НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 494

«Тармаҡты үҙебеҙҙең ресурстар иҫәбенә үҫтерергә кәрәк»
Новости / Рәсәй // 18-09-2010, 14:49


«Тармаҡты үҙебеҙҙең ресурстар иҫәбенә үҫтерергә кәрәк»Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин 13 сентябрҙә Түбәнге Новгородта нефть химияһын үҫтереү мәсьәләһенә арнап үткәрелгән кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты....

Өс һөйләм менән
Новости // 18-09-2010, 14:45


Башҡортостанда Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең (Росреестр) https://portal.rosreestr.ru интернет-порталы уңышлы эшләй. Уның аша Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры мәғлүмәттәрен һорап мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ электрон формала кадастр инженерының электрон-цифрлы ҡултамғаһы ҡуйылған ыҙма планын ҡушып һалып, дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһында ғариза бирергә мөмкин. Мәғлү­мәттәр биреү тураһында электрон үтенестәрҙең байтаҡ өлөшө мөрәжәғәт иткән көндө эшкәртелә, ҡал­ғандары – иртәгәһенә, бик һирәк ке­нә запростар килгән көндән алып икенсе йәки өсөнсө көнөнә эшкәртелә....

Беҙҙәкелер Татарстанға йышланы
Новости // 18-09-2010, 14:43


22 – 23 сентябрҙә өфөләр Ҡаҙанда үтәсәк "Бергә – балалар хаҡына" Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумында балаларҙы яҡлау өлкәһендәге социаль программаларын тәҡдим итәсәк.
Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы, Халыҡты социаль яҡлау идаралығы, Һаулыҡ һаҡлау идаралығы вәкилдәре башҡа төбәктәрҙән килгән коллегаларына ауыр тормош хәлендә ҡалған, имен булмаған ғаиләләр менән эшләү, социаль етемлекте иҫкәртеү һәм етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
...

Халыҡ спортҡа битараф түгел
Новости / Спорт // 18-09-2010, 14:41


Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының блогында ниндәй мәсьәләләр күтәрелә?
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никериндың блогында иң күп һорауҙар, комментарийҙар тыуҙырған һуңғы темаларҙың береһе – хоккей.
Александр Никерин менән Владислав Третьяк биргән матбуғат конференцияһында күтәрелгән мәсьәләләр тураһында һөйләгән рубрикаға комментарийҙар биреүселәрҙең һаны 110 кешегә тиклем еткән! Тема «Хоккей һөйөүселәргә» тип атала. Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың профессиональ хоккей командаһы төҙөләсәк. Блогта уға исем уйлап табышалар, кәңәштәр бирәләр, үҙҙәренең теләктәрен еткерәләр....

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: «Беҙҙең республикала аҡыллы, тыныс кешеләр йәшәй»
Новости / Башҡортостан // 18-09-2010, 14:37


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: «Беҙҙең республикала аҡыллы, тыныс кешеләр йәшәй»Рөстәм Хәмитовтың республика етәксеһе булып тәғәйенләнеүенә ике ай ваҡыт үтеп тә киткән. Аҙмылыр был, күпмелер, әммә бәғзеләр Башҡортостанда һаман ҙур үҙгәрештәр көтә. «Коммерсант» гәзите журналисы Президентҡа төрлө өлкәгә ҡағылышлы һорау бирергә тырышҡан. Яуаптар ҙа ихлас күренә. Уларҙың бер нисәһен гәзит уҡыусыларға еткермәксебеҙ....

Башҡортостан иҫәп алыуға әҙер
Новости / Сәйәсәт // 18-09-2010, 14:33


Башҡортостан район һәм ҡалаларына Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡулланыласаҡ документация, бланкылар, башҡа кәрәк-яраҡ оҙатылды. «Башҡортостанстат» тарафынан ебәрелгән йөктөң дөйөм ауырлығы 70 тоннаға етә, шуның 40 тоннаһы – иҫәп алғанда тултырыласаҡ ҡағыҙҙар. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, переписчиктар (республикала 10 меңдән ашыу иҫәп алыусы эшләйәсәк) күк төҫлө портфель, шундай уҡ шарф аласаҡ, өҫтәп фонарь, һыҙғыртҡыс та бирелә....

Алтын һатып бөләйек тә, һалам һатып көләйек
Новости / Сәйәсәт // 18-09-2010, 14:26


Был юлы көндәлек донъя мәшә­ҡәттәренән алыҫыраҡ тойолған, әммә һәр аңлы кешенең йөрәген тырнап торған мәсьәләләр хаҡында фекерләшеп алайыҡ әле.
«Бер алманы бишкә бүләйек…» – тип йырлағанығыҙ барҙыр. Шул бишәүҙең береһе Рәсәй өлөшөнә тейеш тә бит, ләкин илебеҙҙең һонолған ҡулы йыш ҡына буш ҡала. Ни сәбәпле? СССР тип йөрөтөлгән ифрат ҙур ил тарҡалғас та, Рәсәй бөтә ҡоро ерҙең алтынан бер өлөшөн биләп ятҡан, бихисап матди байлыҡҡа хужа булған дәүләт булып ҡала. Дөрөҫ, әлегә биләгән ере буйынса. Иҡтисади, финанс, хәрби ҡеүәте йәһәтенән Рәсәй, әлбиттә, объектив сәбәптәр арҡаһында, АҠШ, Ҡытай, Бөйөк Британия, Алман, Япония кеүек донъя лидерҙары менән тиңләшә алмай.
...

Рөстәм ХӘЙРУЛЛИН: «Бейеү дәрт, илһам бөркә»
Новости / Мәҙәниәт // 18-09-2010, 13:38


Рөстәм ХӘЙРУЛЛИН: «Бейеү дәрт, илһам бөркә»Сәхнәгә Стәрлетамаҡ бейеү театры артистары сыҡһа, валлаһи, иң һүлпән тамашасы ла йәнләнеп, дәртләнеп китә. Гүйә коллектив үҙендәге кәйефте, урғылып торған көс-ҡеүәтте шәлкем-шәлкем итеп тамашасыларына һирпә. Бөркөттәй талпынып, сәхнәне деү килтереп сығыш яһаған бейеүселәрҙең береһе ул бөгөнгө ҡунағыбыҙ, талантлы бейеүсе Рөстәм Хәйруллин....

«Алтын көҙҙә алтын йырҙар...»
Новости / Мәҙәниәт // 18-09-2010, 13:31


Йәмле йәйҙең мажараларынан һуң күңелдәр һағыш­ҡа бирелеп, йыр һөйөүсе тамашасылар бер-береһе менән осрашыу көтә, сәхнәләрҙә яңы тамашалар күргеһе килә. Күп сәнғәт учреждениелары киләһе ижад миҙгелен асыуға әҙерлек башланы. Был­тырғы концерт миҙгелендә бихисап сағыу тамашаһы менән ҡыуандырған Хөсә­йен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 72-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнә. Матур, йөкмәткеле программалар­ҙың береһе 23, 24 сен­тябрҙә филармонияның Ҙур залында үтә. «Алтын көҙ моңдары» исемле беренсе башҡорт һәм татар эстрадаһы концерт-фестивале йырға «һыуһаған» тамашасылар өсөн ҙур бүләк булыр....

91-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫҡанда
Новости / Мәҙәниәт // 18-09-2010, 13:30


Театр, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған кешегә Борис Цейтлиндың исеме таныш булырға тейеш. Рәсәй сәхнәһен үҙ спектаклдәре менән гөрләткән режиссер ул. Әлеге мәлдә Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән белгес М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында А. Чеховтың «Туй» пьесаһын сәхнәләштерә....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • Рухлы ла ул, маҡсатлы ла



  • Радио Юлдаш FM