НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 464

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 5-10-2010, 10:50


БР Президенты Рөстәм Хәми­товтың Указы менән Андрей Трухан Башҡортостан Президентының эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнде. Андрей Петрович Трухан 1973 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә тыуған. 2007 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Ағиҙел йылға бассейнының һыу хужалығы объекттарын һәм ҡоролмаларын файҙаланыу буйынса федераль дәүләт учреждениеһы директоры булып эшләгән....

Әбйәлилдә бар шундай бер ауыл...
Новости / Сәйәсәт // 5-10-2010, 10:49


Әүәл-әүәлдән беҙҙең халыҡ ирек һәм иркенлек яратҡан. Бәлки, шуғалыр ҙа, күберәк ауыл-ауыл булып ултырырға, ҡаланан алыҫыраҡ урынлашырға тырышҡан. Улай ғына ла түгел, бер туғандарҙың да һәр ҡайһыһы үҙ ауылына нигеҙ һалған. Ғәҙәттә, беҙ быны бер үк йылға, күл тирәһендә тупланған ауылдар миҫалында күрәбеҙ. Улар үҙҙәренә нигеҙ һалған ата-бабаларыбыҙ исемен йөрөтә....

Күмертау исеме нисек барлыҡҡа килгән?
Новости / Тарих // 5-10-2010, 10:35


1942 йылда геологтар тарафынан Көйөргәҙе районында Бабай һоро күмер ятҡылығы асыла. Уға исем Бабай шишмәһенән алып ҡушыла. Халҡыбыҙ хәтерендә һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, был ерҙәрҙә элек Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарынан Бабайғол исемле кеше йәшәгән. Ул нигеҙләгән ауыл да, эргәһендәге тау менән шишмә лә Бабайғол исемен йөрөткән. Тулы һыулы шишмә үҙенең саф, таҙа булыуы менән айырылып торған һәм, Оло Юшатыр йылғаһына ҡушылып, уның ҡеүәтен арттырған....

Үҙ эшенең оҫтаһы
Новости / Мәғариф // 5-10-2010, 09:52


Илүзә Вайсиева һәр уҡыусыһын үҙ балаһы кеүек яҡын күрә
Үҙ эшенең оҫтаһы“Уҡытыусы” һүҙен ишеткән һайын, һәр бер кешенең күҙ алдына мөләйем йөҙлө, йомшаҡ күңелле, сабыр апай килеп баҫа. Ул һиңә ҙур тормош менән танышырға һәм донъяның ағын-ҡараһын айырырға ярҙам итә. Бына шундай кеше­ләрҙең береһе – Илеш районының Гремучий Ключ төп мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, I категориялы педагог Илүзә Бирғәле ҡыҙы Вайсиева....

Көскә еңделәр
Новости / Спорт // 5-10-2010, 09:49


Көскә еңделәрХоккей буйынса КХЛ беренселегенең сираттағы туры үтте. «Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге дүрт сорашыуының икеһен уҙғарҙы ла инде. Тәүҙә улар Ҡаҙандың элек-электән принципиаль дәғүәсе булып һаналған «Аҡ барс»ы уйынсылары менән уйнаны....

Тирүгәләрендә – йәйғор төҫтәре
Новости // 2-10-2010, 16:29


Тирүгәләрендә – йәйғор төҫтәреҮҙен итәғәтле тотҡан, башҡаларға үрнәк булып торған әбейҙәргә ҡарап, күңел ҡыуана. Улар менән аралашҡы, һөйләшке, тормош һабаҡтарын өйрәнеп ҡалғы килә. Республика кимәлендәге саралағы күргәҙмәлә оло ғына инәй иғтибарҙы йәлеп итте. Ул ихласлап тирүгә һуға ине.
Бөрйән районының Ҡолғана ауылынан Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙы Яҡупова икән. 81 йәштә булһа ла, Зәйтүнә инәй әүҙем тормош алып бара. Халҡыбыҙҙың ата-бабаларҙан ҡалған шөғөлөн ул киләсәк быуынға күрһәтә. Һабантуй һәм башҡа мәҙәни байрамдар ҙа Зәйтүнә инәйһеҙ үтмәй, оҫтабикәнең даны күрше ауылдарға ла таралған.
– Бер саранан да ситтә ҡалдырмайҙар, һәр саҡ саҡыралар. Тирүгә, балаҫ һуғыу – беҙҙең өләсәй, әсәйҙәрҙән килгән шөғөл ул, – ти Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙы.

Рәмилә МУСИНА.
Белорет ҡалаһы....

Алдан хәстәрлек күр!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-10-2010, 16:26


Киҙеүгә ҡаршы вакциналау башлана
Алдан хәстәрлек күр!Башҡортостан федераль бюджет средстволары иҫәбенә «Гриппол» вакцинаһын һатып ала. 2010 йылда хәүеф төркөмөнә ҡараған 800 мең кешене – балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен, мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, медицина, белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен, 60 йәштән ололарҙы вакциналау күҙаллана.

...

Октябрҙә нисек ял итәбеҙ?
Новости // 2-10-2010, 16:25


«Башҡортостан Республика­һында байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һәм башҡа даталар тураһында» Законға ярашлы, 11 октябрь – Республика көнө – байрам көнө булып тора.
Быйыл ул дүшәмбегә тура килә. Йома, 8 октябрҙә, эш көнөнөң оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 9, 10 һәм 11 октябрь ял көндәре булып тора, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына һылтанып.
...

Был аҙнала беҙҙе...
Новости // 2-10-2010, 16:23


...Ҡурҡытты
30 сентябрҙә Ставрополдә бер юлы тиерлек ике шартлатҡыс табылды. Шөкөр, уларҙы тиҙ арала зарарһыҙландырҙылар. Шартлатҡыстар­ҙың икеһенең бергә иҫәпләнгән ауырлығы 90 килограм­ға етә. Енәйәтселәр уны мәктәпкә яҡын ғына ергә ҡуйған.
Теракт ойошторорға маташыусылар шартлатҡысты бер кешенең үле кәүҙәһенә бәйләп, машинаның багажнигына урынлаштырған. Хәҙер асыҡланыуынса, үлтерелгән кеше таксист булып эшләгән, шартлатҡыс һалынған машина ла уныҡы.
Бандиттар, уны атып үлтереп, кәүҙәһен, машинаһын террор ойоштороу өсөн ҡулланған, тигән версия тикшерелә.
Шул тиклем ҙур ауырлыҡтағы шарт­латҡыстарҙың нисә кешенең ғүмерен өҙә алыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр....

«Мөһим сараны сәйәсиләштерергә кәрәкмәй»
Новости // 2-10-2010, 16:18


Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға республикалағы әҙерлеккә видеоконференция рәүешендә үткән кәңәшмәлә баһа бирелде.
Был юҫыҡта эш графикка ярашлы бара. Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, ҡайһы бер йүнәлештәр муниципаль власть яғынан иғтибар талап итә. Беренсенән, перепись персоналына шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Республикала 631 иҫәп алыу, 2,5 мең инструктор, 10 мең төп, ике мең стационар участка эшләйәсәк. Тәғәйен биналар элемтә, һаҡ, янғын һүндереү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Әммә был хеҙмәттәр өсөн хоҡуҡи килешеүҙәр бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә төҙөлмәгән. Икенсенән, адрестарҙы иғтибарлап ҡарап сығыу ҙа талап ителә. Сөнки һуңғы 2,5 йыл эсендә генә республикала 43 меңдән ашыу урам күрһәткесе, 217 мең йорт номеры алмаштырылған, уларҙың һәммәһе лә тәртипкә килтерелеп бөтмәгән. Перепись көнөнә тиклем инвентаризация үткәреп бөтөү мотлаҡ....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM