НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Президенттың һайлау программаһы әҙер, Ул Рәсәй үҫешенә йүнәлтелгән
Новости / Сәйәсәт // 14-12-2017, 17:20


Президенттың һайлау программаһы әҙер, Ул Рәсәй үҫешенә йүнәлтелгәнВладимир Путиндың был – ун өсөнсө ҙур матбуғат конференцияһы. Президент аҙна-ун көн элек кенә 2018 йылдың мартында ил башлығы һайлауҙа ҡатнашасағын белдерҙе. Ул мөһим сәйәси сараға үҙен-үҙе күрһәтеүсе кандидат булараҡ бара. Владимир Путин партияларҙың, йәмәғәт ойошмаларының, халыҡтың ярҙамына, уны хуплаясағына ышана. Матбуғат конференцияһы шундай һүҙҙәр менән башланды. Һорауҙар төрлөлөгө, һәр ваҡыттағыса, шаҡтай киң ине.
Татарстан вәкиле биргән һорау беҙҙең өсөн дә көнүҙәк булды. Плакатта “Путин бабай” (журналист әйтеүенсә, Президентты татар балалары шулай тип атай икән) тип яҙылғайны. Һорау туған телдәрҙе өйрәнеү һәм төбәктәрҙе эреләтеүгә арналды. Утһыҙ төтөн булмай, тигәндәй, был һорауҙар юҡҡа бирелмәне, сөнки быйыл көҙ милли республика мәктәптәрендә туған телдәрҙе уҡытыуға бәйле проблема килеп тыуҙы. Владимир Путин был мәсьәләне үҙе күтәргәйне.
– Беренсенән, беҙҙә әлегә милли юҫыҡта киҫкенлек юҡ. Икенсенән, тел мәсьәләһе бер генә нәмә өсөн күтәрелде – балалар Рәсәйҙең ҡайһы ғына төбәгендә йәшәмәһен, һәр береһенә киләсәк тормошо өсөн тигеҙ шарттар булдырыу. Кешегә туған телдәрен өйрәнеү өсөн мөмкинлек бирергә кәрәк. Беҙҙә, шөкөр, телдәр күп төрлө. Был – беҙҙең ғорурлыҡ һәм байлыҡ. Шуға ла булышлыҡ итеү мөһим, – тине Владимир Путин яуабында....

БР Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республика Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекерҙәр
Новости / Сәйәсәт // 30-11-2017, 15:44


БР Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республика Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекерҙәр
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов:
Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата ике фекер әйтеп китер инем. Беренсеһе — Башҡортостан иҡтисади һәм социаль йүнәлеш буйынса ныҡлы үҫеш юлында булһа, икенсе фекер киләсәктә республиканың төрлө тармаҡта алға китеү буйынса тәүге урындарҙы биләп торасағы хаҡында. Башлыҡ алдағы тормошҡа патриотик, оптималь һәм реаль пландар ҡора. Йәғни, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, ғаилә институтын күтәреү, мәғариф һәм фәнде үҫтереүгә ҡағылышлы һәм башҡа һорауҙарҙы күтәреп сыға....

Рөстәм Хәмитов балалар туризмын үҫтереү һорауҙарына ла ҡағылды
Яңылыҡтар таҫмаһы / Сәйәсәт // 30-11-2017, 11:05


Рөстәм Хәмитов балалар туризмын үҫтереү һорауҙарына ла ҡағылдыБашҡортостан Башлығы БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә Өфөлә балалар өсөн белем алыу маршрутын булдырырға кәрәк тип белдерҙе. "Унда "Рәсәй - минең тарихым" паркы, кванториум, әйҙәүсе университеттар, театрҙар, музейҙар, Конгресс-холл, "Өфө-Арена", аквапарк һәм башҡа урындар ингән ҡыҙыҡлы маршрут булырға тейеш", - ти Рөстәм Зәки улы.

http://www.bashinform.ru/news/1085648-rustem-khamitov-poruchil-razrabotat-detskiy-obrazovatelnyy-marshrut-po-stolitse-bashkirii/...

Баҡтиһәң республикала уртаса эш хаҡы 29,3 мең һум икән...
Яңылыҡтар таҫмаһы / Сәйәсәт // 30-11-2017, 10:36


Баҡтиһәң республикала уртаса эш хаҡы 29,3 мең һум икән...Бөгөн, 30 ноябрҙа Башҡортостан БашлығыРөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай. Ул үҙенең телмәре барышында республиканыү социаль-иҡтисади үҫеше нөктәләрен билдәләй.

Тулыраҡ:
http://www.bashinform.ru/news/1085622-srednyaya-zarplata-v-bashkirii-vyrosla-do-29-3-tysyachi-rubley-rustem-khamitov/...

Рөстәм Хәмитов: «Күп милләтле республикабыҙ өсөн халыҡтар берҙәмлеге идеяһы айырым әһәмиәткә эйә»
Новости / Сәйәсәт // 3-11-2017, 13:14


Рөстәм Хәмитов: «Күп милләтле республикабыҙ өсөн халыҡтар берҙәмлеге идеяһы айырым әһәмиәткә эйә»Өфөләге Конгресс-холда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара берҙәмлекте һәм тыныслыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы советының уртаҡ ултырышын уҙғарҙы....

Башкирия получит 6,6 млрд рублей дивидендов от «Башнефти» – Рустэм Хамитов
Новости / Сәйәсәт // 28-10-2017, 09:12


Башкирия получит около 6,6 млрд рублей дивидендов от «Башнефти», которые компания планирует выплатить по итогам девяти месяцев 2017 года. Глава республики Рустэм Хамитов прокомментировал ТАСС рекомендации Совета директоров компании....

Мәктәптәрҙә туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса прокурор тикшереүҙәре тамамлана
Новости / Сәйәсәт // 25-10-2017, 11:39


Мәктәптәрҙә туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса прокурор тикшереүҙәре тамамлана
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов Башҡортостан Республикаһы прокуроры Андрей Назаров менән осрашып, мәктәптәрҙә туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләләре буйынса прокурор тикшереүҙәре хаҡында һөйләшкәндә республика прокурорҙары менән кәңәшмә ойоштороу тураһында килешкәйне. Ошо көндәрҙә кәңәшмә уҙғарылды....

Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
Новости / Сәйәсәт // 6-10-2017, 17:03


Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ Ағымдағы йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡул ҡуйған “Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында” Указына ярашлы, республикала Йәмәғәт палатаһында ваҡытлыса эшсе төркөм ойошторолғайны. Уның рәйесе итеп Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова тәғәйенләнде. 6 октябрҙә был төркөм барлыҡ йәмәғәт ойошмаларының вәкилдәрен мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү өсөн «түңәрәк өҫтәл»гә саҡырҙы....

Рөстәм Хәмитов РФ һәм БР дәүләт наградаларын тапшырҙы
Новости / Сәйәсәт // 18-07-2017, 11:25


Рөстәм Хәмитов РФ һәм БР дәүләт наградаларын тапшырҙыОрдендар, айырмалыҡ билдәләре, Почет грамоталары һәм исемдәр менән барлығы 54 кешенең һөнәри ҡаҙаныштары баһаланды. Улар сәнәғәт, транспорт һәм элемтә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, банк өлкәһе, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, һайлау системаһы, хәүефһеҙлек, социаль хеҙмәттәр, ҡунаҡхана комплексы, сервис, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән, мәҙәниәт, китапхана эше, физкультура һәм спорт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләй.

Исемелек - беркетелгән файлда
Spisok-nagrazhdennyh-2017.07.13.pdf [188,41 Kb] (cкачиваний: 10)...

Ҡырымдар килеп ҡайтты
Новости / Сәйәсәт // 22-05-2017, 11:30


Ҡырымдар килеп ҡайтты Үткән аҙнала Өфөгә Ҡырым республикаһының рәсми делегацияһы килде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым башлығы Сергей Аксенов әңгәмәһендә төбәктәр араһында эшлекле, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Белеүегеҙсә, ике республика 2014 йылдан бирле тығыҙ аралашып йәшәй. Беҙ ярымутрауҙың Ҡараһыубаҙар (Белогорск) районынын шефлыҡҡа алғанбыҙ. Был эш дауам итәсәк.

Сергей Аксенов Ҡырымға ҡатмарлы ваҡытта ярҙам күрһәткәнебеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. Баҡһаң, уның тамырҙары Өфө менән тоташҡан. Әсәһе беҙҙең яҡташыбыҙ, Өфө авиация институтын яҡшы билдәләргә генә тамамлаған.

Ҡунаҡтар баш ҡалабыҙҙағы предприятие һәм мәҙәни, мәғариф учреждениеларында ла булды. Әлбиттә, Салауат Юлаев һәйкәленә барҙы һәм башҡорт балы йортона инеп сыҡты. Аҙаҡтан Конгрес-Холл бинаһында ике республиканың ижад коллективтары ҡатнашлығында матур концерт үтте.

Әйткәндәй, 2015 йылда Башҡортостан менән Ҡырым араһында сауҙа күләме 2,96 миллиард һумға еткән, шуның менән бергә ошо сумманың төп өлөшө экспортҡа тура килә. 2014 йыл менән сағыштырғанда Ҡырымға автомобиль бензины һәм дизель яғыулығы, шулай уҡ һөт аҙыҡтарын оҙатыу иҫәбенә тауар әйләнеше 2,7 тапҡырға артҡан....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM