НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Нимә ул “Титце синдромы”?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 12-09-2017, 10:55


Нимә ул “Титце синдромы”?Миңә “Титце синдромы” тигән диагноз ҡуйҙылар. Шул сир хаҡында бер аҙ аңлатып үтһәгеҙ ине: ҡайҙан барлыҡҡа килә һәм нисек дауаларға.
Н. ФӘТТӘХОВ.
Салауат ҡалаһы.

Өҫкө ҡабырға һөйәге кимерсәктәренең ауыртып шешеп тороуын шулай тип атап йөрөтәләр. Ул матдәләр алмашыныуына бәйле һәм гиповитаминоздан булыуы ихтимал. Шулай уҡ көслө йүткереүҙән мускулдарҙың ҡапыл ныҡ тартылыуынан да барлыҡҡа килеүе мөмкин. Иң беренсе сиратта һеҙгә физик көсөргәнештән һаҡланырға кәрәк. Күберәк ятып ҡына торорға кәңәш ителә. Әгәр ҙә бронхо-үпкә ауырыуы менән сирләһәгеҙ, ныҡ итеп йүткереүҙән һаҡланығыҙ. Әҙ-әҙләп кенә йүткерергә өйрәнергә мөмкин. Ҡырҡа хәрәкәт эшләүҙән тыйылығыҙ. Туҡланыу рационы витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай булырға тейеш....

Баш ауыртыуҙан тиҙ ярҙам
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 9-09-2017, 09:00


Баш ауыртыуҙан тиҙ ярҙамВаҡыты-ваҡыты менән башым ауыртып ыҙаланам. Ауыртыу иртәнсәк айырыуса көслө була, көндөҙ үҙгәрә, хатта әүҙемлегемде лә юғалтмайым кеүек. Ҡайһы бер осраҡта баш менән бергә елкә, яурындар, баш тиреһе ауыртҡан һымаҡ булып китә. Ғәҙәттә, аҡыл көсөргәнешенән, кире эмоциялар­ҙан, көйәләнгәндән һуң шулай башым ауырта. Мин был ауыртыуҙы тын алыу күнекмәләре менән баҫырға өйрәнеп алдым.
...

Зөлхизә айындағы бөйөк көндәр
Новости / Иман // 8-09-2017, 15:29


Зөлхизә айындағы бөйөк көндәрАллаһы Тәғәлә беҙҙе был ергә тик Уға ғына ғибәҙәт ҡылыр өсөн килтергән. Әҙәм балаһы һәр ваҡыт Раббыһына рәхмәтле булырға, Унан ярҙам һорарға, Уға доға ҡылырға, намаҙ уҡырға һәм мөмкинселеге булғанда ураҙа тоторға тейеш. Бер Аллаға ғына табыныу – беҙҙең бурыс. Әммә йылдың ҡайһы бер төндәрендә һәм көндәрендә кеше ғибәҙәтен тағы ла нығыраҡ көсәйтергә бурыслы....

Ашыҡмайыҡ, көтәйек...
Новости / Спорт // 7-09-2017, 09:00


Ашыҡмайыҡ, көтәйек...
йәки «Салауат Юлаев» командаһы беренселекте уңышһыҙ башлап, күптәрҙе һағайтты

Хоккей буйынса Гагарин кубогы өсөн 10-сы юбилей миҙгеле старт алыуына ла бер аҙнанан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Республикабыҙҙың «Салауат Юлаев» командаһы етәкселектән алып яртылаш яңыртылған состав менән бейек үрҙәр яулау маҡсаты менән чемпионатҡа юл алды.
Беренсе уйында ул «Адмирал» клубын ҡабул итеп, ҡунаҡтарҙы 3:1 иҫәбенә еңде һәм һағынып килгән көйәрмәндәренә шатлыҡ өҫтәне. Тик алдағы ике уйындың һөҙөмтәһен нисек булырын кем белгән… Юлаевсылар башта «Амур»ға – 4:5, һуңынан Ҡытай командаһына 1:2 иҫәптәренә еңелеп, үҙенән күпкә көсһөҙөрәктәргә биреште. Әлбиттә, миҙгел башына һылтанырға мөмкин. Сөнки яңы уйынсылар бер-береһенә өйрәнмәгән, оҙайлы ял, тегенеһе-быныһы… Әлегә ашыҡмайыҡ, көтәйек, тип кенә күңелде тынысландырырға ҡала....

Бал менән дауалау
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 6-09-2017, 12:06


Бал менән дауалауЙоҡоһоҙлоҡ, неврастения
Бер ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуға һалып төнгөлөккә эсеп ятырға. Тынысландыра һәм яҡшы йоҡлата....

«Артист булыу – бәхет» йәки Баҙнатһыҙ баланың хыялы
Новости / Мәҙәниәт // 6-09-2017, 09:46


«Артист булыу – бәхет» йәки Баҙнатһыҙ баланың хыялы
Стәрлетамаҡ театры артисы Гөлнара Йәрмиеваның театр ишеген асыуына 22 йыл да тулып үткән. Был аралыҡта ул дүрт тиҫтәгә яҡын төрлө характерҙағы образға йән өргән, уларҙы сәхнәгә сығарған.
Бөгөн беҙ был гүзәл ханым менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн әңгәмә ҡорҙоҡ....

Диабетиктарға фруктоза ашарға яраймы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 4-09-2017, 13:30


Диабетиктарға фруктоза ашарға яраймы?Эндокринолог, ҡанда шәкәр кимәле әҙ генә күтәрелһә лә, фруктоза ҡулланыуҙы тыйҙы, ә терапевт, киреһенсә, диабетиктарға ашарға яраҡлы берҙән-бер шәкәр – ул фруктоза, ти. Кемгә ышанырға? Диабетиктарҙың туҡланыу рационында фруктоза булырға тейешме, юҡмы?
Мәйсәрә.
Балаҡатай районы.

Ысынлап та, фруктозаға ҡарата төрлө фекерҙәр бар. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ғына түгел, май алмашыныу процесы боҙолғанда ла зыянлы. Шунлыҡ­тан ғалимдар һәр саҡ организм өсөн зарарһыҙ тәмләткес эҙләй. Әммә фруктозала калория глюкозалағы кеүек үк. Ул ашҡаҙан-эсәк трактынан глюкозаға ҡарағанда оҙағыраҡ үҙләштерелә. Бөтә ябай шәкәр ҙә ашҡаҙан-эсәк трактындағы сереү процесын көсәйтә һәм тотош организмды ағыулай, әммә был йәһәттән фруктоза улай уҡ хәүефле түгел. Шәкәр, ғәҙәттә, организмда майға әйләнеп йыйыла бара һәм һөҙөмтәлә ҡанда холестерин кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Глюкоза менән сағыштырғанда, фруктоза бында ла өҫтөнлөккә эйә. Ҡыҫҡаһы, 1-се типтағы шәкәр диабеты менән ауырыусыларға фруктоза ҡулланырға рөхсәт ителә, тик көнөнә 30 грамдан артырға тейеш түгел. Татлы аҙыҡ ашағы килгәндә, бер аҙ еләк-емеш ҡапҡыларға мөмкин.
...

Ҡорбан – мал менән үтәлә торған ғибәҙәт
Новости / Иман // 1-09-2017, 09:00


Ҡорбан – мал менән үтәлә торған ғибәҙәтҠорбан – бидәле бер ваҡытта Аллаһы Тәғәләгә күңелебеҙ менән яҡынайыу ниәте менән салынған мал-тыуар. Ҡайһы бер ғибәҙәттәр тән менән булһа, был ғибәҙәт мал менән үтәлә торған ғибәҙәттән булып һанала....

Ҡорбан салғанда уҡый торған доға
Новости / Иман // 31-08-2017, 15:23


Ҡорбан салғанда уҡый торған доға“Бисмилләһир-рахмәнир- рахим. Аллаһүммә һәзә миңкә үә иләйкә иннә сәләти үә нүсүхи үә мәхйәл үә мәмәти лилләһи рабил ғәләмин. Лә шәрикә ләһү үә бизәликә үмертү үә әнә әүүәүл мүслимин. Аллаһүммә таккабөл миннә һәҙиһил әдхыййә”, – тип кем исеменән ҡорбан салыныуы әйтелә һәм: “Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр”, – тип малды боғаҙлайһың. Мәғәнәһе түбәндәгесә: “Эй, Аллам, минең намаҙым үә ғибәҙәттәрем үә тереклегем үә үлемлегем бар ғәләмдең хужаһы Аллаһы Тәғәлә өсөн һәм Уның ҡөҙрәтенәндер. Эй, Алла, ошо ҡорбанды фәлән улыңдан һәм фәлән ҡыҙыңдан ҡабул ит”....

Аяҡ-ҡул тартышыуҙы сым менән дауалайым
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 30-08-2017, 16:08


Аяҡ-ҡул  тартышыуҙы сым менән дауалайымОҙаҡ йылдар инде аяҡтарым тартышып интегәм. Ниндәйҙер телетапшырыуҙа был сиргә баҡыр сым ярҙам итә тип ишетеп ҡалғайным. Үҙемдә шуны һынап ҡарарға булдым. Тәүҙә тимерсыбыҡты утта ҡыҙҙырып, һуңынан һыуға һалып һыуытҡас, наждак ҡағыҙы менән таҙартып алдым. Төнгөлөккә төрлө урындан аяҡтарыма шул сымды урап ята башланым. Тартышыуы башланһа ла, тиҙ үк үтә ине. Тәжрибәне артабан дауам итергә булдым.
Остеохондроздан муйыным ауыртып, бер нисә көн башымды ла бора алмай йөрөп йонсоғанда тимерсыбыҡты галстук урынына муйыныма тағып, өсәр тәүлек сисмәй йөрөнөм. Ауыртыу үтте һәм башымды ла еңел генә теләгән яҡҡа бора башланым. Бил ауыртҡас, төнгөлөккә билемде лә сым менән уратып ятып ҡараным. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне – тиҙ арала хәлемдең яҡшырыуын тойҙом.
14 йыл инде ошо рәүешле дауаланам, бер ниндәй ҙә кире йоғонтоһон тойғаным юҡ. Әлбиттә, тимерсыбыҡты нисегерәк ҡулла­ныр­ға – һәр кемдең үҙ ихтыярында.
Әйткәндәй, уның диаметры 2 – 3 миллиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә үтә нәҙек икән, унын сәс кеүек итеп үреп алырға мөмкин. Остарын, тәнде сәнсмәһен өсөн, изолента менән уратырға була.

Заһитулла.
Борай районы....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM