НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 486

"Кепка"ны кем алмаштырыр?
Новости / Сәйәсәт // 9-10-2010, 10:32


"Кепка"ны кем алмаштырыр?Үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғаларының береһе ил Президенты Дмитрий Медведевтың Мәскәү мэры Юрий Лужковты отставкаға ебәреүе булғандыр. 28 сентябрҙә Д. Медведев Ҡытайҙа өс көнлөк сәфәре ваҡытында ошо хаҡта Указға ҡул ҡуйҙы. Президенттың бындай ҡәтғи ҡарарға килеүен Мәскәү халҡы ғына түгел, ә сит илдәрҙә лә бик һағайып ҡабул иттеләр. Рәсәй халҡы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, барыһы ла ошо хаҡта һүҙ ҡуйырта. Һуңғы айҙарҙа Лужков тирәләй күп имеш-мимеш йөрөүенә ҡарағанда, иртәме-һуңмы уның китәсәге ҡотолғоһоҙ кеүек ине. Ә уның эшенән ҡыуып сығарылыуын береһе лә көтмәгәйне. Эйе, ҡыуылып сыҡты булып сыға. Президент Указында: “Ышанысты юғалтыуы менән бәйле ваҡытынан алда вәкәләттәре туҡтатыла”, – тигән һүҙбәйләнеш бар. Рәсәй тарихында бындай хәл булғаны бар ине, әммә Медведев ваҡытында түгел. Ил Президенты быны үҙе лә йәшермәй. Йәғни төбәк етәкселәрен отставкаға ебәреүҙә бындай алым беренсе тапҡыр файҙаланылды. Ил етәксеһе бындай хәлдең һуңғыһы булмаясағына ла баҫым яһаны.
...

Рәсәй менән яҙмышыбыҙ уртаҡ
Новости / Сәйәсәт // 9-10-2010, 10:28


Мәҡәләнең башына сығарылған фекер, бәлки, кемдәрҙәлер ризаһыҙлыҡ, хатта кәмһенеү тойғоһо уятыуы ихтимал. Ярты мең йыл самаһы дөйөм Рәсәй дәүләте эсендә йәшәһәк тә, һәм тамырҙарыбыҙ ғына түгел, бар күҙәнәктәребеҙ менән бер оло организм булып тоташып бөтһәк тә, ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ Рәсәй менән Башҡортостанды Үҙәк һәм төбәк тип бүлеп йөрөтөүҙе хуп күрә....

Ун ике милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу һәм дуҫ йәшәй
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:27


Районыбыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың тормош-йәшәйешенең йылдан-йыл матурая, йәмләнә, төҙөкләнә барыуына ҡарап ҡыуанам. Беҙҙең яҡта егәрле, ҡулдары алтын кешеләр йәшәй. Шунлыҡтан, һәр мөмкинлекте файҙаланып, тормош-көнкүрешен ипкә килтерергә, аң-белем алырға, зиһенен үҫтерергә, сәләмәтлеген нығытырға, матди хәлен яйға һалырға тырышалар....

Йылдарҙа – беҙҙең тарих
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:10


2000 йыл
Башҡортостанда – Йәштәр йылы
Йылдарҙа – беҙҙең тарихАпрель – «Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты» йәмғиәтенең Сибай карьерында мәғдәндең 100 миллионынсы тоннаһы табыла.
1 июндә Башҡортостанға Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илселәре һәм дипломатик корпустары хеҙмәткәрҙәре килә. Улар араһында Молдова, Үзбәкстан, Беларусь, Тажикстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан илселәре була. Ҡунаҡтар «Башҡортостандың БДБ илдәре менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге проблемалары һәм перспективалары» тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнаша....

Рәшит ШӘКҮР: «Үҙаллылыҡ барыбер беҙҙең аңыбыҙҙа йәшәй ул»
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:05


Рәшит ШӘКҮР: «Үҙаллылыҡ барыбер беҙҙең аңыбыҙҙа йәшәй ул»Тарихта сағыу эҙ ҡалдырған, Ваҡыт тулҡындарын бороп, донъя ағымдарын үҙгәрткән ваҡиғалар була. 1990 йылдың 11 октябре – Башҡортостандың ғүмер яҙмаһында иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе. Шанлы замандарҙың шаһиттары, ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған тарихи шәхестәр һәм тарих тыуҙырыусылар ҙа бар. Шуларҙың береһе – күренекле ғалим, шағир, йәмәғәт эшмәкәре Рәшит ШӘКҮР. Арҙаҡлы шәхес менән, тарихҡа байҡау яһап, ҡайһы бер ҡиммәттәрҙе барлап, бөгөнгөбөҙ тураһында бер аҙ фекер алыштыҡ....

«БЫЛ КӨН БАРЫБЫҘ ӨСӨН ДӘ ҠӘҘЕРЛЕ»
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:00


Луиза ДӘҮЛӘТШИНА, Баймаҡ районының үҙәкләш­терелгән китапханалар селтәре директоры:
– Республика көнө, асылда, Башҡортостан халҡының иң ҙур байрамы, тигән ҡараштамын. Һуңғы йылдарҙағы яҡшы үҙгәрештәр хаҡында әйтмәксемен. Китапханасы булараҡ, ваҡытлы матбуғатта, башҡорт нәшриәтендә булған үҙгәрештәрҙе билдәләмәү мөмкин түгел. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәте барыбыҙҙы ла яңынан-яңы китаптар менән шатландыра. Дини тәрбиә, әхлаҡ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ – быларҙың барыһы ла нәшриәтебеҙ тарафынан иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Шулай уҡ гәзит-журналдарыбыҙ ҙа уҡымлы материалдар менән тулы – «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдары, «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрен күҙ уңында тотам.
Шулай уҡ Шәжәрә байрамдары, йәштәр өсөн мәҙәни сараларҙың даими уҙғарылыуы яҡшы. Әлбиттә, эсте бошорғос күренештәр ҙә күп был тормошта. Әммә иң әһәмиәтле байрамыбыҙ – Республика көнөнә барыбер яҡшы кәйеф-өмөт менән бағам һәм башҡаларға ла шуны теләйем. Байрам менән!...

Йәштәр йәшнәп йәшәһен
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 09:59


Йылдан-йыл йәштәр алдында бик ҙур мөмкинлектәр асыла бара. Теләйһең икән, оҡшаған һөнәр буйынса белем ал, булған белемеңде камиллаштыр, теләһәң, һайлап-һайлап эшкә урынлаш йәки үҙ эшеңде ас. Өҫтәүенә, йәштәргә республика Хөкүмәте, шулай уҡ Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы яғынан иғтибар ҙур: эшҡыуарлыҡ буйынса яңынан-яңы программалар эшләнә, махсус мәктәптәр, уҡыуҙар ойошторола, бизнес-проекттар бойомға ашырыла....

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 9-10-2010, 09:58


Әҙәм балаһы, әҙ генә сырхаулаһа ла, сәләмәт булыуға ни етә, ауырыһаң, бер нәмә лә кәрәкмәй, тип, һаулыҡтың иң ҙур байлыҡ икәнен хәтергә төшөрөүсән. Был инаныу һәр кемдең күңелендә йәшәй. Сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡарашҡа дәүләттең дә йоғонтоһо көслө булыуын танымау мөмкин түгел. Республикабыҙ район-ҡалаларында нисәмә йыл бер-бер артлы дауалау учреждениелары төҙөлә, медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифаты күтәрелә, яңы технологиялар индерелә. Был тырышлыҡтар республика халҡының сәләмәтлегендә лә сағылыш тапмай ҡалмай. Уңыш­тарға нәҡ үҙаллылыҡ йылдарында өлгәштек, тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков та.
...

12 мөмкинлектән – һигеҙ мәрәй
Новости / Спорт // 9-10-2010, 09:49


«Салауат Юлаев» командаһы ситтәге һуңғы дүртенсе осрашыуын үҙ дивизионындағы көслө «Авангард» хоккейсылары менән уҙғарҙы. Омск уйынсылары быға тиклем 10 уйында 19 мәрәй яулап, һигеҙ көслө команда иҫәбендә килә ине. Өфөләр ҙә шул иҫәптә һаналды. Шуға ла был осрашыу ике яҡтың да бөгөнгө хәл-торошон иҫбатланы. Уйын әллә ни көсөргәнешле үтмәһә лә, һәр яҡтың хаталаныуына тиклем барҙы. Ҡунаҡтар төп ваҡыт аҙағында хужаларға өмөт бирҙе. Әммә улар бынан файҙалана алманы. Был бәйгелә юлаевсыларҙың һөжүмсеһе Игорь Григоренко өс гол индереп, хит-трек эшләне....

һаҡсы Андрей Кутейкин, хоккейҙан тыш, шашка уйнарға ярата
Новости / Спорт // 9-10-2010, 09:45


һаҡсы Андрей Кутейкин, хоккейҙан тыш, шашка уйнарға яратаАндрей Кутейкин 1984 йылдың 30 сентябрендә Һарытау өлкәһенең бәләкәй генә Вольск ҡаласығында тыуған. Хоккей карьераһын Силәбенең «Трактор» клубында башлай. Һарытауҙың «Кристалл» командаһында профессиональ уйынсы булып китә. 2004 – 2005 йылдарҙа «Салауат Юлаев»та сығыш яһай башлай һәм әлеге көнгә тиклем уның алмаштырғыһыҙ һаҡсыһы булып һанала. Өфө командаһы составында Рәсәй чемпионы исемен яулай. Шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составында ла уйнап өлгөрә.
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM