НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 484

Мәскәү ваҡытына күсергә ризаһығыҙмы?
Новости // 16-10-2010, 11:33


Тиҙҙән илебеҙ ҡышҡы ваҡытҡа күсә. Бының ыңғай яҡтары һәм зыяны тураһында бәхәстәр һаман дауам итә. Әле килеп БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Нәжиб Йәмилев Мәскәү ваҡытына күсеү тураһында тәҡдим индермәксе. Мәскәү ваҡытына күсеү банкылар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, сәйәхәтселәр, телетапшырыуҙар ҡарау өсөн уңайлы буласаҡ, тип аңлата ул. Шулай уҡ Һамар өлкәһе менән Татарстандың да Мәскәү ваҡытына күсеүен ыңғай миҫал итеп килтерә. Ә Башҡортостан халҡы ниндәй фекерҙә һуң?
...

Типтәрҙәр тарихына бер ҡараш
Новости / Сәйәсәт // 16-10-2010, 11:32


«Кемдәр һеҙ, типтәрҙәр?» тигән һорау хәҙер инде бер быуат буйы әленән-әле белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итеп килә. Әммә яуап эҙләгәндә «Ҡайҙан?», «Ҡасан?» һәм «Ни өсөн?» тигән һорауҙар, ғәҙәттә, асыҡланып бөтмәйенсә ҡала. Әммә ептең осо нәҡ ошо һорауҙарға бәйләнгән....

Учалы футболсылары – өсөнсө
Новости / Спорт // 16-10-2010, 09:22


Учалының футбол буйынса Рәсәй беренселегенең икенсе дивизионында сығыш яһаусы «Горняк» командаһы сираттағы турҙа Ульяновск ҡалаһының «Волга» футболсыларын 2:0 иҫәбе менән отто. Хәҙер Учалы уйынсылары 43 мәрәй менән «Урал-Волга» дивизионында өсөнсө урынды биләй. Беренсе баҫҡыста, 57 мәрәй яулап, Ырымбурҙың «Газовик» командаһы килһә, икенселә – «Төмән» /50 мәрәй/. Ошо уҡ дивизионда уйнаған Өфөнөң «БИС – Динамо» клубы 23 мәрәй менән 11-се урында урынлаш­ҡан.
...

Капитан капитанлығын иҫбатланы
Новости / Спорт // 16-10-2010, 09:21


Ниһайәт, «Салауат Юлаев» хоккейсылары, уҙған осрашыуҙа матур уйын күрһәтеп, күптән ҡалыплашҡан минималь иҫәптән ҡотолдо һәм лайыҡлы рәүештә үҙенә тиң булған дәғүәсене отто. Беҙҙекеләр уйын һайын йә минималь иҫәпкә еңә, йә булмаһа, еңелә. Был юлы Омскиҙың «Аван­гард» командаһы ҡап­ҡаһына дүрт яуапһыҙ шайба индергәс, барыбыҙҙың да күңелендә дөйөм һөҙөмтәне юғалт­мауға шик булманы....

Яңы йылға күтәренке кәйеф менән
Новости / Спорт // 16-10-2010, 09:20


Яңы йылға күтәренке  кәйеф менәнШулай итеп, Рәсәй йыйылма командаһы, 2012 йылда буласаҡ Европа беренселегенә эләгеү өсөн үҙ төркөмөндә ике мөһим уйында ике еңеү яулап, быйыл­ға миҙгелде уңышлы тамамланы. Сөнки ҡайһы бер командалар ярҙамында ул үҙ төркөмөндә иң юғары баҫҡысҡа үрмәләне. Беҙҙең төп дәғүәселәр булып һаналған Ирландия менән Словакия футболсылары үҙ-ара 1:1 иҫәбенә уйнаны. Ә инде Рәсәй командаһы үткән осрашыуҙа Македония уйынсыларын 1:0 иҫәбенә отто. Ғөмүмән, осрашыу әллә ни көсөргәнешле уҙмаһа ла, Рәсәй футболсыларының һүлпән уйнауы саҡ иҫәпте тигеҙләүгә килтермәне. Ярай әле ҡапҡасы Игорь Акинфеев, ҡапҡабыҙға тәғәйенләнгән пенальтиҙы уңышлы ҡаҡлыҡтырып, иптәштәрен, дөрөҫөрәге, Рәсәйҙе юғалтыуҙан ҡотҡарҙы....

Белорет ҡыҙы – Чикаго марафоны еңеүсеһе
Новости / Спорт // 16-10-2010, 09:17


Белорет ҡыҙы  – Чикаго марафоны еңеүсеһеЯңыраҡ Башҡортостандың Белорет районы һылыуы, билдәле спортсы Лилиә Шобухова (Шәһәбалова) АҠШ-та уҙған Чикаго марафонында ҡатнашып, уның еңеүсеһе булды. Ул ғына ла түгел, яҡташыбыҙ Рәсәй рекордын 22 секундҡа яҡшыртты. Икенсе булып финишҡа Эфиопия йүгереүсеһе килһә, өсөнсө почетлы урынға тағы бер Рәсәй спортсыһы – Мария Коновалова күтәрелде. Ул еңеүсенән ике минут 25 секундҡа артта ҡалды. Эфиопия вәкиле иһә Лилиәнән ике минут та 15 секундҡа ҡалышты. Был инде спортсыбыҙҙың икенсе йыл рәттән уңышы. Шулай уҡ ул быйыл Лондонда уҙған марафонда еңеүсе булғайны.
...

Республика көнө менән!
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:59


Республика көнө менән!Һеҙҙе дәүләт байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым.
Ул ике тиҫтә йыл элек илдә башланған тәрән ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади үҙгәртеп ҡороу­ҙар менән тығыҙ бәйләнгән. Рәсәй Федерацияһы составында республиканың вәкәләттәре киңәйеү менән беҙҙә социаль-иҡтисади үҫеш өҫтөнлөктәрен үҙ аллы билдәләү, төбәк ҡануниәт системаһын булдырыуҙың ысын мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Вәкәләттәрен уңышлы тормошҡа ашырып, Башҡортостан федераль бюджеттың донор төбәктәре тиҫтәһенә инде....

Дан һиңә, Башҡортостан!
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:58


Башҡортостан, байрағыңда – «Дуҫлыҡ»,
«Азатлыҡ», «Тыныслыҡ» – ораның.
Яҡты маяҡ булып Уралымда
Мәңгелеккә балҡып тораһың!...

Рәсми хроника
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:56


Именлек органдары етәкселәре советы ултырышы үтте
Рәсми хроника
Волга буйы федераль округының именлек органдары етәкселәре советының Конгресс-холдағы 42-се ултырышын асып, округ буйынса РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота: «Техноген һәләкәттәрҙе булдырмауға булышлыҡ итеүсе мәғлүмәттәр бик мөһим. Сөнки Волга буйы федераль округында хәүефле производстволар бик күп, атап әйткәндә, химик ҡоралды юҡ итеү буйынса ете объекттың бишәүһе бында урынлашҡан, химия производствоһы, хәрби техника складтары күп, шуға күрә лә беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәр буйынса тиҙ сара күрергә тырышабыҙ», – тине....

Был аҙнала беҙҙе...
Новости // 9-10-2010, 10:54


Был аҙнала беҙҙе......Ҡыуандарҙы
Америка Ҡушма Штаттары хакимиәте Гуантамо базаһында төҙөлгән төрмәне ябыу тураһындағы ҡарарҙы һаман да үтәй алмай. Шунлыҡтан хәҙер ундағы йәшәү шарттарын булһа ла яҡшыртмаҡсылар. Күңелһеҙ ваҡиғалары менән билдәлелек яулаған был төрмә 2002 йылда асылғайны. Унда Ираҡ һәм Афғанстанда ҡулға алынған боевиктарҙы тоталар. Иң йәнде әрнеткәне шул – Гуантамо әсирҙәренең күбеһенә аныҡ ҡына енәйәт эше аса алмайҙар.
Урындағы халыҡ та ҡәнәғәт түгел – улар тотҡондарҙы ашатыу өсөн йыл һайын 3,1 миллион доллар һалым аҡсаһын тотона. Гуантамо төрмәһендә тотҡондар ҡос осҡос шарттарҙа йәшәй, уларҙы язалайҙар, төрлөсә кәмһетәләр, тигән мәғлүмәт бар....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM