауыл хужалығы производствоһының техник кимәлен күтәреү, колхоз һәм совхоздарҙың иҡтисадын нығытыу, ауылда төҙөлөштө үҫтереү, хужалыҡ-ара кооперацияны көсәйтеү мәсьәләләрен тикшергән. Л. Брежнев хакимлыҡ иткән йылдарҙа ҡабул ителгән Аҙыҡ-түлек программаһы үҙе генә ни тора! Әммә бәлә шунда: ил һәм халыҡ тормошона һиҙелерлек йоғонто яһарға тейешле программалар һәм ҡарарҙарҙың береһе лә аҙағына тиклем еткерелмәгән. Беҙ үҙебеҙ үк урынлаштырған ҡағиҙәләрҙе самаһыҙ йыш үҙгәртәбеҙ, элек ҡабул ителгән ҡарарҙарҙан баш тартабыҙ. Йәнәһе, беҙ уйлап сығарған велосипед ҡына шәберәк. Ә инде шуға бәйле йәмғиәттәге социаль һәм иҡтисади хәлдең үҙгәреүе, уның дөйөм эштәргә булған шауҡымы беҙҙе бигүк борсомай. Властың халыҡ ышанысын юғалтыуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Кеше хәтере тоҡос, тиһәләр ҙә, ул изге ниәт менән эшләнгән эштәрҙе лә, яуызлыҡҡа йүнәлтелгән маҡсат­тар­ҙы ла онотмай. Әҙәм балаһының хәтере яңылышҡан хәлдә лә, ерҙеке – мәңгелек. Ниндәй ваҡиғалар шаулап уҙһа ла, шәхестәр күкрәп үтһә лә, ерҙең асылы үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Ул – бәрәкәтлелек, йәшәү сығанағы булыу. Ауылға ҡағылышлы һәр бер эшебеҙҙең дә уртаһында шул ябай фәлсәфә торорға тейеш.
Илдәр һәм халыҡтар берләшмәһендә йәшәгәс, бер-беребеҙ менән сауҙа итешмәү мөмкин түгел. Баҙар иҡтисады шарттарында һәр бер дәүләт иң тәүҙә үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғырта. Теге йәки был илгә ит-һөт, бүтән продукттар оҙатыу хәҙер коммерция ғына түгел, бәлки глобаль сәйәсәттең бер өлөшөнә әүерелде. Мәҫәлән, быйыл Рәсәйгә ситтән 1 миллион 130,8 мең тонна ит һәм ҡош ите, субпродукттары индереләсәк. Һеҙ, Америка продукцияһы бүтән­дәр­ҙекенән сифатлыраҡ йә арзаныраҡ, тип уйлайһығыҙмы? Өҫтәүенә, белгестәр ошо ил етештергән аҙыҡ-түлектә трансген ризыҡтың күп булыуын әйтә килә. Генетик йәһәттән модификацияланған продукттың һаулыҡҡа зыян килтереүен, нәҫелгә кире йоғонто яһауын белһәк тә, иҡтисади бәйләнештәрҙә сәйәсәт өҫтөнлөк итә. Был Рәсәй иҡтисадының көсһөҙлөгөнән килә.
Артабанғы яҡын йылдарҙа ла ситтән аҙыҡ-түлек ташыу күләме кәмергә уйламай. 2012 йылда 1 миллион 171,2 мең тонна һыйыр һәм ҡош ите ҡайтарыласаҡ. 2013 – 2014 йылдарҙа ул тағы ла артасаҡ. Дөрөҫөрәге, был Рәсәй хөкүмәте тарафынан раҫлан­ған.
Килтерелгән һандар Рәсәй халҡының АҠШ-тан «Буш боттары» көтөп көн итәсәген аңлатмай. Илебеҙҙең, шөкөр, ауыл хужалығындағы потенциалы бик ҙур. Уның ысынбарлыҡтағы кәүҙәләнеше йыл һайын Берлинда үтә килеүсе «Йәшел аҙна» күргәҙмәһендә раҫлау таба. 1996 йылда, мәҫәлән, илебеҙ был мөһабәт форумда 12 квадрат метрлыҡ стенд менән ҡатнашҡайны. Хәҙер иһә Рәсәй 10 мең квадрат метр майҙанды биләй һәм күргәҙмә-йәрминкәлә илебеҙҙең тиҫтәләрсә төбәгенән 500-гә яҡын предприятие ҡатнаша.
Үҙебеҙҙе меҫкенгә һанамайыҡ. Донъялағы продукция бирерлек һөрөнтө ерҙәрҙең һәр унынсы гектары – беҙҙә. Эсәр һыуҙың иң күп өлөшө лә Рәсәйгә тура килә. Ошо байлыҡты заманса инновацион технологиялар менән дөрөҫ файҙалана алғанда, Рәсәй ауыл хужалығы продукцияһын ситкә күпләп сығара аласаҡ.
Агросәнәғәт өлкәһендәге өҫтөнлөклө милли проект төп ике йүнәлеште үҙ эсенә ала: малсылыҡты тиҙләтеп үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең ҙур булмаған формаларын матди йәһәттән дәртләндереү. Шул маҡсатты иғтибар үҙәгендә тотоп эшләгән хәлдә, Башҡортостанда ике йылда ит етештереү – ете, ә һөт етештереү 4,5 процентҡа артырға тейеш.
Милли программаны бойомға ашырыу маҡсатында күпме аҡса бүленеүе хәҙер бала-сағаға ла мәғлүм. Шуға күрә иғтибарҙы уға йүнәлтмәй, тағы бер нисә мәсьәләне хәтергә төшөрәйек. «Росстат» мәғлүмәттәренә ышанғанда, бөтә категория хужалыҡтарында ла ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәренең майҙаны кәмей бара. Эксперттар был хәлде техника паркының ҡыҫҡартылыуы менән аңлата. Һәр хәл­дә, һуңғы биш йылда Рәсәйҙә сәсеүлек майҙандары 8 миллион гектарға кәмегән. Ауыл хужалығы министрлығы, милли программаны тормошҡа ашырыу был хәүефле тенденцияны туҡтатыр, тип өмөтләнә.
Әйткәнебеҙсә, теләһә ниндәй производствоны ла хәҙер сәйәсәттән айырып ҡарау мөмкин түгел. Мәҫәлән, Евросоюздың, үҙ фермер­ҙарына мул субсидия биреп, Рәсәйгә продукттарын демпинг хаҡтары менән экспертлауы, әлбиттә, беҙгә оҡшамай. Сауҙа бер яҡҡа ғына илтеүсе юл түгел. Әлегә иһә, Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник әйтмешләй, юл ике яҡлы. Тик бер яҡҡа юл һәйбәт, тура, ә икенсе яҡҡа юл Париж – Дакар авторалли трассаһын хәтерләтә. Европанан Рәсәйгә ауыл хужалығы продукттары йөҙҙән күберәк үткәреү пункты аша килеп инә, ә теге яҡҡа ун ғына пункт эшләй.
Хәлдәр бына шулай. Ауыл хужалығы кампанияларында элегерәк «көрәш», «алыш», «фронт» һымағыраҡ һүҙҙәр алда йөрөй торғайны. Әлеге милли проекттар кампанияға әүерелеп, шау-шыу аҫтында онотолоп та бара. Рәсәйҙә был ғәҙәти хәл булһа ла, барыбер һағайта. Һәр бот иген, бер литр һөт өсөн күп көрәштек бит инде... Әйҙәгеҙ, ярһымай-нитмәй генә эшләп ҡарайыҡ.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, публицист.

Сығыу ваҡыты 22-01-2011, 16:33 | Ҡаранылар: 1089
|
  • Ишембай районы һәм ҡалаһы үҫәсәк
  • Башҡортостандыҡын һәр кем таный
  • Ауыл хужалығының артабанғы үҫешенә өмөт бар
  • Көн тәртибендә – ауыл хужалығы продукцияһы етештереү тармағы
  • Халыҡҡа – үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM