НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та, юлды күрһәткән маяҡ та

Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та, юлды күрһәткән маяҡ та


Хәҙерге заманды киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар, интернет көн һайын һуңғы яңылыҡтар, төрлө ваҡиға тураһында хәбәр итә.
Традицион рәүештә, гәзит-журнал мәғлүмәт биреү, фекер алышыу өсөн үҙенсәлекле күпер ролен үтәй. Улар шулай уҡ берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итеп, әхлаҡи йүнәлеш биреп, йәмәғәт фекерен булдырыусыларҙы берләштерә.
Тап 1703 йылдың 13 ғинуарында Рәсәйҙә, батша Петр I указына ярашлы, “Ведомости” гәзитенең беренсе һаны донъя күргән. Ошо ваҡиға айҡанлы 1991 йылдан бирле 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. Был күркәм дата журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, гәзит-журналды таратыу­сыларҙың байрамы булып тора.


Башҡортостан матбуғаты тарихы иһә Өфөлә 178 йыл элек сыҡҡан “Оренбургские губернские ведомости” гәзитенән баш­лан­ған. Әле республика халыҡтары телдәрендә 200-ҙән ашыу гәзит-журнал сыға. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығында белдереүҙәренсә, Башҡортостан матбуғат баҫмалары юғары кимәлдә сыға, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтары булып тора.
Үкенескә күрә, һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында белем алыу, уҡыу­ға ынтылыу кәмей. Был айырыуса милли баҫмаларҙа һиҙелә. Йыл­дан-йыл уларҙың тиражы кәмей, уҡыусылар интернетҡа йүнәлә. Иҡтисади көрсөк тә насар йоғонто яһай. Подписка хаҡының артыуы элекке һымаҡ биш-алты баҫманы алдырып уҡырға мөмкинлек бирмәй. Шулай ҙа тоғролоғон һаҡлаған дуҫтар күп булыуы беҙҙе, “Йәшлек”тәрҙе, ныҡ һөйөндөрә.
Түбәндәге фекерҙәрҙә үҙенең һөнәре менән туранан-тура матбуғатҡа ҡағылған, гәзит-журналды таратыуҙа ярҙам иткән, оҙаҡ йылдар дауамында алдырып уҡыған кешеләрҙең уй-теләктәрен ет­керҙек.

Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та,  юлды күрһәткән маяҡ таМирсәйет ЮНЫСОВ, “Йәншишмә” республика балалар гәзитенең баш мөхәррире:
– Башҡор­тостан журналистары йылына ике тапҡыр байрам итә. Рәсәй һәм Баш­ҡортостан матбуғаты көндәрен матур, яҡ­шы кәйефтә ҡаршылайбыҙ.
“Йәншишмә”гә быйыл 86 йыл тула. Ул бәләкәй генә балалар гәзите булһа ла, халҡыбыҙҙың “Урал батыр” эпосындағы Йәншишмә кеүек, бар халҡыбыҙға тере һыу бирә, ҙур рухлы. Заманында уның биттәрендә Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибай тәүге ижад емештәрен баҫтырған. Әле лә башҡорт гәзит-журналдарында, телевидениеһында беҙҙә яҙышып, “йәш хәбәрсе” исемен алып дәртләнгән кисәге балалар эшләй. Шулай итеп, гәзитебеҙ милли кадрҙар әҙерләй, дәүләткә ярҙам итә.
Хәҙерге заман ауыр булһа ла, беҙ балаларға ярҙам итергә, уҡырға өйрәтергә, илһамландырырға, ҡанат ҡуйырға тейешбеҙ. “Киләсәк һинән башлана” тигән оран һүҙебеҙгә тоғро ҡалыуҙы маҡсат итеп алғанбыҙ. Уҡытыусылар класс сәғәттәрендә гәзит мәҡәләләрен уҡытып, фекер алышып, үҙ эшендә файҙалана ала.
Илебеҙ Президенты Влади­мир Путиндың балалар ойошмалары эшен әүҙемләштереү тураһындағы указы буйынса эшләйәсәкбеҙ. “Беҙ пионер саҡта” кеүек рубрикалар асыр­ға, СССР пионерияһының эше менән таныштырырға ниәтләйбеҙ. Тиҙҙән “Йән­шишмә” призына саңғы ярышы үткәрәсәкбеҙ.
Башҡорт матбуғатына килгәндә, баҫмаларға берләшергә кәрәк. “Йәншишмә”, “Йәш­лек”, “Башҡортостан” гәзиттәре “өс таған”ға ойошһон ине. Балалар беҙҙән башлап, артабан да үҫешһен. Йәш быуын уҡымай, тиҙәр. Уҡый ул, ана, китапханалар туп-тулы. Бары тик мөмкинлек бирергә кәрәк.

Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та,  юлды күрһәткән маяҡ таРәдис НОҒОМАНОВ, Башҡортостанда йәштәр өсөн татар телендә нәшер ителгән “Өмет” гәзитенең баш мөхәррире:
– 2016 йыл беҙҙең гәзит өсөн иҫтәлекле. 12 июлдә уның барлыҡҡа килеүенә 25 йыл тула. Халыҡ үтенесе буйынса шул мәлдә татар йәштәре өсөн гәзитебеҙ сыға башланы. 90-сы йылдар башы матбуғат һүҙенә ныҡ мохтажлыҡ заманы булды һәм “Өмет” тиҙ арала үҫте, популярлыҡ яуланы. Ил ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе, беҙҙең гәзит тә шул рухта йәшәне.
Бөгөнгөгә килгәндә, дөйөм илдә барған көрсөк матбуғатҡа ла ҡағылмай ҡалманы. Иҡти­сади көрсөк, компьютер технологиялары үҫеше – быға төрлөһө сәбәпсе. Әммә, нимә генә булмаһын, беҙ ауырлыҡтарҙы, “Йәшлек” гәзите кеүек, йырып сығып киләбеҙ. 2016 йылға 16 мең дана тираж менән индек, тимәк, беҙҙе уҡыусылар бар. Иң мөһиме – “Өмет” һәм “Йәшлек” гәзиттәренә кешеләр үҙҙәре теләп яҙыла.
Әле күп уҡыусыбыҙ урта һәм өлкән йәштә. Ә йәштәр компьютер менән мауыға. Бына уларҙы беҙгә ҡаратыу ҡатмарлы эш булып тора. Гәзите­беҙҙең ғаиләгә арналыуы ошоно күрһәтә. Һигеҙ йәштән алып һикһәнгә еткәндәр ҙә “Өмет”те уҡый. Заман талабы ла шул – кеше әллә нисәмә төрлө гәзит алдыра алмай, берәүһендә тупланғанды хуп күрә. Гәзит уҡымаған йәштәр артыуы борсолдора. Ундай­ҙар, тимәк, китапҡа, милли әҙәбиәткә лә әйләнеп тә ҡарамай, рух үҫешмәй, тигән һүҙ. Рух тәрбиәһен компьютер-интернет бирә алмай. Йәштәр матбуғаты – нәҡ илһөйәрҙәр тәрбиәләй торған мәктәп. Беҙҙең гәзит уҡыусыларының байтағы ауылда йәшәй. Шуға күрә лә урындарға барып, ауыл тормошон яҡтыртасаҡбыҙ, йәштәре тураһында һөйләйәсәкбеҙ, проблемаларын өйрәнәсәкбеҙ. Киләсәктә дәүләт матбуғатҡа иғтибарын көсәйтер, идеологияның ғәйәт ҙур көс икәнен аңлар, тип ышанам.
“Йәшлек” уҡыусыларына бы­йыл түҙемле булырға теләр инем. Ауырлыҡтар ваҡытлыса, тиҙҙән улар үтер. “Йәшлек” менән “Өмет”, заманында халыҡ һорауы буйынса барлыҡҡа килгән гәзиттәр, йәшәр һәм эшләр. Бары тик уларға яҙылһындар, уҡыһындар, онотмаһындар.

Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та,  юлды күрһәткән маяҡ таЯрослава ГОЛОБОРОДЬКО, Башҡортостанда йәштәр өсөн рус телендә нәшер ителгән “Молодежная газета” гәзитенең баш мөхәррире:
– Ғәҙәттәгесә, беҙ һәр килгән яңы йылдан күп нәмә өмөт итәбеҙ. Әлеге ваҡытта илдә һәм донъяла барған ваҡиғалар 2016 йылдың ҡатмарлы буласағына ишаралай. Ләкин беҙ ауырлыҡтарға күнеккәнбеҙ, артабан да йәшәрбеҙ, тибеҙ.
2016 йылдың Рәсәйҙә Кино йылы итеп иғлан ителеүе айырыуса беҙҙең кеүек баҫмалар­ға ҡулайлы. Рәсәй киноһына иғтибар ныҡ йүнәлтеләсәк, сөнки кем һәм нимә тураһында күрһәтеү өсөн темалар етерлек. Беҙгә ошо юҫыҡта ла эшләргә кәрәк.
Йәштәрҙең йәмғиәттең айырыуса яҡлауға мохтаж өлөшө икәне мәғлүм. Шуға күрә лә иҡтисади көрсөк мәлендә аҡса табыу, эшкә урынлашыу, ғаилә ҡороу кеүек мөһим темалар ҙа тейешенсә яҡтыртыласаҡ.
Мультимедиалы журналис­тика тураһында күп һөйләйҙәр. Ул булырға тейеш. Ләкин, минең фекеремсә, традицион гәзит-журналдар ҙа ҡаласаҡ. Күҙәтеүҙәрҙән сығып, шуны әйтәм: уҡыу йорттары, мәктәптәргә барғанда йәштәргә гәзит тотторһаң, улар ҡы­ҙыҡһына, йотлоғоп уҡый. Шуға күрә лә уларҙы аңлайышлы фекерле, яҡшы итеп яҙылған мәҡәләле гәзит-журнал менән йәлеп итеп була. Дәүләт тә йәштәр араһында үҙенең сәйәсәтен шулай итеп үткәрә ала.
Интернет тиҙ арала онотола торған мәғлүмәт бирә. Ә гәзит һүҙе бер аҙ уйландыра, аҡылға үтеп инә, берәй проблеманы хәл итеүгә ярҙам итә. Ҡулға эләккән гәзит барыбер берәй нәмәһе менән ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ошоно күҙ алдында тотоп, үҙ эшебеҙҙе үҙгәртергә тейешбеҙ. Дәүләттән беҙҙең тармаҡҡа иғтибар кәрәк, айырыуса йәштәр баҫмаларына етди ярҙам, эш хаҡын арттырыу талап ителә.

Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та,  юлды күрһәткән маяҡ таРайхана БУЛАТОВА, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Баймаҡ ра­йонының Билал ауыл биләмәһе тормошон яҡтыртыусы:
– Бер осорҙа беҙ, китапханасылар, илде ра­дио-телевидение, интернет баҫып алғас, ке­ше гәзит-журнал, китап уҡымаҫ, тип борсол­ғайнык. Эйе, бер аҙ шулай булып алғайны ла. Ә күп тә үтмәй, әҙәбиәт һөйөүселәр кире китап уҡырға, гәзит-журнал алдырыуға күс­те. Беҙҙең ауылда ла матбуғат­ҡа яҙылмаусылар бик һирәк. Был халыҡ менән әүҙем эш­ләүҙән дә килә, күрәһең, сөнки беҙҙә почта хеҙмәткәр­ҙәре китапханасылар, район гәзиттәре журналистары менән берлектә “Матбуғат көндәре” үткәрә, һәр йортҡа йөрөп тә яҙҙыра. Шуға күрә лә гәзит-журнал – һәр йортта көтөп алынған ҡунаҡ.
Байрам менән ҡотлап, матбуғат дуҫтарыбыҙҙың күп булыуын теләйем!

Әнисә ӘМИНЕВА, тиҫтәләрсә йылдар дауамында “Йәшлек”те алдырып уҡыусы, Сибай ҡалаһында йәшәүсе мәғариф ветераны:
– Интернеттан да мәғлүмәттәр алабыҙ, көн дә радио тыңлайбыҙ, кистәрен телевизор ҙа ҡарайбыҙ. Шулай ҙа беҙ китап, гәзит-журнал уҡып үҫкән быуын бит. Тормошобоҙҙо матбуғатһыҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Беҙҙең быуын ҡағыҙға яҙылғанды уҡымайынса йәшәй алмай. “Йәшлек”те сыға башлағанынан бирле алдырам, “Рәми көндәлектәре”н ҡырҡып йыйып барғаным, дәрестәрҙә ҡулланғаным әле лә иҫемдә.
Гәзиттең йөкмәткеһенә килгәндә, әхлаҡ, тәрбиә темаларына мәҡәләләр күберәк булhын. Байрам менән!

Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та,  юлды күрһәткән маяҡ таГөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәғариф бүлеге хәбәрсеһе:
– Гәзит-журналдар, интернет ме­нән бер рәттән, мәғлүмәт сығана­ғы ла булып тора. Матбуғаттың башҡа, интернет әлегә алмаштыра алмаған функциялары ла бар. Берен­сенән, һәр редакция – билдәле кешеләр, һөнәрмәндәр төркөмө, күп ваҡытта кеше баҫманы үҙенә оҡшаған авторҙар өсөн дә һайлай. Икенсенән, матбуғат әлеге мәлдә хатта тулы­һынса халыҡ ихтыяжын ҡәнә­ғәтләндерә алмаһа ла, бойондороҡһоҙ интернет һымаҡ фекер иреклегенә эйә булмаған осраҡта ла, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, байлығы, уның бөгөнгө хәленең һәм кәйефенең көҙгөһө булып тора. Ҡағыҙ баҫмалар дәүләт тарафынан һаҡланырға һәм яҡланырға ла тейеш. Күп осраҡта кешеләребеҙҙең милли матбуғаттың ҡәҙерен белмәүе, уға битарафлығы, алдырып уҡырға ынтылмауы эсте бошора. Ә бит һәр баҫма үҙе тирәләй күпме кешене берләштерә, уртаҡ фекерле, берҙәм итә, яңы идеяларға ынтылдыра, белем бирә. Ошо көстән айырылып, мәхрүм булып йәшәүселәр йәл миңә. Гәзит биттәрендә милләт хәле, тормошо, ысынбарлыҡ һәм кешеләрҙе йәшәүгә дәртләндерерлек ыңғай материалдар, бай тарихыбыҙҙы ла яҡтыртҡан мәҡәләләр күрергә теләйбеҙ.

Рәйлә ХИСМӘТУЛЛИНА, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы:
– “Йәшлек” гәзите хеҙмәт­кәр­ҙәрен ысын күңелдән илебеҙ журналистарының һөнәри байрамы – Рәсәй матбуғаты кө­нө менән ҡотлайым! Һеҙҙең тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ ижади үрҙәр, ҡыуаныстар алып килһен! Матбуғатҡа ҡағылышлы бар һөнәр эйәләрен ҡотлап үтеп, ғаилә именлеге, сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф теләп ҡалам.

Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та,  юлды күрһәткән маяҡ таРәмзит ӘБҮЛӘЕВ, “Башҡортостан” ДТРК-һының мәғлүмәт программалары хеҙмәте начальнигы урынбаҫары:
– Кешеләрҙең гәзит-журнал­ға, ташҡа баҫылған һүҙ­гә ихтыяжы электән үк ҙур булған. Был их­тыяж әлеге көндәрҙә лә һаҡлана, хатта тағы ла арта. Әгәр ҙә гәзит-журнал­дар­ҙа үҙенә күрә баланс һаҡланған аналитик мәҡәләләр булһа, улар халыҡты нығыраҡ ылыҡтырыр ине. Әле бындай темалар башҡорт матбуғатында юҡ. Яңылыҡтарҙы ҡабатлап баҫыу ҙа баҫмаларҙы биҙәмәй. Гәзиттәр аналитика ме­нән шөғөлләнеп, яңылыҡтарҙы радио-телевидение еткерергә тейеш.
Байрам менән ҡотлап, коллегаларҙың ҡәләмдәре үткер булыуын теләйем!

Матбуғат һүҙе – үткер бысаҡ та,  юлды күрһәткән маяҡ таНаил ЮНЫСОВ, “Башҡортостан” ДТРК-һының интерактив программалары етәксеһе:
– шуны әйтергә теләйем: ха­лыҡ менән аралашҡанда, гә­зиттәр ара­һында барыһынан да “Йәш­лек”те өҫ­төн күрәбеҙ, ти­ҙәр. Моғайын, һеҙҙең “Ал да нур сәс хал­ҡыңа!” тигән оран һүҙе лә ылыҡтырғандыр. Сәйәси гә­зит­тәргә ҡарағанда халыҡсан, ябай телдә яҙылғаны оҡшай, ти кешеләр. Балалар, йәштәр һәм оло быуын өсөн “Йәшлек” гәзите һәм “Шоң­ҡар” журналы бик файҙалы, тип әйтер инем.
Хәҙерге заманда бар нәмәне интернет баҫып аласаҡ, тигән фекер йәшәй. Улай булмай ул, сөнки уҡыған кеше, барыбер әмәлен табып, гәзит-журналдарҙы уҡыясаҡ. Төплө мәғлүмәтте бары тик матбуғат ҡына бирә ала.

Айбулат ИШНАЗАРОВ
яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 16-01-2016, 11:46 | Ҡаранылар: 769
|
  • Ҡартлыҡта ла – “Йәшлек” менән
  • Заман йылъяҙмаһын яҙыусылар билдәләнде
  • Гәзит-журналһыҙ йорт – тәҙрәһеҙ бүлмә
  • Ун көн тиҙ үтә, ашығығыҙ!
  • Ял мәлендә – гәзит бик шәп ул
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM