НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Башҡортостан Республикаһына бағышланған 10 һумлыҡ монета
Новости / Тарих // 9-10-2018, 07:00


Башҡортостан Республикаһына бағышланған 10 һумлыҡ монета
2005 йылдан алып Рәсәй Үҙәк банкы "Российская Федерация" серияһында металл аҡсалар баҫа. Беҙҙең республикаға арналған монета 2007 йылдың 2 апрелендә сығарыла.

Аҡсаның аверсында БР гербы төшөрөлгән, өҫтә "Российская Федерация", аҫта - "Республика Башкортостан" тип яҙылған. Реверсында 10 һум тиелгән.
Монета биметалл төргә ҡарай: латунь дүңгәләк эсенә мельхиор иретмәһенән диск ҡуйылған. Диаметры 27 мм, тиражы: 10 миллион дана....

Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкортостан"
Новости / Тарих // 8-10-2018, 12:13


Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкортостан"
1980 йылда эшләнгән, еңел типҡа ҡарай, кейемгә булавка ярҙамында нығытыла.
Значокта БАССР лайыҡ булған наградалар күренә. Һулдан уңға:
- Ленин ордены - 1935 йылдың 15 мартында сәнәғәт һәм ауыл хужалығын үҫтергән өсөн;
- Ленин ордены - 1957 йылдың 13 июнендә Рәсәй дәүләтенә ирекле ҡушылыуға 400 йыл тулыуға һәм сәнәғәт, ауыл хужалығын, мәҙәниәтте үҫтергән өсөн;
- Октябрь Революцияһы ордены - 1967 йылдың 21 мартында коммунистик төҙөлөштә уңыштар һәм республиканың 50 йыллығы айҡанлы;
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены - 1972 йылдың 29 декабрендә Советтар Союзы халыҡтарының дуҫтарса мөнәсәбәтен үҫтереүҙә, иғтисади, социаль-сәйәси һәм мәҙәни үҫештәге уңыштар, СССР-ҙың 50 йыллығы айҡанлы бирелгән....

Әрем – бик көслө дауа
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-10-2018, 06:00


Әрем –  бик көслө дауа
Әрем – сүп үләне, әммә уны халыҡ медицинаһында күп кенә ауырыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар. Бигерәк тә организмды зарарлы ҡорттарҙан, селәүсендәрҙән (трихомонада, хламидия, герпес, лямблия, эхинококк инфекцияһы һ.б. ) таҙартыу өсөн. Әрем шулай уҡ нервы ауырыуҙарын дауалай, йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, матдәләр алмашыныуын көйләй, һөҙөмтәлә артыҡ кәүҙә ауырлығы һәм май кәмей. Гинекологик сирҙәрҙе, простатит, уретрит, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, бөйөр, ашҡаҙан аҫты биҙе, тире ауырыуҙарын дауалағанда һөҙөмтәле. Ғөмүмән, әрем менән дауаланыу бөтә ялҡынһыныуҙарҙан, айырыуса аш эшкәртеү һәм енси органдарҙағы, арынырға ярҙам итә....

Магнийҙың һаулыҡ өсөн зыяны нимәлә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 7-10-2018, 06:00


Магнийҙың һаулыҡ өсөн зыяны нимәлә?
Кеше организмына йод һәм кальций етмәүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙар хаҡында күп яҙалар. Ә мине магний ҡыҙыҡһындыра. Ысынлап та, организм магнийға ла ҡытлыҡ кисерәме һәм был нимәгә килтереүе ихтимал?
Фәйрүзә.
Күмертау ҡалаһы....

Атеросклерозды нисек дауаларға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 6-10-2018, 07:00


Атеросклерозды нисек дауаларға?
Һуңғы йылдарҙа аяҡ-ҡулдарым тынғыһыҙлап, табиптарға күренгәс, “облитерациялаусы атеросклероз” тигән диагноз ҡуйҙылар. Был сирҙе нисек дауалап була, нимәләр килешә? Ошо һорауға яуап бирмәҫһегеҙме икән?
Хәтирә апайығыҙ.
Бөрйән районы....

Оло хөрмәт һиңә, уҡытыусы!
Новости / Мәғариф // 5-10-2018, 10:35


Оло хөрмәт һиңә, уҡытыусы!
Сибай ҡалаһындағы «Ирәндек лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Рафаэль ҡыҙы Әйүпова – уҡыусыларҙа телгә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләүгә күп көс түккән педагог

– Ҡайҙа барһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙе матур тотоғоҙ, башҡортмон, тип танышығыҙ, тип өйрәтәм уҡыусыларға. Исемегеҙҙе хәтерләп ҡалмаһалар ҙа, милләтегеҙҙе иҫтә тоторҙар. Был тәртипле, аҡыллы кеше башҡорт булды бит, тип һоҡланып һөйләрлек, халҡыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек булһын, тим, – Гөлнара Рафаэль ҡыҙы белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә матур ғәҙәт орлоҡтарын сәсеүсе тәрбиәсе....

Ир һәм ҡатын хаҡы
Новости / Иман // 5-10-2018, 05:00


Ир һәм ҡатын  хаҡы
Ғаилә тормошо менән йәшәүсе һәр ҡатын-ҡыҙ өҫтөндә оло бурыс – ир хаҡы, уға итәғәтле бу­лыу. Хоҙай гүзәл заттың донъя­лағы һәм әхирәттәге дә­рәжәһен, бәхетен иренә булған мөнәсәбәте менән бәйләгән.
Бер ваҡыт Мөхәммәт бәйғәмбәргә бер ханым килә. Бәйғәмбәр унан:
– Һинең ирең бармы? – тип һорай....

Совет Башҡортостанына бағышланған значоктар: "Салаватская лыжня" йыйылмаһы
Новости / Тарих // 4-10-2018, 10:07


Совет Башҡортостанына бағышланған значоктар: "Салаватская лыжня" йыйылмаһы
Салауат ҡалаһы нефть химияһы һәм спортсылар төбәге булараҡ дан тота. Саңғы спортында еңеүселәргә бүләк итеү өсөн 1975 йылда ошондай сувенир значоктар яһалған. Йыйылмала 100, 200, 300, 600, 800, 1000 саҡрымға саңғы ярышында еңеүҙе күрһәткән значоктар бар....

«Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя
Новости / Спорт // 3-10-2018, 07:00


«Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя
«Себер» хоккейсылары 11 осрашыу рәттән еңелеп, КХЛ беренселегендә антирекорд ҡуйҙы. Быға тиклем «Витязь» клубы бер йыл ошо уҡ хәлгә ҡалһа ла, тик улар өҫтәмә йә буллит серияһында еңелеп мәрәйле булғайны.
Новосибирск уйынсылары миҙгел барышында баш тренерын алмаштырып та, ҡумтаһына һаман бер мәрәй ҙә һала алмай йонсой. Ә бына СКА командаһы ҡапҡаһын 297 минут 37 секунд «ҡоро» килеш ҡалдырып, КХЛ рекордын яңырта. Уҙған миҙгелдә ЦСКА ҡапҡасылары 280 минутҡа тиклем ҡапҡаһына гол үткәртмәгәйне. Шулай ҙа ул йәһәттән «Лада»ға етеүселәр юҡ әле. Улар КХЛ-ға тиклем Рәсәй чемпионатының 2003/04 миҙгелендә ҡапҡаһын 306 минут буйы «ҡоро» тота. «Салауат Юлаев» командаһы ла быйылғы миҙгелдә бер уйында ҡапҡаһы артын ҡыҙыл утһыҙ уҙғарҙы. Улар Силәбелә «Трактор»ҙы 5:0 иҫәбенә отто. Унан һуң «Динамо» (Минск) клубын да 3:1 иҫәбенә еңеп, ситтәге осрашыуҙарын уңышлы башланы. Бөгөн улар «Витязь» командаһына һынау тота.
Әлегә юлаевсылар, 17 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында өсөнсө. Юғарыла – һаман да еңелеү белмәҫ «Автомобилист» (20 мәрәй). «Авангард» (18 мәрәй) – өсөнсө. Көнбайышта СКА менән «Йокерит» алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙың иҫәбендә 16-ар мәрәй.
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM