НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 474

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия – лайыҡлыларға
Новости / Башҡортостан // 16-10-2010, 11:39


Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия – лайыҡлыларға Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Уны Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған яғында, Хоҙайбирҙин ауылында үткәреү изге традицияға әйләнде. Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы был абруйлы премияны биреү буйынса комиссия өс лауреатты билдәләне. Улар – Лена Абдрахманова, «Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?» рубрикаһы аҫтындағы мәҡәләләр циклы өсөн; Гөлсәсәк Ханнанова, «КоммерсантЪ-Башкортостан» гәзитендә ба­ҫыл­ған ижтимағи-сәйәси темаларға мәҡәләләр серияһы өсөн; Азат Ярмуллин, «Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында» китабы һәм «Шоңҡар» журналының «Тарихнамә» рубрикаһында Башҡортостан тарихы буйынса мәҡәләләр серияһы өсөн.
Тантанала ҡатнашыусылар Шәһит Хоҙай­бирҙиндың музейына барҙы, уның һәйкәленә сәскәләр һалды....

Һәр бейеклектең үҙ баһаһы
Новости / Башҡортостан // 16-10-2010, 11:34


Һәр бейеклектең үҙ баһаһыРеспублика көнөн билдәләгәндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яҙыусы, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлеге мөдире Ринат Камалға, фоторәссам, Республика халыҡ ижады үҙәгенең кинофото бүлеге мөдире Рәмил Килмәмәтовҡа, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры, композитор Рөстәм Сабитовҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырҙы....

Мәскәү ваҡытына күсергә ризаһығыҙмы?
Новости // 16-10-2010, 11:33


Тиҙҙән илебеҙ ҡышҡы ваҡытҡа күсә. Бының ыңғай яҡтары һәм зыяны тураһында бәхәстәр һаман дауам итә. Әле килеп БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Нәжиб Йәмилев Мәскәү ваҡытына күсеү тураһында тәҡдим индермәксе. Мәскәү ваҡытына күсеү банкылар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, сәйәхәтселәр, телетапшырыуҙар ҡарау өсөн уңайлы буласаҡ, тип аңлата ул. Шулай уҡ Һамар өлкәһе менән Татарстандың да Мәскәү ваҡытына күсеүен ыңғай миҫал итеп килтерә. Ә Башҡортостан халҡы ниндәй фекерҙә һуң?
...

Типтәрҙәр тарихына бер ҡараш
Новости / Сәйәсәт // 16-10-2010, 11:32


«Кемдәр һеҙ, типтәрҙәр?» тигән һорау хәҙер инде бер быуат буйы әленән-әле белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итеп килә. Әммә яуап эҙләгәндә «Ҡайҙан?», «Ҡасан?» һәм «Ни өсөн?» тигән һорауҙар, ғәҙәттә, асыҡланып бөтмәйенсә ҡала. Әммә ептең осо нәҡ ошо һорауҙарға бәйләнгән....

Учалы футболсылары – өсөнсө
Новости / Спорт // 16-10-2010, 09:22


Учалының футбол буйынса Рәсәй беренселегенең икенсе дивизионында сығыш яһаусы «Горняк» командаһы сираттағы турҙа Ульяновск ҡалаһының «Волга» футболсыларын 2:0 иҫәбе менән отто. Хәҙер Учалы уйынсылары 43 мәрәй менән «Урал-Волга» дивизионында өсөнсө урынды биләй. Беренсе баҫҡыста, 57 мәрәй яулап, Ырымбурҙың «Газовик» командаһы килһә, икенселә – «Төмән» /50 мәрәй/. Ошо уҡ дивизионда уйнаған Өфөнөң «БИС – Динамо» клубы 23 мәрәй менән 11-се урында урынлаш­ҡан.
...

Капитан капитанлығын иҫбатланы
Новости / Спорт // 16-10-2010, 09:21


Ниһайәт, «Салауат Юлаев» хоккейсылары, уҙған осрашыуҙа матур уйын күрһәтеп, күптән ҡалыплашҡан минималь иҫәптән ҡотолдо һәм лайыҡлы рәүештә үҙенә тиң булған дәғүәсене отто. Беҙҙекеләр уйын һайын йә минималь иҫәпкә еңә, йә булмаһа, еңелә. Был юлы Омскиҙың «Аван­гард» командаһы ҡап­ҡаһына дүрт яуапһыҙ шайба индергәс, барыбыҙҙың да күңелендә дөйөм һөҙөмтәне юғалт­мауға шик булманы....

Яңы йылға күтәренке кәйеф менән
Новости / Спорт // 16-10-2010, 09:20


Яңы йылға күтәренке  кәйеф менәнШулай итеп, Рәсәй йыйылма командаһы, 2012 йылда буласаҡ Европа беренселегенә эләгеү өсөн үҙ төркөмөндә ике мөһим уйында ике еңеү яулап, быйыл­ға миҙгелде уңышлы тамамланы. Сөнки ҡайһы бер командалар ярҙамында ул үҙ төркөмөндә иң юғары баҫҡысҡа үрмәләне. Беҙҙең төп дәғүәселәр булып һаналған Ирландия менән Словакия футболсылары үҙ-ара 1:1 иҫәбенә уйнаны. Ә инде Рәсәй командаһы үткән осрашыуҙа Македония уйынсыларын 1:0 иҫәбенә отто. Ғөмүмән, осрашыу әллә ни көсөргәнешле уҙмаһа ла, Рәсәй футболсыларының һүлпән уйнауы саҡ иҫәпте тигеҙләүгә килтермәне. Ярай әле ҡапҡасы Игорь Акинфеев, ҡапҡабыҙға тәғәйенләнгән пенальтиҙы уңышлы ҡаҡлыҡтырып, иптәштәрен, дөрөҫөрәге, Рәсәйҙе юғалтыуҙан ҡотҡарҙы....

Белорет ҡыҙы – Чикаго марафоны еңеүсеһе
Новости / Спорт // 16-10-2010, 09:17


Белорет ҡыҙы  – Чикаго марафоны еңеүсеһеЯңыраҡ Башҡортостандың Белорет районы һылыуы, билдәле спортсы Лилиә Шобухова (Шәһәбалова) АҠШ-та уҙған Чикаго марафонында ҡатнашып, уның еңеүсеһе булды. Ул ғына ла түгел, яҡташыбыҙ Рәсәй рекордын 22 секундҡа яҡшыртты. Икенсе булып финишҡа Эфиопия йүгереүсеһе килһә, өсөнсө почетлы урынға тағы бер Рәсәй спортсыһы – Мария Коновалова күтәрелде. Ул еңеүсенән ике минут 25 секундҡа артта ҡалды. Эфиопия вәкиле иһә Лилиәнән ике минут та 15 секундҡа ҡалышты. Был инде спортсыбыҙҙың икенсе йыл рәттән уңышы. Шулай уҡ ул быйыл Лондонда уҙған марафонда еңеүсе булғайны.
...

Республика көнө менән!
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:59


Республика көнө менән!Һеҙҙе дәүләт байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым.
Ул ике тиҫтә йыл элек илдә башланған тәрән ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади үҙгәртеп ҡороу­ҙар менән тығыҙ бәйләнгән. Рәсәй Федерацияһы составында республиканың вәкәләттәре киңәйеү менән беҙҙә социаль-иҡтисади үҫеш өҫтөнлөктәрен үҙ аллы билдәләү, төбәк ҡануниәт системаһын булдырыуҙың ысын мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Вәкәләттәрен уңышлы тормошҡа ашырып, Башҡортостан федераль бюджеттың донор төбәктәре тиҫтәһенә инде....

Дан һиңә, Башҡортостан!
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:58


Башҡортостан, байрағыңда – «Дуҫлыҡ»,
«Азатлыҡ», «Тыныслыҡ» – ораның.
Яҡты маяҡ булып Уралымда
Мәңгелеккә балҡып тораһың!...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM