RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ИКМӘК ӨСӨН, ҺӨТ ҺӘМ ИТ ӨСӨН РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ!

21.11.2014 ИКМӘК ӨСӨН, ҺӨТ ҺӘМ ИТ ӨСӨН РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ!

Үткән аҙнала, 14 ноябрҙә, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәр­ҙәре көнө үтте. Баҫыу батыр­ҙары өсөн тағы ла бер йыл тамамлан­ған кеүек булды, тип әйтергә кәрәк. Һөнәри байрамдың көҙгө уңышты йыйып алғандан һуң ойошторолоуы айырыуса ҡыуаныслы. Ни тиһәң дә, беҙҙең ауыл хужалығының яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандырырлыҡ көсө бар.

Яҡшы баһа тураһында юҡҡа ғына әйтелмәне, Башҡортостан илебеҙҙә бик күп күрһәткес буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Һүҙҙе табыныбыҙ батшаһы – икмәктән башлайыҡ – быйыл 2,7 миллион тонна иген бураға һалынған. Рәсәй кимәлендә үткәрелгән “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә гран-при алыу ҙа республиканың ошо тармаҡтағы кимәлен асыҡ күрһәтә. 1,3 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 1,2 миллион тонна картуф, 200 мең тонна самаһы көнбағыш орлоғо йыйып алыу – быйыл­ғы тәбиғәт шарттарында етди һөҙөмтә. БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко билдәләүенсә, ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре ярҙамында республика халҡы үҙебеҙҙә етештерелгән йәшелсә-емеш, ит һәм һөт аҙыҡтары менән йыл әйләнәһенә етерлек тәьмин ителгән. Икмәк өсөн республика баҫыу­ҙарында тир түгеүселәргә, айырыуса Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Мәләүез, Илеш, Дәүләкән райондары хужалыҡтарына рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Сөнки тап улар бураларға игенде башҡаларға ҡарағанда күберәк һалған.

Татлы яратыусылар Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Шишмә райондарында шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе уңғандарға бурыслы. Быйыл кукуруз емерелеп уңған тип билдәләргә була, айырым төбәктәрҙә уның уңышы бер гектарҙан 75 центнерға тиклем еткән.

Ярты йыл ҡыш булған һыуыҡ төбәктә йәшәйбеҙ бит, шуға ла ит күп ашала. Бөгөн республикала бер кеше өсөн 29 килограмм һыйыр, 15,3 килограмм ҡош ите, 8,4 килограмм сусҡа ите етештерелә. Был – етерлек кенә түгел, артып та ҡалырлыҡ күләм тигән һүҙ. Бына бер нисә йыл рәттән Башҡор­тостанда һарыҡ һәм йылҡы аҫрау йүнәлешен үҫтерергә тырышалар. Был тырышлыҡтың һөҙөмтәһе шул – быйыл күмәк хужалыҡтарҙа һарыҡтарҙың һаны, яҡынса алғанда, 32 процент самаһына арттырылған. Волгоград өлкәһенән яҡшы тоҡомло һарыҡтар килтерҙеләр, яҡын арала уларҙы заманса шарттарҙа һуйып һатыу өсөн ҡорамалдар ҙа булдырыласаҡ. Итле тоҡом йылҡы һанын да арттырырға ниәтләйҙәр һәм был йүнәлештә эш алып барыла ла инде. Тимәк, йылҡы ите лә баҙарҙа йышыраҡ күренә башлаясаҡ.

Ҡошсолоҡ продукцияһын етештереү күләме арттырылғандан-арттырыла бара. Быға тиклем башлыса тауыҡ итен генә ашарға күнеккән ҡулланыусылар хәҙер ҙур теләк менән күркә итен дә һатып ала. Ҡала урамдарында тиҙ арала асылған өр-яңы ит магазиндары – бының асыҡ миҫалы.

Әлбиттә, бер генә эш тә ярҙамһыҙ булмай, “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Башҡортостанда эшен башлап ҡына тороусы фермерҙарға, ғаилә фермалары асыусыларға тәғәйенләнгән гранттар бар. Һүҙ етди суммалар хаҡында бара. Мәҫәлән, быйыл 36 хужалыҡҡа бирелгән гранттың дөйөм суммаһы 88 миллион һум тәшкил итә.

Байрам – бер мәл, бер көн генә. Уны лайыҡлы итеп уҙғарыу өсөн йыл дауамында тырышып эшләргә тура килә. Ауыл хужалығы һәм етештереү өлкәһендә тир түгеүсе, ошо ауыр, әммә мәртәбәле тармаҡты тотоп тороусы, алға этәреүсе эшсән дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙең лайыҡлы баһаһын алып йәшәгеҙ!

Лилиә СИРАЕВА.

Әйткәндәй

Рөстәм Хәмитов, БР Президенты:
– Әлбиттә, урындағы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәм. Саҡмағош һөтө, Бәләбәй сырҙары оҡшай. Ҡуйы Шаран ҡаймағын үҙ итәм. Урындағы колбаса бик тәмле. Бер сарала министрҙарҙың береһенең Черкизов колбасаһын яратып ашауына иғтибар иттем. Өфөгә килеп еткәнсе был аҙыҡ күпме ятҡандыр, билдәһеҙ. Ә үҙебеҙҙеке тәбиғи продукттан яңы ғына етештерелгән, артыҡ өҫтәлмәләре лә юҡ. Йылҡы колбасаһын Башҡортостандан тыш башҡа төбәктәрҙә бик һирәк осратырһың. Әлбиттә, башҡорт балын – солоҡтоҡон, йүкәнекен, сәскәнекен яратам. Һәр районда уның үҙенә генә хас, ҡабатланмаҫ тәме бар. Йоматау ҡымыҙы – файҙалы, шифалы эсемлек. Башҡортостан продукты тигән һүҙҙәр үҙе үк брендҡа әүерелде, тимәк, был ризыҡ сифатлы. Уны ҙур теләк менән һатып алалар. Мәҫәлән, Сочиҙағы Олимпиада осоронда ла спортсылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа беҙҙең балға һәм Бәләбәй сырына юғары баһа биргән. Ә киң танылыу алған «Башҡортостан үләндәре» төнәтмәләрен һәм ҡайнатмаларын әҙерлек үҙәгендә буласаҡ космонавтар эсә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы