НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 488

Сүбәк сәйнәйбеҙ. Майы ҡайҙа?
Новости / Башҡортостан // 14-09-2010, 09:40


Сүбәк сәйнәйбеҙ. Майы ҡайҙа?Ҙур республиканың пайтәхете булғас, Башҡортостан халҡының сиреге ошонда йәшәүсе һәм, ғөмүмән, баш ҡалабыҙға көн дә меңәрләгән ҡунаҡ килеп торғас, Өфөнөң йөҙө, уның мәҙәни булмышы тураһында хәстәрләмәй һис мөмкин түгел. Хатта айырым кеше лә таушалған-бысранған өҫ-баш, таралмаған сәс, ҡырылмаған һаҡал-мыйыҡ менән халыҡҡа күренергә тартыныр....

Ғүмер тәмен белеп кенә
Новости / Мәғариф // 14-09-2010, 09:35


Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғиндулла ШӘЙӘХМӘТОВҠА – 80 йәш
Ғүмер тәмен белеп кенә... Кеше ғүмере йомғаҡ ул. Тәгәрәй ҙә тәгәрәй. Белеп-аңлап тәгәрәй.
Миңә унан һабаҡтар алыу бәхете тейҙе. Дүртенсе-бишенсе синыфтарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәренә төшөндөрҙө Уҡытыусы. Төшөндөрөп кенә ҡалманы, һөйөү уята алды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла нисектер ылыҡтырғыс көскә эйә ине ул саҡ. Стеналарҙа, иҫләйем, Ғ. Сәләм менән М. Хәйҙең ғүмер һәм ватан хаҡында ялҡынлы шиғри һүҙҙәре, алда, таҡта башында, Һәҙиә Дәүләтшинаның халыҡҡа хеҙмәт итеү – иң бөйөк эш, тигәнерәк мәғәнәләге фекере һәм портреты урын алғайны. Йыш ҡына теге йәки был яҙыусының юбилейына стена гәзите эленеп тора торғайны....

Дүрткүҙ, турғай, Оҙонбуй сәхнәнән юғалмаҡсы
Новости / Мәҙәниәт // 14-09-2010, 09:24


Дүрткүҙ, турғай, Оҙонбуй сәхнәнән юғалмаҡсы«Беҙгә барыбер» КВН командаһы ағзалары менән яҡшы таныш кешеләр уларҙың ниндәй шаян, йор һүҙле икәнен һәйбәт белә. Шулай булмай, уҡыусы, студент саҡтарынан уҡ сәхнәнән шаян һүҙҙәр һөйләп, «Шаяниум»дарҙа ҡатнашып йөрөүсе егеттәр бүтәнсә булдыра ла алмай­ҙыр.
Команда тәүге тапҡыр 2003 йылда Башҡорт йәштәре иттифағы тарафынан ойошторола. Әммә тора-бара беренсе составтағы йәштәрҙең күбеһе уҡып бөтөп таралыша, эшкә урынлаша, бүтән яҡтарға сығып китә....

АҒИҘЕЛДЕ БЫСРАТҠАН ӨСӨН – ШТРАФ
Новости // 11-09-2010, 11:51


Былтыр яҙ Өфөнөң 3-сө ТЭЦ-ы ағыҙып сығарған һыуҙа нефть продукттарының күп булыуы асыҡланған. ТЭЦ-тың ташландыҡ һыуы Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы территорияһынан үткән 2,45 км оҙонлоғондағы торба аша Ағиҙел йылғаһына ағыҙылған. ТЭЦ етәкселеге һыуға нефть продукты эләгеүендә үҙҙәренең ғәйебе булмауы тураһында белдергән....

Балдың бер килограмы – 600 һум
Новости / Башҡортостан // 11-09-2010, 11:51


Әле баш ҡаланың Үҙәк баҙарында бер килограмм бал 600 һум тип яҙып ҡуйғандар. Шул уҡ ваҡытта 700 грамм һыйҙырышлы банкалағы бал 500 һум тора. Арзан тип әйтеп булмай... Һатыусылар әйтеүенсә, күберәк алғандарға балдың килограмын 450 һум тирәһенә бирәләр. Унан да арзаныраҡҡа өмөт итергә лә түгел – быйыл картуф ҡына түгел, бал да аҙ....

Изге айҙа теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын
Новости / Иман // 11-09-2010, 11:47


Изге айҙа теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһынБәләкәй саҡтан «таба еҫе сығарыу»ы менән иҫтә ҡалған, күңелдәрҙе ябай тел менән аңлатып та булмаҫлыҡ нурға күмгән байрам бит ул Ураҙа ғәйете! Быйыл да был байрамды билдәләү өсөн бөтә донъя мосолмандары иртә таңдан тороп мәсеткә, диндәш туғандарына ҡунаҡҡа ағылды. Аллаһы Тәғәлә Ябраил фәрештә аша Мөхәммәт Бәйғәмбәргә (ғәләйһис-сәләм) Ҡөрьәнде тап Рамаҙан айында төшөргән. Рамаҙан айында бөтә донъя мосолмандары ураҙа тотоп, сабырлығын тәрбиәләй, сәләмәтлеген нығыта. Ә инде ураҙа ҙур һәм матур байрам менән тамамлана.
...

УРАҘА БАЙРАМЫ МЕНӘН!
Новости / Иман // 11-09-2010, 11:46


БР Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан мосолмандарын Ураҙа байрамы менән ҡотланы. Уның ҡотлауында: «Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Һеҙҙе бөтә мосолмандар өсөн дә изге булған Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Был байрамда Исламдың күп быуатлыҡ йолалары, юғары әхлаҡи идеалдары тупланған....

Рәсми хроника
Новости / Башҡортостан // 11-09-2010, 11:41


Учалы районында – яңы хакимиәт башлығы
Рәсми хроника
8 сентябрҙә Учалы районы муниципаль район советының ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Учалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Иҙрисов Азамат Риза улы тәғәйенләнде....

«Росэнергоатом концерны» йәмғиәте делегацияһы килде
Новости // 11-09-2010, 11:40


Кисә Башҡортостанға «Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән уның генераль директоры Сергей Обозов етәкселегендәге делегация килде. Килеүселәр араһында концерндың генераль директоры урынбаҫарҙары – корпоратив идаралыҡ буйынса директор Беслан Барганджия, капиталь төҙөлөш директоры Виктор Сучков һәм юридик департаменттың баш белгесе Александр Зюзь бар.
...

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 11-09-2010, 11:40


30 сентябрҙә Өфөнөң Нефт­селәр мәҙәниәт һарайында муниципаль берәмектәрҙең өсөнсө сьезы үтәсәк. Форумда урындағы үҙидара органдарының артабанғы үҫеше мәсьәләләре ҡараласаҡ. Сарала «Башҡортостан Республи­каһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла ойошторолосаҡ....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM