НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Башҡортостанда Радий Хәбиров тәүге эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһында булды

Башҡортостанда Радий Хәбиров тәүге эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһында булды


Башҡортостанда Радий Хәбиров тәүге эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһында булды
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһы предприятиеларында булды. Компания идараһы рәйесе Андрей Шишкин менән бергә ул «Новойл»да водород етештереү ҡулайламаһын, «Башнефть-Өфөнефтехим» нефть эшкәртеү заводында биологик таҙартыу ҡоролмаларын ҡараны.

— Тәүге сәфәремде махсус рәүештә республикабыҙ иҡтисады локомотивы һәм төп һалым түләүселәрҙең береһе булған «Башнефть» компанияһына ойоштороуҙарын һораным. Мин эш менән танышырға, бында нимә барғанын, барлыҡ иҡтисады процестарҙы аңларға теләнем, — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республиканың эре бизнесы менән конструктив мөнәсәбәттәр булдырыуын дауам итәсәге хаҡында һөйләне.

— Эре бизнес, эре предприятиелар һалым базаһын булдыра һәм республикабыҙ үҫешенә булышлыҡ итә. Әлбиттә, был мөнәсәбәттәр конструктив булырға тейеш. Бының эш урындары ла, социаль өлкә лә, үҫеш тә, халҡыбыҙ именлеге лә икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта республика биләмәһендә эшләгән предприятиелар ҙа социаль яуаплы булырға, экология, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә тейеш. Ҙур предприятиеларҙың оҙаҡ йылдар эшләү осоронда Башҡортостандың барыһы менән дә тиерлек конструктив мөнәсәбәттәре булдырылған. Ошо трендты ла дауам итербеҙ тип уйлайым, — тине Радий Хәбиров.

Сәфәр аҙағында Андрей Шишкин республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға предприятиенан таҙартылған һыу өлгөһөн күрһәтте.

Евразиялағы ҙур таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү 2017 йылда тамамланды. Улар өс предприятиенан сәнәғәт һәм хужалыҡ аҡмаһын таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән һәм тәүлегенә 84 мең кубометр һыу таҙартырға һәләтле. Проекттың хаҡы 11,5 миллиард һум тәшкил итте.

Сығыу ваҡыты 15-10-2018, 18:07 | Ҡаранылар: 54
|
  • 1 декабргә Өфө властары Радий Хәбировҡа легаль булмаған пассажир ташыусылар тураһында отчет бирергә тейеш
  • Яңы команда булырмы?
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбиров бөгөн үҙенең тәүге Указына ҡул ҡуйҙы
  • Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостанға килде
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»



  • Радио Юлдаш FM