НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 463

Ағасты кем урлай?
Новости // 26-10-2010, 11:16


Ағасты кем урлай? Өс ай элек төҙөлгән Дәүләт урман контроле һәм күҙәтеүенең мобиль төркөмө Белорет районы биләмәһенә сираттағы рейды ваҡытында ағас тейәлгән ундан ашыу йөк машинаһын туҡтата. Һөҙөмтәлә ике автомашина водителенең ағасҡа тейешле документтары булмауы асыҡлана....

Халыҡҡа – үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек
Новости / Башҡортостан // 26-10-2010, 11:14


Балтас районында үткән малсылыҡ тармағы эше йомғаҡтары буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин ауыл хужалығы продукцияһы етештереү йомғаҡтарына анализ яһаны.
Ул, хакимиәт башлыҡтары хәлде ныҡлы белгән райондарҙа, ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, аныҡ һөҙөмтәләр бар, тип билдәләне һәм халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе, төбәктә ауыл хужалығы етештереүен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе, тип атаны....

Иң мөһиме, башланғыс бар, ә һөҙөмтә булыр
Новости / Спорт // 26-10-2010, 10:38


Уҙған ял көнөндә Башҡортостан хоккейы тарихында йәнә бер сағыу бит асылды. Өфө боҙ һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселегенең тәүге рәсми осрашыуы үтте. Өфөнөң «Ағиҙел» командаһы ҡыҙҙары Красноярск ҡалаһының «Локомотив-Энергия» хоккейсыларын ҡабул итте һәм тәжрибәле ҡунаҡтарға 1:5 иҫәбенә еңелде. Ғөмүмән, яңы төҙөлгән «Ағиҙел» командаһы әлегә һынау тота. Шуға ла уңыш тураһында әйтергә иртәрәк. Быға тиклем уҙғарған уйындарҙа ла Өфө ҡыҙҙары дәғүәселәргә мәрәйҙәр өләште. Иң мөһиме – башланғыс бар, киләсәктә һөҙөмтә булыр.

Н. ТИМЕРОВ.
...

Өс уйында – өс мәрәй
Новости / Спорт // 26-10-2010, 10:35


Уҙған шәмбе һанында беҙ «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығындағы йомала булған осрашыуҙы, шәмбелә үтә, тип яңылыш яҙып үткәйнек. Уйын шәмбелә үтһә, бәлки, һәйбәтерәк тә булыр ине. Сөнки, белеүегеҙсә, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре йәнә ҡоро иҫәпкә отол­до. Нишләптер һуңғы арала юлаевсылар тотороҡһоҙ уйын күрһәтә башланы. Ҡапҡасылар ярай инде, ә бына һөжүмселәребеҙгә нимә булды икән?.. Алдынғы уйынсылар һөҙөмтәгә ирешә алмай икән, һуңғылары, исмаһам, ошо мөмкинлекте файҙаланһын ине лә, юҡ шул, килеп сыҡмай. Һүҙ, әлбиттә, миҙгел башланғаны бирле бер ҙә уңышҡа ирешә алмаған яҡташыбыҙ Игорь Волков хаҡында. Тырышмай түгел, тырыша, әммә һөҙөмтә юҡ. Шул уҡ Андрей Таратухин менән Олег Сапрыкин да үҙ уйынын тапмай ыҙалана. Хәҙер бына беҙгә ҡунаҡҡа тотороҡло «Северсталь», «Спартак» һәм «йондоҙло» СКА командалары киләсәк. Һуңғыһы менән алыштылар инде. Ҡарарбыҙ, нисек итеп уңышһыҙ сәфәрҙән һуң көйәрмәндәре алдында хаталарын төҙәтерҙәр…...

Донъя яңылыҡтары
Новости // 26-10-2010, 10:31


Ваба ҡотора

Гаитиҙа вабанан (холеранан) 250-нән ашыу кеше вафат булған, ә сир йоҡтороусылар һаны өс меңдән дә күберәк.
Эпидемия әлегә илдең төньяғында таралһа ла, властар «сир сикле биләмәлә» тип, халыҡты хәүефләндермәҫкә тырышһа ла, барыбер ҡурҡыныс бар. Сир ер тетрәү арҡаһында йортһоҙ ҡалған кешеләр йәшәүсе лагерҙа башланған, тиһәләр ҙә, бында ауырыу теркәлмәгән. Әйткәндәй, лагерҙа 10 мең самаһы кеше палаткаларҙа көн күрә. Халыҡ-ара гуманитар ойошмалар Гаитиға өҫтәмә ярҙам күрһәтә, тәү сиратта һыуҙы зарарһыҙландырыу саралары күрелә. Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эпидемияның контролдә тотолоуын белдерә....

Беҙҙекеләр һынатмай
Новости / Спорт // 26-10-2010, 10:29


Беҙҙекеләр һынатмайКраснодар крайының Анапа ҡалаһынан алыҫ түгел Витязь ҡасабаһында кикбоксинг буйынса донъя чемпионаты үтте. Унда 20 илдең иң көслө 600 спортсыһы ҡатнашты. Әйткәндәй, бындай кимәлдәге кикбоксинг ярыштары Рәсәйҙә тәүгә уҙғарылды. Чемпионатта Башҡортостан кикбоксерҙары ла көс һынашты. Әлшәй районының «Бейеклек» клубы тәрбиәләнеүсеһе Тимур Имашев, юниорҙар араһында үҙен иң көслөләрҙең береһе итеп күрһәтеп, Рәсәй йыйылма командаһына тос өлөш индерҙе – бронза миҙал яуланы....

Ислам – илдәрҙе яҡынайтыусы күпер
Новости / Иман // 23-10-2010, 11:47


Был мөһим сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға 18 дәүләт вәкилдәре йыйылды. Ике көн барған конференцияла ике йөҙ тирәһе кеше ҡатнашты, һәм унда етди һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар аша бик күп мәсьәлә хәл ителде. Сара маҡсатына иреште, тиергә мөмкин....

«Бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел!»
Новости / Башҡортостан // 23-10-2010, 11:45


Килде, күрҙе, һоҡландырҙы
«Бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел!»Был һүҙҙәрҙе бер көнгә генә баш ҡалабыҙға килеп, әллә күпме балалар учреждениеһында булып, уларҙағы хәл-торошто үҙ күҙҙәре менән күреп, балалар, тәрбиәселәр, республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән күҙмә-күҙ аралашып, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, ә кисен республика етәкселеге, балалар яҙмышына бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре һәм белгестәре алдында сығыш яһап, унан һуң республика киң мәғлүмәт саралары журналистары менән матбуғат конференцияһы үткәрергә лә өлгөргән РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астаховҡа ҡарата ла әйтергә мөмкин....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 23-10-2010, 11:42


БР Президенты Р. Хәмит­овтың Көньяҡ Урал райондарына сәфәрендә Сибайҙа граждандарҙы ҡабул итеүе һөҙөмтәһе – ҡаланың Арҡайым биҫтәһендә мәктәп төҙөлә башланы. Сөнки был микрорайон балалары Сибай үҙәгендәге мәктәпкә йәмәғәт транспортында йөрөй – юлға бер сәғәт ваҡыт китә. Рөстәм Хәмитов был хәл тураһында белешергә һәм яуаплы кешеләрҙән мәктәп төҙөлөшөн тиҙләтергә вәғәҙә иткәйне һәм һүҙендә торҙо – төҙөлөш майҙанында эш ҡыҙа....

Рәсми хроника
Новости / Башҡортостан // 23-10-2010, 11:40


Өлкәндәргә иғтибар арта
Рәсми хроникаБР Президенты Р. Хәмитов РФ Президенты Д. Медведев менән осрашҡанда республика башлығы вазифаһында үҙенең тәүге өс ай эшләү йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Медведев республикала социаль программаларҙы, иң тәүҙә өлкән йәштәгеләргә йүнәлешлеләрен, бойомға ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Ул, ауыл ерендә йәшәгән ҡарттарҙы медицина хеҙмәтләндереүенә һәм дарыу менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүлеп, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын үҫтереү социаль ярҙамдың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булырға тейеш, тине. Ил башлығы билдәләүенсә, ФАП-тар халыҡҡа дарыу һатыу мөмкинлегенә эйә....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM