НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аҙымдарҙы үлсәп баҫайыҡ, күҙәтеүсе бар

Аҙымдарҙы үлсәп баҫайыҡ, күҙәтеүсе бар


Рәсәй Президенты Владимир Путин “2015 йылдың йыл сәйәсмәне” исемен алған. Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәтенсә, ил граждандарының 74 процентының фекере был. Һорашыуҙар 46 төбәктә үткәрелгән. Халыҡҡа Президенттың теләһә ниндәй хәлдә лә үҙ һүҙен әйтә белеүе, түҙемлеге оҡшай. Путиндың ҡарарҙары аңлайышлы, еңел ҡабул ителерлек. Илдең башында тороу­сыға ҙур өмөт менән ҡарай беҙҙең халыҡ. Әлбиттә, әрләүселәр ҙә етерлектер, унһыҙ була тиме ни?! Түрәне әрләмәйерәк торған бәғзе бер кешеләр хатта сиргә һабыша ти бит. Эйе, төрлөбөҙ бар инде. Анау тиклем олоғара илдә бер үк уйлы, бер фекерле кеше ҡайҙан булһын?! Хатта бер ғаиләлә төрлө партия, хәрәкәттәр, ойошмалар вәкиле һыйышып йәшәргә мөмкин. Мәҫәлән, ҡарт коммунист олатай, партияһыҙ-ниһеҙ ҙә һәр кемгә ярай алған өләсәй, ҡәтғи оппозицияла торған кейәү һәм “власть партияһы”нан депутат ҡыҙ, либерал ейән, тағы бер рухлы башҡорт ейән һәм башына яулыҡ ябынған ейәнсәр. Булыуы мөмкинме шундай хәл? Әлбиттә! Һәм ғаиләлә иҫ киткес гармония хөкөм һөрә. Был – Рәсәй, йәмәғәт. Беҙҙең баҫма редакцияһын ғына алайыҡ. Беҙ ҙә тап үрҙә һанал­ған ғаилә кеүек, кеше күберәк булғас, ҡараштар ҙа шундай уҡ. Әммә беҙ милләттәштәребеҙ һәм башҡорт телен аңлаған башҡалар өсөн бик тә ҡыҙыҡлы, фәһемле гәзит ижад итәбеҙ. Баҫма биттәрендә ижтимағи ойошмалар, партиялар, хәрәкәттәр, берләшмәләр, союздар – барыһының эшмәкәрлеге үҙ урынын таба ала. Нимә әйтмәксе булам: берәүҙәр – бында, икенселәр тегендә булған хәлдә лә бер көн килеп, бергә йыйылыуҙары ихтимал. Һүҙ юҡ, әйҙә, һәр кем үҙ юлынан барһын. Тик маҡсат матур булһын ине. Тормошто яҡшыраҡ, яҡтыраҡ, мәғәнәлерәк, ғәҙел, намыҫлы, лайыҡлы итергә. Уйлап ҡараһаң, төрлө хәрәкәттең дә башында шул маҡсат бит.


Бөтә Рәсәй халыҡ фронты – фекерҙәштәр хәрәкәте

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты (ОНФ) сағыштырмаса йәш берлек, йәғни заманса тел менән әйткәндә, коалиция. Ул 2011 йылдың майында ул саҡтағы Хөкүмәт рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһы лидеры Владимир Путин тәҡдиме менән булдырыла. Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан барлыҡҡа килә ул. “Фронт” сафтарына партияны хуплаусы партияһыҙҙар, төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен туплау күҙаллана. “Был – берҙәм рухлы сәйәси көстәрҙе берләштереү сараһы. Беҙҙең партия ла, башҡалар ҙа, ижтимағи ойошмалар ҙа, барлыҡ кеше лә бер маҡсат – илдәге тормошто яҡшыртыу өсөн берләшә…” – тигәйне бер сығышында Владимир Влади­мирович. Бына шулай бар булған Бөтә Рәсәй халыҡ фронты әле лә эшләп килә. Уның эш йүнәлештәре байтаҡ. Шул иҫәптә – Рәсәй Пре­зидентының “май указдары”н үтәүҙе күҙәтеү.

“Халыҡ экспертизаһы” тигән бойондороҡһоҙ мониторинг үҙәге етәксеһе Николай Ни­колаев белдереүенсә, указдар­ҙың өстән бер өлөшө үтәлмәгән. Улар араһында халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү, балалар баҡсалары, һаулыҡ һаҡлау тармағы проблемалары бар. Нимәһе асыуландыра – Пре­зидент күрһәтмәләрен үтәүгә урындағы властар һүлпән ҡарай, йәғни формаль ҡараш таралған. Мәҫәлән, был күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы бүлеүҙә күренә.

Ғөмүмән, “Халыҡ экспертизаһы” белгестәренә эш етерлек. Шуныһы өсөн дә борсола Николаев әфәнде: ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса статистика алып барыу яйға һалынмаған. Мәҫәлән, юл-транспорт ваҡиғалары буйынса ЮХХДИ, Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрлығы, Рәсәй статистикаһында һандар төрлөсә.

Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының “Ғәҙел һатып алыуҙар өсөн” (“За честные закупки”) проекты халыҡ араһында ҡыҙыҡһыныу уятты. Моғайын, уның башлыса түрәләр­ҙең “аппетитын” ауыҙлыҡлауға бәйле булыуы сәбәпселер.

Быйыл эксперттар дөйөм суммаһы 169 миллиард һумға торошло 580 шикле заказды асыҡлаған. Фронттың рәсми сайтына инеп, “Уңыш тарихы” битенә күҙ һалһаң, тәү ҡарамаҡҡа бигүк кәрәкле булмаған тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙе һатып алырға теләүсе ойошма-предприятиеларҙың күпме тотолғанын асыҡ күрәһең.

Бына, мәҫәлән, “Алыҫ Көнсығышты үҫтереү корпорацияһы” йәмғиәте ҡиммәтле автомобилдәргә заказ биргән. Бөтә суммаһы 23 миллион һумдан ашыуға барып баҫҡан был килешеү мәлендә туҡтатылған. Ғөмүмән, заказдарҙың күбеһе затлы автомобилдәргә ҡағыла.
Мәскәү өлкәһенең Одинцово ҡалаһындағы ҡаҙна пред­приятие­һы 240 мең һумға торошло телевизорҙар алмаҡсы бул­ған. Халыҡ фронты асыҡлауынса, заказсылар булмаған тауарҙы һайлаған, ундай модель әлегә Рәсәйҙә һатылмай ҙа, имеш. Етмәһә, техника тауыш менән идара итеү системаһына ҡарай. Был артыҡ ҡиммәт әйберҙәр исемлегендә. Хәҙер заказдан баш тартҡандар.

Дәүләт Думаһы аппараты иһә ҡыйбатлы сувенирҙар эшләүгә заказ биргән. Хаҡы – бер миллион 358 740 һум. Артыҡ биҙәп эшләнгән “визитница”, тәрилкәләр, “эшлекле йыйылма”, рюмка-бокалдар, ҡалаҡ – быларһыҙ ҙа депутаттар йәшәй һәм эшләй аласаҡ. Халыҡ фронты әлеге заказды ла “туңдырған”.

“Алтын парашют” тигән термин да тап Халыҡ фронты эшмәкәрлеге арҡаһында килеп инде шикелле. Уныһы төбәк чиновниктары, депутаттарына, вәкәләттәрен ҡағи­ҙәләр­ҙе һәм сикләүҙәр­ҙе боҙоу арҡаһында туҡтатҡанда йә үҙ теләге менән эштән киткәндә, депутаттар яңынан һайланмағанда, социаль түләүҙәр булмауы тураһында. Йәғни, ябай тел менән аңлатҡанда, тәртип боҙоп эштән китәһең икән, бер ниндәй ҙә “аҡса тулы муҡса” (“алтын парашют”) алмаясаҡһың, тигән һүҙ был. Дәүләт Думаһына әлеге тыйыу хаҡындағы закон проектын ОНФ вәкилдәре Михаил Стар­шинов менән Андрей Красов тәҡдим иткән. Бығаса бер нисә төбәктә власть вәкилдәренең үҙҙәре өсөн алдан компенсациялар әҙерләп ҡуйыуы асыҡланған булған. Миҫалға Мәскәү өлкәһенең Пирогов ҡалаһы советы депутаттарының, әгәр киләһе мөҙҙәткә һайланмаһалар, ярты миллион һум түләү аласаҡтарын күҙаллаған закон проекты яҙыуҙарын килтерергә була. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Коми Республикаһында кире һайланмаған парламентарийҙар – 11 оклад, Мәскәү өлкәһе һәм Дағстанда – дүртешәр, Яҡутстанда һәм Йәһүд автономиялы округында алтышар оклад эш хаҡы алып китергә тейеш булған. Бындай “хушлашыу”, әлбиттә, насар түгел, әгәр депутаттың айлыҡ хеҙмәт хаҡын иҫәпкә алғанда.

Кәрәк нәмә ул Халыҡ фронты. Исмаһам, ҡаҙнаныҡын әләф-тәләф итеү, түрәләрҙең хаттин ашыуы кәмер. Кәмерме икән? Ошо фронт эшмәкәрлеге илдәге коррупция күренешен (сентябр­ҙә генә Рәсәйҙәге уртаса ришүәт хаҡы 613 мең һумға етте, тигәйнеләр) дә әҙ генә булһа ла “тоноғайта” алһа, ә? Бәлки, халыҡтың кәйефе күтәрелер ине. Хәйер, кәйеф улай уҡ төшөнкө түгелдер ҙә, тик йоғонто яһаусы сәбәптәр бар шул.

Ә был ваҡытта…

Рәсәй кешеләре һуңғы йылда тиҙ ҡыҙыусанға, ҡуҙғыусанға әйләнгән икән. Ниңәлер әйләнә-тирәләгеләргә лә асыулылар артҡан. Был нимәнән? Рәсәй Фәндәр академияһының социология институты тикшеренеүселәре яһаған һығымта был. Беҙҙең холоҡ һәм кәйеф үҙгәреүгә көрсөк ғәйеплелер.
2008 – 2009 йылдарҙа күңелен хәүеф баҫып китеүселәр, апатияға бирелеүселәр һаны 8 процент булһа, хәҙер 12-гә үк еткән. “Үҙемде нисектер агрессив итеп тоям”, – тиеүселәр 26 процент булып сыҡҡан. Бынан ете-һигеҙ йыл элек 16 процент кеше шулай тип уйлаған булған. Был бигүк күңелле күренеш түгел инде. Хатта ныҡ уйландыра торған күрһәткес. Кәйефһеҙҙәр арта ла баһа! Ошо оҙайлы байрамдарҙа ғына үҙ кәйефебеҙҙе үҙебеҙ күтәрмәһәк.

Сығыу ваҡыты 14-01-2016, 16:59 | Ҡаранылар: 531
|
  • Түрәгә килешә…
  • Тәмәкегә хаҡ ҡапыл артасаҡ
  • Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе булдырылды
  • БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа 12 партия ҡатнаша
  • Берәүҙәр ҡыуырға маташа, икенселәр яңынан төҙөй, өсөнсөләр…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM