RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәктәптәрҙә туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса прокурор тикшереүҙәре тамамлана

25.10.2017 Мәктәптәрҙә туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса прокурор тикшереүҙәре тамамлана

Мәктәптәрҙә туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса прокурор тикшереүҙәре тамамлана
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов Башҡортостан Республикаһы прокуроры Андрей Назаров менән осрашып, мәктәптәрҙә туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләләре буйынса прокурор тикшереүҙәре хаҡында һөйләшкәндә республика прокурорҙары менән кәңәшмә ойоштороу тураһында килешкәйне. Ошо көндәрҙә кәңәшмә уҙғарылды.
Етди осрашыуҙа район-ҡалалар прокурорҙары менән бергә БР буйынса федераль инспектор Михаил Закомалдин, ведомство-ара йәмәғәтселек хәүефһеҙлеге советы секретары Алексей Касьянов та ҡатнашты. Белеүегеҙсә, мәктәптәрҙә прокурор тикшереүҙәре 31 октябрҙә тамамлана.
Кәңәшмәлә сығыш яһап, Әмир Ишемғолов, төбәктә социаль-сәйәси тотороҡлолоҡ булдырыу өсөн көстәрҙе берләштерергә кәрәк, тип белдерҙе.
“Башҡортостанда һәр халыҡ үҙенең телен, мәҙәниәтен үҫтерһен өсөн күп нәмә эшләнә. Тик һуңғы ваҡытта милли республикаларҙа туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүгә бәйле килеп тыуған хәл йәмәғәтселектә, республика халҡы араһында етди борсолоу тыуҙырҙы, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. – Әлегә тиклем милли-тел өлкәһендә Башҡортостанда йылдар дауамында килешелгән, нығынған система эшләп килде – 14 туған тел, аҙнаһына 1 – 2 сәғәт дәүләт теле булараҡ башҡорт теле уҡытылды. Был, федераль стандарттарына ярашлы, аҙнаһына 6 – 7 сәғәт бүленгән рус телен уҡытыуҙы бер нисек тә ҡыҫырыҡламаны”.
Милли республикаларҙа аҫаба халыҡтың теленә дәүләт статусы биреү мөмкинлеге закон тарафынан билдәләнгәне барыбыҙға ла яҡшы таныш. Был хоҡуҡ Рәсәй Федерацияһы Конституция Судының 2004 йылдың 16 ноябрендәге ҡарары (№ 16-П) менән раҫланған. Илдең юғары органының вердикты бәхәстәргә урын ҡалдырмай.
Әмир Ишемғолов үҙ сығышында туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса РФ, БР закондарын телгә алды. Шулай уҡ башҡорт телен белеүҙең күп ыңғай яғын һанап китте.
“Башҡорт теле төрки телдәрҙең 40-тан ашыуына бик оҡшаш. Төрки халыҡтар донъяла 200 миллион кешенән ашыу. Шәхсән үҙемдән сығып әйтәм, башҡорт телен белеүем Урта Азия һәм Көнсығыш дәүләттәре менән хеҙмәттәшлек иткәндә һәр ваҡыт ярҙам итә. башҡорт телен белһәң, күп төрки телде лә аңлайһың тигән һүҙ. Хатта “һ” өнө булған инглиз, немец телдәрен үҙләштереүе лә еңел. Күп телде белеүҙең мейегә ыңғай йоғонтоһо медицинала ла күптән раҫланды”, – йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тарафынан да милли телдәрҙе һаҡлау буйынса ярҙам бар. 2017 йылдың 14 сентябрендә Башлыҡтың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары һәм дәүләт телен үҫтереү саралары тураһында”ғы Указы сыҡты.
Шулай итеп, прокурор тикшереүҙәре аҙағына яҡынлашты. Артабан да республика мәктәптәрендә телдәрҙе үҙ теләгең менән уҡыу күҙәтеүҙә тотоласаҡ. Уҡыусының теге йәки был телде өйрәнеүендә хоҡуҡ боҙолһа, тиҙ арала сара күреләсәк. Республика прокуратураһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән мәғлүмәт алмашырға әҙерлеген белдерҙе.

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы