RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башлыҡ булғас, конькиҙа ла шыуа бел!

14.03.2015 Башлыҡ булғас, конькиҙа ла шыуа бел!

Ейәнсура районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтовҡа винтовканан атыу буйынса тиңләшеүсе табылманы.

Башлыҡ булғас,  конькиҙа ла шыуа бел! Республикала эшләүсе муниципалитеттар башлыҡтары талантлы етәкселәр генә түгел, шәп йүгереүселәр, оҫта йөҙөүселәр, конькиҙа ла бик шәп шыуа белеүселәр булып сыҡты. Спорт ярыштары халыҡта ҙур сәм уята, трибуналарҙан ишетелгән “Сибай!”, “Ейәнсура!”, “Баймаҡ!” тип ҡысҡырыусыларҙың дәрте быны асыҡ иҫбатланы.
Көньяҡ Урал райондарында эшләүсе муниципалитет башлыҡтары үҙ-ара спорт саралары ярҙамында ла көс һынашып ҡараны. Ярыш волейбол майҙанында башланды, унда учалыларға етеүселәр булманы. Шулай ҙа уларҙан саҡ ҡына ҡалышҡан сибайҙар аптырап торманы, бильярд буйынса еңеү яуланы. Ә инде хәйбуллалар үҙҙәрен иң аҡыллы итеп күрһәтеү юлын тапты – шашка турнирында беренсе урынға сыҡты.
Бөрйәндәр үҙҙәренең шәп йүгеректәр, йөҙөүселәр, конькиҙа шыуыусылар икәнен күрһәтте. Ҡыҫҡаһы, уларҙың тиҙлегенә һоҡланырға ғына ҡала! Ейәнсураларҙың күҙе үткер, мәргән икән – пневматик ҡоралдан яҡшы атып, барыһын да артта ҡалдырҙы.
Мотобиатлон майҙанында муниципалитет башлыҡтары ҡаргиҙәрҙә елдерҙе, атышты, аяҡтарына ла көс төшөрҙө. Бында Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин бөтә дәғүәселәрен дә артта ҡалдырҙы. Шулай ҙа Сибай ҡалаһы мэры Хәлит Сөләймәновтың унан бер нисә секундҡа ғына ҡалышыуын да билдәләп ҡуяйыҡ.
Әйткәндәй, башлыҡтарҙың рәсми булмаған шарттарҙа аралашыуы, спорт ярыштары ойоштороуы бер бөгөн генә түгел. Көньяҡ Урал райондарында бындай саралар 20 йыл самаһы үткәрелә. Киләһе йылда спартакиада Сибай ҡалаһында үтәсәк, сөнки дөйөм мәрәйҙәр буйынса тап улар беренсе урынға сыҡты.

Т. АМАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы