НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 492

Донъя яңылыҡтары
Новости // 24-08-2010, 11:39


Йорттарын ҡайтарыуҙан баш тарттылар

Абхазия властары республикала йәшәүсе рәсәйҙәрҙең мөлкәт хоҡуҡтарына ҡағылышлы концепцияны кире ҡаҡҡан.
Һүҙ «Абхазия Республикаһында Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөлкәт хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләләре буйынса Рәсәй-Абхазия комиссияһының берҙәм эшмәкәрлек концепцияһы» тураһында бара. Абхазия Республикаһы Хөкүмәте башлығы Сергей Шамба әйтеүенсә, документты РФ Сит ил эштәре министрлығынан ебәргәндәр. Әммә уның теркәү номеры ла, аңлатмалы хаты ла юҡ. «Кемдең тәҡдиме – бер нәмә лә аңлашылмай. Шунлыҡтан проект шунда уҡ кире ҡағылды», – ти ул....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 24-08-2010, 11:38


Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы янғындарҙа зыян күреүселәрҙең сәләмәтлеген күҙәтеү өсөн махсус профилактика программаһы булдырҙы. Ошоға бәйле, дәүләт сәләмәтлек үҙәктәрендә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү киңәйтелә. Башҡортостандағы бындай учреждениелар Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай ҡалаларында эшләй һәм янғын сәбәпле үҙен насар тойоусылар унда бушлай тикшерелә ала....

Мәктәптәрҙең 66 проценты әҙер
Новости / Башҡортостан // 24-08-2010, 11:37


Мәктәптәрҙең 66 проценты әҙер
Ведомство-ара комиссия мәктәптәрҙең 66 проценты ҡышҡа әҙерлеген раҫланы, тине БР Хөкүмәтендә видеоселектор кәңәшмәлә БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. 676 мәғариф учреждениеһында 478 миллион һумлыҡ ремонт эштәре башҡарылған. Бүленгән аҡса 87 процентҡа үҙләштерелгән. Ҡаҙанлыҡтарҙы ремонтлау планы 91 процентҡа башҡарылған. Ҡаҙанлыҡтар әҙерлеген тикшереү һәм әҙерлек паспорттарын биреү график­ҡа ярашлы алып барыла. Быйыл мәғариф учреждениелары системаһында 1956 метр йылылыҡ трассаһына ремонт ҡаралған, эш 89 процентҡа үтәлгән. Бишбүләк, Борай, Дыуан, Өфө райондарында был эш тулыһынса атҡарылған....

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын ҡышҡа әҙерләү тотҡарлана
Новости / Башҡортостан // 24-08-2010, 11:36


Быйыл республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһындағы 401 бинаны һәм ҡоролманы ремонтлау планлаштырыла. Уларҙың 281-е ремонтлан­ған да инде. Медицина учреждениеларын ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерләүгә 332 миллион һум аҡса үҙләштерелгән, был капиталь ремонтҡа ҡаралған аҡсаның 55 процентын тәшкил итә....

Президент – төҙөлөш майҙандарында
Новости / Башҡортостан // 24-08-2010, 11:35


БР Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге мөһим сәнәғәт объекттарының төҙөлөш һәм реконструкциялау барышы менән танышып сыҡты.
Ул баш ҡаланың Черниковка микрорайонындағы ҡала канализацияһын таҙартыусы ҡоролмаларҙың өсөнсө сиратын төҙөү урынында булды. Был төҙөлөш 1995 – 1996 йылдарҙа уҡ башлан­ған һәм финанс ҡытлығы арҡаһында туҡталып ҡалған булған. Әле объектты финанслау күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итә. Уның 100 миллион һумдан ашыуы Рәсәй инвестиция фондынан килһә, яҡынса 400 миллион һумын республика бюджеты бүлгән, ә 85 миллион һум ҡала ҡаҙнаһынан йүнәлтелгән....

Ижтимағи диалогтар мөһим
Новости // 24-08-2010, 11:33


Ижтимағи диалогтар мөһим
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан үткәрелгән «Модернизацияның төбәк аспект­тары: яңы кешеләр, яңы ҡарарҙар» тигән кадрҙар форумы сиктәрендә РФ Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Владислав Сурковтың һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең генераль советы президиумы секретары Вячеслав Володиндың партияның Волга буйы федераль округындағы төбәк бүлексәләре сәйәси советтары секретар­ҙары менән осрашыуы булды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Осрашыуҙа илдәге социаль-иҡтисади үҫештең көнүҙәк мәсьәләләре, шулай уҡ алдағы һайлауға әҙерлек тикшерелде.
...

Өфөләге тимер юл вокзалы емерелергә мөмкинме?
Новости / Башҡортостан // 24-08-2010, 11:29


Өфөләге тимер юл вокзалы емерелергә мөмкинме?
Тимер юл вокзалына тышҡы яҡлап ҡараһаң, балҡып торғандай. Эскә инһәң генә күңел һүрелә – япмаһыҙ перрондар, штукатуркаланып бөтмәгән бина. Өфөнән китеүселәргә уғата ҡыйынға тура килә. Улар ремонт үткәрелмәгән иҫке кассалар залында интегә. Өҫтә урынлашҡан берҙән-бер ремонт эшләнгән поезд көтөү залына бик һирәктәр генә күтәрелә. Быйылғы эҫе йәйҙә унда 35 градус эҫелектә сыҙармын тимә. Ә поезға ултырырға йыйын­ғандар вагондарын перронда түгел, ә үткәүелдә (переход) көтөргә мәжбүр, сөнки ҡайнар ҡояш өтөп алып бара....

Зөлфирәнең ныҡлы өс тағаны
Новости / Мәғариф // 24-08-2010, 10:49


Зөлфирәнең ныҡлы өс тағаны
Баймаҡ районының урман төпкөлөндә урынлашҡан Бөрйәнйылға ауылында донъяға килгән Зөлфирә, ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡый.
Аң-белем багажы һәлмәгәйгән, ҡәләме үткерләнә төшкән ҡыҙ, мәктәп менән хушлашмайынса, икенсе ҡиәфәттә уға яңынан әйләнеп ҡайтыу өсөн тура БДУ-ға юллана. Филология факультетында уҡығанда күп әҙипте оло юлға сығарған «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә, шиғыр, хикәйәләре республика матбуғатында баҫыла....

Өмөт сатҡыһы уянды
Новости // 21-08-2010, 18:29


БР Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт йортонда үткәргән алданған дольщиктар мәсьәләһен ҡараған кәңәшмәлә төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостанда һуңғы проблемалы өй 2012 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш, был мәсьәләне артабан кисектерергә ярамай, тине республика башлығы....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 21-08-2010, 18:27


Стәрлетамаҡта физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Был маҡсатҡа «2006 – 2015 йыл­дарға Рәсәй Федерацияһында физкультура һәм спортты үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы буйынса металл конструкциялар, төп панелдәр һәм ҡыйыҡ ябыу материалдары һатып алыуға 30 миллион һум, шулай уҡ Башҡортостан ҡаҙнаһынан 60 миллион һум аҡса бүленгән. Физкультура-һауыҡтырыу комплексын сафҡа индереү киләһе йылға планлаштырыла....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM