НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 498

Улар – ауылдың киләсәге
Новости / Башҡортостан // 3-08-2010, 16:39


Улар –  ауылдың киләсәгеБашҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡай­тыусы йәш белгестәргә район хакимиәтендә тантаналы рәүештә диплом тапшырыу Илеш районында күркәм бер традицияға әйләнде.
Күптән түгел әлеге уҡыу йортон тамамлаған 26 егет һәм ҡыҙға муниципаль район хакимиәте башлығы И. Мостафин дипломдар тапшырҙы. Илдар Иршат улы, тантананы асып, йәштәргә һайлаған юлдарында уңыштар теләне, район агросәнәғәт тармағының иҡтисади-финанс торошо менән таныштырҙы. Йәш белгестәрҙең һәр береһенең ауыл хужалығы өсөн кәрәкле кадр булыуын билдәләне. Иң тәүҙә документты ҡыҙыл дипломға эйә булыусы Ынйы Шәрәфғәлиева алды.
Тантанала йәш белгестәрҙең ата-әсәләре, хужалыҡ етәкселәре лә ҡатнашты. Хужалыҡ етәкселәре исеменән «Урал» йәмғиәте директоры Роберт Ибраһимов, ата-әсәләр исеменән Ринат Миңлеғәлиев һәм Рәғиб Миңлеғәлиев сығыш яһап, йәштәрҙе оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы. Ришат Шәңгәрәев, Гөлназ Гәрәева, Айһылыу Сабирова йәш белгестәр исеменән үҙҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
...

Велоспортсыларыбыҙ ике сарала
Новости / Спорт // 3-08-2010, 12:18


Август башында Ленинград өлкәһенең Сосновый Бор ҡалаһында үтәсәк Рәсәй йәштәренең велоспорт-маунтинбайк буйынса II йәйге спартакиадаһында Башҡортостандан Вячеслав Ахмаметьев, Николай Курнов, Максим Кондрашов, Кирилл Егоров, Рәмил Халиков һәм Артур Шайморатов республика данын яҡлаясаҡ. Улар шулай уҡ 10 – 16 августа Санкт-Петербургта үткәреләсәк велосипед спорты буйынса финал ярыштарында ла ҡатнашасаҡ....

Үткәндәрҙе онотмау киләсәк өсөн кәрәк
Новости / Башҡортостан // 14-07-2010, 13:11


Үткәндәрҙе онотмау киләсәк өсөн кәрәкФажиғә 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилал менән бәйле. Рәсәй батшабикәһе Анна Иоановна, башҡорт ерҙәре аша үткән империя сиктәрен нығытырға ниәт итеп, төбәккә И. Кириллов етәкселегендә экспедиция ебәрә. Кирилловҡа ярҙамсы итеп ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер менән дипломатик һөйләшеүҙәрҙә үҙен күрһәтеп өлгөргән, башҡорттар өсөн исеме ҡатил һүҙенең синонимына әйләнәсәк суҡындырылған татар мырҙаһы Алексей Иванович (Ҡотломөхәмәт Мамеш улы) Тевкелев бирелә. Экспедицияның бурысы – Башҡор­тос­тандың көньяғында яңы ҡала һалыу һәм сик буйлап терәк ҡәлғәләр төҙөү. Батша хөкүмәте башҡорт­тарҙан уларҙың ерендә ҡала төҙөү өсөн ризалыҡ һорау ғына түгел, ә хатта уларҙы был хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәк тип тапмай. Ризаһыҙ башҡорттар баш күтәрә.
Хәҙерге Асҡын районына ҡараған ерҙәрҙә баш күтәреүселәрҙең бер төркөмө (700 кеше) Тевкелев отрядын тау-таш араһында һағалап тороп, ҡыйратырға ниәтләй. Әммә Һөйәнтүҙ ауылына килеп еткәс, Тевкелев башҡорттарҙың серен белеп ҡала һәм ауыл халҡынан үс ала башлай....

Донъяға нисек ҡарарға күҙҙе асалыр мәктәп
Новости / Башҡортостан // 14-07-2010, 13:03


Донъяға нисек ҡарарға күҙҙе асалыр мәктәпӘгәр театр кейем элгестән башланһа, мәктәп нимәнән башлана? Күрәһең, уҡыу йортоноң тупһаһынандыр – белем усағының ишеген асып инеү менән айырым бер серле лә, ылыҡтырғыс та, мауыҡтырғыс та донъяға барып эләгәһең. Хәйер, мәктәп һәр кем өсөн үҙенә генә хас тәьҫораттар менән бәйле «асыла»: берәүҙәрҙең күңелендә белем усағына һөйөү «Әлифба»нан ярала, икенселәрҙә – тәүге уҡытыусынан, өсөнсөләрҙә – аҡбур еҫе аңҡыған таҡталы бүлмәнән... Буранғол мәктәбенең туҡһан йыллыҡ юбилейын билдәләргә төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтар – элекке уҡыусылар, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, яҡты хәтирәләре менән бүлешеп, ошо хаҡта һөйләне....

Спорт һөйөүселәргә ҡаршы теракт
Новости / Рәсәй // 14-07-2010, 12:47


Спорт һөйөүселәргә ҡаршы терактУганданың баш ҡалаһы Кампалала яңғыраған ике шартлауҙа 64 кеше һәләк булған, йөҙләгән кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Теракт халыҡ күпләп йыйылып, футбол буйынса донъя чемпионатының финал матчын ҡараған урында ойошторолған. Бер шартлатҡыс – ресторанға, икенсеһе спорт-барға ҡуйылған.
Әлегә бер ойошма ла теракт өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаған. Шулай ҙа полицияға енәйәтселәрҙе ҡайҙан табырға тип баш ватырға түгел – быға тиклем урындағы бер енәйәтсел ойошма футбол буйынса донъя чемпионатын ҡарауҙы, Көнбайыш музыкаһын тыңлауҙы, хатта унан килтерелгән компьютер уйындарын уйнауҙы ла тыйған «указ» баҫтырып сығарғайны....

Мәңгелек бер көнгә торошло саҡта
Новости / Мәҙәниәт // 12-05-2010, 23:20


Мәңгелек бер көнгә торошло саҡтаПарк гөрләй. Шарҙар, сәскәләр, еңеү ленталары, ихлас йөҙҙәр, түштәре орден-миҙалдар менән ҡапланған мылтыҡ урынына таяҡ тотҡан бабайҙар һәм, быныһы бигерәк мөһим, уларҙы ипле генә итеп етәкләгән йә ҡултыҡлаған ул-ҡыҙҙар, ейән-ейәнсәрҙәр... Прези­дент килергә әле сәғәткә яҡын ваҡыт бар. Ул Мәңгелек ут янына сәскәләр һалып, батырҙар рухы алдында баш эйәсәк, хөрмәт күрһәтәсәк.
Матур йөҙлө бабайҙар була. Ундайҙарҙы, йөҙҙәре нурҙай балҡый, тиҙәр. Парктың ауыҙын үтеү менән шундай нурлы, түбәтәйле ветеран күҙемә салынды. Нисектер нурлы кешегә күңел үҙе ылыға бит....

Яҡты иҫтәлеге ҡалды
Новости / Сәйәсәт // 12-05-2010, 23:07


Яҡты иҫтәлеге ҡалды1929 йыл. Бесән мәлендә Арғы Таһир ауылы урамындағы иң ситке мунса янып китә. Бөтә халыҡ бесәнде ятып эшләй, ауылда бала-саға ла ҡарт-ҡоро ғына. Ҡарышҡандай, ел ауыл яғына иҫә. Янғын эргәләге өйҙәргә күсә. Урамдың һырт яғы, зат-ырыуы менән теҙелешеп ултырған хәлле генә Хоҙайғоловтарҙың йорт-ҡураһы яна. Ҡарағас өйҙәрҙең ҡыйыҡ-түбәләре гөрһөлдәп ауа, ҡапҡалар ҡурҡыныс тауыш сығарып яна. Янғын өйҙәренә килеп еткәнсе, ике ҡыҙ – 18 йәшлек Ғәшүрә менән 14 йәшлек Сәмиға Хоҙайғоловалар, йүгерешеп, өй эсендәге бар йыһазды Һаҡмар буйына ташый. Бөтә нәмәне сығарып өлгөрәләр, тик китаптар һалынған бер ҙур ағас һандыҡты сығара алмайҙар. Уттың ял-ҡойроғо юҡ – тиҙ арала һырттағы ун бер өйҙө ялмай....

Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башланды
Новости / Рәсәй // 12-05-2010, 22:34


Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башландыРәсәй йыйылма командаһы Еңеү көнөндә үҙ төркөмөндәге Словакия хоккейсылары менән осрашты. Был юлы Вячеслав Быков, һуңғы ике йыл рәттән чемпион исемен һаҡлап ҡалыр өсөн, көрәшкә ошо составта сыҡты: Гребешков – Корнеев, Овечкин – Федоров – Семин; Куликов – Атюшов, Ковальчук – Фролов – Терещенко; Емелин – Никулин, Мозякин – Сушинский – Анисимов; Калинин – Денисов, Козлов – Афиногенов – Кулемин. Ҡапҡа һағын Кошечкин, Еременко һәм Варламов һаҡлаясаҡ.
Рәсәй уйынсылары, Словакиянан тыш, үҙ төркөмөндә Ҡаҙағстан һәм Беларусь командалары менән уйнаясаҡ. Бөгөн башҡа төркөмдәрҙә дүрт осрашыу үтте, һәм көтөлмәгән сенсацияға килтерҙе.
...

Еңеүгә тиңләшеү!
Новости // 10-05-2010, 20:37


Еңеүгә тиңләшеү!Учалы ҡалаһында «Еңеүгә тиңләшеү!» тип аталған республика эстафетаһының зона этабы үтте. 1942 йылда илде марганец рудаһы менән төп тәьмин итеүселәр һаналған Украина менән Кавказ фронт һыҙығы артында тороп ҡала. Танкылар етештергәндә марганец рудаһын иретмәгә ҡушалар. Шуға ла 1942 – 1943 йылдарҙа Баймаҡ һәм Учалы райо­нындағы марганец ятҡылыҡтарын эшкәртә башларға юғарынан күрһәтмә ебәрелә. Әммә урындарҙа иң яҡшы белгестәр, репрессияға эләгеп, Себергә һөрөлгән була, шул иҫәптән Ураҙ ятҡылығын асҡан геолог та.
...

Беҙгә лә еңел булманы
Новости / Башҡортостан // 9-05-2010, 20:56


Беҙгә лә еңел булманыЕңеүҙең 65 йыллығына ҡарата яҡшы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Һуғыштан ҡайтҡандарға бәхет йондоҙо асыла. Уларға машина өҫтөнә машина, өй өҫтөнә өй бирелә. Беҙҙең кеүек «һуғыш ҡалдыҡтары»на бер ни юҡ. Атай-ағайҙарыбыҙ тыуған ер өсөн, беҙ рәхәт йәшәһен өсөн һуғышып, баштарын һалды. Ғүмеребеҙҙә бер мәртәбә лә «атай», «ағай» тип әйтә алмайынса, 70-те лә тултырмайынса үлеп китәбеҙ. Шул ғәҙелме? Атайыбыҙҙың һуңғы хатын беҙ һаман да һаҡлайбыҙ. «Һуғышҡа инәбеҙ, теләктәр теләгеҙ», – тигән ул.
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM