НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мосолман тормошонда тиҫбе
Новости / Иман // 11-05-2018, 07:00


Мосолман тормошонда тиҫбе
Тиҫбе «тәсбих» һүҙенән алын­ған. Тәсбих – Аллаһы Тәғәләне маҡтау-ололау, етешһеҙлектәрҙән пакланыу, доға, Алланы зекер итеү. Тиҫбе – зекерҙәрҙе һәм нәфел намаҙҙарын һанап барыу өсөн епкә теҙелгән ынйы-мәрйен бөртөктәре, муйынсаҡ. Зама­нында Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙе тәсбихте бармаҡтары менән һанап барған, шулай итергә сәхәбәләрен дә өйрәткән. Ҡатын-ҡыҙға кәңәш биреп, ул: «Тәсбих, тәһлил әйтеп тороғоҙ. Әйткәндәрегеҙҙе бармаҡ менән һанап барығыҙ. Ҡиәмәт көнөндә уларҙан был турала һорау буласаҡ һәм яуап та алынасаҡ», – тигән. Әбү Һөрәйрәнең дә ятҡан килеш тәсбих әйтеп, таштарҙы йәки хөрмә емеше төштәрен ырғытып тороуы билдәле. Уның мең төйөн төйнәлгән ебе булыуы хаҡында ла риүәйәттәр бар. Төйөндәр бөткәнсе тәсбих әйтмәй тороп, ул йоҡларға ятмаған. Зекер әйтеүҙе тиҫбе менән һанап барғанда яңылышыуҙарға урын ҡалмай. Тиҫбе тартып Раббыбыҙҙы ололау, уны иҫкә төшөрөү мосолман тормошонда бик ҡәҙерле.
...

Яҙ еткәс, ауырыу көсәйә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 10-05-2018, 13:58


Яҙ еткәс, ауырыу көсәйә
Яҙғыһын, оҙайлы ҡыштан һуң организм хәлһеҙләнгән ваҡытта, кешегә һалҡын тейеп, төрлө вирус эләгеп кенә бара. Әҙ генә һыуыҡ елгә эләктеңме, тамаҡ төбө ҡысытып, танауҙан һыу ҡойола ла башлай. Нисек һаҡланырға һәм дауаланырға һуң?
Тамаҡ ауыртҡанда иң яҡшыһы – дарыу үләндәрен ҡулланырға. Барыбыҙға яҡшы билдәле ромашка, тырнаҡ гөлө, мәтрүшкә, йүкә сәскәһе, ҡарағат япрағы, бөтнөк үләне ярҙам итер. Тамаҡ төбө әсетеп, ҡысытып тора икән, көнөнә өс-дүрт тапҡыр ошо үләндәр төнәтмәһе менән сайҡатырға кәрәк.
Һәр ауырыу башланып ҡына торған ваҡытта прополистың файҙаһы айырыуса ҙур. Уны ауыҙҙа тоторға, сәйнәргә мөмкин. Спиртлы төнәтмәһен сәйгә ҡушып эсергә лә (15 – 20 тамсы), тамаҡты сайҡатырға ла ярай.
Тамаҡ ауыртыуын массаж менән дә дауалайҙар. Әйткәндәй, йылдың һалҡын миҙгелендә бындай массаж киҫкен респиратор ауырыуҙарҙан яҡшы һаҡлай....

Көнсөллөк тормошто ағыулаһа
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 7-05-2018, 14:09


Көнсөллөк тормошто ағыулаһа
Ирем Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, ике балабыҙ бар. Ул мине ныҡ көнләшә. Даими шылтырата, тикшерә, балаларҙан ҡайҙа барыуым, ҡасан ҡайтыуым һ.б. тураһында һорашып тора. Көтмәгәндә генә ағаһы килеп, “ревизия” ойоштороп китә. Эшем буйынса район үҙәгенә йыш барырға тура килә, ҡайһы саҡ иремдең шылтыратыуына яуап бирә алмайым. Һөҙөмтәлә өҫтөмә әр-битәр яуа. Иремде хөрмәт итәм һәм хыянат итергә йыйынмайым. Уның хаҡһыҙ дәғүәләре мине ныҡ кәмһетә. Нисек уға тоғролоғом мәңгелек икәнлеген аңлатырға? Түҙемлегем бер мәл һыныр кеүек...
Зөһрә.
Әбйәлил районы.
...

Организмды таҙартыу өсөн
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-05-2018, 07:00


Организмды таҙартыу өсөн
Был эсемлек организмды токсиндарҙан, төрлө зарарлы матдәнән таҙарта. Уны әҙерләүе бик еңел.
Бының өсөн 2 кишер, 4 – 5 сельдерей һабағы, бал, бер-ике алма, лимон, имбир, дәрсен (корица) кәрәк. Кишер, алма һәм сельдерейҙы блендер менән иҙергә, шуға бер ҡалаҡ лимон һуты, бер нисә ҡалаҡ бал, яртышар ҡалаҡ имбирь менән дәрсен ҡушып бутарға.
был эсемлекте көндәлек туҡланыу рационына индерергә мөмкин, шулай уҡ ябығырға теләүселәргә аҙнаһына бер-ике тапҡыр иртәнге һәм киске аш урынына эсергә тәҡдим ителә....

Уңыштарға юлдың еңел булғаны юҡ
Новости / Спорт // 4-05-2018, 07:30


Уңыштарға юлдың еңел булғаны юҡ
Өфөләге “Тархан” командаһы тураһында грэпплинг менән ҡыҙыҡһынған йәш егеттәребеҙ яҡшы хәбәрҙар. Исеме ҡолаҡҡа ятыраҡ тойолған был спорт төрө самбо, дзюдо, ирекле көрәш һәм джиу-джитсу нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

“Тархан”ды етәкләгән Динар Аҡмырҙин – грэпплингты республикала танытыуға, йәйелдереүгә үҙ өлөшөн индереүселәрҙең береһе. Ныҡышмалы, маҡсаттарына ынтылышлы был егет сығышы менән Учалы районының Мансур ауылынан, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән Гөлсара Талха ҡыҙы менән Ривал Ғарифулла улы Аҡмыр­ҙиндарҙың баш балаһы. Еңел атлетика, дзюдо менән шөғөлләнгән атаһынан, саңғы менән дуҫ әсәһенән күрмәксе, Динар бик иртә спортҡа ылыға. Ылыҡмаҫ ереңдән ылығырһың да: дүрт-биш йәшендә үк “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!” тапшырыуын ҡарар өсөн уға тәүҙә тирләп-бешеп төрлө-төрлө күнекмә яһарға кәрәк булған. Ата-әсә, спартанды тәрбиәләгәндәй, үтә ҡаты тотонған кеүек тойолһа ла, Динар, киреһенсә, миңә ныҡ оҡшай торғайны, тип йылмайҙы:
– Физик күнекмәләрҙән һуң...

Һәр саҡта, һәр урында уҡыла торған доға
Новости / Иман // 4-05-2018, 07:00


Һәр саҡта, һәр урында уҡыла торған доға
«Әлхәмдүлиллаһи ғәләә күлли хәлин фәиннәһүү мүхәүиилүлйәә хүәәл. Раббәнәә әтиннә фид-дүнйәә хәсәнәтән үә фил-әәхирати хәсәнәтән үә ҡинәә ғәҙәбән-нәәр. Бирахматикә йәә әрхәмәр – рахимин».
Мәғәнәһе: «Һәр бер хәл өсөн Аллаһы Тәғәләгә хәмед ҡылабыҙ. Йә, Раббым, беҙгә донъяла ла, Әхирәттә лә изге хәлдәрҙе насип ит. Үә йәнә беҙҙе йәһәннәм ғазаптарынан һаҡла. Әй, рәхимле Алла, һәр нәмә һинең рәхмәтеңдәлер»....

Бала имеҙгәндә нисек һимермәҫкә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-05-2018, 09:00


Бала имеҙгәндә нисек һимермәҫкә?
Күптән түгел әсәй булдым. Баламды күкрәк һөтө имеҙеп кенә үҫтергем килә, тик һөтөм әҙ һәм тағы ла артыҡ һимереүҙән ҡурҡам. Белгестәр миңә ниндәй кәңәш бирер икән?
Гүзәлиә.
Сибай ҡалаһы.

Даими рәүештә һөт төшөп торһон өсөн, дөрөҫ һәм төрлө итеп туҡланыу мөһим. Яҡынса көндәлек туҡланыу рационы 200 г иттән, шул иҫәптән тауыҡ һәм балыҡ итенән, 1 л һөттән йә кефир менән ҡатыҡтан, 100 – 150 г эремсектән. 20 – 30 г сырҙан, 500 – 600 г йәшелсәнән, 200 – 300 г емештән торорға тейеш. Майҙарҙан аҡ майға (15 – 20 г) һәм үҫемлек майына (25 – 30 г) өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бала имеҙеүсе ҡатын күп һыу эсергә лә тейеш. Сәй, һөт, кефир­ҙы иҫәпкә алғанда, көнөнә 2 л шыйыҡлыҡ етә....

Ҡан тамырҙары өсөн “алтын һөт”
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 30-04-2018, 07:00


Ҡан тамырҙары өсөн  “алтын һөт”Был шифалы дарыу тиҙ арала ҡан тамыр­ҙарының капиллярҙар селтәрен тергеҙергә, таҙартырға, тоҙ ултырыуға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Шулай уҡ биттең төҫөн матурайта, артриттан файҙаһы бар һәм тотош организмды йәшәртеүгә булышлыҡ итә....

Һаҡ булығыҙ! Быйыл талпан күп
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 29-04-2018, 06:30


Һаҡ булығыҙ!  Быйыл талпан күп
“Көн ҡапыл йылытҡанғамы, талпандар быйыл бигерәк күп. Урманға барырға ла түгел, баҡсала ла туп-тулы, ағас­тар янынан үткәндә ике-өс талпан өйгә эйәреп тә инә”, – тип зарлана ауыл халҡы. Тимәк, кемдәр алдағы ялда һәм май байрамдарында баҡсаға йыйына, тәбиғәт ҡосағына шешлеккә сығырға уйлай, һаҡ булырға кәрәк. Әйткәндәй, был бөжәктең эткә һәм бесәйгә эйәреп тә өйгә инеүе мөмкин.
Йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙан йөҙәрләгән кеше зыян күрә. Был паразит-бөжәктәрҙән сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс булған төрлө сир эләктерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла ауырыу тарата, тип уйларға ярамай, вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй. Ҡарап тороуға инфекцион ауырыу таратыусы талпанды башҡаларынан айырып булмай. Быны санитар-эпидемиология станцияһында ғына тикшереп белеп була. Шуға күрә лә ҡаҙал­ған талпанды тартып сығарғас, медицина лабораторияһына тапшырырға ҡушалар.
...

Сирень сәскә атҡанда
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-04-2018, 10:06


Сирень сәскә атҡандаСирень сәскәһенә һәм уның хуш еҫенә һоҡланмаған кеше һирәктер. Матурлыҡтан тыш, ул башҡа бик мөһим сифаттарға ла эйә. Был – уның шифалы үҙенсәлектәре. Сирень сәскәһе эфир майҙарына, фарнезол, фенолгликозид сирингин кеүек матдәләргә, ә япрағы һәм бөрөләре флавоноидтарға, аскорбин кислотаһына, сайырға, фитонцидтарға һәм дубиль матдәләргә бай. Халыҡ медицинаһы ҡыуаҡтың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш итә....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
  • Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



  • Радио Юлдаш FM