НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 466

Хыялдар ҡанат ҡуя
Новости / Мәҙәниәт // 14-08-2010, 15:54


Хыялдар ҡанат ҡуя
Бигерәк ҡыҙыҡ был тормош. Кемдер мәктәп йылдарында уҡ кем буласағын аныҡ белеп, шул юлды ҡыуа. Яратҡан һөнәренә эйә булып, эшенән ҡәнәғәтлек алып йәшәй, яңы ижади үрҙәр яулай. Ә икенселәр, йәше ҡырҡ-иллегә етһә лә, һаман үҙ-үҙен эҙләй. Сөнки тәбиғәт тарафынан әҙәм балаһына шул тиклем икһеҙ-сикһеҙ һәләт-мөмкинлек бирелгән, һәм кеше ғүмере буйы шул һәләттәрен, ошоға бәйле тормоштоң да яңы, быға тиклем бөтөнләй таныш булмаған матурлыҡ-хазиналарын берәм-берәм асып, ғәжәпләнеп тә, дәртләнеп-илһамланып та ижад итә башлай, төрлө ниәттәр ҡороп, уға тиҙерәк ирешергә, өлгөрөп ҡалырға тырыша. Һалған көс-тырышлығының емештәрен татып, үҙе лә ҡыуана, яҡындарын, әйләнә-тирәләгеләрен дә шатландыра, һоҡландыра.
Минең геройым да шундайҙарҙан....

Уҡытыусы ниндәй власҡа эйә?
Новости / Мәғариф // 14-08-2010, 15:15


Уҡытыусы ниндәй власҡа эйә?
Бер нисә генә көн үтер ҙә, әле сабыйлыҡтан сығырға ла өлгөрмәгән балаларыбыҙ, үҙҙәрен инде өлкәнгә һанаған үҫмерҙәр, осрашҡанда ҡанат ҡағышҡан ҡоштарҙай ҡыуанышып, синыф бүлмәләренә, вуз аудиторияларына йыйылыр. Һәр йыл һайын ҡабатлана торған күренеш булһа ла, тиҫтерҙәрҙең осрашыуы – байрам, ғүмер юлында бер баҫҡыс. Улар, тормош тигән хәтәр сәфәрҙең алдында ғына торған балалар, үҙҙәрен ни ҡәҙәре лә ҡаты һынау көтөүе тураһында әлегә уйланмай. Йөрәкте алдан өҙгөләй башлауҙан да ҡояш байышы яғынан ҡалҡмаҫ, һыуҙар отороға аҡмаҫ. Донъя, йәшәү, бала тип, беҙ, өлкәндәр, янғас та әлегә етеп торор....

Киләсәк быуынды хәстәрләп
Новости / Мәғариф // 14-08-2010, 15:10


Киләсәк быуынды хәстәрләп
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең мәғариф системаһында ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә. Был йәһәттән Саҡмағош районында ла байтаҡ эштәр эшләнде. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты районда мәғарифты үҫтереүгә яҡшы этәргес булды. Инновацион программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған өсөн өс мәктәп 1 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. 21 мәктәп интернет селтәрендәге белем биреү алымдарын ҡуллана. Райондың 10 мәктәбенә яңы автобус алынған.
Белем биреү технологияларының үҫешендә мәғариф учреждениеларының заманса уҡытыу йыһаздары менән тәьмин ителеше төп урынды алып тора. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә район мәктәптәренә алты миллион һумдан артыҡ аҡсаға уҡыу, уҡытыу-күргәҙмә йыһаздары ҡайтарылды.
...

Форумға ныҡлы әҙерлек менән
Новости / Мәғариф // 14-08-2010, 15:09


Бөгөн Саҡмағош һәм Бүздәк райондарында мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтә. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.
Уҡытыусыларҙың Республика август кәңәшмәһе быйыл 14-се тапҡыр уҙғарыла. Быйылғы форум «Заман мәктәбе үҫешенең инновацион юлы булараҡ «Беҙҙең яңы мәктәп» милли-мәғариф инициативаһы» девизы аҫтында үтә....

Ниндәй эҙҙәр ҡалған таштарҙа?
Новости / Тарих // 14-08-2010, 14:46


Ниндәй эҙҙәр ҡалған таштарҙа?
Мальтаның көньяҡ ярында бик күп саҡрымға һуҙылған арба эҙенә оҡшаш бураҙналар бар. Улар ҡаялы ерҙә һалынған. Бер бураҙна икенсеһенән бер тигеҙ арауыҡта ята һәм ярты метр самаһы тәрәнлектә. Был арба эҙе диңгеҙ буйына килеп еткәс тә туҡталып ҡалмай дауам итә, һыу аҫтындағы трасса йөҙәр метрға һуҙылған. Һәр бураҙнаның киңлеге иң күбе 123 см, тәрәнлеге – 70 см. Ә араһындағы ара һәр ваҡыт – 130 см. Ғалимдарҙың иҫәпләүе буйынса, траншеялар беҙҙең эраға тиклем 4 мең йыл элек эшләнгән. Бындай бураҙналарҙы ябай эш ҡоралдары менән һалып булмай. Шуға ла боронғоларҙың ниндәйҙер махсус, ҡатмарлы механизмдары булғандыр, тип уйларға ҡала. Был юлдың ни өсөн кәрәклеге билдәһеҙ. Әммә ғалимдар араһында төрлө фекерҙәр йөрөй. Шуларҙың береһе – гигант кәүҙәле боронғо хайуандар арба һөйрәп йөрөтөр өсөн эшләнгән юл. Әммә ул, бүтән фараздар кеүек үк, раҫланмаған....

Көстө көс еңә, ә матурлыҡ – бөтәһен дә
Новости / Башҡортостан // 7-08-2010, 17:39


Көстө көс еңә, ә матурлыҡ – бөтәһен дәБөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында бер уҡыусы бала, физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡоновты күҙ уңында тотоп, беҙҙең мәктәптә уҡытыусы булмаған бер генә уҡытыусы бар – эшләмәй, туп уйнап, һикереп, йүгереп тик йөрөй, тип әйткән. Эшләмәй, тип әйтеүе буш хәбәр, әлбиттә. Сөнки Зиннур Ғүмәр улының йәш быуынды сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, уҡыусыларының спорт өлкәһендә яулаған уңыштары башҡаларҙы һоҡландырырлыҡ, хатта бер аҙ көнләштерерлек: ҡыҙҙар һәм малайҙар район спартакиадаһында, республика фестивалдәрендә, һабантуйҙарҙа даими рәүештә призлы урындар ала....

«Юрматы» футболсылары еңде
Новости / Спорт // 4-08-2010, 12:20


Футбол буйынса Башҡортостан чемпионатының 11-се турының старт матчында тәүге еңеүсе билдәләнде. Салауатта Өфөнөң «Динамо-Юниор»ы «Юрматы» менән көс һынашты. Тәүге таймда көсөргәнешле алыш 0:0 менән тамамланды. Ә икенсе таймда Руслан Адршин менән Антон Пановтың голдарына ҡунаҡтар Виталий Прутяндың мәргән тубы менән яуап бирҙе – 2:1. «Юрматы», 30 мәрәй йыйып, турнир «экватор»ын үтеп китте....

Беҙҙән – алтау!
Новости / Спорт // 3-08-2010, 18:08


Башҡортостан биатлонсылары августа Словакияла үтәсәк Европа чемпионатына барасаҡ.
Өфөлә йәйге биатлон буйынса ил чемпионаты һәм беренселеге тамамланды. Унда 196 спортсы 11 – 16 августа Словакияла үтәсәк Европа чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын яулау өсөн көс һынашты. Дүрт көн дауам иткән ярыштарҙа Башҡортостан биатлонсылары ике тиҫтәгә яҡын миҙал яуланы. Ә Рәсәй йыйылма командаһына бер юлы алты спортсы эләкте. Улар: Виталий Кабардин, Антон Бабиков, Вадим Ҡотлойәров, Марат Вәлиев, Луиза Дмитриева һәм Татьяна Казакова....

Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртып
Новости // 3-08-2010, 16:40


Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртыпАғиҙел ҡалаһындағы төҙөлөп бөтмәгән Башҡортостан АЭС-ы базаһында төҙөлөш тармағына йүнәлешле индустриаль парк төҙөләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Росатом» дәүләт корпорацияһы башлығы Сергей Кириенко осрашыу барышында шундай һығымтаға килде.
С. Кириенконың һүҙ­ҙәренсә, «Росатом» Рәсәй территорияһында һәм сит илдәрҙә туғыҙ атом электр станцияһы төҙөй, һәм Башҡортостан предприятиелары был объекттар өсөн продукция етештерә аласаҡ....

Улар – ауылдың киләсәге
Новости / Башҡортостан // 3-08-2010, 16:39


Улар –  ауылдың киләсәгеБашҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡай­тыусы йәш белгестәргә район хакимиәтендә тантаналы рәүештә диплом тапшырыу Илеш районында күркәм бер традицияға әйләнде.
Күптән түгел әлеге уҡыу йортон тамамлаған 26 егет һәм ҡыҙға муниципаль район хакимиәте башлығы И. Мостафин дипломдар тапшырҙы. Илдар Иршат улы, тантананы асып, йәштәргә һайлаған юлдарында уңыштар теләне, район агросәнәғәт тармағының иҡтисади-финанс торошо менән таныштырҙы. Йәш белгестәрҙең һәр береһенең ауыл хужалығы өсөн кәрәкле кадр булыуын билдәләне. Иң тәүҙә документты ҡыҙыл дипломға эйә булыусы Ынйы Шәрәфғәлиева алды.
Тантанала йәш белгестәрҙең ата-әсәләре, хужалыҡ етәкселәре лә ҡатнашты. Хужалыҡ етәкселәре исеменән «Урал» йәмғиәте директоры Роберт Ибраһимов, ата-әсәләр исеменән Ринат Миңлеғәлиев һәм Рәғиб Миңлеғәлиев сығыш яһап, йәштәрҙе оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы. Ришат Шәңгәрәев, Гөлназ Гәрәева, Айһылыу Сабирова йәш белгестәр исеменән үҙҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
...


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM