НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 467

Ҡышты тулы әҙерлектә ҡаршылайбыҙ
Новости // 28-09-2010, 16:36


Хөкүмәт ултырышында республика министрлыҡтары һәм муниципаль райондар башлыҡтары республика башлығы Рөстәм Хәмитовҡа торлаҡ-коммуналь, энергетика хужалыҡтары һәм социаль өлкә объекттарының ҡышҡы шарттарҙа эшләргә әҙерлеге тураһында еткерҙе....

Эш хаҡы буйынса бурыс – 83 миллион һум
Новости // 28-09-2010, 16:35


«Башҡортостанстат» мәғлүмәттәре буйынса, республикала эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс 1 сентябргә 83 миллион һум тәшкил итә. Был һан шишәмбелә, 21 сентябрҙә, БР Хөкүмәтендә ваҡыты уҙған бурысты ҡайтарыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара координация советы ултырышында иғлан ителде....

Машинағыҙ тәҙрәләрен артыҡ ҡараңғылатмағыҙ
Новости // 28-09-2010, 16:35


Автомобиленең алғы быялаһын артыҡ ҡарайтыусыларға штраф һалынасаҡ. Штрафтың суммаһы – 500 һум. Алғы быяланың яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге 75 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 28-09-2010, 16:34


Ялған дарыуҙар бик күп

Рәсәй ялған дарыуҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн Интерпол көстәрен файҙаланырға мәжбүр.
Шулай уҡ халыҡ-ара полиция ҙур спорт тирәләй аҡса эшләгән енәйәтсел төркөмдәргә ҡаршы көрәшәсәк.
Әле ялған дарыуҙар әйләнешен булдырыу­сы төркөмдәрҙе асыҡлау башланған. Әлеге тармаҡты контролдә тотоу йүнәлеше Интерпол өсөн дә яңы. Медикаменттарға ҡағылышлы был операция тағы ла 25 илдә ойоштороласаҡ....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 28-09-2010, 16:32


Салауат районының «Дуҫлыҡ» үҫмерҙәрҙе социаль реабилитациялау үҙәге етәксеһе вазифаһын файҙаланғаны өсөн енәйәттә ғәйепләнә – директор үҫмерҙәрҙе үҙенең ярҙамсы участкаһына эшсе көсө булараҡ йәлеп иткән. Тикшереү органдары ике фактты билдәләй: май башында директор дүрт баланы әсәһенең баҡсаһына картуф ултыртырға ебәргән, балаларҙы начальниктың ире, туҡмай-туҡмай, ҡарап тороп эшләткән, ай аҙағында тағы ла дүрт үҫмерҙе әсәһенең хужалығына утын ташырға ебәрә. Әле был факт буйынса тик­шереү бара....

ГҮЗӘЛ ЗАТТАР һЫНАУ ТОТА
Новости / Башҡортостан // 28-09-2010, 16:31


Башҡортостандың баш ҡа­лаһында тәүге тапҡыр «Бизнес-леди-Өфө – 2010» конкурсы старт ала.
Ойоштороусылар ғаризалар ҡабул итә башланы, ул 21 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Конкурс этаптарға бүленгән. Һәр этап үҙенсәкле. Беренсе этап ғаризалар ҡабул итеү, эксперт баһалары буйынса (рейтинг методы) һайлап алыуҙан торһа, башҡа этаптарҙа ҡатнашыусыларҙан журналистарҙың интервью алы­уы, ҡатнашыусыларҙы номинациялар буйынса баһалау һәм иң һуңғыһында, 17 ноябрҙә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы билдәләнгән.
Конкурстың төп бүләге – еңеүсе менән республиканың киң мәғлүмәт сараларында интервьюлар серияһы.
«Башинформ»....

Мәҙәниәтебеҙ республикабыҙҙың йөҙөн билдәләй
Новости / Мәҙәниәт // 28-09-2010, 16:29


Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған Аксаков балына Франция, Болгария, Белоруссиянан, Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡунаҡтар килеүе лә шуны раҫлай. Халыҡ-ара Аксаков байрамының юғары статус алыуы – Аксаковтың илебеҙ мәҙәниәтенә һалған ҙур өлөшөнә лайыҡлы баһа ул....

Тел күрке – һүҙ
Новости / Башҡортостан // 28-09-2010, 16:25


Тел күрке – һүҙ
– Үәт, бынау машина шәп килеп туҡраны, – Әбйәлилдән Марат дуҫым шулай тигәйне, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған мин һағайып төҙәтә һалам.
– Туҡраны түгел, туҡтаны.
– Бөгөн миңә Салауат апам килергә тейеш, – тигәс, бөтөнләй аптыраным.
– Нисек? – Беҙҙең Ғафури яғында апа тип апай уҡытыусыны әйтәләр. Ә ағай уҡытыусы – авый. – Салауат авыйыңмы ни?...

Тура бәйләнеш
Новости / Мәғариф // 28-09-2010, 16:23


Тура бәйләнеш
– Зиннәт Абдуллович, һеҙгә Ейәнсура районы Үрген урта мәктәбе директорының һорауы бар ине. Бер йыл элек телевидениенан ишеткәйнек, бер уҡыусыға норматив буйынса республика Рәсәйҙә 53-сө урында килә, тип. Шуның һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙе, бигерәк тә ауыл мәктәптәрен финанслау бик түбән һәм уҡы­тыусыларҙың эш хаҡы ла әҙ килеп сыға. Ҡасан бер уҡыусыға нормативты күтәреү көтөлә һәм ниндәйерәк күләмдә була икән? Сөнки матбуғатта, Татарстанда 1 сентябрҙән эш хаҡы 16 процентҡа артҡан, тип яҙылған, ә ул бит нормативтың артыуы нигеҙендә башҡарыла....

Ҡулдар беҙҙең аҡыллы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-09-2010, 15:21


Өфөлә икенсе тапҡыр профессионалдар араһында медицина массажы буйынса республика чемпионаты үтә.
«Массаж – ул бейеү. Массаж яһаусы һәм яһатыусы грация һәм пластика тигән бейеүҙә берләшә. Беҙ ҡул менән эшләйбеҙ, беҙ ҡул менән һөйләшәбеҙ. Ҡулдар беҙҙең аҡыллы», – ти масаж яһаусылар. Ысынлап та, шифалы, яғымлы ҡулдар кемдәрҙе генә аяҡҡа баҫтырмаған. Чемпионаттың маҡсаты ла ябай, массажистарҙың профессиональ эшмәкәрлеген күтәреү һәм халыҡҡа яҡыныраҡ килеү. Ысын массажист, ҡул менән эшләй белеүҙән тыш, медицина яғынан белемле лә, методикаларҙы белергә лә тейеш, ти ярышты ойоштороусылар. Бер-берең менән тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу сараһы ла булыр, тип өмөт итә улар. Чемпионаттың финал өлөшө Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 29 сентябрҙә үтә.

М. ҠУНАФИН....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере



  • Радио Юлдаш FM