НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 475

Етәксе вазифаһынан бушатылды
Новости / Башҡортостан // 14-09-2010, 10:24


Етәксе вазифаһынан бушатылдыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Дифғәт Хантимеровты вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Сәбәбе - спорт залында уның балалар менән «күнекмәләр» үткәреүе тураһындағы видеороликтың интернет селтәренә эләгеүе....

Республикала Удмуртия спикеры булды
Новости // 14-09-2010, 10:20


Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Удмурт Республикаһының Дәүләт Советы Рәйесе Александр Соловьев менән осрашты.
Ҡунаҡ Башҡортостан парламентының эше, ҡануниәт системаһының торошо һәм перспективалары, республикалағы социаль-иҡтисади хәл, урындағы үҙидара системаһы үҙенсәлектәре менән ентекле танышты....

Президент фатиха бирҙе
Новости / Спорт // 14-09-2010, 10:20


Республика башлығы Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Вячеслав Быков менән осрашты.
Улар, башлыса, республикала хоккейҙың үҫеше, спортсылар менән эшләүҙең яңы алымдарын индереү, балалар хоккей командаларына ярҙам итеү тураһында һөйләште....

Рәсәй сәйәсәте мәктәбе асыласаҡ
Новости // 14-09-2010, 10:19


Башҡортостанда был мәктәп «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе һәм Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге башланғысы менән асыласаҡ.
Өфөлә уҙғарылған кадрҙар форумында республикала дәүләт власы органдарында уңышлы эшләй алырлыҡ йәш белгестәрҙең етешмәүе асыҡланды. Рәсәй сәйәсәт мәктәбе ошо проблеманы өлөшләтә хәл итәсәк һәм Президент Рөстәм Хәмитов өсөн һәләтле ярҙамсылар әҙерләп сығара башлаясаҡ.
Һайлап алыуҙар тураһында рәсми рәүештә 15 сентябрҙә иғлан ителәсәк. Бер йылда дүрт уҡыу циклы буласаҡ, был ваҡыт эсендә мәктәп аша 120 кеше – 30-ар цикл – үтеп өлгөрәсәк. Уҡыуҙы тамамлаусылар республиканың дәүләт власы органдарында стажировка үтәсәк....

Рәсәйҙең эске эштәр министры – Өфөлә
Новости / Башҡортостан // 14-09-2010, 10:18


Бөгөн Өфөлә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Бөтә Рәсәй спецназ взводтары ярышы ябыла.
РФ эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев иң яҡшы взводтарҙың күрһәтмә сығыштарын ҡарарға һәм еңеүселәргә наградалар тапшырырға килде.
Министр БР буйынса Эске эштәр министрлығының ҡайһы бер объекттарын ҡараны һәм ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышты.
«Башинформ»....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 14-09-2010, 10:17


Холера тарала
Һиндостандың Орисса штатында йәшен тиҙлегендә холера менән дизентерия тарала.
Бер кешелә холера вибрионы табылып, өс көн үтеү менән был ауырыуҙан 38 кеше һәләк булған. Ә инде бер меңдән ашыу кеше, холера йоҡтороп, дауахана­ларҙа ята. Алдан күҙаллауҙар буйынса, инфекция ауырыуҙарының ҡапыл таралып китеүенә муссон ямғырҙары ғәйепле. Быйыл Һиндостанда ғүмергә булмағанса көслө ямғырҙар яуған, шунлыҡтан һыу ташҡан....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 14-09-2010, 10:16


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияларын тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Президент стипендияһы дөйөм белем биреү учреждениеларының һәм махсус мәктәптәрҙең 2010 – 2011 уҡыу йылында уҡыуҙа, ижади эшмәкәрлектә һәм спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәләтле уҡыусыларына түләнәсәк. Указға ярашлы, стипендияларҙы түләү БР Мәғариф министрлығына йөкмәтелгән....

Ейәнсура йәштәренә – эш!
Новости // 14-09-2010, 10:03


Ейәнсура йәштәренә – эш! «Бөгөн «Йәштәргә — эш!» республика акцияһы барышында Ейәнсура районының мәҙәниәт һарайында эш урындары вакансиялары йәрминкәһе ойошторола.
Унда юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙан алып мәктәп уҡыусыларына тиклем барыһы ла үҙҙәренә эш таба ала. Район предприятиелары һәм ойошмалары даими һәм ваҡытлы вакансиялар тәҡдим итә.
Йәрминкәлә райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге һәм Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре профессиональ консультация бирә.
Р. ЙӘНСУРИНА....

Төп иғтибар – дарыуҙарға!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 14-09-2010, 09:59


Төп иғтибар – дарыуҙарға!Әҙәм балаһын аҙыҡ-түлектең ҡиммәтләнеүе, коммуналь тү­ләү­ҙәрҙең күтәрелеүе генә түгел, дарыу хаҡы ла борсоуға һалыу­сан. Шуға ла дәүләт һуңғы осорҙа һаулыҡ өсөн мөһим булған медицина препараттарының хаҡын «теҙгенләү»гә айырыуса етди иғтибар бүлә....

Белгестәр әҙерләүҙең яңы системаһы раҫлана
Новости / Мәғариф // 14-09-2010, 09:58


10 сентябрҙә Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү шарттарында урта махсус уҡыу йорттарында белгестәр әҙерләү мәсьәләһенә арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, Мәғарифты үҫтереү федераль институты белгестәре, республиканың урта һәм башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылар ҡатнашты....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM