НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 477

Мәктәп йылдарының яҡты байрамы
Новости / Мәғариф // 4-09-2010, 12:47


Мәктәп йылдарының яҡты байрамы1 сентябрь – Белем байрамы. Һәр мәктәптә үҙенсә матур үтә ул. Бер-береһен ҡабатламай ҙа, һәр береһе яңы тәьҫораттар, кисерештәр уята. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында ла быйылғы 1 сентябрь байрамы бик матур үтте. Көндөң һыуытып тороуы ла байрамдың йәмен ебәрә алманы.
...

Хәйерле, «алтын»лы юл һиңә, «Салауат Юлаев»!
Новости / Спорт // 4-09-2010, 12:40


2010/11 КХЛ миҙгеленең «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында уйындар календары
Сентябрь
9, кесе йома «Салауат Юлаев» – «Трактор» (Силәбе)
13, шишәмбе «СЮ» – «Металлург» (Магнитогорск)...

Заман мәктәбе үҫеш юлында
Новости / Мәғариф // 4-09-2010, 12:19


Заман мәктәбе үҫеш юлындаБыйылғы уҡыу йылын да Илеш районы белем биреү учреждениелары яңы ҡаҙаныштар менән ҡаршыланы. Ғөмүмән, ундағы мәктәптәр, балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары күп күрһәткестәр буйынса республикала алдынғы урынды биләй....

Еҙ ҡыңғырау йәнә мәктәпкә саҡыра
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:52


Еҙ ҡыңғырау йәнә мәктәпкә саҡыра1 сентябрь – бала саҡтың иң сағыу, иң матур байрамдарының береһе. Матур-матур гөлләмәләр тотоп мәктәпкә ашығыусы балалар үҙҙәре лә сәскә кеүек. Йәйге каникул ваҡытында етемһерәп ҡалған мәктәп тә, балаларын ҡаршы алыуға ҡыуанғандай, балҡып ултыра. 1-се синыфҡа барыусы кескәйҙәр, мәктәп тигәндәре ошо буламы икән, тигән кеүек, ҡыйыуһыҙ ғына мәктәп тупһаһы аша атлап үтһә, өлкән синыф уҡыусылары шау-гөр килеп дуҫтары, синыфташтары менән осраша, уҡытыусылар менән дә үҙ кеше күреп һөйләшә. Йәйге каникул осоронда барыһын да һағындырған, һөйләшәһе һүҙҙәр ҙә күбәйгән, үҙгәрештәр ҙә байтаҡ!...

Үҙебеҙҙә күн фабрикаһы буласаҡ
Новости / Башҡортостан // 31-08-2010, 11:50


Үҙебеҙҙә күн фабрикаһы буласаҡОктябрьский ҡалаһында ҙур күн эшкәртеү фабрикаһы төҙөү планлаштырыла. Был турала Сибайҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Урал райондары башлыҡтары менән үткәргән кәңәшмә ваҡытында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров хәбәр итте.
– Көньяҡ Урал төбәген буласаҡ производство өсөн терәк нөктәһе итеп ҡарайбыҙ, – тине Юрий Пустовгаров. – Бында сеймал йыйыуҙы һәм уны тәүге эшкәртеүҙе ойоштороп булыр ине. Завод ике-өс йылдан һуң төҙөләсәк, ләкин әҙерлек эштәрен бөгөн үк башларға кәрәк....

Беренсе уҡытыусыға – тәүге һәйкәл
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:47


Беренсе уҡытыусыға – тәүге һәйкәл
Белем көнө алдынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында беренсе уҡытыусыға арналған һәйкәл асылды. 31-се мәктәп янындағы үҙенсәлекле һәйкәл мәктәпте генә түгел, ҡаланы ла биҙәп тора.
– Был – беҙҙе белем донъяһына тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһарға ярҙам иткән, яҡшыны насарҙан айырырға өйрәткән, һәр бер уҡыусыһы тураһында уларҙың әсәйҙәре кеүек хәстәрлек күргән кешеләргә бәләкәй генә хөрмәт билдәһе, – тине ҡала хакимиәте башлығы Вәхит Әбдрәхимов, һәйкәлде асыу тантанаһында сығыш яһап....

Үҙебеҙҙә етештереләсәк
Новости // 31-08-2010, 11:45


Үҙебеҙҙә етештереләсәкСит илдән ҡайтарылған ҡиммәтле ауыл хужалығы техникаһына запас частарҙы урындағы предприятиеларҙа етештереү һәм туҙған деталдәрҙе тергеҙеү сығымдарҙы ярайһы уҡ кәметеү мөмкинлеге бирә. Башҡортостан 700-ҙән ашыу деталде сит илдән һатып алмаҫҡа булды.
Әлеге ваҡытта сит илдә етештерелгән иген урыу комбайндарының һәм үҙйөрөшлө сапҡыстарҙың двигателдәрендә үҙебеҙҙә етештерелгән мотор майын файҙаланыу буйынса һынауҙар алып барыла.
«Башинформ»....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 31-08-2010, 11:45


Ҡоролоҡтан күрелгән зыян ҙур, әммә...
Быйылғы ҡоролоҡ һәм аномаль эҫелек Рәсәйҙең ауыл хужалығына 37 млрд һум күләмендә зыян килтергән.
«Тәбиғәт ҡазаһы күҙәтелгән 37 төбәктең барыһында ла күпме зыян килеүенә экспертиза үткәрҙек. Хужалыҡтар октябрҙә үк тейешле ярҙам аласаҡ», – ти «Российская газета»ға биргән интервьюһында РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник....

Өфө вузы – еңеүсе!
Новости // 31-08-2010, 11:44


Рәсәйҙең инновацион инфраструктура үҫеше өсөн ҡаҙнанан субсидиялар алыу­ға конкурста еңгән 56 юғары уҡыу йорто исемлегендә Өфө дәүләт нефть техник университеты ла бар.
Еңеүселәрҙе вуздың һуңғы өс йылдағы фәнни, белем биреү һәм инновацион потенциалын анализлау һөҙөмтәләре һәм улар нигеҙендә тәҡдим ителгән үҫеш программалары буйынса конкурс комиссияһы билдәләгән....

Картуф һәм йәшелсәне ситтән аласаҡбыҙ
Новости // 31-08-2010, 11:42


Быйыл республикала иген генә түгел, картуф менән йәшелсә лә уңманы. Хатта һуғарылған участкаларҙа ла «икенсе икмәк»тең уңышы былтырғынан кәмендә бер ярым тапҡырға түбәнерәк булды.
Хөкүмәт муниципаль властарға үҙ бюджет учреждениеларын һәм халыҡты картуф һәм йәшелсә менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән үҙ аллы шөғөлләнергә ҡушты.
...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM