НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 471

«Бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел!»
Новости / Башҡортостан // 23-10-2010, 11:45


Килде, күрҙе, һоҡландырҙы
«Бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел!»Был һүҙҙәрҙе бер көнгә генә баш ҡалабыҙға килеп, әллә күпме балалар учреждениеһында булып, уларҙағы хәл-торошто үҙ күҙҙәре менән күреп, балалар, тәрбиәселәр, республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән күҙмә-күҙ аралашып, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, ә кисен республика етәкселеге, балалар яҙмышына бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре һәм белгестәре алдында сығыш яһап, унан һуң республика киң мәғлүмәт саралары журналистары менән матбуғат конференцияһы үткәрергә лә өлгөргән РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астаховҡа ҡарата ла әйтергә мөмкин....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 23-10-2010, 11:42


БР Президенты Р. Хәмит­овтың Көньяҡ Урал райондарына сәфәрендә Сибайҙа граждандарҙы ҡабул итеүе һөҙөмтәһе – ҡаланың Арҡайым биҫтәһендә мәктәп төҙөлә башланы. Сөнки был микрорайон балалары Сибай үҙәгендәге мәктәпкә йәмәғәт транспортында йөрөй – юлға бер сәғәт ваҡыт китә. Рөстәм Хәмитов был хәл тураһында белешергә һәм яуаплы кешеләрҙән мәктәп төҙөлөшөн тиҙләтергә вәғәҙә иткәйне һәм һүҙендә торҙо – төҙөлөш майҙанында эш ҡыҙа....

Рәсми хроника
Новости / Башҡортостан // 23-10-2010, 11:40


Өлкәндәргә иғтибар арта
Рәсми хроникаБР Президенты Р. Хәмитов РФ Президенты Д. Медведев менән осрашҡанда республика башлығы вазифаһында үҙенең тәүге өс ай эшләү йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Медведев республикала социаль программаларҙы, иң тәүҙә өлкән йәштәгеләргә йүнәлешлеләрен, бойомға ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Ул, ауыл ерендә йәшәгән ҡарттарҙы медицина хеҙмәтләндереүенә һәм дарыу менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүлеп, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын үҫтереү социаль ярҙамдың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булырға тейеш, тине. Ил башлығы билдәләүенсә, ФАП-тар халыҡҡа дарыу һатыу мөмкинлегенә эйә....

«Елғыуар»ға өмөт ҙур!
Новости / Мәҙәниәт // 23-10-2010, 11:34


«Елғыуар»ға өмөт ҙур!Кино сәнғәтен һөйөүсе тамашасыларҙы һөйөндөрөп, кинотеатрҙар экранына башҡорт ерлегендә төшөрөлгән нәфис фильм сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Талантлы режиссер Айсыуаҡ Йомағолов ижад иткән «Елғыуар» картинаһын ҡараған һәр кемдә: «Беҙҙә лә төшөрә беләләр!» – тигән һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары уяна. Ысынлап та, үҙебеҙҙә төшөрөлгән фильмды кинотеатр экранында күреү – үҙе бер кинәнес. Сөнки барыбыҙ өсөн дә күптән өмөтләнеп, көтөп алған танһыҡ картина ул. Ошо уңайҙан бөгөнгө башҡорт кино сәнғәтендә иң ҙур проект булған «Елғыуар» фильмын төшөрөүҙә ҡатнашҡан ҡайһы бер ижадсыларҙы, ойоштороусылар­ҙы һәм унда ҡатнашыусылар­ҙы «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеүгә йыйҙыҡ. Улар: «Башҡортостан» киностудияһы директоры Айбулат Юнысов, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рияз Исхаҡов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова, фильмда төп ролдәрҙе башҡарыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Мәүлетбай Ғәйнетдинов һәм Илнур Ғәниев менән Эльмира Рысаева. Тик әлеге ваҡытта сит ҡалала сираттағы мөһим проект өҫтөндә эшләүсе режиссерҙың үҙен осрашыуға саҡыра алманыҡ. Күрешербеҙ әле, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
...

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ... Бейеүсе тигән даны бар
Новости / Мәҙәниәт // 23-10-2010, 10:20


Ҡышҡы оҙон кистәрҙә, йыйылышып, шәл, ойоҡ-бейәләй, селтәр бәйләргә күнеккән ауыл инәйҙәре Сания Борхан ҡыҙына килһә, өс йәшлек кенә ҡурсаҡ ҡыҙ Гүзәлде таҡмаҡ әйтеп бейетмәйенсә ҡайтармай ине. Ололарҙың маҡтап хуплауы ла бала күңеленә дауа булғандыр, арып, хәле бөткәнсе бейегәне әле лә иҫендә Гүзәлдең. Хатта таҡмаҡтарын да ятлап ала ине....

Чья кровь в твоих жилах?
Тарих / Медиа // 22-10-2010, 01:47


Чья кровь в твоих жилах?Интересный ролик. Рекомендую посмотреть....

Миллиондан ашыуыбыҙ һаналды
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2010, 11:22


18 октябргә переписчиктар 1 753 800 кешене теркәгән. Был – республика халҡының 43,5 проценты. Статистиктар билдәләүенсә, Башҡортостан халҡы, иҫәпкә алыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлап, сарала әүҙем ҡатнаша....

Иҫәпкә бар, һанға юҡ милләттәштәрем хаҡында
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2010, 10:57


йәки Хәйбуллалар ниңә Питерға китә?
Иҫәпкә бар, һанға юҡ милләттәштәрем хаҡында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының икенсе көнөндә, был сараның нисегерәк үтеүен үҙ күҙҙәрем менән күҙәтеү ниәтендә, ауылға юлландым.
Хәйбулла районының Сиҙәм ауылына килгәс тә, ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Флүзә Аслаева аша иҫәпкә алыусыларҙың эҙенә баҫтым. Вазифа апай Сәйфуллина – Сиҙәм ауылындағы өс иҫәп алыу­сының берәүһе, уға алдағы ике аҙна эсендә үҙенең участкаһындағы барлыҡ йорттарҙы урап сығып, ауылдаштарын барлап сығыу шарт. Беренсе йортҡа йүнәләбеҙ, юл ыңғайында юлдашым ауылы, үҙе хаҡында һөйләй.

...

Ауырыһаң, үҙеңә үпкәлә!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-10-2010, 10:53


2011 йылдан «больничный»ҙар мәсьәләһе ҡатмарлаша
Ауырыһаң, үҙеңә үпкәлә!Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы «больничный»ҙар өсөн түләүҙең яңы ҡағиҙәһен тәҡдим итә.
Уға ярашлы, хәҙер 100 процент компенсация алыр өсөн 15 йылдан да кәм булмаған дөйөм стаж талап ителәсәк. Тимәк, бынан ары эш хаҡының 100 проценты күләмендә компенсация алыусылар ҡырҡа кәмейәсәк. Мәҫәлән, һигеҙ йылдан әҙерәк эшләүселәр – 60, 8 – 15 йылға тиклем стажы булғандар – 80, ә 15 йыл бил бөгөүселәр килеменең 100 проценты күләмендә аҡса аласаҡ. Әле иһә тулы «больничный» хеҙмәт кешеләренең 80 процентына түләнә....

СМС аша бурысыңды бел
Новости // 19-10-2010, 10:52


СМС аша бурысыңды белКәрәҙле телефон беҙгә көндән-көн заман яңылыҡтарын, уңайлыҡтарын еткерә. Тәүҙә СМС-хат яҙыштыҡ, артабан – фотоһүрәттәр ебәрештек, банк картаһында күпме аҡса булғанын да ошолай хәбәр иттеләр. Һанай китһәң, бихисап була инде СМС-ҡа бәйле уңыштар.
Бөгөн килеп, тағы ла бер яңылыҡ: транспорт, ер, мөлкәт һалымы хаҡында ла нәҡ СМС аша белергә мөмкин. Бының өсөн 8-904-73-61-001 абонентына ун ике һандан торған ИНН номерыңды ебәрәһең. Бурысың бармы-юҡмы икәнен белдереп, хәбәр киләсәк. СМС-тың хаҡы – оператор билдәләгән тариф буйынса.
Т. АМАНОВ.
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM