НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 465

Донъя яңылыҡтары
Новости // 28-09-2010, 16:34


Ялған дарыуҙар бик күп

Рәсәй ялған дарыуҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн Интерпол көстәрен файҙаланырға мәжбүр.
Шулай уҡ халыҡ-ара полиция ҙур спорт тирәләй аҡса эшләгән енәйәтсел төркөмдәргә ҡаршы көрәшәсәк.
Әле ялған дарыуҙар әйләнешен булдырыу­сы төркөмдәрҙе асыҡлау башланған. Әлеге тармаҡты контролдә тотоу йүнәлеше Интерпол өсөн дә яңы. Медикаменттарға ҡағылышлы был операция тағы ла 25 илдә ойоштороласаҡ....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 28-09-2010, 16:32


Салауат районының «Дуҫлыҡ» үҫмерҙәрҙе социаль реабилитациялау үҙәге етәксеһе вазифаһын файҙаланғаны өсөн енәйәттә ғәйепләнә – директор үҫмерҙәрҙе үҙенең ярҙамсы участкаһына эшсе көсө булараҡ йәлеп иткән. Тикшереү органдары ике фактты билдәләй: май башында директор дүрт баланы әсәһенең баҡсаһына картуф ултыртырға ебәргән, балаларҙы начальниктың ире, туҡмай-туҡмай, ҡарап тороп эшләткән, ай аҙағында тағы ла дүрт үҫмерҙе әсәһенең хужалығына утын ташырға ебәрә. Әле был факт буйынса тик­шереү бара....

ГҮЗӘЛ ЗАТТАР һЫНАУ ТОТА
Новости / Башҡортостан // 28-09-2010, 16:31


Башҡортостандың баш ҡа­лаһында тәүге тапҡыр «Бизнес-леди-Өфө – 2010» конкурсы старт ала.
Ойоштороусылар ғаризалар ҡабул итә башланы, ул 21 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Конкурс этаптарға бүленгән. Һәр этап үҙенсәкле. Беренсе этап ғаризалар ҡабул итеү, эксперт баһалары буйынса (рейтинг методы) һайлап алыуҙан торһа, башҡа этаптарҙа ҡатнашыусыларҙан журналистарҙың интервью алы­уы, ҡатнашыусыларҙы номинациялар буйынса баһалау һәм иң һуңғыһында, 17 ноябрҙә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы билдәләнгән.
Конкурстың төп бүләге – еңеүсе менән республиканың киң мәғлүмәт сараларында интервьюлар серияһы.
«Башинформ»....

Мәҙәниәтебеҙ республикабыҙҙың йөҙөн билдәләй
Новости / Мәҙәниәт // 28-09-2010, 16:29


Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған Аксаков балына Франция, Болгария, Белоруссиянан, Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡунаҡтар килеүе лә шуны раҫлай. Халыҡ-ара Аксаков байрамының юғары статус алыуы – Аксаковтың илебеҙ мәҙәниәтенә һалған ҙур өлөшөнә лайыҡлы баһа ул....

Тел күрке – һүҙ
Новости / Башҡортостан // 28-09-2010, 16:25


Тел күрке – һүҙ
– Үәт, бынау машина шәп килеп туҡраны, – Әбйәлилдән Марат дуҫым шулай тигәйне, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған мин һағайып төҙәтә һалам.
– Туҡраны түгел, туҡтаны.
– Бөгөн миңә Салауат апам килергә тейеш, – тигәс, бөтөнләй аптыраным.
– Нисек? – Беҙҙең Ғафури яғында апа тип апай уҡытыусыны әйтәләр. Ә ағай уҡытыусы – авый. – Салауат авыйыңмы ни?...

Тура бәйләнеш
Новости / Мәғариф // 28-09-2010, 16:23


Тура бәйләнеш
– Зиннәт Абдуллович, һеҙгә Ейәнсура районы Үрген урта мәктәбе директорының һорауы бар ине. Бер йыл элек телевидениенан ишеткәйнек, бер уҡыусыға норматив буйынса республика Рәсәйҙә 53-сө урында килә, тип. Шуның һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙе, бигерәк тә ауыл мәктәптәрен финанслау бик түбән һәм уҡы­тыусыларҙың эш хаҡы ла әҙ килеп сыға. Ҡасан бер уҡыусыға нормативты күтәреү көтөлә һәм ниндәйерәк күләмдә була икән? Сөнки матбуғатта, Татарстанда 1 сентябрҙән эш хаҡы 16 процентҡа артҡан, тип яҙылған, ә ул бит нормативтың артыуы нигеҙендә башҡарыла....

Ҡулдар беҙҙең аҡыллы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-09-2010, 15:21


Өфөлә икенсе тапҡыр профессионалдар араһында медицина массажы буйынса республика чемпионаты үтә.
«Массаж – ул бейеү. Массаж яһаусы һәм яһатыусы грация һәм пластика тигән бейеүҙә берләшә. Беҙ ҡул менән эшләйбеҙ, беҙ ҡул менән һөйләшәбеҙ. Ҡулдар беҙҙең аҡыллы», – ти масаж яһаусылар. Ысынлап та, шифалы, яғымлы ҡулдар кемдәрҙе генә аяҡҡа баҫтырмаған. Чемпионаттың маҡсаты ла ябай, массажистарҙың профессиональ эшмәкәрлеген күтәреү һәм халыҡҡа яҡыныраҡ килеү. Ысын массажист, ҡул менән эшләй белеүҙән тыш, медицина яғынан белемле лә, методикаларҙы белергә лә тейеш, ти ярышты ойоштороусылар. Бер-берең менән тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу сараһы ла булыр, тип өмөт итә улар. Чемпионаттың финал өлөшө Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 29 сентябрҙә үтә.

М. ҠУНАФИН....

Профессиональ әҙерлектең яңы юлдары эҙләнә
Новости // 21-09-2010, 11:30


Профессиональ әҙерлектең яңы юлдары эҙләнәУҡыу йорттары менән эш биреүселәр араһында хеҙмәттәшлекте көсәйтергә кәрәк
Уҙған аҙнала баш ҡалала «Профессиональ белем һәм социаль партнерҙар» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Мәғариф министрлығы белгестәре, юғары уҡыу йорто ректорҙары, урта һәм башланғыс белем биреү учреждениелары директорҙары, республика предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре ҡатнашты....

Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?
Новости / Спорт // 21-09-2010, 11:20


Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?Тәү тапҡыр ойошторолған «Йондоҙ»ло футбол» уйынына килеүселәр ошо һорауға яуап тапты
«Үәт проблема – бер командала мин үлеп ярат­ҡан Фидан Ғафаров уйнай, икенсеһендә коллегабыҙ, журналистиканың иң та­лантлы, сағыу йондоҙҙарының береһе, сикһеҙ хөрмәт иткән Мөнир Ҡуна­фи­ныбыҙ! Кемдең еңеүен теләп «ауырырға» һуң бында?»
Шундайыраҡ уйҙар менән биш мең кеше һыйҙырышлы «Динамо» стадионында футбол ҡарау өсөн уңайлыраҡ урын эҙләйем. Кешенең күплеге! Биш мең үк көйәрмән йыйылмаһа ла, дүрт мең тирәһе бар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, халыҡ шул тиклем күп йыйылыр тип башҡа ла килмәгәйне. Башҡортостан эстрадаһының, журналис­тикаһының «йондоҙ»ҙары көн һайын ярышып футбол уйнамай шул. «Йондоҙ»ло футбол» – ысынлап та, донъя­ла булмаған уникаль шоу-ярыш....

Башҡортостан милицияһына – 30 машина
Новости / Башҡортостан // 21-09-2010, 11:18


Башҡортостан милицияһына – 30 машинаБашҡортостанда эске эштәр органдары барлыҡҡа килеүенең 91 йыллығы хөрмәтенә Өфөнөң Ленин майҙанында тантаналы парад үтте: унда БР буйынса Эске эштәр министрлығы подразделениелары үҙенең ҡеүәтен һәм дисциплинаһын күрһәтте.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов милиционерҙарҙы ҡотлап, эске эштәр органдарының уңышлы эшмәкәрлеге күп осраҡта уларҙың матди-техник тәьминәтенә бәйле, шунлыҡтан федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһына һатып алынған 30 «Нива» автомашинаһы тапшырыла, тине.
Эске эштәр министрлығының фиҙакәр хеҙмәт иткән хеҙмәткәрҙәре Рәсәй һәм Башҡортостан наградалары менән бүләкләнде...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү



  • Радио Юлдаш FM